НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Бала ҡуйындағы йыланға әйләнмәһен

Бала ҡуйындағы йыланға әйләнмәһен


Бала ҡуйындағы йыланға әйләнмәһен
Көҙгө ҡараңғы һалҡын төн. Ауылдың бер бәләкәс урамына ғына ишетелерлек булып әсе сеңләү яңғырай. Ул берсә, һиҫкәндереп, бүре олоуына ла оҡшап китә. Был тауыштың кескәй өлгөһө ярыҡ, ергә һеңә башлаған өйҙән сығыуын бер кем дә белмәй. Инде нисәнсе көн тәғәм ризыҡ күрмәгән бисара йән, кибеп, аңҡауына ҡуша ҡатҡан ауыҙын асып, миңрәү ҡатыш һаташып, “моң” сығара. Боҙ кеүек туңып ҡатҡан хәрәкәтһеҙ тәнен дә тоймай хатта. Тик төпһөҙ ҡараңғылыҡҡа төбәлгән күгәрсен күҙе сәскәһеләй күҙҙәр, яуап эҙләй-эҙләй, мәңгегә ҡатып ҡала...

Ҡасандыр тип тә булмай, бынан ике тиҫтә самаһы йыл элек кескәй ауылдың оло фажиғәһенән тетрәнмәгән йән булмағандыр. Балалары тарафынан мәсхәрәләнеп, аслыҡта йән биргән әсәй кеше бындай язаға хаҡ инеме һуң? Ғәфү ит, Алламдың изге бәндәһе, ҡәбер тынлығыңды боҙоп телгә алғаным өсөн, керһеҙ күңелең, бар ғүмергә балаларым тип өҙгөләнеп, ҡәҙерһеҙ генә китеүең үкенес, әлбиттә. Өләсәйемдең яҡын әхирәте булараҡ, яҡшы белә инем уны. Һәр ваҡыт йөҙөнән йылмайыу китмәгән, егәрле, күк күҙле инәй ине. Балаларын хаттин яратыуын исемдәренә «бәпесем» ялғауын ҡушыуынан да аңланыҡ.
Яратыу... Бала яратыу... Ә уның самаһы бармы икән? Артыҡ иркәләү, әпәүләүҙәр? Мәктәп йылдарынан уҡ, башҡалар йәберенән аралайым тип, уҡытыусылар менән яманлашып бөтә әсә кеше. Аталары иртә вафат булғас, кем яҡлашыр, тигәндер инде. Үҫә төшкәс, улдары, әсә яҡлауына һылтанып, кеше әйберенә тейә, тәмәке һәм башҡа тыйылғандарға йоғона. Кейәүгә сыҡҡан ҡыҙы ла әсәй ҡанаты аҫтына кире ҡайтып йығыла, еңмешләнеп, бер улы кәртә артына сығып аҫылына.
Гел генә шәп булып булмай шул, беләктән көс ҡайтып, мал-тыуар көтә алмай башлағас (ә балалар көтөргә лә уйламай), әсә түшәккә йығыла. Береһе – ирҙән, береһе төрмәнән ҡайтҡан ҡырҡты үткән балалар таяуһыҙ ҡала, хәлһеҙ ятҡан әсәләрен дер һелкетеп аҡса таптыра башлай. Хәл белергә килгән күрше-күләнде индермәй, күстәнәстәре менән ризыҡланып кәйеф асалар. Шулай аслыҡтан йән бирә әсә кеше...
ғәзиз булыркүпме йән, үҙ ҡәҙерлеһенән әжәлен табып, ейән-ейәнсәрҙәр һөйөр миҙгелендә донъялыҡтан китә. Ояты ни тора, тип, кемдер йәшерә, үлем сәбәптәрен таба, кемдер бик һуң ғына, выждан ғазабынанмы, дөрөҫөн әйтеп һала.
Кем һин, төн йоҡомдо йоҡламай, аҡ һөтөмдө имеҙеп үҫтергән Йән?! Ҡыуаныс-таянысмы әллә аянысмы? Мин үҙем һине шундай итеп әүәләнемме әллә яманатлы заманамы? Һорауҙар күп, яуаптар ҙа. Тик барыһы ла әйтер урталыҡ ул – сама белеү. Ҡалыпҡа һеңгән бит инде: мәктәптә өлгәшмәһә – һылтанма кәрәк; әрме йәше етһә, ваҡыты бушҡа үтмәһен тип, сир табып алып ҡалабыҙ; ғаилә ҡорһа – кейәү, килен тәрбиәһеҙ, тип айырып алабыҙ. Артыҡ бала юҡ, имеш. Ҡайҙандыр сәбәп эҙләргә кәрәкмәй, бар бәлә тәрбиәнән! Ни тиклем хәҡиҡәт әсе булмаһын, бала ла үҫергә, яраҡлашырға, эшкә өйрәнергә тейеш.
Уйланаһыңмы һин, Әсә?! Сәңгелдәктә ятҡан сәңгер йән йылы һөйөр йыланға әүерелмәһен, көс-ғәйрәтен беләктә күрһәтеп, йәнеңде алмаһын, Аллам һаҡлаһын. Кеше яҙмышын бәйән итеп, хикмәт эҙләмәйем, ғибрәт итһен дә, кемдер хатаһын аңлаһын. Яҡындарын рәнйеткәндәр, тәүбәгә килеп, хаталарын аңлаһын.
Устарымда ятҡан кескәй сабый тешһеҙ урттары менән күкрәгемде семетеп ҡыҫа. Сеү, балаҡай! Беләгемдең көсөн алһаң да, йөрәгемдең көсөн алма инде!

Миңзәлә СИРҒӘЛИНА-БОҪҠОНОВА.

Сығыу ваҡыты 9-06-2018, 08:00 | Ҡаранылар: 438

12 июня 2018 18:46 | Brusancop | Гости | ICQ: [icq]{icq}[/icq][not-icq]не указано[/not-icq]

Люди кто желает играть в современные игры на самых высоких настройках с динамичными теняими даже на самых слабых ПК или ноутах. Без лагов и фризов (Но нужен более менее нормальный интернет). Читайте статья по настройке компа здесь. Видео по установке и настройке смотрите тут. Играю уже пол года на ведре 2005 г. Буду рад кому помог разорить буржуев игровой индустрии!!!
|
  • Бала үҙенсә йәшәргә хоҡуҡлымы?
  • Тау шыуырға яратҡан килен
  • Башҡорт байыһа…
  • Туҡал
  • Хәстәрлекле әсәй ҡулдары
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Мүк өҫтөндә бөрлөгән (Хикәйә)
  • Дилүзә БАЙСУРИНА
  • «Шундай матур, шундай йылы Уйлап сығарған донъям…»
  • Балаларығыҙ хаҡына үҙегеҙҙә ҡайғығыҙҙы еңерлек көс табығыҙ
  • Олатай иҫтәлеге
  • 10 июнь – Ҡәҙер кисе
  • Билдәле актер Азамат Хәлилов вафат булды
  • Тырыштар уңышҡа өлгәште
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (8.06.2018)
  • Бала ҡуйындағы йыланға әйләнмәһен



  • Радио Юлдаш FM