RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ябай ауыл ҡатынының бер көнө

15.10.2011 Ябай ауыл ҡатынының бер көнө

Ябай ауыл ҡатынының бер көнө
«Йәшлек» гәзитен һәр ваҡыт яратып уҡып, яҙҙырып барам. Шулай ҙа бер нәмә йәнде көйҙөрә − һәр ваҡыт матур йәшәгән, ҙур хужалыҡ тотҡан ауыл кешеләре тураһында яҙаһығыҙ. Уҡыһаң, ауылда көнөн-көнгә ялғап саҡ йәшәгәндәр, берәүҙән артыҡ һыйыр аҫрай алмағандар ата ялҡау һымаҡ килеп сыға. Ә бит ашаған белмәй − тураған белә. Мәҫәлән, мин ғүмер буйы ауылда йәшәгән, инде бына ете йыл элек тирәһе тол ҡалып, ике бала үҫтереп, минең кеүек этләнмәһендәр, тип балаларын ҡалаға сығарып ебәргән яп-ябай ауыл ҡатынымын. Ике ҡатлы йорт һалып инә алмаһам да, һарайымда 15 һыйыр мөңрәмәһә лә, көнө буйы ултырып ҡына то­рор­ға ла ваҡытым юҡ. Бер ерҙә лә эшләмәйем, сөнки эш юҡ. Шуға ла аҡса яғы наҡыҫыраҡ.
Булмаһа, көнөмдөң нисек үткәнен яҙайым әле. Уның иң ябайын һайланым. Бесән эшләгән йәки картуф сығарған ваҡыт булһа, бөтөнләй тын да алырға ваҡыт юҡ инде ул.
Көн дә етенсе яртылар тирәһендә йоҡонан торам. Иң тәүҙә яулығымды бәйләй һалып, һыйырымды һауырға йүгерәм. Һыйырымды бик яратам. Сөнки һөттө лә күп бирә, көтөүҙән дә һуңламай ғына ҡайта. ҡартая башланы инде, тик был малды нисек һуйырға йөрьәт итермен − күҙ алдына ла килтермәйем. Һауғас, уны башҡа малдар менән көтөүгә ҡыуам. Унлап һарыҡ аҫрайым, ҡапыл ғына ит кәрәк булып киткәндә һуйыуы бик ҡулай.
Көтөү киткәс, күрше ҡатындар менән сөкөрләшә-сөкөрләшә, ирҙәр әйтмешләй, «сәйнәшә-сәйнәшә» быҙау ҡыуабыҙ. Унан ҡайтыу менән һөттө айыртам, сепаратты йыуып алғансы иртәнге сәғәт ундар етә. Шунда ғына ултырып сәй эсеп алам. Күршемдә яңғыҙ әбей йәшәй. Бер генә улы бар ине, уныһы ла вафат булып ҡуйҙы. Әбей йәшерәк саҡта ике ейәнсәре лә ҡайтҡылап йөрөнө. Хәҙер өләсәләре мал-фәлән аҫрамағас, тәмле ҡоймаҡтарын бешерә алмағас, ейәнсәрҙәренән елдәр иҫте. Шул әбекәйҙе йәлләйем. Һәр көн иртән инеп, хәлен белергә ғәҙәтләнгәнмен. Ул үҙе лә мине көтөп кенә тора: «Үлеп-фәлән ятһам, белмәй ҡалмаһындар, хәлемде белеп тор инде, ҡыҙым», − тип үтенә. Әбекәй менән һөйләшә-һөйләшә, сәй эскәнсе, уға магазиндан кәрәкле нәмәләрен алып ҡайтҡансы төш етә яҙа.
Ике балам да аҙна һайын ҡайтып йөрөй, уларҙан артып ҡалған һөт аҙыҡтарын һатып, үҙемә аҡса эшләргә тырышам. Шуға ла көн һайын тиерлек эремсек, ҡаймаҡ, йомортҡа һатыу менән мәшғүлмен. Алыусылар юҡ, тип әйтә алмайым. Сөнки аҙыҡтарҙы сифатлы итеп, мутлашмай ғына әҙерләйем. Бер белгән кеше гел минән алырға тырыша. Кемдәрҙер өйҙән килеп ала, ҡайсаҡ район үҙәгенә лә барып, һатып киләм. Был эштәрҙе лә көндөң беренсе яртыһында эшләп өлгөрөргә тура килә. Ауыл халҡы иртәсел бит, төштән һуң бер нәмә лә һатырмын тимә!
Төштән һуңғы эштәр йылдың ҡайһы ваҡытына тура килеүенә ҡарабыраҡ билдәләнә. Баҡсам ҙур − уны утайым, һуңынан емештәрҙе йыям, артыҡ уңышты һатам, балаларға ла етерлек итеп ҡышҡылыҡҡа банкаларға тултырам. Бәшмәк, еләк йыям, өс бөртөк кенә умартамды ҡарайым, уныһын аңламай ҡаңғырам, икмәк һалам, мунса яғам, һыу ташыйым, утын ярам, баҡсаға һыу һибәм, тауыҡ-ҡаҙҙарҙы ашатам, тиреҫ түгәм һ.б.
Тағы ла мине сығырымдан сығарған бер күренеш тураһында − ауыл тултырып йөрөгән, ҡырҡына етһә лә, һаман өйләнмәгән, эсеп, баштары тубал булған ирҙәр хаҡында яҙғым килә. Баҡса сабышырға йәки башҡа ярҙам һорап барһаң, тәүҙә ҡалтырана-ҡалтырана эсергә һорайҙар. Эсерһәң, йоҡлап китәләр ҙә, уянғас, тағы ла эсәләр. ҡыҫҡаһы, улар менән эш сығарырмын тимә. Аҡса түләп, ҡарттарға, яңғыҙ ҡатындарға йорт эштәрендә ярҙам итергә йөрөгән ирҙәр һәр бер ауылда бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Уларына сират торабыҙ тиерлек. Беҙҙә, мәҫәлән, бер көн ауыл малын көтөү 500 һум тора. Баҡса сабыу 1000 һумға төшә. Бер йөк утын 5 мең һум тирәһе, бер пай ерендәге бесәнде сабыу ҙа 1200 һум тирәһенә барып етә. Һанап ҡарағыҙ инде: мин, бер ҡайҙа ла эшләмәгән яңғыҙ ҡатын, ошо һәр бер эште эшләтеү өсөн күпме аҡса түгергә, шул аҡсаны табыу өсөн күпме һөт-йомортҡа һатырға мәжбүрмен. ҡалалағы балаларҙың ярҙам итергә мөмкинлеге юҡ, икеһе лә уҡып бөтөп, кеше фатирына аҡса түләп йәшәй башланы. Ә гәзиттә, имеш, йүнселдәр йүнен таба, ауылда теләгән һәр кем бай йәшәй, тип яҙалар. Эсмәгән кеше, ысынлап та, ас йәшәмәй, әммә күпләп мал аҫрау, баҡса тотоу һәр кемдең дә ҡулынан килә торған эш түгел. Ете ҡат тиреңде түгеп тә саҡ осоңдо-осҡа ялғайһың.
Иртән ҡыуған ҡаҙҙарҙы алып ҡайтыу − үҙе бер мәшәҡәт. Кешеләр ҡыҙыҡ инде: эттәрен бәйләп ҡуймайҙар ҙа, улары минең яҙҙан алып ҡарап үҫтергән бәпкәләремде тамаҡлап кинәнә. Ауыл кешеһе малы өсөн йәнен бирергә әҙер. Шуға ла кемдең эте ҡаҙҙарыма ташланғанын белеп ҡалһам, барып, тетмәкәйҙәрен тетәм, бер ҙә аңламаһалар, ауыл советына барып та ошаҡлап ҡайтам. Ниңә, ҡарап торған малыңа ҡул һуҙмаһындар, эттәренә хужа булһындар!
Тормош бит, башҡалар менән аралашмай ҙа йәшәп булмай. Кисен, көтөү ҡайтыр алдынан, биш-алты ҡатын минең ҡапҡа төбөнә йыйылып алабыҙ. Быҙауҙарҙы алып ҡайтҡанда башланған һөйләшеү ҡапҡа төбөндәге эскәмйәлә дауам итә. Иң тәүҙә шау-гөр килеп уҡытыусы Эльвира килеп етә. Ул да минең кеүек тол ҡатын. Әммә баҡсаһының яртыһын ғына файҙалана, мал аҫрамай, тауыҡ менән ҡаҙҙар ғына ҡарай. Эльвираның, исмаһам, аҡса эшләү мөмкинлеге бар, әммә уға ла еңел түгел, ике балаһы университетта уҡып йөрөй.
Гүзәлдең ире Себерҙә эшләй. Тик был күршебеҙ, иренең ҡәҙерен бер ҙә генә белмәгәндәй, эскеләп тә ала. Ире ҡайтһа, туҡтай ҙа, ул китеү менән тағы ла шешәгә үрелә. Һыйырын һауырға ла сыға алмаған ваҡыттары була, әхирәттәре уға ярҙам итешә-итешеүен. Әммә мин ул эскән ваҡытта йортона ике аяғымдың береһен дә баҫмайым. Берәү тиктомалға эсеп ятһын, ә мин уның тауыҡтарына ем һибәйем, имеш! Миңә ҡалһа, был ҡатын майына сыҙаша алмай. Рәхәтләнеп йәшә лә йәшә бит инде, ә!
Шөкөр, Ләйсәнебеҙ бәхетле, улар йәштәр әле, сабыйына өс кенә йәш. Ире лесхозда эшләй, Ләйсән йорт ҡарай, нисә килһәң дә, нимәлер бешерә-төшөрә, ҡайната, бәйләй, йыуа-таҙарта. Ире менән бер-береһенең ҡәҙерен белеп кенә, матур донъя көтәләр, яңы йорттарына нигеҙ ҙә һалдылар. Ә бына Альбинаның ире эсә, айнып китһә, емертеп донъя көтөп ала, һүҙ юҡ.
Бына ошо компаниябыҙ менән йыйылышып, кисен бер аҙ гәпләшеп алабыҙ, ҡайсаҡ өмә ойоштороп, берәйебеҙҙең эшен дә бергәләп бөтөрөп ҡуябыҙ. Тыуған көндәр, башҡа байрамдар ҙа бергә үтә, күңелһеҙ йәшәйбеҙ тип әйтеп булмай.
Хәҙер халыҡ малды аҙ аҫрай, көтөүҙәр ныҡ бәләкәйләнде. Шуғалырмы икән, мал, нисектер, тырым-тырағай ҡайта. ҡайтмай ҡалған берәй тәкәне эҙләп, ауылды урап сығам, уңарсы һыйырым урам яңғыратып баҡырып тора. Тәкәне ваҡытында табып алып ҡайтмаһам, берәйһе һуйып ашарға ла күп һорап тормай. Бөткәнме ни ялҡау әтрәгәләмдәр!
Һыйыр һауғандан һуң күрше урамда йәшәгән әсәйемә һөт илтеп киләм. Ул 70 йәшен тултырһа ла, ҡош-ҡорт аҫрай, дөрөҫөрәге, балаларыма ярҙам булһын, тип тырыша инде. Улай булмаһа ла, тик кенә ятмаҫ ине, моғайын, ғүмер буйы ҡара таңдан тороп эшләгән кеше, пенсияламын тип, түшәмгә төкөрөп кенә йәшәй алмайҙыр ул. Һуңғы сиккә тиклем мал аҫрай, баҡсала бөксәңләп йөрөй. Уларҙы көсләп тик кенә ултыртып ҡуйыу яҡлы түгелмен, эш уларҙың йәшәү рәүешенә әйләнгән бит инде.
Таң менән торорға булғас, әллә ни һуң ятмайым. Йәй көнө ут та яндырып тормай йоҡларға ятҡан саҡтар күп була. Бына шулай, йәй тимәй, ҡыш тимәй, көнөбөҙ эш менән үтә. Шулай ҙа ҡалаға китеп, тар ғына бүлмәлә йәшәргә бер генә теләгем дә юҡ. Йәй көнө рәхәтләнеп яландарҙа йөрөйбөҙ, баҡсабыҙҙа эшләһәк тә, саф һауаһы ни тора! Үҙебеҙ етештергән сифатлы аҙыҡты ашайбыҙ. Әлбиттә, ауыр күтәреп, ял итмәй һаулыҡ ҡаҡшай. Ләкин бит ҡалала йәшәүселәрҙең үҙ мәшәҡәттәре, үҙ ауырыуҙары.
Әйтергә теләгәнем шул: ауылда йәшәүе ныҡ ауыр, бигерәк тә яңғыҙ ҡатындарға. Башҡарған эштең иҫәбе-һаны ла юҡ, аҡса эшләп байып китеү − һирәктәргә генә эләккән мөмкинлек. Шулай ҙа мин быны мыжыр өсөн яҙманым, әллә ҡайҙа ятып аҡыл һатыусыларға миҙалдың ике яғын да ҡарарға тәҡдим итеп кенә һөйләйем.
15 октябрҙә Халыҡ-ара ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнөн билдәләүҙәрен белеп ҡыуандым әле. Был көндө көҙөн билдәләп шәп иткәндәр. Был ваҡытта, исмаһам, мәшәҡәттәребеҙ саҡ ҡына булһа ла кәмеп ҡала. Күршеләрем менән уны билдәләп, матур ғына итеп йыйылып алмай булмаҫ.

Яңғыҙ ҡатындың һөйләгәндәрен
Лилиә СИРАЕВА яҙып алды.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»