НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Ҡартлыҡ бәхеттәре кемгә насип?

Ҡартлыҡ бәхеттәре кемгә насип?


Ҡартлыҡ бәхеттәре  кемгә насип?
Бөгөн – Лидия Степановнаның вафат булған көнө. Ғаилә карабының тормош диңгеҙендәге тәүге тулҡындарынан уҡ емерелеүен ауыр кисергән ауыл ҡатынын, йәғни мине үҙ фатирына һыйындырған әбей ине ул. Ислам динендәге кеше булараҡ, сиркәүгә барып шәм дә яндыра алмайым, биргән саҙаҡаларым да ҡабул булмаҫ. Яҡты хәтирәләр менән генә иҫкә алыу, рәхмәт һүҙҙәрен әйтеү, бәлки, уға ожмах ишектәрен асыр...
...Лида әбейҙең фатирында иң бәләкәй бүлмәгә урынлаштым. Аҡса яғы самалы булғас, иҫке обойҙары ҡуба башлаған стеналарға, буяуы уңған иҙәнгә иғтибар итмәҫкә тырыштым. Йөкмәп килгән мөлкәтем шкафтың ике кәштәһенә һыйҙы. Бер урынлыҡ карауатҡа яттым да, ауыр уйҙарға сумдым. Артабан нисек йәшәргә? Яңы тормошто нимәнән башларға? Дөм-ҡара кеүек тойолған донъяла бер генә лә нур ҡалмаған кеүек ине. Ә йәшәргә кәрәк, Аллаһы Тәғәлә биргән ғүмерҙе әрәм үткәрге килмәй.
Тәүге аҙна эш эҙләү, тапҡас, яңы урынға өйрәнеү менән тиҙ генә үтеп киткәндәй тойолдо. Бер аҙ яйға һалына башлаған тормошҡа шөкөр итә-итә йома кисендә, тәүге тапҡыр ашарға бешерергә уйлап, аш-һыу бүлмәһенә сыҡтым. Заманында бик яҡшылап яһалған ремонт, зауыҡлы гарнитур, уның төҫөнә тап килгән пәрҙәләр һәм һауыт-һабаны күреп аптырап ҡалдым. Пакеттағы ризыҡтарҙы урынлаштырырға һыуытҡыс­ты асҡас, ундағы бушлыҡҡа икенсегә аптыраным. Иң өҫкө кәштәлә алма һуты һәм аҡ күмәс кенә ята ине. Һуған менән кишерҙе, төрлө тәмләткестәрҙе йәлләмәй һалып тауыҡ ҡыҙҙырҙым, ҡарабойҙай бутҡаһы бешерҙем. Аҙна буйы аслы-туҡлы йөрөү ялҡытҡайны, тиҙ генә краб таяҡсаларына ҡыяр ҡушып салат та эшләп алдым. Батмусҡа тәрилкәләр теҙеп торғанда яныма Лидия Степановна сыҡты:
– Тәмле еҫтәр сығарып нимә бешерҙең?
– Тауыҡ менән ҡарабойҙай. Әйҙәгеҙ, һеҙгә лә һалып бирәм.
– Рәхмәт, баш тартмайым. Бөгөн аяҡтарым һыҙлап торғас, магазинға сыға алманым.
– Һеҙ алдан әйтегеҙ нимә алырға икәнен, мин алып ҡайтырмын.
– Мин ни, көн һайын “Пышка”ла йәки “Ассоль” кафеһында төшкө аш ашайым, кискелеккә өйгә алып ҡайтам. Мин бит манный бутҡаһы һәм бәрәңге иҙмәһенән тыш бер нәмә лә бешерә белмәйем.
Икенсе көн туҡмаслы ашымды, өсөнсөһөндә бауыр менән быҡтырылған бәрәңгене ашап ҡараны ла, Лида әбей миңә көтөлмәгән тәҡдим яһаны:
– Фатир хаҡын 1,5 мең һумға кәметәм, әгәр ҙә һин аҙнаһына бер тапҡыр минең бүлмәләрҙе лә йыйыштырһаң һәм көн һайын ашар­ға бешерһәң. Ризыҡ алған сығымды яртылаш бүләбеҙ, тик тауар чектарын миңә күрһәтә бараһың.
Был миңә, яңы эшкә урынлашып, аҡсаны нисек ай аҙағына еткерергә белмәй ултырған кешегә, күктән төшкән бәхет ине. Шулай итеп, фатир хужабикәһенең ашнаҡсыһына әйләндем. Әйтергә кәрәк, еңел булманы был эш. Колхоз рәйесенең иркә ҡыҙы булған, ғүмере буйы магазин директоры булып эшләгән әбей бик наҙлы һәм мыжыҡ ине. Шулай ҙа, тамаҡ тамуҡҡа төшөрә тигәндәй, аҡса етмәһә, әллә ниндәй һөнәрҙе лә үҙләштерәһең икән ул. Бергәләшеп сәйҙәр эсә торғас, мин Лидия Степановнаның ғибрәтле, бәхетһеҙ тормошо хаҡында ла белдем. Хәйер, ул үҙенең ни тиклем бәхетһеҙ икәнен аңланымы икән?..
Иглин районының элекке баяры Степан ҡарт власть үҙгәреүен һиҙеү менән яңы тормош башлай. Байтаҡ малын, умарталарын һатып, аҡса итә лә ныҡлы йәшерә. Шулай ҙа ике ат, 12 һыйырын биреп колхозға инә. Һуғыш башланып, ирҙәр яуға киткәс, уны рәйес итеп ҡуялар. Ул буй етеп килгән ҡыҙҙарына һуғыш йылдарында ла, унан алда ла ауыр эш күрһәтмәй. Берҙән-бер көндө ҡыҙмаса булып ҡайта ла, өсөһөнә лә үҙ теләктәре менән шәфҡәт туташтары булып яуға китергә ғариза яҙыр­ға ҡуша. Үлемдән ҡурҡып илаған ҡыҙҙарына был ҡылығын шулай аңлата:
– Һеҙ уҡығансы, һуғыш яланына барып еткәнсе Гитлер еңеләсәк. Ә һеҙ, унда ҡатнашыусылар булараҡ, малда-майҙа ғына йәшәрһегеҙ!
Ысынлап та, Лида әбей һуғышты күреп өлгөрмәй. Бары тик совет һалдаттары ятҡан Польша госпиталендә бер йыл эшләп, тыуған яҡтарына ҡайта. Әммә хәрби билетында 1945 йылдың 16 апрелендә һуғыш­ҡа оҙатылды тигән мисәт булғас, ул ғүмер буйы ветеран льготаларын файҙаланып йәшәгән. Беҙҙең олатайҙар белмәгән закондарҙы өйрәнеп, юғары белем дә, бушлай фатир ҙа алған, йыл аша шифаханаларҙа ял иткән. 2000 йылдарҙа ла түгел, ә үткән быуаттың 60 – 70-се йылдарында уҡ. Ире һуғыш яраларынан мандый алмайынса, бик иртә вафат булған. Дүрт йәшлек улы менән тол ҡалған ҡатындың тормошо артабан кәйеф-сафа ҡороп үтә. Атай йортонда төпләнгән, кейәүгә сыға алмай ҡалған Мария апаһы Иванды башлыса үҙе аҫрай. Һәр каникул башланыу менән килеп ала, иртәгә уҡырға тигән көндө алып килә. Ялдар нимә менән, нисек үтеүе әсәй кешене ҡыҙыҡһындырмай. Ресторандарҙа туҡланған, һәр кис һайын театрға, концерттарға йөрөгән ҡатынға бала артыҡ йөк кенә була. Һөйәрҙәр ҙә йыш алмашына. Шуғалыр ҙа 6-сы класҡа улын Мәскәү ҡалаһындағы интернатҡа уҡырға бирә.
Мәскәүгә машина менән Лидия Степановнаның шәхси шоферы алып барырға тейеш була. Иван, киткеһе килмәйенсә, аҡырып илай, әсәһенән ауылға, инәһе янына, ҡайтарыуҙы ялбара. Тик быныһы уны ишетергә лә теләмәй, сумаҙанын ҡулына тоттороп, машинаға сығарып ебәрә. Хатта оҙатып та бармай, унда барыһы ла һөйләшелгән, ҡаршы алыу, урынлаштырыу хәл ителгән. Шулай итеп, баланың ҡышы – Мәскәүҙә, йәйҙәре ауылда үтә. Һәр ҡайтҡаны һайын өр-яңы кейемдәр алып бирә лә, юлына, кеҫә сығымдарына аҡса тоттора ла, шуның менән тәрбиә эше тамамлана әсә кешенең. 10-сы класты бөткәс, егет Силәбе металлургия институтына уҡырға инә. Ә күп тә үтмәй, яратҡан инәһе фажиғәле рәүештә һәләк була. Был уның өсөн һуңғы тамсы була, буғай: тамам тәртиптән яҙа. Эсеп һуғышҡаны өсөн уҡыуынан ҡыуылғас, әсәһе янында ҡалырға теләмәйенсә, ауыл­ға, инәһенең өйөнә, ҡайтып китә. Йәш ҡыҙ баланы көсләргә маташҡаны өсөн Иванды ҡулға алғас ҡына Лида үҙенең балаһы барлығын иҫенә ныҡлап төшөрә. Дөрөҫөрәге, иҫләргә мәжбүр итәләр. 70-се йылдар, идеология көслө заман. Хөкөм ителгәндәрҙең туған-тыумасаһы етәксе булып эшләй алмай, партиянан да сығарыуҙары бар. Был инде рәхәт тормоштоң юҡҡа сығыуы тигән һүҙ. Таныштары, дуҫтары аша һөйләшеп, Иванды әрме хеҙмәтенә ебәреп ҡотола был бәләнән. Быларҙы миңә фатир хужам менән 46 йыл күрше булып йәшәгән Вәсилә инәй һөйләне.
Иванға әрме килешә, бер аҙ аҡыл­ға ултырып ҡайта. Әммә эскеһенә баш була алмай. Әсәһе үҙ магазинына рәсми рәүештә эшкә урынлаштыра, дөйөм ятаҡтан бүлмә алып бирә лә, тағы улы барлығын онота. Хатта кәләш алырға теләген әйткәс, туй үткәреп тормай. Эскән ир янында, ғәҙәттә, арыу ҡатын тормай. Был осраҡта ла шулай була. Ирле-ҡатынлы эскәс, ғаилә тормошо алға бармай. Бер-бер артлы тыуған өс бала ла йүнле тәрбиә күрмәй. Олоһо ауырыу булып тыуа, алты йәше тулыу менән махсус интернатҡа урынлаштыралар. Иван 45 йәшкә лә етмәйенсә, урамда эскән килеш туңып үлә. Ҡатыны бәлиғ булмаған балаларын өләсәләренә килтереп ҡалдыра ла, икенсегә кейәүгә сыға.
Аҡсаға мулығып йәшәгән Лидия Степановна балаларға ике бүлмәле фатир алып биреп башҡа сығара ла, 18 йәштәренә тиклем ҡараусы ҡатын яллай. Мин бергә торған осор­ҙа ейәнсәрен бер тапҡыр ҙа күрмәнем. Ә ейәне Вадим ай һайын пенсия көнөндә килеп, биш мең һум аҡса алып китә торғайны. Хәл белешеү ҙә, һөйләшеп ултырыу ҙа юҡ, әйтерһең дә, ике сит кеше. Аҡса тигәндәй, Лида әбей уны ғәләмәт яратты. Һаран түгел, ә шулай ҙа аҡсаға табынған кеше. Пенсия һәм минең фатирға түләү көндәрен һанай-һанай көтөп ала, ҡағыҙға уларҙы нимәгә тотонорға икәнен яҙа. Көтөлмәгән сығым барлыҡҡа килһә, ҡат-ҡат күпме аҡса түләүен һөйләп ала. Әммә бер ваҡытта ла яҡшы ризыҡҡа аҡса йәлләмәне.
Фатир хужам көн һайын өс-дүрт телеканалдан киске “Яңылыҡтар” тапшырыуын ҡарай ине. Бер шулай Еңеү байрамы көнөндә тыуып үҫкән ауылына ҡунаҡҡа ҡайтырға булғас, тапшырыуҙы миңә ҡарарға ҡушты: “Ҡадиров тигән банкирҙы милиция тотманымы икән, шуны ҡара”, – тине ул миңә. Баҡһаң, ул заманында йыйған аҡсаһын тотошлайы менән “Восток” банкына һалған булған. 62 мең һумы, ваучеры менән юҡҡа сыҡҡан Рәфис Ҡадировты хоҡуҡ һаҡлау органдары эҙләр, табыр һәм мөлкәтен кире ҡайтарыр, тип өмөтләнеп йәшәгән икән Лида әбей.
80 йәшен үткәргән әбей шап-шаҡтай ине әле. Тик бәлә аяҡ аҫтында ята икән: урам аша сығып барғанда тайып йығылып, ҡаты имгәнде. Түшәктә дүрт кенә көн ятты. Һурпа эсерергә ингәс, миңә: “Бөгөн 22-һеме әле? Иртәгә пенсия килтерәләр, ишек асырһың, йәме. Өс көндән һинең дә фатирға түләр ваҡытың етә”, – тип хәбәр ҡушты. Көткән кешеһен күрмәйенсә, әйтер васыятын әйтмәйенсә йән бирә алмай ятҡандар тураһында ишеткәнем бар ине. Пенсия көнө аҡса алыр­ға килгән ейәнен оҙата сыҡҡас, мин унан телефон номерын һораным. “Күреп тораһың, өләсәйеңдең хәле ауыр. Бер-бер хәл булһа, хәбәр итермен”, – тигәс, ул иң тәүҙә: “Васыятнамә яҙҙымы икән, һиңә өндәшмәнеме?” – тип һораны.
Аҙаҡ асыҡланыуынса, әбей аҡсаһын түшәк аҫтына йыйған булып сыҡты. Һуңғы юлға оҙатырға килеүселәр 300 мең һумдан ашыу сумманы ейәндәренә тотторҙо. Ә фатир закон буйынса улының өс балаһына бүленә, тинеләр. Интер­нат ҡарамағында булған Романдың өлөшөн нимә эшләтәләр, фатирҙа кем йәшәйәсәк, ҡыҙыҡһынып торманым. Түләгән айым тамамланыу менән икенсе фатирға күстем.
Нисек кенә булмаһын, ҡартлыҡ бәхетенән мәхрүм булған Лидия Степановна миңә йәл ине. Бала сағы – бай атай, йәшлек йылдары, хеҙмәт юлы – юғары вазифала, уйын-көлкөлә үтһә лә, ҡартлығы аяныслы уның. Әсәйемдең, өләсәйемдең, балаларым, ирем, туғандарым, тип өҙөлөп йәшәүен күреп үҫкән миңә уның холҡо аңлашылып етмәне, ҡабул итә алманым, әлбиттә. Әммә үҙемдең хәбәрҙәрем, йылы аштарым менән әҙ генә булһа ла көндәрен биҙәргә тырыштым. Тик ул барыбер ҙә пенсия аҡсаһын нығыраҡ көттө. Улының төҫө булған ейәненә оло мөхәббәт булып, биш мең һумлыҡ өлөш сыға ине. Айына бер тапҡыр...

Гөлдәриә ВӘЛИТОВА.

Сығыу ваҡыты 12-08-2018, 07:00 | Ҡаранылар: 354
|
  • Мәскәү модаһы беҙгә лә еттеме?
  • Уның ғүмере – үҙе бер быуат
  • Йәш ҡыҙҙан… ир тауышы сыға
  • Кредит түләй алмай ҡаңғыраһығыҙмы?
  • Банка эсендәге аҡса мутлашыусылар табышына әйләнә
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Ҡолаҡ һал!
  • Организм нимә хаҡында иҫкәртә?
  • Монафиҡ (Хикәйә)
  • Тыуған ауылына рәхмәтле йырсы
  • Оҙаҡ йәшәүҙең туғыҙ сере
  • Үткәндәргә илаулап, бөгөнгөһөн юғалта күрмәгеҙ
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.08.2018)
  • Вниманию зарегестрированнх кандидатов, избирательных объединений, на выборах депутатов Государственного Собрания – Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (20.07.2018)
  • Ҡартлыҡ бәхеттәре кемгә насип?



  • Радио Юлдаш FM