RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Тормош уларҙы һындырмаған

02.08.2011 Тормош уларҙы һындырмаған

Бөгөн ниндәй күңелле! ҡояш йылмая. ҡоштарҙың һайрауы тәҙрә аша хатта өйгә ишетелә. Матур, сыуаҡ иртәгә ҡыуанып, ашыға-ашыға тышҡа йүгереп сыҡтым. Бар тирә-яҡ йәмле, һоҡландырғыс... Иҫем китеп ҡарап торғанда, өй тәҙрәһе аша ҡарап ултырған Хәкимә инәй күҙемә салынды. Көн матур, аяҡ аҫты ҡоро булһа, йыш ҡына беҙгә килә торғайны. Әбей – яҡын ғына инәйем. Хәкимә инәйемдең һөйләгәндәрен ауыҙ асып тыңларға яратам. Әсәйем: «Ололар һөйләгәнде тыңларға ярамай», – тиһә лә, уның һүҙен ишетмәмеш булып, оло кешенең һөйләгәндәрен артабан да тыңлай торғайным. Хәкимә инәй үҙенең үткәндәрен бик ҡыҙыҡлы итеп һөйләй ине шул.
Күгәрсен районының ҡалдар ауылына килен булып төшкәндә ул бик йәш, матур ҡыҙ була. Ире менән татыу ғүмер итә башлайҙар. Бер-бер артлы балалары тыуа. Һуғыш башланғанға тиклем ғаилә күңелле, мул тормошта йәшәй. Инде өлкән улдары Рәйес ҡул араһына ла инә башлар... Бер көндө ҡот осҡос хәбәр тарала: «Һуғыш башланған!». Хәкимә инәйҙең иренә лә фронтҡа китергә ҡағыҙ килә. Ғаилә башлығы ишек алдында нимәлер эшләп йөрөй. Шул саҡ Рәйес һарай башынан:
– Атай, бына йомортҡа таптым! – тип ҡысҡыра. ҡулына ике йомортҡа тотҡан, үҙе сикһеҙ йылмая.
– Бына минең улым да ҙурайҙы, эшкә яраны, – тип ҡыуана атай. Был уның тыныс тормошта үткәргән һуңғы көнө була. Икенсе көндө уны фронтҡа оҙаталар. Ул кире әйләнеп ҡайта алмай.
«Балаларын берәм-берәм алдына ултыртып һөйҙө, иркәләне. Моғайын, үкенескә ҡалырын, уларҙы ҡабат күрә алмаҫын һиҙгәндер инде», – ти Хәкимә инәй, йәш сыланған күҙҙәрен һөртә-һөртә.
Колхозда үгеҙ менән ер һөрөү, урман ҡырҡыу, сәсеү, балаларҙы ҡарау – быларҙың бөтәһе лә һуғыш осоронда ҡатын-ҡыҙ иңенә төшкән йөк. Ошо эштәрҙең береһенән дә ҡалмай Хәкимә инәй. «Уңған, егәрле» тигән даны тарала. Атайымдың өләсәһе Зарифа Мәхмүтова менән дуҫ булалар. ҡайғы уртаҡлашалар, еләк-емешкә, урман эшенә, сәсеү-тырмаға бергә йөрөйҙәр.
Ауырлыҡтарға бирешмәгән Хәкимә инәй иңенә яҙмыш тағы ла һынауҙар һала: ике йәшлек кенә ҡыҙы янып үлә.
– Әллә ни эшләп тышта боҙ ҡуптарып, оҙаҡлап киттем. Өйгә инһәм, балам ялпылдап иҙәндә янып тора. «Балаҡайым!» – тинем дә өҫтөн ҡулым менән һыпырған булдым. Усаҡтағы ут күлдәгенең итәгенә тоҡанған да киткән. Үҙем белгәнсә дауаланым, кеше итергә тырыштым. Яралары уңалып, шәбәйеп кенә бөткәйне, әллә ни эшләп үлде лә ҡуйҙы, – тип хәтерләй инәй.
Бәлә өҫтөнә бәлә – фронттан иренең һәләк булыуы тураһында «ҡара ҡағыҙ» килә.
Күңелемә Хәкимә инәй һөйләгән тағы ла бер ваҡиға һеңеп ҡалған: ауылдағы бер еңгә тейешле кешеһе уны колхоз баҫыуына барып, арыш башағын ҡайсы менән ҡырҡып алып ҡайтырға ҡоторта. Әммә бер аҙ ҡырҡҡас, улар баҫыу ҡарауылсыһы ҡулына эләгә. ҡатындарҙы колхоз кәнсәһенә килтерәләр һәм башаҡтарҙы үлсәйҙәр. Һаламы менән бергә өс килограмм! Балалары ас, ҡараусыһыҙ ҡалыуға ҡарамаҫтан, уларҙың икеһен дә Мораҡтағы төрмәгә алып китәләр. Был ваҡытта Хәкимә инәйҙең ҡулында ире һуғышҡа киткәс тыуған ҡыҙы ла була. Уға ни бары өс-дүрт кенә ай. Шул сабыйы менән төрмәгә оҙаталар. Унда китер алдынан улы Рәйесте күршеһенә ҡалдыра. Ике тоҡ картуф, өс кәзәһен дә уға бирә.
ҡатын Мораҡ төрмәһенән ноябрь айында Мәләүез төрмәһенә ебәрелә. Асыҡ машина башында тотҡон ҡатын-ҡыҙҙар, улар араһында – балаһын шәлгә төрөп тотҡан Хәкимә инәй. Рашҡы яуа, юл насар, машина әкрен бара. Ярай әле балаһын өшөтмәй, ауырытмай Хәкимә инәй.
– Мәләүез төрмәһендә бер нисә ай ултырғас, мине, ғәйепһеҙ тип һанап, ҡайтарып ебәрҙеләр. Юл буйына берсә илап, берсә йырлап, йәйәүләп ҡайттым.
«Әгәр ошо төрмәнән иҫән-һау сыҡһам, төрмәлә ғазап сиккән кешеләргә бер кәзәмде салып (ҡорбан итеп) бешереп ашатыр инем», – тип әйтеү әйткәйнем. ҡайтыу менән бер кәзәмде һуйып, һалма ҡырҡып, Мәләүезгә киттем. Төрмәлә аш бешереп, ит өләшеп, нәҙеремде үтәнем», – ти Хәкимә инәй. Ул оҙаҡ йылдар фермала һауынсы булып эшләй, балаларын үҫтерә.
Ғәйепһеҙгә төрмәгә эләгеп, ғазап сиккән, ауыр һуғыш мәлендә илгә һаулығын, йәшлеген биргән тағы бер инәйҙе беләм. Ул – Бикбулат ауылынан Зөһрә Иҫәнгилдина. Ун алты ғына йәшлек ҡыҙыҡай ФЗО-нан ҡасҡан өсөн төрмәгә эләгә. 1946 йылға тиклем Магнитогорск ҡалаһында юл һалыу эшендә эшләй. Йыр-моң уның берҙән-бер юлдашы була. Әле лә ҡайһы бер йырҙарын күҙ йәштәре аша һамаҡлай:
Анау килгән машинаға
Тейәгәндәр ҡолаҡсын,
Беҙгә килгән дошмандар
Йәһәннәмгә олаҡһын.

Төрмә, төрмә, тип әйтәләр,
Төрмәгә һыйыр япмайҙар.
Алтын-көмөштән ҡәҙерле
Мылтыҡ менән һаҡлайҙар.

Беҙҙең ятҡан төрмәнең
Аҫты тимер, өҫтө таш.
Төрмәләрҙә йөрөгән саҡта
Ни күрмәне ғәзиз баш.

Эйелмәле, бөгөлмәле
Төрмәләрҙең баҫҡысы.
Сылт-сылт итеп бикләп китә,
ҡулдарында – асҡысы.
Эйе, ауыр һуғыш йылдары, ғәйепһеҙгә төрмәгә ябыуҙар, ауырыу, ҡайғы-хәсрәт инәйҙәр­ҙең һаулығын ҡаҡшатҡан, йәшлеген урлаған, әммә рухын һындырмаған.
– ҡайғы, ҡайҙа бараһың?
– ҡартайырға барамын, – тип йырлай Хәкимә инәй.
ҡартаймағыҙ, тормош ауырлыҡтарына бирешмәгеҙ, инәйҙәрем!
Гөлназ ВӘЛИТОВА,
БДПУ-ның 2-се курс студенты
.

Күгәрсен районы,
ҡалдар ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»