RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Ғүмер буйы иремә рәнйеп йәшәйем»

23.10.2018 «Ғүмер буйы иремә рәнйеп йәшәйем»

«Ғүмер буйы иремә рәнйеп йәшәйем»
йәки Ауырыу ҡатын кемгә кәрәк?

Сәймә апай менән осраҡлы ғына танышып киттек. Көн аша ейәнен бейеү түңәрәгенә йөрөтә ул. Ике сәғәтлек дәрес үткәнен көтөп, беҙҙең йорт янындағы эскәмйәлә ултыра. Бер көн шулай ямғырлы көндә тышта өшөп тормаһын, тип подъезға инеп торорға тәҡдим иттем. Шулай итеп танышып, һөйләшеп киттек. Хәҙер йыш ҡына өйҙә булған сағымда ул минең фатирға инеп ултырып тора.
Ул ҡыҙы Фәниәнең балаһын ҡараша. Бер ай кейәүе вахтала булғанда – Өфөлә, ул ял иткәндә үҙ ауылына ҡайтып йәшәй. Ҡыҙын декрет ялына ла сығарып тормаған, өс айҙан уҡ бала ҡарау хәстәрен үҙ өҫтөнә алған: “Квартираларына – ипотека, машиналарына кредит түләйҙәр. Бала ҡарарлыҡ ҡына хәлем бар, ярҙам итәйем әлегә,”– ти ул. Тәүге осорҙа уның ире юҡ икән, тип уйлай инем. Сөнки кем ҡатынын дүрт йыл буйы айлап Өфөлә һалып ҡуйһын? Ир бит ул 60 йәштә лә ир булып ҡала: иғтибар ярата, артынан бала кеүек ҡарарға кәрәк. Әммә осраҡлы ғына Сәймә апайҙың телефондан һөйләшеүен тыңлап, теге оста ире яуап биргәнен аңлап ҡалдым.
– Юҡ, был ялда ҡайтып булмаҫ. Ҡоҙағый ауырып киткән дә, Фәниә шунда барып киләм, ти ине. Нисек инде ауырыу кеше янына бала менән барһын? Беренсенән, инфекция йоҡтороуы бар. Икенсенән, йорт тирәһендә ярҙам кәрәкһә, ул бала менән нисек эш эшләһен? Ярай, мыжыма, йәш саҡтағы һөйәркәләреңдең береһен саҡыр. Ашын да бешерһендәр, күңелеңде лә күрһендәр. Бөтөнләйгә йәшәргә ҡалһалар ҙа ризамын!
Башҡа саҡта иплелеге, тыныслығы менән һоҡландырған апайҙың ғүмер иткән ире менән ҡаты һөйләшеүе аптырашҡа ҡалдырҙы. Араларында һөйөү генә түгел, хатта ихтирам тигән тойғоноң да юҡлығын аңланым. Ул көндө Сәймә апай артыҡ асылып китмәне, бары тик сираттаға килгәнендә генә ул үҙ тормошон бәйән итте.
– Ирем менән ҡауышҡанға быйыл 36 йыл булды, шуларҙың күбеһе минең өсөн тамуҡҡа тиң. Шул тиклем рәнйешем көслө, хатта күҙҙәренә ҡарай алмайым. Һөйләшкем дә килмәй. Шуға күрә, балаларға ярҙам итәм, тигән һылтау менән һуңғы һигеҙ йылда Өфө менән ауыл араһын тапайым. Тәүҙә оло ҡыҙымдың улын ҡараштым. Кейәү менән айырылғайнылар, ҡайтмай унда йәшәнем. Хәҙер инде бына Фәниәнең улын ҡарашам. Бәхетемдән кейәү вахта ысулы менән Себерҙә эшләй. Бында булһа, ике бүлмәле фатирҙа гел минең йөрөүемде теләмәҫ ине.
Кейәү ҡайтып, минең иңдән мәшәҡәт төшһә, ауылға ҡайтып, йорт тирәһен йыйып, йыуып китәм. Әммә ен кеүек күргән иремдең янында ай буйы ятырға түҙемлек етмәй. Йә Баймаҡта йәшәгән апайыма, йә Салауат ҡалаһындағы тол ҡалған әхирәтемә, күп осраҡта оло ҡыҙыма барам. Бер нисә тапҡыр дауаханаға ятып, һаулығымды нығыттым, шифаханаға ла барып килдем. Ирем янына ҡайтмаҫ өсөн сәбәп табылып тора.
Ғәлим менән беҙ яратышып, ике йыл дуҫлашып йөрөп өйләнештек. Ҡәйнә йортонда һәүетемсә генә йәшәп киттек, бер-бер артлы ике ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Олоһо әллә ниңә тынысһыҙ булды, төндәр буйы илап сыға торғайны. Уны бәүетеп ултырған ерҙән үҙем йоҡлап китәм. Ҡайһы саҡта таң алдынан шул тиклем арыйым, иремде уятып, баланы уға тотторам. Тәүге осорҙа өндәшмәй ине, тора-бара ризаһыҙлыҡ күрһәтә башланы, талаш-тартыштар күбәйҙе. Үҫә килә бер аҙ тынысланды ул, әммә сабый бала, ҡарап өлгөрмәһәң, гел эш боҙорға ғына тора бит. Йә кәрәк нәмә менән уйнап, ҡайҙа етте шунда ташлап китә, йә йыуған иҙәнде тапай. Мин быларға артыҡ иғтибар итмәһәм дә, ғаиләлә яңғыҙ бала булып, һәр саҡ тәртиптә, тәмле-татлы ризыҡтар ғына ашап, иркәләнеп үҫкән иремә оҡшамай ине. Лилиәгә дүрт йәш тула тигәндә Фәниәмде таптым. Мәшәҡәттәр артты, балаларҙың сыр-сыу килгән тауышына башым ауырта, тип ҡәйнәм дә ишек алдындағы бәләкәй йортҡа газ үткәреп, айырым сыҡты. Үҙемсә тыныс ҡына йәшәгән кеүекмен, ашарға әҙерләйем, балаларҙың өҫтө йыуылған, баҡса сәселгән. Әммә Ғәлим һәр саҡ бәйләнергә сәбәп тапты.
Бала имеҙгәс, һиҙмәй йөрөгәнмен, өсөнсөгә ауырға ҡалғанмын. Белгәндә өс айҙан ашҡайны. Ауыр булһа ла табырға ҡарар иттем. Әммә ирем ҡәтғи булды: “Бер туҡтауһыҙ бала табып, өйҙө сусҡа фермаһы итәһеңме? Былай ҙа ҡараға ҡатып йәшәп ятаһың. Тағы ла бер бала тапһаң, бөтәгеҙҙе лә бергә тейәп, атай-әсәйең янына алып барып ташлайым! Иртәгә үк барып алдыр!” Күпме генә илап ялбарһам да, балалар бер-бер артлы үҫеп китһә, таҙалыҡ та, тәртип тә буласағын аңлатһам да ишетергә теләмәне. “Килен булып төшкәнең бирле бер тин аҡса тапҡаның юҡ. Ә минең эш хаҡы балаларҙан үтмәй. Минең дә башҡалар кеүек машина алғым килә! Ана, Әхмәт иҫкерәк булһа ла трактор алды, рәхәтләнеп ағасын да, бесәнен дә ташый. Ә мин, ғаилә аҫрайым тип, һаман колхозда бил бөгәм!”
Барлыҡ тормошомдоң аҫты өҫкә әйләнерен белһәм, ул баланы табыр инем. Әсәйемдәр, моғайын, үҙ балаларын урамда ҡалдырмаҫ ине әле. Әллә табип тәжрибәһеҙ булды, әллә үҙемдең организм көсһөҙләнгәйнеме, аборттан һуң өҙлөктөм. Бер-бер артлы дүрт операция үткәрҙем, ҡан алырға ла тура килде. Бер мәл реанимация бүлегендә ятҡанда, йәнемдең түшәм бейеклегенә күтәрелгәнен тойҙом. Имеш, тәҙрә туҡмайым: “Асығыҙ форточканы! Минең һауаға осҡом килә!” Наркоздан һуңғы галлюцинация булдымы был, әллә ысынлап үлем хәленә еткәйнемме, белмәйем. Ни ҙә булһа, дүрт ай ҙа 12 көн тигәндә, ҡоро һөлдәгә ҡалып, бәғерем ҡатып, йәшәүҙән төңөлә яҙып өйгә ҡайттым. Ике яҡтан килеп һыйынған ҡыҙҙарымды ҡосаҡлап, сеңләп илап ебәрҙем. “Эй, Хоҙайым! Ошо сабыйҙарымды етем итмә. Уларҙы үҫтергәнсе һаулыҡ бир!”– тип ялбарам.
Үҙенең үҙ һүҙле холҡо, эгоизмы менән ошо көнгә төшөргән Ғәлимгә бик оҙаҡ ирей алманым. Тик артабан йәшәргә кәрәк, асыу һаҡлап ултырып булмай. Теште ҡыҫып булһа ла сабыр итергә тырыштым. Тик дүрт операция үткәргәндән һуң мин байтаҡ ваҡыт эйелеп иҙән дә йыуа алмай йөрөнөм. Бер тапҡыр ашарға бешерергә һыу индерәйем тип тулы биҙрәне күтәргәйнем, ҡабат дауаханаға эләктем. Иң ғазаплағаны ирем менән түшәк бүлешеү булғандыр. Төн аша тигәндәй яҡынлыҡ теләгән иремде күрә алмаҫлыҡ хәлгә еттем. Һыҙланыуҙар, ауыртыуҙар йышайҙы. “Мнимый ауырыу” тигәнде ишеткәнең бармы? Мин шул тиклем уны теләмәгәс, моғайын, аңым организмға сигнал биреп, булмаған ауырыуҙар барлыҡҡа килә башлағандыр тим. Ни булһа ла, мин иремә башҡаса ир итеп ҡарай алманым. Әллә миңә үс итте, әллә дәрте шулай ашып торҙомо, дүрт йылда Ғәлим минең менән аралашып йөрөгән 11 ҡатын менән йөрөп сыҡты. Былары – мин белгәндәре генә.
Эсергә лә әүәҫләнеп алды. Бер көн, былай үҙемде лә, иремде лә яфалап йәшәмәҫкә, айырылырға ҡарар иттем. Әммә ҡәйнәм ҡаршы сыҡты: “Мин дә ир менән йәшәнем. Ауырыһам да, ауыр булһа ла түҙҙем. Ярты ауыл ирҙәре йөрөй, кем уны сәбәп итеп айырыла? Китер булһаң, мәңге риза булмайым! Мине илатып китһәң, бәхет күрермен, тип уйлама!”
Хәҙер аңлайым, ул мине лә, ейәнсәрҙәрен дә түгел, улы менән донъяһын ҡайғыртҡан. Йөрөмтәл йә эскән ҡатынға өйләнеп, улының тамам юлдан яҙыуына шулай кәртә ҡуйҙы ул. Бер өй эсендә, ике күңел бер һағыш булып, айырым-айырым донъя көттөк. Иң ҙур хатам – шул саҡта айырылмай ҡалыуым. Гел генә күрә алмау хистәре менән тешләнеп йәшәү, кире тойғоларҙа йөрөү, өйҙәге талаш-тартыш һаулығымды бөтөрҙө. Ауылдағы ҡатындар менән асыҡтан-асыҡ йөрөй башлағас, ҡыҙҙарымдың да атайҙарына ҡарата ихтирам тойғолары юғалды. Өфөгә уҡырға ингәс: “Бергә китәйек, бында ҡалма”, – тип күпме инәлделәр! Әсәйемдәр ҙә, айырылһын, тип тырышҡандарҙыр инде, ҡартайған көндәрендә тинләп йыйған аҡсаларына яҡындағы ҡаланан миңә фатир һатып алып бирҙеләр. Әммә мин генә үҙемде язалауҙы дауам иттем.
Бары тик туғыҙ йыл элек, инсульт кисергәс кенә ғүмеремдең бушҡа уҙып барыуын аңланым. Етмәһә, эсеп алған Ғәлим дә уйындағын әйтеп ташланы.
– Үҙең бит йәбешеп йәшәп ятаһың! Киткән булһаң, күптән икенсегә өйләнер инем. Өрмәй ҙә, ебәрмәй ҙә, тигәндәй, ни үҙеңә юҡ, ни кешегә. Мин ир кеше, иркәләнгем, яратылғым килә! Ғүмер буйы ауырыу буламы?
– Минең һаулығымды кире ҡайтар! Яратырмын да, иркәләрмен дә, өрмәгән ергә лә ултыртмаҫмын! Һинең һүҙеңде тыңлап, ошо көнгә төштөм. Үҙ балаңды үлтергән хәшәрәт һин!
– Һинең сырхау булғаныңа мин ғәйеплеме? Ана, һәр бисә йыл һайын тигәндәй аборт яһата. Береһе лә һинең кеүек эшкинмәйем тип ултырмай. Дәрттәре ташып тора!
Әйберҙәремде алдым да, ҡыҙҙарым янына сығып киттем. Тәүге осорҙа депрессияла йөрөнөм, яйлап-яйлап кеше араһына сыҡҡанғамы, еңеллек килә башланы. Тәүҙә кафела, яҡындағы магазиндарҙа иҙән йыуҙым. Аҙаҡ аҡса кәрәккәс, Мәскәү ҡалаһына барып эшләп ҡайттым. Хәҙер инде, Аллаға шөкөр, Лилиә ҡыҙым, яңғыҙ булһа ла фатир һатып алды. Фәниәнең ире арыу. Минең ярҙамға мохтаж түгелдәр. Киреһенсә, бала ҡарап яфаланма, няня яллайбыҙ, тиҙәр. Сит кешенән ҡаратҡансы, үҙем ҡарайым.
Тәүҙә илай-илай һөйләгән Сәймә апай, ейәндәрен иҫенә төшөргәс, күңеллеләнеп китте.
– Ә ирегеҙ ҡабат өйләнмәнеме һуң?
– Бер нисә ҡатын менән йәшәп ҡараған, буғай. Эскән ир кемгә кәрәк инде? Етмәһә “перспективаһыҙ”, – Сәймә апай көлөп ҡуйҙы.– Ҡәйнәм бит беҙгә әйтмәйенсә йортто Лилиә исеменә күсергән. Пенсияһы ла артыҡ маҡтанырлыҡ түгел. Ҡартая килә ирлек дәрте лә һүрелгәндер. Һәр хәлдә өс йыл элек ҡайтып йөрө, тип шылтырата. Ауылда бит туғандары ла ҡалманы. Эскән сағында ул-был булмаһын тип шылтыратып торам, һирәкләп ҡайтып, бер аҙ аш-һыу йүнәтеп китәм. Эй йүгергеләгән була янымда, эй ярарға тырыша. Әммә нисек кенә теләһәм дә, рәнйешем кәмемәй. Ғәфү итә алмайым мин уны...

Гөлдәриә ВӘЛИТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»