RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ашыҡтырма, яҙмыш...

21.06.2018 Ашыҡтырма, яҙмыш...

Ашыҡтырма, яҙмыш...
...Күҙенә аҡ-ҡара күренмәй йүгерҙе лә йүгерҙе Зилә. Ҡайҙа йүгерә, ниңә йүгерә, аңламай ҙа ине шул. Уф, Аллам, ошондай мәсхәрәле хәлде күрермен, тип бер ҡасан да уйламаны бит, исмаһам! Унан да аҡыллы, изге йән юҡ кеүек ине бит!
Ә бөгөн... бөгөн уны йәшен уғы ергә ҡуша һуҡтымы ни, ауыртыуҙарына, йәне һыҙланыуға түҙә алмай, үкһеп-үкһеп иланы ла иланы...
Аңына килгәндә, йылға ярында ята ине.
...Уй, Аллаҡайым, ни эшләнем мин, кеше күреп ҡалмаһа ярар ине!
Ояты ни тора! «Үҙ күҙҙәрең менән күрмәйенсә ышанмаҫһың да, һөйләп тә тормайым», – тигәйне шул үрге ос «һайыҫҡан» Зәлифә уға. Бына инде күрҙе, үҙ күҙҙәре менән шул өйгә инеп барғанын күрҙе. Ярай әле уны шәйләмәне, юғиһә, ҡайтып тағы ла «разборка» яһар ине! Бына ул ни өсөн донъяға һыймай икән! Хәҙер уға иркенлек кәрәк, ҡасан теләй – шул ваҡытта сығып китер өсөн. Их, бала берәү саҡта башын йырыр кәрәк булған да бит. Үкенестәр үҙәктәргә үтте, әллә ниндәй мәхшәрле көн булды инде бөгөн...
Ниңә улай төшөнкөлөккә бирелдем әле, әйтерһең дә, бер минең генә ирем йөрөймө ни?!
Ана, күршеһе Зифаны ғына алайыҡ... Ире ғүмер буйы ситтә йөрөй, хатта йәшәй ҙә шикелле. Ул иргә ҡул һелтәне, буғай. Иҫе лә китмәй гөрләтеп донъя көтә. Улының туйында ҡайта һалып, эргәһендә пар булып ултырып киткән, тиҙәр. Оятһыҙ!
Ә мин шул Зифанан кәмме ни, бөгөн үк башҡасараҡ йәшәй башлаясаҡмын, минең дә кәм ерем юҡ әле! Мин дә кеше, минең дә намыҫым бар!
Зилә ошо уйҙарынан арына алмай, көнө буйы план ҡорҙо.
Иң алда берәй яҡҡа ял йортона барып тынысланып алайым, унан инде күҙ күрер. Бәлки, ҡыуып та сығарырмын. Мир бөтмәһә – ир бөтмәҫ, тиҙәр бит.
...Бына шулай ошо ял йортона килеп сыҡты ла ул.
Тәүге көндәрҙә ситтә генә, яңғыҙ ҡалыуҙы хуп күрҙе. Элекке сағы иҫенә төштө Зиләнең. Ул бит шиғыр яҙа ине. Дәфтәр-ручка һатып алғас, бүлмәһендә төндәр буйы яҙҙы, яҙҙы... Тик шиғырҙары ла эс бошорғос, күңелһеҙ тонда яҙылды, ә был оторо уның асыуын ҡайнатты, күңелен ҡайтарҙы.
Ә бер көндө ашханаға барғанда бер ҡатын: «Ни эшләп улай гел яңғыҙ йөрөйһөң ул? Бында тиҙ генә иптәш табып булалыр, моғайын!» – тине. Нимәгә ишара иткәндер, был хаҡта уйлап торманы. Кешелә ни эшем, минең бит әле ир ҙә бар. Тағы ла ояты ни тора, ирең була тороп, әстәғәфирулла тәүбә!
Киске аштан һуң тағы ла шул бисә янына сәрелдәп килеп баҫты.
– Әйҙә, кис ҡырын бер йөрөп әйләнәйек.Минең дә әлегә бер танышым да юҡ. Эс боша ла китәсе, йәштәштәр ҙә күренмәй был юлы...
Юҡ, тип әйтә алманы Зилә. Бер йөрөп әйләнгәндән ни булыр тиһең, тип, процедураларын алып бөткәс, тышҡа сыҡты.
Һөйләшеп ҡуйғандай, күрше апай ҙа килеп сыҡты. Эй, матур итеп кейенгән, буянырға ла йыбанмаған!
Шулай һөйләшеп, танышып китте улар. Әңгәмәсем шаян ғына, күңелле апай булып сыҡты. Әлдә таныш­ҡан, юғиһә, ял бөткәнсе һарыға һабы­шырһың!
Яйлап-яйлап апай үҙ тормошон бәйән итте. Иртә тормош башлаған. Ике балаһы бар. Матур йәшәй башлауҙары хаҡында ҡат-ҡат ҡабатланы. Аҙаҡ көрһөнөп ҡуйҙы. Баҡтиһәң, уны ире ташлап сығып киткән икән, ярты йыл элек кенә. Тик ул һис бирешкәнгә оҡшамаған. Ә мин...
Миңә сират еткәс, тормошомда барыһы ла ал да гөл, тип алданым.
Ә ни эшләп әле тәү осраған кешегә данымды һатырға тейешмен?!
Хәлемде һөйләүҙән генә күңелем булмаҫын аңлап та өлгөрҙөм инде.
Аҙна тирәһе шулай кистәрен сығып йөрөнөк. Өйрәнеп тә киттем шикелле. Ҡайғылар ҙа баҫыла төштө.
Ә бер көнө киске аштан һуң ҡаршыма һомғол буйлы ир сығып баҫты.
– Ғәфү итегеҙ, компания өсөн генә әҙерәк туҡтап китә алмаҫһығыҙмы икән, мин көнө-төнө яңғыҙ ятып арыным. Һөйләшер кеше лә тапмайым. Гел мәрйәләр икән бында. Үҙ телемдә рәхәтләнеп аралашҡым килгәйне...
Шулай танышып киттек беҙ уның менән. Һөйләшергә әүәҫ булып сыҡты яңы танышым.
– Исемем Нурфәиз. Ғүмерем буйы балалар уҡыттым.
Исеме лә йылылыҡ, нур бөркөп торғандай тойолдо миңә.
– Гел йөҙөгөҙ бойоҡ күренә, сәбәбен белгем килә, ауырһынмаһағыҙ...
Берәй нәмәгә борсолаһығыҙҙыр, ахыры.
Һөйләргәме-юҡмы тип, бер аҙ икеләнеп тә торҙом. Уның ҡараштарындағы ихласлыҡ, ихтирам тойоуҙан асылып киттемме – эсемә йыйылғандарҙы бер тына ла һөйләп тә бирҙем. Күҙҙәремдән сөбөрләп аҡҡан йәштәрем бар һағышым, әрнеүҙәрем йыуылып төшкәндәй булды.
Оҙаҡ ҡына тып-тын бер һүҙһеҙ иҫен йыя алмай торҙо ул.
Шул кистә яңы танышым үҙе менән булған күп ваҡиғаны һөйләне.
Уның кисергәндәрен роман итеп яҙырлыҡ икән!
Ул да йәшлеге менән бер ҡатынға әүрәй яҙа. Ярай әле иптәш егете күҙен аса. Күп ирҙең тормошон болғап өлгөрөүен дә уның аша ғына белдем, тине ул һүҙенең аҙағында.
Ә миңә ашыҡмаҫҡа, балаларымдың атаһын асыу ҡатыш ҡыҙып китеп ташламаҫҡа кәңәш бирҙе. Хатта миңә әйткән һүҙҙәре һаман да хәтеремдә. Тиккә генә Хоҙай был ир затына тап иттермәгәндер ул...
– Һеҙ – ҡатындар, ситкә йөрөгән ирҙәргә үҙегеҙ «йәшел юл» асаһығыҙ! «Һул»ға йөрөүен белһәгеҙ, иң беренсе һүҙегеҙ: «Йәшәмәйем! Айырылам!» була. Ашыҡтыраһығыҙ яҙмышығыҙҙың финалын күрергә. Улай ярмай! – тип кәңәш бирҙе яңы танышым.
Ысынлап та, ниңә мин иремде сит ҡатынға бирәйем, ти! Бирәсәк тә түгелмен! Ғәзиз балаларымды атаһынан айырып, уларҙы атайлы етем итеп! Йүнле ҡатын булһа, үҙ ирен ир итеп йәшәр ине! Йыйған малымды, донъямды туҙҙырып, айырылырға ла йыйынмайым!
– Үҙ иреңдең абруйын төшөрөп, үҙеңде кәмһетеп, урамға сығып һөйләйһе булма! Дошмандарыңды ғына ҡыуандырасаҡһың! – тине ҡат-ҡат.
Ысынлап та! Бына бит ниндәй аҡыллы ирҙәр була донъяла!
Бик аҡыллы һүҙҙәр әйтте Нурфәиз миңә. Ике генә йәшкә оло булһа ла, йөҙ тапҡыр аҡыллыраҡ булып сыҡты.
«Ашыҡтырма мине, яҙмыш!» – тип бар донъяға яу һалып ҡысҡырғым килде. Ашығыуҙар хаталарға юлыҡтыра, ти торғайны әсәйем дә.
Оҙаҡ уйланып йөрөп, ҡаты ҡарарға килеп ҡайттым ял йортонан. Һәм тап Нурфәиз әйткәнсә эшләнем дә. Әмәлгә ҡалғандай, көндәшем менән һыуға китеп барышлай бер һуҡмаҡта осраштыҡ.
– Ярай әле кеше юҡ ерҙә генә осраның. Йөҙөңдө әҙәм алдында йыртырға ине уйым. Ауылда бар халыҡ һуҡыр, йә һаңғырау булып бөткән, тип уйланығыҙмы?! Ҡайҙа барһаң да һеҙҙе һөйләйҙәр. Ярай, һинең ирең юҡ, ә уның ғаиләһе – ике балаһы бар икәнен онотма!
Минең һинән кәм ерем бармы, ни эшләп әле балаларымдың атаһын – иремде һалдырып алырға уйлап киттең?! Мин маңҡа ҡыҙ түгел һиңә – ғаиләмде тарҡатырға бирмәйәсәкмен!
Нурфәиздең әйткән һүҙҙәренең береһен дә төшөрөп ҡалдырмаҫҡа шул тиклем тырыштым, хатта көндәшемдең биҙрәләрен, көйәнтәһен ырғытып, уттан ҡасҡан кеүек атылып, үкереп илай-илай күҙ алдымдан тайғанын ғына күреп ҡалдым.
Рәхмәт яуһын ошо аҡылды өйрәткән ир-уҙаманға! Бик шәп килеп сыҡты үҙемсә. Бик ҡәнәғәт булып, оло эш башҡарғандай хис иттем үҙемде. Кәңәшкә мохтаж саҡтарыңда күңелеңде генә тыңлаһаң да, күпте күргән сит кешенең әйткәндәре ике юл сатында аҙашып ҡалғанда, тормошҡа икенсе күҙлектән ҡарарға ярҙам итә икән.

Илһамлы Нур.

Әбйәлил районы,
Асҡар ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»