НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Рәзиләгә кейәү эҙләү


Рәзиләгә кейәү эҙләү
Бер әхирәтте, Рәзи­ләне*, быйылдан да ҡалмай кейәүгә би­рергә ниәтләп, уға ныҡлап тотондом. Юғиһә, тамам рәхәт йәшәүгә күсте бит. Эштән ҡайта ла, ашарға бешерһә бешерә, бешермәһә – ҡаты-ҡото менән генә тамағын туйҙыра ла, ин­тернет­ҡа сума. Уның ҡарамаған сериалы ҡалмаған, уйнамаған уйыны юҡ. Ҡолаҡ итен ашаусы, ойоҡбаштарҙы теләһә ҡайҙа бәреүсе, нервыларында уйнаусыһы юҡ­лығы менән маһайып, етмәһә, шул турала беҙгә, кейәүҙәгеләргә, һөйләпме-һөйләй. Эсте ҡыҙҙыра, бер һүҙ менән әйткәндә. Ярай, минең балалар өлкән булғас, ситтә уҡығас, әллә ни ҡыҙыҡмайым, ә “әсәлек капиталы”нан ятып ҡалмайым, тип өлтөрәп, йәһәт кенә тағы ике бала табып алған Зилә – бәләкәстәренән тәүлек әйләнәһенә тиерлек бушамаған, йоҡоһо ла туймай, аҡсаһыҙлыҡтан да интегеп, ирен игәп интеккән кесерәк әхирәтебеҙ – ихлас көнләшә. Зиләне йәлләп, Рәзиләне тиҙ арала кейәүгә бирергә кәрәклеген уйланым да инде. Әхирәтебеҙ, яңғыҙ тормоштоң ләззәтен ауыҙ һыуын ҡоя-ҡоя маҡтаһа ла, берәй шәп ир менән таныштырам һине, тигәс, шундуҡ һикереп тә төштө: “Әйҙә һуң! Миңә кейәү табып бирешһәң, туйҙың иң түренә ултыртасаҡмын!” “Шәп ир” ту­раһында әйтеүен әйттем дә, таныш ир-егеттәрҙе барлағас, араларында кәрәкле йәштәге буйҙаҡтарының аҙлығына аптырап, юғалып ҡала яҙҙым. Йүнле ир затының барыһы ла тиерлек күптән өйләнешеп, бала-сағаланып бөткән – һәр береһенең шәжәрә ағасын йәмләп, суҡ-суҡ булып малайҙары, ҡыҙҙары үҫә. Әллә ни йүнле булмаған ирҙәренә лә ҡатындарҙың йәбешеп ятҡанын иҫәпләгәндә, һайларға кеше лә ҡалмаған кеүек. Шулай ҙа боронғо бер таныш иптәште социаль селтәрҙә эҙләп табып, ҡылын тартып ҡарағас, кандидатураһы тура килгәндәй тойолдо. Хәмитте өркөтөп ҡуймаҫ өсөн (ир заты “өйләнеү” һүҙенән уттан ҡурҡҡандай ҡурҡа бит), ниәтемде алдан белдереп торманым. Уның менән редакцияға барышлай ғына сауҙа йортонда осрашырға һүҙ ҡуйыш­ҡас, әхирәт менән эйәртенешеп Өфөгә юлландыҡ. Үҙемә ҡалһа, уларҙы таныштырыр­ға ла, икеһен бергә ҡалдырып, тайырға ине уйым. Тәғәйен ваҡыттан алдараҡ баш ҡалаға барып етеү менән, Рәзилә, бәлки, кейәү ҡулы тейер, тигән йәшерен өмөттәр бағлап, үҙенә матур күлдәк эҙләп йүгерҙе, мин “кейәү балаҡайҙы” көтөп ултырып ҡалдым. Уныһы һөйләшкән ваҡытҡа ла түгел, һуңлабыраҡ килде. Һаулыҡ һорашып ауыҙын асҡайны ғына, шайтан һыуының һаҫыҡ еҫе танауға килеп бәрелде.
– Әллә эскәнһең? – тинем кәйефем ҡырылып.
– Эйе, әҙерәк бар, – тип күҙен йыл­тыратты.
– Бер ҙә әҙерәккә оҡшамаған, ай-һай, күберәктер, – тип, Рәзиләнең номерына смс-хәбәр яҙып ебәрҙем: “Ашыҡмаһаң да була, “кейәү” – иҫерек”. Яуап, илаған йылмайсыҡ менән ҡуша, көттөрмәйсә килде: “Миңә тигәндә шул инде ул”. “Кейәү бала­ҡайға” көйөп ҡараным:
– Ә мин һине шундай шәп ҡыҙ менән таныштырырға уйлағайным...
– Әлдә эсеп килгәнмен, сөнки бер кем менән дә танышҡым килмәй, – тимәһенме! – Ҡатынымдан айырылғанға тиҫтә йыл, бер үҙем йәшәп өйрәнгәнмен, хәҙер, алтын бирәбеҙ, тиһәләр ҙә, ҡабаттан ЗАГС-ға инә торғаным да юҡ.
Ҡырҡты аша атлаған Хәмит яңғыҙы оҙаҡ йәшәп ташлаған икән шул. Үҙе ашарға бешерә, үҙе керен йыуа, үҙ аҡсаһын үҙе тотона – ҡатын-ҡыҙға хәжәте лә ҡалмаған бисараның. Гүзәл заттың наҙы кәрәкмәйме ни һуң, тиһәм, уныһын табыу проблема түгел, ти: “Ирҙән айырылған ҡатындар менән донъя тулған”. Өмөттәрҙе аҡламаған иптәште һүгер ҙә инем, ғәйебе лә юҡ кеүек. Эскән кешеләрҙе бөтөнләй яратмағас, тиҙерәк хушлашып китә башлағайным, әле генә тайырға торған һалмыш ир ҡайтыуын онотоп, арттан эйәрҙе:
– Мин бит тәүге ҡараштан уҡ буласаҡ ҡатыныма ғашиҡ булып, мәжнүнгә әйләнеп, өйләнгәйнем, шул тиклем иҫем китеп яраттым, хатта уның үҙемде һөймәгәнен дә аңғарманым. Ә уға мин дә, һөйөүем дә кәрәкмәгән, баш ҡалала прописка, торлаҡ һәм кәйеф-сафа ҡороу ғына кәрәк булған, имеш. Тәүҙә атай-әсәйемдәрҙә йәшәнек. Даими пропискаға ҡуяйыҡ, тип инәлһәм дә, әсәйем уны ваҡытлыһына ғына индер­ҙе. Әсәйемә үпкәләһәм дә (сөнки кәләш миңә үсекте), һуңынан дөрөҫ эшләгән икән, тип ҡуйҙым. Ярты фатирҙы һыпырып тартып алырға ла күп һорап тормаҫ ине ул. Бала табырға уйламаны ла. Әйҙә, айырым сыҡҡансы үҙебеҙ өсөн йәшәп алайыҡ, тигәс, ризалаштым. Әй, ул ни тиһә лә, риза инем. Бөтәһе лә миңә көнләшә, мине күрә алмай­ҙар, коллектив алама, тип эшенән сыҡты ла, өйҙә ятты. Клубтан клубҡа йөрөү алдан оҡшағандай тойолһа ла, һуңынан ялҡытты. Бер яҡтан аҡсаны еткереп булмай, икенсе яҡтан, арыта, йоҡо туймай. Атайға барыбер ине, ә әсәйем түҙмәне. Ике ҡатын араһында китте ыҙғыш, иреш-талаш. Кәләшем, әсәйең мине һыйҙырмай, тип илағас, атай-әсәйемдән аҡса алып, фатир яллап, күсендек. Айырым сыҡҡас, үҙгәрер, тигәйнем дә... Телевизор ҡарап, өйҙә генә ял итәйек, тиһәм, кәләш, дүрт стенала ултырыр өсөн тыумағанбыҙ, тип мине һылап-һыйпап йоҡлата ла, кейенеп-яһанып сығып китә бер үҙе. Ирмен дә, асыуланһам, тубыҡланып йөрөп, ҡулдарымды үбеп, ғәфү үтенә. Килештерә белде инде. Үҙгәрергә һүҙ бирә. Ләкин күп тә үтмәй, шул уҡ хәл тағы ҡабатлана. Бер көндө артынан эйәреп төнгө клуб­ҡа барғайным, күҙ менән ҡаш араһында юҡ булды. Телефонына шылтыратһам – һүндергән. Урт сәйнәп, ҡайтһын ғына, иманын уҡытырмын, тип ярһыным. Ә ул ҡунырға ҡайтманы... Һуңынан эштән ҡайтыуыма унан да, кейеменән дә елдәр иҫкәйне. Мин икенсе кешене таптым, тигән яҙыу ҡалдырған, йәнде үртәп. Шундай ҡыйын булды. Ун көндән шылтыратты (шуғаса телефоны гел һүнек торҙо). Тоноҡ ҡына тауыш менән, ни хәлдәһең, тип һорағайны, иренем дә төштөм. Беҙҙе, ирҙәрҙе, көслө зат, тиҙәр, әммә һөйгәндәребеҙ алдында аҡылды ла, ихтыяр­ҙы ла юйып, иҫәргә, балауыҙға әйләнәбеҙ. Кире ҡайтыуын үтендем. Һүҙемде йыҡмай, ҡайтты. Һине юрый алданым, хис-тойғоларыңдың ысынлығын, көсөн тикшереп ҡарағым килде, әхирәтемдә йәшәнем, тигәс, ышандым. Һинән бала тапҡым килә, тигәне бигерәк күңелемә ятты. Тик ярты йылдан тағы өйҙән сығып китте – шул арала шымтанлап сит ил паспортын эшләтеп өлгөргән. Һәм әллә кемгә тағылып, Таиландта бер айҙай йөрөп ҡайт­ҡас, һиңә хыянат итмәнем, ни бары етеш тормоштоң нисегерәк икәнен белгем килде, тип аңлатты. Ниһайәт, магазинға һатыусы булып эшкә урынлашты. Күрше йортта йәшәгән ир менән сыуалышҡанын белгәс, әйберҙәремде йыйҙым да, һыҡраған йөрәкте йоҙроҡҡа йомарлап ҡыҫып, атай-әсәйемдәргә ҡайттым. Аҡса эшләй башланы, берәй нисек йәшәр әле, тинем. Юғиһә, ошоға тиклем, мин ҡайҙа барайым, мине бер тинһеҙ урам­ға ҡыуаһыңмы, тип илаһа, гел дә йәлләй торғайным. Шул ваҡыттараҡ өләсәйем вафат булды. Ул бер бүлмәле фатирын миңә, яратҡан өлкән ейәненә, вариҫлағайны. Был турала ишеткән ҡатыным шунда уҡ килеп етте. “Һинән ауырға ҡалғанмын, беҙ бит законлы ир менән ҡатын”, – тигәс, алама ҡылыҡтарын кисереп, йәшәргә лә индергәйнем, әсәйем уны пырылдатып, һепертке менән (ысын, ысын!) ҡыуҙы. Айырылышырға ғариза яҙғас, кәләшем өләсәйемдең фатирына булашырға маташып ҡараны. Ярай ҙа, уға бер ни тәтемәне. Ауырлы ла булмаған икән, мин йүләрҙе алдаған. Ана шунан һуң ғаилә ҡороуҙан төңөлөп, башҡаса һис ҡасан өйләнмәҫкә үҙемә һүҙ бирҙем.
Артымдан бер тотам ҡалмай яҙмышын бәйән итеп, ә шулай ҙа берәйһенә ғашиҡ булһам, бәлки, яңынан бәхетемде һынап ҡарармын, тип мыңғырлаған ирҙән саҡ ҡасып ҡотолдом. Ул арала Рәзилә мине эҙләп табып, Хәмиттең арҡаһын күреп өлгөрҙө:
– Һәләк күркәм генә түгелме?! – тауышындағы өмөт...
– Алкаштарға ғына көнөң ҡалмағайны, – уны ҡултыҡлап арыраҡ алып киттем.
– Эсеүен ташлатырға ла булыр ине, – һаман артына башын борҙо.
– Һинең ише өмөтләнеп, өмөттәре селпәрәмә килгәндәр, беләһеңме, күпме? Иҫәпһеҙ-һанһыҙ! Йүнлерәген табырбыҙ.
– И-ий, ҡайҙан уны табаһың, – тип көрһөндө Рәзилә. – Шундай матур күлдәк алғайным.
– Кейеп туҙҙырырға яҙһын. Күңелеңде төшөрмә, табасаҡбыҙ! Интернет аша эҙләп ҡарайыҡ.
– Хәҙер... шунда миңә һалып ҡуйғандар, ти, ирҙе.
Асыуым да килмәһә, көнө-төнө бала-саға кеүек интернетта уйын уйнап ултырғансы, ир эҙләһә, күптән табыр ине. Үҙе лә бигерәк моңһоҙ. Шул турала әйткәйнем, яратманы:
– Оялмай, ир эҙләп ултырмам инде, – танауы тамам һәленде.
– Уның ниндәй ояты булһын? Һәр тере зат үҙ ишен табырға ынтыла.
Социаль селтәрҙәрҙә танышыу төркөмдәре туп-тулы. Әллә ниндәй шиклеләренә туҡталмай, үҙ еребеҙҙәге, үҙ телебеҙҙәгеләрен лупа менән тигәндәй тикшереп, һөҙгөс менән тиерлек һөҙөп ҡарап сыҡтыҡ. “Танышайыҡ Башҡортостан” ҡыҙыҡ­һындыр­ҙы. Шунда фотоңды ҡуй, тим, Рәзиләгә. Ҡуйсы, кеше көлдөрөп, тип ҡулын һелтәп ҡарыша:
– Бында гел йәштәр.
– Булһын, төркөмгә яҙылыусылар араһында өлкәнерәктәр ҙә күренгеләй...
Юл буйына өгөтләй торғас, Рәзиләнең кирелеге һынды, шикелле.
– Шул төркөмдә танышып, ғаилә ҡороу­сылар булдымы икән? – тип әйтеп ҡуйҙы.
– Хәҙер белешәбеҙ уны, – тип, шунда уҡ төркөмгә яҙҙым. Яуап биреүсе булманы. Төн уртаһында кем яҙһын инде?! Имен-һау ғына ҡайтып етеп, икенсе көн сәхифәмә инеүем булды, тиҫтәләрсә ир-егеттән танышырға тәҡдимдәр яуырға тотонмаһынмы! Шаңҡып, һәр береһенә хәлде аңлатып яҙа-яҙа арманһыҙ булдым. Баҡтиһәң, минең һорауым аҫтына фотом­ды ла ҡуйғандар, һәм ир-егеттәр яҙыуҙы ла уҡымай, тиҙерәк танышырға ашыҡҡан. Аҙаҡ күбеһе: “Кем уның яҙыуын уҡыһын?!” – тип көлә-көлә ғәфү үтенде. Ҡайһы берҙәре, мине һәйбәт кенә, матур ғына ҡыҙ менән таныштыр әле, тип быуынға төштө. Һөйкөмлө күренгәндәрен шунда уҡ Рәзиләгә күрһәтәм, башҡа яңғыҙаҡ әхирәттәргә лә өлөш сығарам. Уларҙың береһе, һинең арҡылы әллә күпме кеше менән танышып, ә үҙем генә яҙышып, аралашып алдым, тип көлдө: “Тик барыһы ла йәштәр шул. Миңә өлкәнерәктәр кәрәк ине”. Ялҡауы килмәй, ул егеттәрҙе йәш әхирәттәре менән таныштырҙы. Шулай итеп, Рәзиләгә ир эҙләгәндә башҡа гүзәлдәрҙе лә ҡыуандырып ҡуйҙыҡ. Рәзилә иһә ҡыҙыу ғына бер ир менән хатлаша башланы. Бер аҙнанан: “Ул килә!” – тип, сәсе үрә торҙо:
– Ни эшләйем икән? Минең фатир йөҙ йыл ремонт төҫөн күрмәгән!
– Килһә, унан ремонт эшләтерһең, – тинем бошмай. – Булдыҡлымы-түгелме икәнен күрерһең.
– Эйе шул, ҡунаҡ кешенән эш эшләтеп тормам.
– Бер көн – ҡунаҡ, икенсе көн – муйнаҡ. Һин, ремонт, тип баш ватма, үҙеңде ҡара. Ирҙәрҙең күҙҙәре менән яратҡанын онотма.
Рәзиләгә ҡайғырырға етә ҡалды: сәсемде ни эшләтәйем, керпектәрҙе үҫтертәйемме, тырнаҡтарымды ниндәй төҫкә буяйым, тип аптыранды:
– Ҡорһағымды хәҙер бер нисек тә кәметеп өлгөрмәҫмендер ул?
Көҙгө алдына баҫып, эсен эскә тартһа ла, ҡорһағы барыбер кәпәйеп торған әхирәтте тынысландырҙым:
– Былай ҙа матурһың. Гүзәл кешегә бөтә нәмә килешә. Кейәүгә сығып, иргә ярайым тип, саба башлаһаң, күҙ асып йомғансы ябығырһың.
Баныу ҠАҺАРМАНОВА.
*Исемдәр үҙгәртеп алынды.
(Дауамы бар).


Ир-егеттәр күҙҙәре менән яратһа ла, уларҙың матурлыҡ стандарттары төрлө-төрлө икәне бары­һына ла мәғлүм: кемдеңдер Тургенев тибындағы баҫалҡы, нескә ҡыҙҙарға һушы китә, кемдер сабып барған атты туҡтатҡан сая ҡыҙға ғашиҡ була, берәүҙәр Памела Андерсондыҡы кеүек күкрәктәре ташып торғандарҙы оҡшата, икенселәр түше усҡа ғына һыйғанды ярата, бер егет оҙон буйлы ҡыҙҙарҙы үҙ итһә, икенсе азамат уны аттай күреп, уймаҡтай ҡыҙға өҫтөнлөк бирә... Йәғни ир-егет затының туҡһан проценты хыялында «зәңгәр экран»дарҙа балҡыған «йондоҙ»ҙар менән роман булыштырыуҙан баш тартмаһа ла, ысынбарлыҡта эргәһендә йөрөгән уртаса, ябыҡ, һимеҙ, оҙон, тәпәш, шаян, уҫал, телсәр, шымыҡай, ябай, сәйер, ялҡау, егәрле, һылыу, шаҙралар менән дуҫлаша, уларға ғашиҡ була, ғаилә ҡора, һәм был йәһәттән һәр силәккә үҙ ҡапҡасы табыла. Ныҡлап эҙләгәндә, әлбиттә. Ҡасан мине шахзадам эҙләп табыр икән, тип көтөп ултырмай, ҡаршыһына барғанда, кейәүгә сығыу мөмкинлеге күпкә арта һәм тиҙәйә. Рәзиләгә ошо турала ихласлап хәбәр һатҡан булам, ә унда минең теория ҡайғыһымы? Көҙгө алдында бер алдын, бер артын тәнҡит күҙлегенән ҡарап, тикшереп, килһә, нимә ашатайым, нимә эсерәйем, ҡайҙа һалып йоҡлатайым, тигән һорауҙарға яуап эҙләне:
– Ой, ҡосаҡлашырға, үбешергә ынтылһа, ни эшләргә икән?
– Һин, Рәзилә, үбешергә яҙһын, тип өмөтләнеп әйтәһеңме әллә, яҙыҡ юлдан Аллам һаҡлаһын, тип ҡурҡыпмы? – әхирәттең тел төбөн аңламайыраҡ ҡалдым. – Үҙең ҡарар­һың, һиңә ун һигеҙең биш былтыр тулған, бәлиғ булғанһың, ата-әсәң алдында, үбештем, тип отчет тотаһы түгел. Күңелең ятһа, маңлайыңды ҡуяһыңмы, уң яҡ битеңдеме, һул яғынмы, әллә ирендәреңдеме – үҙ мәйелеңдә, ә оҡшамаған ир ҡулдарына ирек бирергә маташһа, ирендәрен һонһа, уҡлау менән бәргелә лә сығар.
– Һинән булыр ул, минән – юҡ, йәлләйем ирҙәрҙе, – Рәзилә үҙ ҡиәфәтенән ҡәнәғәт­һеҙлек кисерҙе. – Һинең менән йүгерһәм ни булған, ошоғаса ҡорһағымдан ҡотолор инем.
Шул ваҡытта “Бәйләнештә” Әлфиә исемле йәш ҡатындан хәбәр килде: “Һеҙ эҙләгәйнегеҙме сайт аша танышып, ғаилә ҡороусылар­ҙы? Беҙ – ирем менән шулар­ҙың береһе”. Ҡыуанып, Әлфиәне һорауҙар менән күмеп ташланым. “Мин сәхифәмдә “әүҙем эҙләүҙә” тигән статус ҡуйҙым да, “Танышайыҡ Башҡортостан”ға иғлан яҙҙым, – тип һөйләне Әлфиә. – Бер егет гел дә яҙҙы ла, яҙҙы, ә мин уға яуап бирмәнем. Ләкин ул мине барыбер яулап алырға тырышты, танышыу ниәтенән кире ҡайтманы, һәм мин бер көндө уға яуап яҙҙым. Шулай итеп аралаша башланыҡ. Ул мине күрешергә күндерҙе. Осрашҡайныҡ, күрҙем дә, тәү ҡараштан ғашиҡ булдым. Дүртенсе тапҡыр осрашҡанда ул миңә кейәүгә сығырға тәҡдим яһаны. Шулай итеп өйләнештек тә, йәшәп ятабыҙ”. Рәзиләгә тантаналы ҡарап йылмайып, Әлфиәнең яҙмаһын күрһәткәйнем, китте ҡыҙый дәртләнеп:
– Ҡара әле, ысынлап файҙаһы бар икәндәһә бындай танышыу сайттарының!
– Булмай әллә, – танауҙы сөйҙөм. – Мин насар нәмәне тәҡдим итмәм. Шәп ир менән таныштырам, тинем дә инде, тимәк, уны табышырға бар көсөмдө һаласаҡмын.
Рәзилә был мәлдә хыялында бишек бәүетә ине, шикелле...
Ул былай ҙа таҙа фатирын ялап тигәндәй таҙартып, Зилә менән мине лә эшкә егеп – тәҙрә йыуҙыртып, билмән бөрҙөртөп, ҡунаҡты ҡаршы алырға әҙерләнде. Үҙен дә тәрбиәләргә өлгөрҙө, аш-һыуын да йүнәтеп өлгөрттө. Тәүҙә табынға ҡалырға уйлағайныҡ та, тик кейәү балаҡайҙы оялтмаҫҡа булдыҡ: “Әйҙә, өйрәнһен бер аҙ, тартыныуы бөтһөн, шунан күренербеҙ”. Тулҡынланыуҙан йөҙҙәре тимгелләнеп, туҡтауһыҙ өҫтәлдәге һауыттарҙы рәтләгән, ашъяулыҡты усы менән һыпырған, бәҙрәфкә сабауыллаған Рәзиләгә уңыштар теләп, ҡайтып киттек. Кис буйына, эй, ҡул ҡысыны инде, шылтыратып хәлен белешергә, саҡ түҙелде. Икенсе көндө Рәзилә үҙе килде лә, һыны ҡатып көлә-көлә, хәбәрен теҙҙе:
– Сәхифәләге сибәр ир урынына кәлтерәп бөткән ҡарт бабай килде. Утыҙ туғыҙ йәшлек тигәнем ҡырҡ туғыҙ йәшлек булып сыҡты бит! Һаҡланһа бер хәл, туҙып ҡына бөткән. Килеп инде лә, собханалла, собханалла, тип күҙҙәрен майландырып, ҡуш ҡуллап күрешәйек, тип ике ҡулын һуҙып күреште лә, артымдан һөйөп, түргә уҙҙы.
– Китсәле... Алдаҡ­сыны шунда уҡ туҡмас таяғы менән ҡыуып сығармай.
– Нисек тупһа аша яңы үткән кешене инеү әҙере генә бороп сығараһың?! Табынға ултырғас, ни эшләп сәхифәгеҙҙә үҙегеҙ тураһында ялған мәғлүмәттәр, икенсе кешенең фотоһын ҡуйғанһығыҙ, тип һораным инде. Әтнәкәһе бар, имеш. Үҙенә икенсе, йәш бисә эҙләй. Әле тәүгеһенән айырылмаған, шуның менән бергә йәшәп ята, өлкән балалары бар. Ҡатыным икенсе милләттән, ти. Дингә ҡарашың нисек, яулыҡ ябынырға, намаҙға баҫырға ризаһыңмы, тип төбәште. Ысынын әйтәм, әгәр ҙә ғашиҡ булһам, яулығын да ябыныр, намаҙын да уҡыр инем, тик алдау юлы менән мөнәсәбәттәрҙе башлаған иргә ытырғаныуҙан башҡа тойғо тыуманы. Алданған һымаҡ тойҙом үҙемде.
– Алдағас, шулай инде, – тип йөпләнем Рәзиләне. – Ашыңды ашатҡас, исмаһам, эшеңде эшләттеңме?
Ауылда йәшәүсе яңғыҙ ҡатындарҙың кәртә-ҡураһы емерелеп барһа, ҡалалағылар­ҙың крандары боҙолоп, розеткалары ҡойолоп төшөп тора. Был осраҡта ярҙамға “Бер сәғәткә ир” хеҙмәте бар барлыҡҡа, әммә Рәзиләнең өйөнә килгән ирҙең дә ниндәйҙер ярҙамы тейергә тейештер ҙәһә.
– Итте икән, ти, – әхирәт көйөп көлдө. – Мин һауыт-һабаны йыйыштырғансы, ҡарап тороғоҙ, тип телевизор ҡабыҙғайным, диван­ға һуйлайып ҡырын төшөп ятты ла, рәхәтләнеп хырылдап йоҡланы ла китте. Аҙаҡ уянғас, юлдан арытылған, тип аҡланды. Аш бүлмәһендә кран бер туҡтауһыҙ ағып тик тора, тип зарланғайным, сантехниктарҙы са­ҡырыр­ға кәрәк, ти. Атыу мин белмәйем. Аҡсаңды ағыҙып ҡуйғанһың, тип шелтәләгәндәй итә лә ул, етмәһә. Прихожийҙа линолеумдың бер яҡ осо ҡупҡан, тип, шуны күр­һәткәйнем, аяғы менән шул тирәгә баҫҡыслап-баҫҡыслап торҙо ла, һы, тиеүҙән ары үтмәне.
– Ҡулы эш белмәй, ахыры, – белдекһеҙ, эшлекһеҙҙәрҙе яратмайым, шулай ҙа аҡларға маташып ҡараным, – бәлки, эш рәтен-сиратын белмәһә лә, аҡсаһы күптер, ә? Кешене яллап эшләтергә?
– Яртылай буш пакетын һөйрәп, автобуста килгән әҙәмгә ни өмөт?
– Күстәнәс тә килтермәнеме?
– Бер ҡап сәй ҡуйҙы өҫтәлгә, һәм бер плитка шоколад.
– Бер плитка? Ҡап түгелме?
– Юҡ, плитка. Килеп тороп шуныһын маҡтаны, тәмле лә, тәмле, тип. Һәм үҙе ашап бөттө.
Рәзилә ҡулы менән битен ҡаплап көлдө:
– Көс-хәлгә үҙен кире ҡайтарып ебәр­ҙем, попутка яллап. Төнгә ҡарай юлға сығыуы әллә нисегерәк бит әле ул, тигәс, оҙата сыҡтым да, машина туҡтатып, ултыртып ебәр­ҙем. Ҡайтып киткәс, эй, еңел һуланым. Аҙаҡ ятып иланым. Ниңә миңә шулай йүнһеҙҙәр генә ҡарай икән ул? Башҡаларҙан ҡайһы ерем кәм? Минең дә кейәүгә сығып, донъя көткөм килә.
– Рәзилә, “погоди, еще не вечер”, – тип йыуаттым һәйбәт әхирәтемде. Икәүләп ултырып, сайттан яҙған ир-егеттәрҙе ҡабаттан энә күҙәүенән үткәрергә булдыҡ.
– Бына, мөләйем генә егет, – тим.
– Буйы бәләкәй, – тип башын сайҡаны Рәзилә.
– Булһа ни?
– Уның янында минең йомро булыуым күҙгә бәрелеп торасаҡ.
– Ә был егет оҡшамаймы?
– Фото һайын ҡулында йә һыра, йә тәмәке. Юҡ.
Һайлай-һайлай, ҡатын-ҡыҙ менән таныштырыуымды һораған ике ир-егеткә Рәзилә үҙенең сәхифәһенә һылтанма бирергә рөхсәт итте:
– Икеһенең дә машинаһы бар.
Ҡыҙҙар ҡаратыуҙа транспортлы егет­тәрҙең өҫтөнлөгө күптән билдәле инде. Фатиры, аҡсалы эше булһа, етеш йәшәһә, ҡатын-ҡыҙҙың ҡыҙыҡһыныуы уғата арта төшә. Ул сағында ир маймылдан саҡ ҡына ҡайтышыраҡ күренһә лә, ҡыҙҙар уға барыбер сат йәбешергә әҙер. Хәйер, егерме биш йәшлек Илнур исемле, ҡыйыу есемле егет, минең менән ризалашманы:
– Ҡыҙҙар егетте яратһа, бер нимәгә ҡарамай, һөйгәне артынан ер сигенә лә китергә әҙер. Хәйер, төрлө ҡыҙҙар бар, кемеһе өсөндөр хис-тойғолар мөһим, ә кемдер байлыҡҡа ҡыҙыға. Шулай ҙа күпселек мөхәббәтте һайлай.
Ә ҡыҙҙар менән ҡайҙа танышаһығыҙ, тигәс, Илнур ике уйлап торманы, күңелендәгеһен йәшермәй һөйләне лә ташланы:
– Матур ҡыҙҙы күрһәм, урамда ла, социаль селтәрҙә лә таныша алам. Ҡыҙҙар ҡыйыу, ныҡыш егеттәрҙе ярата, шуға ла миңә урамда танышыуы еңелерәк. “Бәйләнештә” лә танышырға мөмкин. Унда берәй һылыуға яҙһаң, йә ялған сәхифә булыуы ихтимал, йә яуап яҙмайҙар. Күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеүгә, кешене тойоуға етмәй. Бына ни өсөн беҙ сайтта танышҡан ҡыҙҙар менән тиҙ арала осрашырға теләк белдерәбеҙ. Осрашҡас та, асыҡ күренә – тап киләме ул һиңә әллә юҡмы. Ә ҡыҙҙар, киреһенсә, бер-беребеҙҙе яҡшыраҡ беләйек, тип, оҙағыраҡ яҙышыуҙы хуп күрә. Матурлыҡ төшөнсәһенә килгәндә, уны ниндәйҙер билдәле ҡалыпҡа һалып булмай. Ҡыҙ оҡшаһа – оҡшай ҙа ҡуя. Айырата ғына әйтеп тә булмай, нимәһе өсөн күңелгә ятҡанын. Хәҙерге ваҡытта ҡыҙҙар ҙа, егеттәр ҙә муйындарына ғаилә ҡамытын кейергә ашыҡмай, күңел асып йөрөп ҡалырға тырыша. Мин байлыҡ йыйыу, аҡса туплау тураһында уйламайым, сөнки кәләш менән бергә өй төҙөргә ниәтләйем. Бергә төҙөлгән нәмә ҡәҙерле була, тип иҫәпләйем. Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы шул: әгәр кәләш алғың (кейәүгә сыҡҡың) килһә, һуғышта бөтә саралар ҙа яҡшы, тигән һымаҡ, бөтөн сараны ла ҡулланып ҡарарға кәрәк. Ҡыҙ кеше лә йоҡлап ятмаһын ул, беҙ, ир заты, һеҙгә ҡарағанда кәмерәк бит. Әҙерәк әүҙемлек күрһәтһәләр, беҙгә лә уларҙы яулауы ҡыҙығыраҡ булыр ине.
Ошоно Рәзиләнең ҡолағына киртергә, тип ҡала буйлап сабып китеп барғанда, үҫмер саҡтан таныш ир осраны. Хәл-әхүәлдәрен һорашҡанда, яңы ғына ҡатыны менән айырылышҡанын белдерҙе:
– Эш боҙоп, ашыҡ-бошоҡ өйләнешкәйнек, бала хаҡына, тип йәшәлде. Ләкин мөхәббәт булмағас, ҡыйыныраҡ ине. Мин күнер ҙә инем ул, эштән ҡыҫҡартылыуға эләгеп, эш таба алмай өйҙә ятҡанда, ҡатын айырылышыуға ғариза бирҙе лә, хәҙер буйҙаҡ йөрөлә.
– Һаманғаса эшһеҙме һин? – эстән генә, эшең булһын инде, тип теләп торҙом.
– Ни эшләп?! Юҡ, эш таптым, Сахалинда бер вахта эшләп тә ҡайттым инде. Инде һөйкөмлө, ипле генә берәй ҡатын менән танышҡанда...
Ниндәй төҫ-башлы ҡатындар оҡшай һуң, тип һорауыма, минең әхирәтте һүрәтләне лә бирҙе: артыҡ һимеҙ ҙә, үтә ябыҡ та, сыпрандаҡ та, яй ҙа булмаһын, бешеренергә, өйҙә ултырырға яратһын. Бына бит, бирәм тигән ҡолона – сығарып ҡуя юлына: мин Рәзиләгә тип әллә ҡайҙан эҙләгән ир үҙе “тып” итеп ҡаршыма килеп баҫты!
Шөкөр, таныштылар, бер-береһен оҡшаттылар. Күҙ генә тейә күрмәһен, эш өйләнешеүгә табан китеп бара, буғай... Ә туйҙа миңә урын гарантияланған. Иҫләһәгеҙ – иң түрҙә!

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.

Сығыу ваҡыты 17-06-2018, 08:00 | Ҡаранылар: 577
|
  • Һөйөү булдымы был, әллә …
  • Танышыу (булған хәл)
  • Иремдән туйҙым
  • Нимә булды һуң? (Бер йәш ҡатындың һөйләгәне буйынса)
  • Мөхәббәтме әллә иҫәпме?
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Ҡолаҡ һал!
  • Ҡорбанлыҡ урлыҡ менән килмәгәнме? Тикшерегеҙ
  • Организм нимә хаҡында иҫкәртә?
  • Һуңлап килгән аҡыл
  • Таңым нуры инең
  • Тәүге һөйөү шундай ҡыҫҡа булды
  • «Уҡыусың рәхмәтле булһын»
  • «Салауат Юлаев» - «Локомотив»! Кем-кемде?
  • Күп балалы бәхет
  • «Алтмыш ҡына»



  • Радио Юлдаш FM