НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Ҡыҙым менән нисек осрашырға?

Ҡыҙым менән нисек осрашырға?


Тормош иптәшем менән күптән айырылышҡанбыҙ, алты йәшлек уртаҡ ҡыҙыбыҙ бар. Ҡатыным бала менән аралашыу­ҙы тыя, миңә уны бөтөнләй күрһәтмәй. Нимә эшләргә?
Илдар Т.
Һорауға Баймаҡ районы прокурорының өлкән ярҙамсыһы Илшат РӘХМӘТУЛЛИН яуап бирә:
− РФ Ғаилә кодексының 66-сы статьяһына ярашлы, әгәр ҙә ҡыҙығыҙҙың психик һәм физик, әхлаҡи үҫешенә зыян килтермәһәгеҙ, уны тәрбиәләүҙә ҡатнашырға тулы хоҡуғығыҙ бар. Атаһынан (йәки әсәһенән) айырым йәшәгән бала менән аралашыуҙы бер ниндәй аңлатыуһыҙ тыйыу нигеҙһеҙ.
Илдар, баланың әсәһе менән аталыҡ бурысығыҙҙы үтәү тураһында яҙма рәүештә килешеү төҙөй алаһығыҙ. Әгәр ҙә уртаҡ фекергә килмәһәгеҙ, судҡа мөрәжәғәт итегеҙ. Опека һәм попечителлек органдары ҡатнашлығындағы суд хоҡуҡтарығыҙҙы яҡлар, бала менән осрашыу тәртибен билдәләр.
РФ Ғаилә кодексының үрҙәге статьяһында әйтелеүенсә, белем биреү, дауалау ойошмаларынан, халыҡты социаль яҡлау учреждениеларынан балағыҙҙың хәле, сәләмәтлеге, уҡыуы һ.б. тура­һында мәғлүмәт ала алаһығыҙ. Әгәр ҙә ҡатынығыҙ учреждение хеҙмәткәр­ҙәрен һеҙҙең балаға зыян килтереүегеҙ ихтимал тип киҫәткән осраҡта, улар мәғлүмәт биреүҙән баш тарта ала.
Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! Арағыҙҙа, хоҡуҡтарын белмәү сәбәпле, йыш ҡына сетерекле хәлгә юлығыусылар барҙыр, моғайын. Ауыр мәлдә ҡайҙа барырға, кемгә мөрәжәғәт итергә белмәй аптыранғанда, редакцияға проблемағыҙ хаҡында ентекләп яҙығыҙ. Тәжрибәле юристар уларға яуап бирер.
Һорауҙарҙы Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, 8-се ҡат, «Йәшлек» гәзите редакцияһына йәки электрон почтаға guzel_bikmetova@mail.ru ебәрегеҙ. «Хоҡуғыңды бел!» билдәһен ҡуйырға онотмағыҙ.

Гүзәл БИКМӘТОВА әҙерләне.

Сығыу ваҡыты 27-09-2011, 11:23 | Ҡаранылар: 1442
|
  • Балалар ниндәй хоҡуҡҡа эйә?
  • Атайҙар ҙа хоҡуҡлы
  • Яуап алғығыҙ килһә, исемегеҙҙе атағыҙ
  • Алло, һеҙҙе «Йәшлек» тыңлай!
  • Шаһиттарҙың ниндәй хоҡуҡтары бар?
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM