RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Киләсәккә ҙур ышаныс менән бағалар

10.02.2012 Киләсәккә ҙур ышаныс менән бағалар

ҡырмыҫҡалы районының социаль-иҡтисади тормошонда ыңғай үҙгәрештәр бихисап
Киләсәккә ҙур ышаныс менән бағалар
ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығының ҡабул итеү бүлмәһе янында иртәнән үк һыу буйы сират. Район башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов һәр шишәмбе халыҡ менән осраша. «Нисек, проблемаларығыҙ хәл ителәме һуң?» – тиеүгә барыһы ла баш ҡағып, Фәнзил Сыңғыҙовтың һәр кемгә иғтибарлы булыуын әйтте.

ҡырмыҫҡалы районы етәкселегенең үҙ бурысына етди ҡарауы, төплө уйланылған сәйәсәт алып барыуы һөҙөмтәһендә төбәк республикала алдынғыларҙан һанала. Урындағы халыҡтың тырышып эшләүе арҡаһында иҡтисадтың төп тармаҡтары уңышлы үҫешә, социаль өлкәләге мәсьәләләр ыңғай хәл ителә, йәшәү кимәле яҡшы яҡҡа үҙгәрә.
Ауыл хужалығы район тормошонда мөһим урынды алып тора. Районда, бөтә республикалағы кеүек үк, ойоштороу һәм техник мәсьәләләр әүҙем хәл ителә, производствоға төрлө инвесторҙар йәлеп ителә. Былтыр ямғырҙар, ә унан алда ҡоролоҡ булһа ла, район аграрийҙары үҙ позицияһын юғалтмаған. 2011 йылда ауыл хужалығының тулайым продукцияһы 2 млрд 495 млн һум булған, был, 2010 йыл менән сағыштырғанда, 110 процент тәшкил итә. Былтыр иген уңышы гектарынан 27,5 центнер, шәкәр сөгөлдөрөнөкө 296,8 центнер булған. «Шайморатов», «Башҡор­тос­тан», «Иҙел» хужалыҡтары, «Дуҫлыҡ» тоҡомсолоҡ заводы яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән.
Район башлығы әйтеүенсә, малдарҙы ҡышлатыу тотороҡло режимда бара, ғәҙәттән тыш хәлдәр күҙәтелмәй. Фермаларҙа бесән-һалам запасы, шулай уҡ һутлы мал аҙығы ла етерлек туплан­ған. Һауыу механизмы, малдарҙың аҫтын таҙартыу, уларҙы һыу менән тәьмин итеү көйләнгән һәм туҡтау­һыҙ эшләй. Көндәлек уртаса һауым 11 килограмм тәшкил итә (был былтырғыға ҡарағанда 400 грамға күберәк).
ҡырмыҫҡалылар малдарҙы имен ҡышлатыуға, шул уҡ ваҡытта продукция етештереүҙе арттыра алыу­ҙарына ышана. Сөнки улар етерлек аҙыҡ әҙерләгән – бер баш малға 52,1 центнер аҙыҡ берәмеге тура килә. Был – республикалағы иң яҡшы күрһәткестәрҙең береһе.
Малсылыҡ өлкәһенә яңы технологиялар, заманса производство алымдары индерелеүе ҡыуаныслы хәл. «Алатау» агросәнәғәт хужалығы, «Артемида» тоҡомсолоҡ хужалығы, Европа стандарттары буйынса эшләгән «Шайморатов» хужалығының Варшавка һөт фермаһы кеүек мегафермалар бар. Әлеге мәлдә «Башҡортостан» малсылыҡ фермаһында модернизациялау бара.
«Шайморатов», «Иҙел», «Алатау» хужалыҡтары «500 ферма» республика программаһында ҡатнаша. «2011 – 2013 йылдарҙа крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары нигеҙендә һөтсөлөк фермаларын үҫтереү» республика программаһын тор­мош­ҡа ашырыу буйынса эштәр атҡарыла. Былтыр был программаға бер фермер хужалығы инһә, быйыл тағы ла икәүҙе индереү күҙаллана.
Хужалыҡтарҙың машина-трактор паркын яңыртыуға етди иғтибар бирелә. Былтыр 107 млн һумға 41 берәмек ауыл хужалығы техникаһы һатып алынған. Сағыштырыу өсөн: 2010 йылда 29,2 млн һумлыҡ 32 берәмек техника булған.
Ауылдарҙы төҙөкләндереү мәсьә­ләһе – муниципаль район хакимиәтенең төп бурыстарының береһе. Был йәһәттән пландар үтәлә, юлдарҙы рәтләү буйынса күләмле эштәр башҡарыла. Төп көс ҡырмыҫҡалы юл-ремонт төҙөлөш идаралығына тура килә. Быйыл юлсылар алдында Прибельский – Яңы ҡыйышҡы, Илтуған – Иҫке Муса юлына асфальт түшәү, ҡарлыман – Иҫке Бәпес участкаһында эште тамамлау бурысы тора.
Фәнзил Фәйез улы әйтеүенсә, бәләкәй ауылдарҙың проблемалары күҙ уңынан ысҡындырылмай. Урындарҙағы проблемалар миҙгелгә ҡарап хәл ителә.
Һуңғы йылдарҙа ҡырмыҫҡалы районы йорттарҙы эксплуатация­лау­ға индереү буйынса республиканың иң яҡшы биш районы исемлегенә инә. Йыл һайын ике йөҙҙән ашыу ғаилә ҡыуаныслы мәл кисерә – өй туйлай.
Бөгөн районда 1400 шәхси йорт төҙөлә. Шуныһы шатлыҡлы – йәштәрҙең күбеһе ситкә китергә ашыҡмай, тыуған еренә ерегә. Уларҙың байтаҡ өлөшө федераль һәм республика программаларында ҡатнашып, йорт һала. Мәҫәлән, былтыр 200 ғаиләгә бөтәһе 65 миллион һумдан ашыу суммаға субсидия бирелгән. Шулай уҡ мохтаждарға ер бүленә.
Районда ауылдарҙы үҫтереү генераль планын тормошҡа ашырыу буйынса эш дауам итә. Әле Бекетов, Ефремкин, ҡабаҡ, Константиновка, Боҙаяҙ, Яңы ҡыйышҡы, Прибельский, Под­лубов, Һәүәләй, Иҫке Муса, Олокүл ауылдарында ерҙе ҡулланыу һәм төҙөлөш эштәрен башлау планы раҫланған. Шулай уҡ Сахай, Иҫке Шәрәй, Иҫке ҡыйышҡы ауылдарында төҙөлөш планы әҙерләнгән. Ефремкин, ҡабаҡ, ҡамышлы, Николаевка, Сахай ауыл биләмәләрендә төҙөлөш эштәрен планлаштырыу бара.
Районда ҡулланыусылар һәм хеҙмәтләндереү баҙары ла йылдам үҫешә. Былтыр ваҡлап һатыу баҙары әйләнеше 3 млрд һумлыҡ, йәмәғәт туҡланыу баҙары 104 миллион һумлыҡ килем килтергән. Районда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ әүҙем үҫешә, тимәк, уның иҡтисадтағы өлөшө лә ҙурая. Әлеге мәлдә районда 1110 эшҡыуарлыҡ субъекты бар. Бәләкәй бизнес өлкәһе халыҡтың 35 процентын эш менән тәьмин иткән.
ҡырмыҫҡалы районы – инвес­тор­ҙарҙы йәлеп итеү өсөн етештереү һәм хеҙмәт потенциалы булған уңайлы төбәк. «Сен-Гобен» компанияһының төҙөлөш материалдары заводы, Урал ауылындағы эре теплица хужалығы проекттары быға асыҡ миҫал. Тиҙ арала Бишауыл-Уңғар ауылы янында биополимер етештереү буйынса предприятие асыу күҙаллана.
Районда һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ҙур иғтибар бирелә. Заманса медицина ҡорамалдары алына, тәүге медицина ярҙам күрһәтеү хеҙмәте камиллаша. Дауаханаларҙың матди-техник базаһын нығытыу өсөн күп эш башҡарылған. Әлеге мәлдә Прибельский участка дауаханаһында капиталь ремонт эштәре тамамлана.
ҡырмыҫҡалылар физик культураға һәм спортҡа ла битараф түгел. Һуңғы йылдарҙа райондың спорт тормошо әүҙемләшкән, командалар республика ярыштарында призлы урындар яулай. Мәҫәлән, Башҡортостан Республикаһының XXI ауыл спорт уйындарында икенсе урын алғандар, ә мини-футбол буйынса ҡырмыҫҡалылар – республика чемпионы.
Райондың социаль именлеге хаҡында һүҙ йөрөткәндә, ул аҙ тәьмин ителгән ҡатламға, шулай уҡ һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарына социаль ярҙам итеүгә йүнәлтелгән сәйәсәттең үтәлешенә ҡарап баһалана. Был йәһәттән ҡырмыҫҡалыларға йөҙ ҡыҙартырға тура килмәй. Былтыр төрлө категория граждандарға 91,8 млн һум социаль ярҙам күрһәтелгән.
Ветерандар «Халыҡ университеты» маҡсатлы республика программаһында әүҙем ҡатнаша. 240 инәй һәм бабай ҡырмыҫҡалы, ҡабаҡ, Олокүл ауылдарында компьютер нигеҙҙәре, инглиз теле, ғаилә психологияһы, дауалау физкультураһы буйынса дәрестәргә йөрөй.
Шуныһы һөйөнөслө, районда һуңғы йылдарҙа бер мәктәп тә ябылмаған. Бында район етәкселегенең тырышлығын билдәләп үтергә кәрәк. Әйткәндәй, БР Хөкүмәте ярҙамы менән Прибельский урта мәктәбе бинаһында капиталь ремонт үткәрелә. Ошо маҡсатта республика бюджетынан 37 млн һум аҡса бүленгән. Белем биреү учреждениеларында ремонт үткәреүгә муниципаль бюджеттан 6 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Ете урта белем биреү усағы һәм ике балалар баҡсаһы тулыһынса төҙөкләндерелгән.
Күптән түгел Һәүәләй ауылында бәлиғ булмағандар өсөн психологик-педагогик реабилитациялау һәм коррекциялау республика үҙәге асылды. Әле унда Башҡортостандың төрлө төбәгенән килгән 27 бала йәшәй. Был учреждение урындағы халыҡҡа бер нисә тиҫтә эш урыны булдырҙы, шул уҡ ваҡытта ауыр холоҡло балаларға ярҙам күрһәтеү мөмкинлеге лә бирә.
Былар бөтәһе лә йәш быуынды, кескәйҙәрҙе иғтибар үҙәгенә ҡуйып, тәрбиәүи эштең йөкмәткеһен тағы ла тулыландырып, йәнләндереп ебәреү өсөн ҙур мөмкинлектәр аса.
Бар республикалағы кеүек, ҡырмыҫҡалы районында ла кескәй­ҙәргә балалар баҡсаһында урын етмәүе ҙур проблема булып ҡала. Әлеге мәлдә 17 балалар баҡсаһында 1600-ҙән ашыу бала тәрбиәләнә. Район үҙәгендә, ҡабаҡ, Олокүл, Сахай ауылдарында был мәсьәлә киҫкен тора. Шулай ҙа хәл ыңғай яҡҡа үҙгәрер, тигән өмөт бар. Мәктәпкәсә белем биреү системаһын үҫтереү буйынса маҡсатлы район программаһына ярашлы, ошо көндәрҙә ҡырмыҫҡалы, Сахай, Иҫке Муса, Шайморат, Илтирәк ауылдарында балалар баҡсаһы асыласаҡ.
Райондың мәҙәни-ағартыу учреждениелары өҙлөкһөҙ эшләй: 46 клуб, 37 китапхана, дүрт филиалы булған музыка мәктәбе, дүрт музей бар. 11 ижади коллектив «халыҡ» һәм «өлгөлө» исемен йөрөтә.
ҡырмыҫҡалы районында ҡырҡҡа яҡын милләт вәкилдәре татыу йәшәй. Мәктәптәрҙә дүрт туған телдә уҡытыу ойошторолған. Шул уҡ ваҡытта республиканың традициялары, халыҡтарҙың милли асылы һаҡлана. Мәҫәлән, Һыуыҡ­шишмә ауылында сыуаш халҡының тарихи-мәҙәни милли үҙәге эшләй.
Райондың социаль-иҡтисади тормошонда, күреүебеҙсә, ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелә, улар иртәгәһе көнгә ныҡлы ышаныс уята.

Г. ЯХИНА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»