НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Ҡарғыш алма, алғыш ал!


Ҡарғыш алма, алғыш ал!
Бәләкәй саҡта йыш ҡына Яхъя ауылында йәшәүсе өләсәйҙәргә ҡунаҡҡа бара инек. Ул беҙҙең тыуып үҫкән ауылдан әллә ни алыҫ түгел. Шулай ҙа беҙгә бик алыҫта ятҡан кеүек күренә. Ул ауылға ат булһа – ат менән, машина барһа, шуға эләгеп ҡалырға тырышабыҙ. Ни тиһәң дә ара яҡын түгел, ә бәләкәй балалар менән тағы ла ҡыйыныраҡҡа төшә. Инә­йем беҙҙе, бәләкәй балаларын, олатай­ҙарға шулай ҡунаҡҡа алып бара. Олатайҙың ҡушаматы “инкеш” йә уны “бал бабай” тип йөрөтәләр ине. Сөнки ихаталарында бал ҡорттары бик күп булды. Уларға барһаң, өҫтәл тулы бал, май, ҡаймаҡ, ҡоймаҡ, ҡорот, шәкәр, кәкүркә, ҡыҙыл эремсек, ҡатыҡ, айран, тағы әллә күпме тәмлекәс бар. Һәм был тәмлекәстәр бер ҡасан да бөтмәгән кеүек тойола. Шуның өсөн дә гел генә олатайҙарға барғыбыҙ килеп кенә тора. Ә яҙ көндәре уларҙа шундай күңелле, баҡса ап-аҡ сәскәгә күмелә. Бал ҡорттары без-без килеп оса. Улар күс айыра башлаһа, шундай күңелле мәл. Яхъя кәтәй сығып биҙрә туҡылдата, ә олатай ашыҡмай ғына бал ҡорттары менән ниҙер һөйләшә-һөйләшә уларҙы ҡулдары менән бәләкәй генә сеткалы бер әйбергә тултыра. Һуңынан уларҙы дадандарға урынлаштыралар. Беҙ быны ситтән генә күҙәтеп торабыҙ. Нисек олатайҙы бал ҡорттары саҡмай икән, тип аптырашабыҙ. Етмәһә, улар менән нимәлер һөйләшкән була, әйтер­һең, бал ҡорттары олатайҙы аңлай. Шуғалыр ҙа, бәлки инәйем тыуған ауылын, тыуған йортон һағынып, гел Яхъяға ҡайтырға ашҡынып торҙо.
Бер ваҡыт шундай бер хәл хәтерҙә ҡалған. Яхъя кәтәй (беҙҙең яҡта өләсәйҙе иркәләп шулай тип йөрөтәләр) Флүрә һеңлем менән икебеҙҙе ҡаҙ бәпкәләрен көтөргә ебәрҙе. Ауыл осондағы урман ситенә ҡаҙҙар менән саҡ килеп еттек. Улар хәл алырға туҡталды, ә беҙ уйынға бирелдек. Шундай бирелеп уйнағанбыҙ. Ниндәй генә уйындар уйнамайбыҙ: тәгәс, уҡытыусы, табип, һатыусы һәм башҡалар. Ни арала ҡап-ҡара болот килеп сыҡҡан да, бөтә күкте баҫып алған. Әйтерһең, кис булды ла ҡуйҙы. Беҙ, икәү, ҡаҙҙарҙы ҡайтыу яғына ыңғайлатабыҙ, ә улар һис кенә лә атларға теләмәй. Шунда дөбөр-шатыр килеп, эре тамсылар менән ямғыр яуа ла башланы. Ҡаҙҙарҙы һис тыңлатып булмай, атламай ҙа ҡуялар, етмәһә, эре итеп яуған ямғыр күҙ асырға ла ирек бирмәй. Ата ҡаҙ бәпкәләренә яҡын да ебәрмәй, ыҫылдап беҙгә ташлана. Һалҡын, эре ямғыр тамсылары беҙҙе лысма еүешләтте, күлдәктәребеҙ тәнгә һылашып йәбеште, һыуыҡ, өшөтә, аяҡ аҫтында йылға булып өйәр аға. Бер-бер артлы күк йөҙө дөбөр-шатыр килеп ярыла ла ялт-йолт итеп ҡала, ни эшләргә лә белеп булмай. Шул саҡ Флүрә һеңлем, әйҙә, ҡайттыҡ, тине лә ҡайтыу яғына йүгерҙе. Мин дә уның артынан ҡалышмаҫҡа тырыштым. Беҙ ҡайтып етер алдынан, ҡапҡанан Яхъя кәтәй килеп сыҡты.
– Ҡайҙа бәпкәләр? – тип һораны. – Ҡаҙҙарҙы алып ҡайта алманыҡ, улар тыңлашмай, ҡайтырға теләмәй, етмәһә, ата ҡаҙ яҡын да ебәрмәй, суҡыша, – тине лә Флүрә өйгә табан йүгерҙе. Кәтәйем:
– Үҙҙәре ҡайтып килә, ҡаҙҙары тороп ҡалған, – тине ярһып.
– Тфү, эсмәгән һыу менән аҡҡыры, бәпкәләремде өйәр ағыҙып алып киткәндер инде! – тип итәктәрен ике яҡтан ыштанына ҡыҫтырып алды ла, ҡаҙ бәпкәләрен эҙләргә китте. Мин шаҡ ҡатып баҫып тороп ҡалдым. Миңә өйгә инергәме әллә кәтәйем артынан ҡаҙ бәпкәләрен эҙләргә барырғамы?! Шул арала Флүрә өйҙән килеп сыҡты ла бер ни ҙә булмағандай: “Беҙ ни эшләй алабыҙ, ҡаҙҙар тыңлашмағас”, – тип өйгә табан ымланы.
Өйгә инеп күлдәктәрҙе алмаштырырға ла өлгөрмәнек Яхъя кәтәй бәпкәләрҙе итәгенә тейәп ҡайтып та инде. Бәпкәләрен итәгенә тултырғас, ололары уның артынан йүгергән генә. Ә беҙҙең улай эшләргә башыбыҙға ла килмәне.
– әлдә алыҫ китмәгәндәр йөрәккәйҙәрем. Бүрәнә артына боҫоп ҡына ултырғандар ҙа, бәпкәләрен ҡанат аҫтарына йәшереп, тын ғына ултыралар, тип һөйләнә-һөйләнә ҡаҙ­ҙар­ҙы күтәрмә аҫтына бикләне. Ямғыр тынды, әйтерһең, шундай мәшхәр булмаған да. Ерҙе иркәләп ҡояш сыҡты, тик ерҙәге барлыҡ бысраҡты ағыҙып алып китергә теләгәндәй өйәрҙәр генә ағып ятты.
Йылдар үтә торҙо, йәйҙе ҡыштар алмаш­тыр­ҙы, көҙҙө ҡыуып, яҙҙар килде. Беҙ ҙә үҫеп, тормош тигән оло юлдан үҙ аллы атлайбыҙ. Мин Өфөгә килеп төпләндем, ә Флүрә һеңлемде яҙмыш алыҫ Красноярск яҡтарына алып китте. Шул яҡтарҙа кейәүгә сығып, балалар үҫтерҙе. Тәүҙәрәк йылына бер булһа ла ҡайтып китәләр ине. һуңғараҡ юлдар ҙа, хәбәр-хәтер ҙә юғалды. Хәйер, үҙебеҙ ҙә өләсәй булғанбыҙ инде. Шулай ҙа уның менән бәйләнеш өҙөлгәс, үҙем эҙләп ҡарарға булдым. Баҡтиһәң, Флүрә күптән инде һыуға батып үлгән булып сыҡты.Ҡапыл был хәбәрҙе ишеткәс, күҙ алдарым ҡараңғыланып китте. Үҙемде әлеге ҡаҙ көткән бала саҡтағыса хис иттем. Ҡап-ҡара болот килеп сыҡты ла, донъяны ҡараңғыланы. Тик ҡолаҡ төбөндә генә Яхъя кәтәйемдең “Эсмәгән һыу менән аҡҡыры”, – тигән һүҙҙәре генә яңғырай ине...

Әлфиә КАМАЛЕТДИНОВА.
Өфө ҡалаһы.

Сығыу ваҡыты 12-05-2018, 08:00 | Ҡаранылар: 300
|
  • Изге һыу мажараһы
  • Атай-әсәй йылыһын биш балаңа берҙәй тигеҙ бирҙең
  • Тоғро этебеҙ
  • Маруся
  • Һаҡланғанды ғына һаҡлар
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Балалар менән эшләүе оҡшай”
  • Ҡарғыш алма, алғыш ал!
  • Көнбағышлы пакет
  • Изгелек ерҙә ятып ҡалмай
  • Ҡурайсы, актер, йырсы, етәксе
  • Гимндар төрлө була…
  • Һәр саҡта, һәр урында уҡыла торған доға
  • Ураҙа айы мөбәрәк булһын!
  • Йондоҙнамә (21-27 май)
  • Ремонт эшләүселәргә кәңәштәр



  • Радио Юлдаш FM