RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Хәрби хеҙмәткә яуаплы ҡараныҡ

21.02.2012 Хәрби хеҙмәткә яуаплы ҡараныҡ

Хәрби хеҙмәткә яуаплы ҡараныҡ
Беҙҙең быуынға бик ауыр йылдар тура килде. Миңә бер йәш тулғанда атайым Мөхөтдинде, «халыҡ дошманы» тип, ҡулға алалар. Әсәйем Менәүәрә өйҙә дүрт бәләкәй бала менән тороп ҡала. Тағы ла дүрт йыл да үтмәй, немец-фашист илбаҫарҙары илебеҙгә баҫып инә. Бөтә нәмә фронтҡа оҙатыла. Әсәйем өс саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Түбәнге Төлмәйгә йөрөп эшләү өсөн Инйәр леспромхозына эшкә инә. Дүрт бала өйҙә донъя көтә. Бөтә эш ҡул көсө менән башҡарыла. Үҫеп ултырған ағасты утын итеп ҡырҡып, бәләкәй санаға тейәп алып ҡайттыҡ. Һыйырыбыҙҙы ла астан үлтермәҫ өсөн бесәнде бәләкәй сана менән ташыныҡ. Ауылыбыҙҙа бер генә ат булды.
Ошондай ауыр тормошта йәшәп, ваҡытында уҡырға ла бара алманыҡ. Апайҙарымдың кесеһе генә урта белем алды. Мин үҙем һуғыш тамамланғас ҡына уҡырға индем. 20 йәшемдә 10 класты тамамланым. Шул уҡ йылда әрме сафына алындым.
Тауар вагондарына тейәлеп, Көньяҡ Сахалинға юл тоттоҡ. Мин үҙем мотополк­ҡа эләктем. Ул Доменск ҡалаһының ситендә урынлашҡайны. Беҙҙең батареяла Көйөргәҙенән Рауил Абдрахимов, Бүздәктән Вәзир Ғәлимов, Татарстандың Аҙнаҡай районынан Зәкижан Хәбиров, Минзәләнән Әхмәт Шәйхитдинов, Иркутск өлкәһе Зима ҡалаһынан Михаил Кастомин, Пенза өлкәһенән Александр Дрожалкин, Мордовиянан Иван Козлов һәм башҡалар бик дуҫ йәшәнек. Бер кем һүҙ күтәрмәне, бер кем иптәшен ситкә типмәне һәм йәберләмәне. Нисек булһа ла, бер-беребеҙгә ярҙамлашырға әҙер булдыҡ. Батарея командиры Василий Ваейков, старшина Позняков һәм башҡа офицерҙар үҙҙәренең ҡулы аҫтында булған һалдаттарҙы төрлө яҡлап яҡланы. Һалдаттар ҙа командирҙарҙы яратты һәм бөтөн бойороҡтарын урынына еткереп башҡарырға тырышты. Бер ваҡытта ла үтәй алмаҫлыҡ эштәр ҡушманылар. Тәртип боҙоуҙар булманы. Мин бөтөн яңылыҡтар тураһында дивизиябыҙҙың «Часовой Родины» гәзитенә яҙып торҙом.
1958 йылдың һалҡын февраль – март айында Анива ҡалаһы эргәһендәге полигонда яттыҡ.
ҡыҫҡаһы, 1956 – 1958 йылдарҙа әрме сафына саҡырылыусыларҙың хеҙмәте бик яҡшы үтте. Миңә комсорг, тоҫҡаусы һәм башҡа бурыстарҙы үтәргә тура килде.
Сахалин утрауында офицерҙар өсөн йорт төҙөнөләр. Беҙ шунда ла эшләнек. Яҡшы эшләгән өсөн Маҡтау ҡағыҙы бирелде. ҡайтырға сыҡҡанда полктың «Почет китабы»на индерелеүем тураһында танытма бирҙеләр. Рәхмәт әйтеп оҙатып ҡалдылар. Полкыбыҙҙа һәм беҙҙең батареяла төрлө милләт егеттәре хеҙмәт итте. Бер кемдең дә милләтен айырманыҡ. Һәр кем менән иптәштәрсә һөйләштек, бер-беребеҙгә ярҙамлаштыҡ.

Нурулла Миһранов.
Белорет районы,
Манышты ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»