RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Әле лә матурҙар, әле лә матур парҙар…

18.10.2011 Әле лә матурҙар, әле лә матур парҙар…

Хәйбулла районының Йәнтеш ауылында өс ғаилә алтын туйҙарын билдәләне
Әле лә матурҙар, әле лә матур парҙар…
Әҙәм балаһына бәхет өсөн әллә ни күп тә кәрәк түгел һымаҡ. Әммә һәр кешенең бәхете уның ғаиләһе, яҡындары, тормош иптәше, балаларына бәйле. Ни сәсһәң, шуны урыр­һың, ти халыҡ. Сәстәрен сәскә бәйләгән көндән алып матур донъя көтөп, ғүмер буйы ҡулға-ҡул тотоношоп, берҙәмлектә, татыулыҡта бәхетле ғүмер кисереүсе ғаиләләр­ҙе бәхетле тип нисек әйтмәйһең инде?!
Хәйбулла районының Йәнтеш ауылынан үҙҙәренең алтын туйҙарын билдәләгән өс өлгөлө ғаилә хаҡында һүҙем. Матур ғаилә – ил күрке, ти халыҡ мәҡәле. Ысынлап та, ҡасандыр ғүмер-ғүмергә бергә булырға ант итешеп, ярты быуат буйы тормош һынауҙарына би­решмәйенсә, пар кү­гәр­сендәрҙәй гөрләшеп йәшәгән был татыу ғаиләләргә ил күрке тип әйтмәү мөмкин түгел.
Вәғиҙә инәй һәм Фә­рит олатай Арыҫла­нов­тар үҙҙәренең ихласлығы, берҙәмлеге, эш­һөйәрлеге менән һоҡландыра. «Беҙ, Һабыр ауылы йәштәре, Йән­тешкә концерт алып килгәндә, олатайың килеп танышты ла, иртәгәһенә үк буласаҡ ҡайным, ҡайнағам һөйләшергә тип беҙгә килеп етте. Икенсе йомала уҡ никах уҡыттыҡ, − тип хәтер йомғағын тағатты инәй. − Тимерҙе ҡыҙыуында һуғыу хәйерлерәк, тигәндәй, Фәрит олатайың тәүәккәл, ҡыйыу булды». Улар икеһе лә ғүмер буйы колхозда эшләй. Береһе – малсы, икенсеһе быҙау ҡараусы булып «ҡыҙыл йондоҙ» колхозының алдынғы эшселәре рәтендә йөрөйҙәр. Фәрит олатай яҡшы эшләгәне өсөн «Коммунистик хеҙмәт алдын­ғыһы», Социалистик ярыш еңеүсеһе билдәһе, «Хеҙмәт ветераны», «Намыҫлы хеҙмәте өсөн» миҙалдарына лайыҡ була, Чехос­ловакияға экскурсияға ебәрелә. Икеһе лә әллә күпме иҫтәлекле бүләк, Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнә. Матур ғаилә әле лә ҡул ҡаушырып ултырмай: мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай, ихаталарында бер сүп күрмәҫһең, бөтә ерҙә тәртип, бөхтәлек.
Арыҫлановтар дүрт балаға ғүмер биргән. Әле уларҙың бөтәһе лә үҙ аллы тормош көтә. Бәхетле өләсәй һәм ҡартатайҙың һигеҙ ейән-ейәнсәре, өс бүлә-бүләсәре бар.
Әле лә матурҙар, әле лә матур парҙар…
Бер-береһенә һәр саҡ йылы һүҙҙәр әйтеп, яғымлы ҡараш ташлап, бер-береһен ҡәҙер-хөрмәт иткән, йәшәү йәмен тойоп йәшәгән был ағинәй менән аҡһаҡалға ҡарап һоҡланып туймаҫлыҡ.
Ғәрифә инәй менән Әхмәҙулла олатай Байғусҡаровтар ҙа ғүмер буйы колхоз эше өсөн янып йәшәгән кешеләр. «Малын да ҡараным, ярмаһын да ярҙым, быҙауын да ҡараным, һис эшһеҙ ултырманым. Колхоз ни ҡушһа, шуны үтәнек», – ти инәй. Ғаилә башлығы иһә йәйен − комбайнда, ҡышын трактор­ҙа эшләй. Олатайҙы «тимер­ҙең ҡотон ҡойоусы» тип йөрөтәләр. Ауылдаштары ла һәр саҡ уны техникаһын йүнәтергә саҡырыр булған.
Был татыу ғаилә һигеҙ бала тәрбиәләп, оло тормош юлына баҫтыра. Хәҙер улар ун туғыҙ ейән-ейәнсәрен ҡараша. Атайҙарынан күрмәксе, дүрт улы ла тракторсы эшен ярата. Техника ене ҡағылған, тиҙәр ундай кешеләр хаҡында.
− Ғүмер аҡҡан һыу кеүек, күҙ асып йомған арала үтә лә китә ул. Уны татыулыҡта, берҙәмлектә үткәреү мөһим. Аллаһы Тәғәлә ҡушҡанса, бер-береңде бәхетле, риза итергә ынтылырға кәрәк. Йәштәргә әйтер һүҙебеҙ шул, − ти һөйкөмлө пар. − Балаларыбыҙҙан ризабыҙ, Аллаға шөкөр. Һәр ҡайһыһы ихтирам итеп, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торалар, рәхмәт.
Рая инәй һәм Сәғәҙей олатай Билаловтар ҙа 50 йыл татыу ғүмер кисерә. «Беҙ бер генә күрешкәндән һуң өйләнештек. Хәҙерге йәштәрҙең никахһыҙ килеш ғаилә ҡороуҙы оҙаҡҡа һуҙып йөрөүҙәре яҡшы түгел. Эш оҙаҡ дуҫлашып йөрөүҙә түгел», − ти улар.
Береһе − репрессия ҡорбаны улы, икенсеһе Бөйөк Ватан һуғышы ҡорбаны ҡыҙы булараҡ, ситтән ярҙам көтмәй, үҙҙәре ең һыҙғанып донъя көтә башлай һәм йорт һалып сығалар. Олатай − урмансы, бригадир, ә инәй һауынсы булып эшләй. Биш бала тәрбиәләп, башлы-күҙле итәләр. «Үҙебеҙ уҡый алмағанға күрә, балалар уҡыһын, тинек. Бөтәһе лә юғары белемле, ҡайһыныһы ике-өс дипломлы», − ти, ҡыуанып, Рая инәй.
Әле лә матурҙар, әле лә матур парҙар…
Уңған ғаилә әле лә мал-тыуар, ҡош-ҡорт тота, баҡса тултырып емеш-еләк үҫтерә.
Билаловтарҙың йортонан кеше өҙөлмәй. Балалары, ейән-ейәнсәр­ҙәре килһә, өйҙәре гөжләп торған умартаны хәтерләтә. Бәхетле ҡартлыҡ кисерә улар.
«Бергә-бергә оҙаҡ ғүмер итеүҙең сере – бер-береңде ихтирам итеүҙә, кисерә белеүҙә. Тормош бит, төрлө хәл була. Шундай саҡта сабыр итергә кәрәк. Беҙ һынауҙарҙы намыҫ менән үткәрергә тырыштыҡ. Үҙебеҙҙе бәхетле тип һанайбыҙ, Аллаға шөкөр!» − ти күҙҙәрендә бәхет нуры сағылған инәй һәм олатай.
Эйе, йылдар ауырлығына бирешмәү, кәртәләрҙе, ҡаршылыҡтарҙы тәүәккәллек менән йырып сығыу, балаларын үҫтереп кеше итеү был өс ғаиләгә еңел булмағандыр. Әммә ауыр минуттарҙа бер-береһенә ҡарата ихтирам, һөйөү бирешмәҫкә, һынмаҫҡа ярҙам иткән уларға.
Ярты быуат буйы тормош һуҡмағынан бергә атлаусы өс ғаилә бөтәһенә лә оло үрнәк, ҡаһарманлыҡ өлгөһө булып тора. Илебеҙҙең күрке булырҙай шундай ғаиләләр күберәк булһын ине.
Айгизә Асҡарова.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»