RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Бер-береңде аңлап, татыу йәшәүгә ни етә”

18.10.2011 “Бер-береңде аңлап, татыу йәшәүгә ни етә”

“Бер-береңде аңлап, татыу йәшәүгә ни етә”
Ауыл осондағы ҡыҙыл кирбес йорт үҙенең күркәмлеге менән кешеләрҙең иғтибарын йәлеп итмәй ҡалмайҙыр, моғайын. Тирә-яғы төрлө сәскәләргә күмелгән өсөн генә түгел, ә тәҙрәләренән дә нур балҡыған кеүек тойола ул миңә. Миәкә районының Күл-ҡунҡас ауылында урынлашҡан был йортта Фазлиәхмәтовтарҙың бәхетле ғаиләһе йәшәй. Бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, үҙҙәренә бары тик татыулыҡты һәм тырышлыҡты ғына юлдаш иткән Борис Мәврүр улы менән Люциә Хәйҙәр ҡыҙы күгәрсендәрҙәй гөрләшеп донъя көтә.
Йорт хужабикәһе 28 йыл ғүмерен балалар уҡытыуға бағышлаған. Ул − башланғыс синыфтар уҡытыусыһы. Ауыл әллә ни ҙур түгел. Башланғыс мәктәптә уҡыусылар һаны ла бик аҙ булғанлыҡтан, барлыҡ синыфтарҙы ла уҡытыу Люциә Хәйҙәр ҡыҙының иңенә төшә. Иртәнән алып кискә тиклем мәктәптән ҡайта алмаһа ла, эшенә һис зарланмай тырыш уҡытыусы. Күрәһең, яратҡан һөнәр ялҡытмай, тигәндәре дөрөҫтөр.
Ысынлап та, эшенә бөтөн күңелен һала ул. Уҡыусылары ла остаздары өсөн өҙөлөп тора. Уларҙың район ғына түгел, ә республика кимәлендә үткән төрлө бәйге, олимпиадаларҙа еңеү яулауы, шулай уҡ йыл һайын августа районда үткән уҡытыусылар конференцияһында мәктәптең призлы урынға сығыуы ла − Люциә Хәйҙәр ҡыҙының тырыш хеҙмәте емеше. Рәсәй Федерацияһының Мәғариф министрлығы тарафынан бирелгән Маҡтау ҡағыҙы, шулай уҡ бихисап диплом һәм грамотаһы ла уның балаларға белем һәм тәрбиә генә түгел, ә йөрәк йылыһын да тигеҙ өләшкән уҡытыусы булыуына асыҡ миҫал булып тора. Ниндәй генә һорау менән мөрәжәғәт итһәләр ҙә, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған хөрмәтле уҡытыусыны ауылдаштары ауыл советы депутаты итеп тә һайлап ҡуйған. Был вазифаны ул инде ун йылдан ашыу башҡара. Әммә, ҡайҙарҙа ғына эшләп тә, ниндәй генә вазифалар башҡарһаң да, ҡатын-ҡыҙ өсөн иң мөһиме − ғаилә бәхете. Ә Люциә Хәйҙәр ҡыҙына был яҡтан да ҡарап һоҡланырлыҡ. Тормош иптәше Борис Мәврүр улы уға һәр ваҡыт, һәр эшендә ныҡлы таяныс. Ул мәктәп ҡаҙанлығында эшләй. Бик мәрхәмәтле, изге күңелле кеше. Шулай булмаһа, ағаһының балаларын ҡарап үҫтерер инеме ни?! Бәлә ағас башынан йөрөмәй, кеше башынан йөрөй, тигәндәре дөрөҫтөр. Люциә Хәйҙәр ҡыҙының да тәүге ире бик йәшләй генә фажиғәле рәүештә был яҡты донъянан китеп бара. Береһенән-береһе бәләкәй ике ҡыҙы менән яҙмыш ҡосағында япа-яңғыҙ тороп ҡалған йәш ҡатындың йөрәге шул мәлдә нимәләр генә кисермәне икән… Әммә иренең бер туған ҡустыһы Борис ағаһының ғаиләһен ситкә типмәй, уларҙы үҙ ҡанаты аҫтына ала. Туғандарын үҙ балаһылай ҡабул итеп, яратып үҫтерә, Люциә Хәйҙәр ҡыҙына ла һәр ваҡыт ярҙам итергә тырыша. Бергә ғүмер итеүҙәренә лә хәҙер 15 йыл үтеп киткән. Өлкән ҡыҙҙары Гөлназ быйыл тормошҡа сығып, кейәүҙәре Руслан менән Североморск ҡалаһында йәшәй. Ә Флүзә Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһын ҡыҙыл дипломға тамамлап, яңыраҡ ҡына эш башлаған. Үҙҙәре янында кинйә ҡыҙҙары Илһөйәр генә. Ул быйыл 9-сы синыфта. Ата-әсәһен ҡыуандырып, апайҙарына оҡшап, «бишле» билдәләренә генә өлгәшә. Балаларын да үҙҙәренә оҡшатып, аҡыллы, итәғәтле, әҙәпле, эшһөйәр итеп тәрбиәләгәндәр.
− ҡыҙҙарыбыҙ ҡоштар һымаҡ тирә-яҡҡа таралышып бөтөп бара. Әле генә бәләкәй инеләр. Ғүмер тигәнең бигерәк тиҙ үтә, − тип йылмая бәхетле атай-әсәй Люциә һәм Борис Фазлиәхмәтовтар.
Уңған ғаилә ихата тултырып мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай, баҡса үҫтерә. Бында, әлбиттә, балаларының да ярҙамы ҙур. Бәләкәйҙән эшкә өйрәнеп үҫкән ҡыҙҙар һис кенә лә ваҡыттарын бушҡа уҙғарырға яратмай. Мине шулай уҡ йорт хужаларының бик ҡунаҡсыл булыуы ла хайран итә. Уларға ҡайһы ваҡытта кемдәр генә килмәһен, һәр саҡ яҡты йөҙ менән ҡаршы алалар, өйҙәре бөхтә, һыйлы табындары ла гел әҙер була. Хужабикә, тәмле итеп бешеренеүҙән тыш, ҡул эштәренә лә маһир. Был һөнәрҙәрен ул ҡыҙҙарына ла өйрәткән. Шулай уҡ Люциә Хәйҙәр ҡыҙы туғандары, таныштары араһында оҫта телле ойоштороусы булараҡ та билдәле. Яҡындарының юбилейы, йә булмаһа, туйы икән, тамада ролен башҡара. Гармунда ла оҫта уйнай, хисләнеп китеп шиғырҙар ҙа яҙа.
Бөтә яҡтан да килгән был татыу ғаиләгә ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел. Фаз­лиәхмәтовтар кеүек бер-береңде аңлап, хөрмәт итеп йәшәгәндә генә татыулыҡҡа юл ярырға мөмкиндер. Ә бәхеттең нигеҙе бары тик татыулыҡта.

Юлиә ӘХМӘТЙӘНОВА,
БДПУ студенткаһы.
Автор фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»