НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Берәүҙәргә көн дә байрам, көн дә туй, берәүҙәргә көн дә һағыш, көн дә уй...

Берәүҙәргә көн дә байрам, көн дә туй, берәүҙәргә көн дә һағыш, көн дә уй...


Берәүҙәргә көн дә байрам, көн дә туй,  берәүҙәргә көн дә һағыш, көн дә уй...
Ауыр тормош юлын үткән Миңлегөл Фәйзрахмановаға ғүмер көҙөндә һөйөүгә күмелеп йәшәргә насип иткән

Үткән быуаттың утыҙынсы йылдарында өйләнешкән Сәйет менән Санияның күркәм ғаиләһендә тупырлашып балалар үҫһә лә, улар­ға ҡыуаныстары бөтөн тойолмаған, сөнки тулылыҡ өсөн ата менән әсәгә ҡыҙ бала етмәгән. Һөйөн­дөрөп кенә донъяға килгән ҡыҙ балалары гел бәләкәй саҡтарында уҡ йән биреп, баҡыйлыҡҡа китә торған. Сираттағы ҡыҙ бала тыуыуы тураһында яр һалғас, бәпесте, йәшәһен, тип, йола үтәп, тәҙрәнән һатып алғандар. Ҡыҙсыҡҡа оҙон ғүмер юрап, уны үлемдән төрлөсә һаҡларға маташҡан ата-әсә сабый­ға Рая исемен ҡушҡан. Ғүмере булғас, йәшәп киткән бит Раяҡай. Тик үҫә килә, күҙҙәре менән проблема булыуы асыҡланған. Утты ҡабыҙыу менән өҫтәл аҫтына ҡасҡан баланың ут яҡтыһынан күҙе ауыртҡанын аңлағас, Сания ҡыҙын табиптарға күрһәтеү өсөн ҡалаға юллана. Электричкала юлдаштары менән танышып һөйләшеп киткәс, бер ҡатын Санияға, ҡыҙыңа исеме килешмәй, шуға күҙе насар күрә, ти: “Иң оло улыңдан төнгө сәғәт 12-лә мөрйәнән “Миңле” һүҙе менән берәй ҡушма исемде өс тапҡыр ҡысҡырт, шунан ҡыҙың күрә башлар”. Ышанырлыҡ та түгел кеүек, ә шулай ҙа Сания осраҡлы танышының һүҙен тыңлап, ауылына кире ҡайтҡас, ҡыҙына Миңлегөл тип исем ҡысҡыртҡан, һәм бала, ысынлап та, һауыҡҡан.
Бәләкәй сағында шул сир ар­ҡаһында яфа күреп үҫкән Миңлегөл буй еткергәс, ҡалаҡҡа ғына һалып йоторлоҡ һөйкөмлө ҡыҙға әйләнә. Һылыуға күҙ һалыу­сылар, йән атыу­сылар табыла, ә береһе, Бүздәк районы егете, оҙаҡ уйлап тормай, 18 йәшлек ҡыҙҙы киске уйындан урлап алып ҡайта ла китә.
– Мин уны башта яратманым, өйрәнгәнсе төндәрен илай торғайным, – тип иҫләй Миңлегөл Сәйет ҡыҙы өлкәнәйеү мәлдәрен.
Йәш ғаиләлә ҡыҙ бала тыуа. Уныһын табыу менән тиерлек Миңлегөл икенсеһенә ауырға ҡала. Инде тормошона күнгән генә сағында өҫтөнә бәлә ябырыла – ире аварияла һәләк була. Килененә көн күрһәтмәгән уҫал ҡәйнә уны, артыҡ тамаҡ яуы, тип, өйҙән ҡыуып та сығара. Миңлегөл кейәүҙә саҡта үҙ әсәһе мәрхүмә булып, атаһы өйгә икенсе ҡатынды индерә. Шул сәбәпле балаһын күтәреп ауылға әйләнеп ҡайтҡан Миңлегөлгә тыуған йортонда ла урын табылмай, үгәй әсә уны өйгә индермәй. Ауырлы килеш, бәләкәй бала менән урамда тороп ҡала. Бер ҡайҙа ла һыймаған бисараҡайҙың кескәй ҡыҙын ҡосаҡлап, аҙаҡ ир бала табып, кешеләрҙең аҙбарында ҡунып йөрөгәнендә ниҙәр уйлап, ниҙәр кисергәнен тик үҙе генә беләлер. Әлдә бәхетенән бер аҙ ваҡыт үткәс, уны һоратып киләләр, һәм Миңлегөл икенсегә кейәүгә сыға. Күңеле бөтәйеп, татыу ғына йәшәп китәләр, яңы ғаиләлә ике ҡыҙ һәм малай тыуа. Кейәүгә сыҡҡан ғына әҙере иһә, беренсе ҡәйнәһе, миңә вариҫ кәрәк, тип, Миңлегөлдөң улын, үҙенең ейәнен, урлап ҡаса бит әле ул. Әммә бер аҙҙан малайҙы сирләтеп, эшлектән сығарып (сабыйҙың бөтә тәнен ҡутыр баҫҡан була), кире килтерә лә, был баланы тауыҡҡа булhа ла ашатығыҙ, тип болдорҙа ҡалдырып, ейәнсәрен урлап алып ҡайта. Миңлегөл был ваҡытта фермала эштә йөрөп ҡала. Һуңынан әсә өлкән ҡыҙын алып ҡайтыр өсөн нисәмә тапҡыр барһа ла, ҡәйнәһе уға ҡыҙҙы бирмәй, үҙе үҫтерә.
Сараһыҙҙан ошоға ла күнеп, матур ғына йәшәп ятҡанда Миң­легөлдө йәнә яҙмыш һынай: янғын сығып, эҫе йәйҙә һарай башында йоҡлап йөрөгән ире утта янып үлә. Ҡатын, иң кесеhенә 1 йәш тә 1 ай ғына булған биш бала менән яңғыҙ тороп ҡала. Шул балаларҙы кеше итәм тип фермала көнө-төнө тырышып эшләп, инде аяҡҡа баҫ­тыр­ҙым тигәндә, ҡайғының иң әсеһен татый – армияға хеҙмәт итергә киткән һөлөктәй улының кәүҙәһе цинк табутта ҡайта. Мунсала бешеп үлде, тип аңлата оҙата килгән командирҙары. Ҡайғы яңғыҙ йөрөмәй: Миңлегөл үҙе ҡарап үҫтергән Тәлғәт исемле иң төпсөк ҡустыһы ла һис көтмәгәндә вафат булып ҡуя.
Ҡайғы уттарында тереләй үртәлгән Миңлегөл тешен ҡыҫып, тормошон артабан ялғай. Ауылда яңғыҙыңа донъя көтөүе бик ауыр булғанға, балалары үҫә биргәс, ҡабаттан бер ир менән ғүмерен бәйләй. Ләкин тәүге ирҙәренән айырмалы рәүештә, быныһының холҡо үтә алама булып сыға, эсергә әүәҫлеге менән ҡаңғырта, һуғышып ыҙалата, үҙенән биҙҙерә. Эскесе ире үлгәс, тормоштоң матурлығын күреп, тыныс ҡына йәшәй башлаған Миңлегөлдөң йөрәген ҡабаттан бәлә тетрәтә: Салауат ҡалаhында йәшәгән, ҡасандыр өләсәһе тарафынан урланып кире ҡайтарылған улы вафат була... Ана шул мәлдәрҙә һына яҙа ла инде Миңлегөл. Яныу-һыҙланыуҙарын хәмер ярҙамында баҫырға маташа. Ярай ҙа ваҡытында, тамам юҡҡа сыҡмаҫ, упҡынға тәгәрәмәҫ борон, «йәшел йылан» менән дуҫлығын өҙөргә көсө етә уның.
Ауыр юғалтыуҙар кисергән, ҡайғы тирмәне аша ҡырҡ ҡат үткән, егерме биш йыл буйы һауынсы булып ҡара эштә эшләгән Миңлегөлдөң һаулығы ҡаҡшамай кемдеке ҡаҡшаһын?! Етмеш биш йәшенә тиклем үҙе генә торған ҡатын ныҡлап сирләй башлағас, Дәүләкән районының Мәкәш ауылында йәшәүсе ҡыҙы Венера менән кейәүе Йәмил Батталовтарҙың ғаиләһенә һыйына.
– Әле өләсәйемә 79 йәш, – тип һөйләй ейәнсәре Эльвина Хафи­зова, – уның ун ейән-ейәнсәре, биш бүләһе бар. Бөгөн ул бәхетле әсәй, бәхетле нәнәй, бәхетле ҡартнәнәй. Әсәйем уны көйләп кенә тора, балалары гел килеп хәлен белешә. Беҙ ҙә hәр ваҡыт ҡайтып торабыҙ. Бүләләреңде күреп йәшәү ҙур бәхеттер, тип уйлайым.
Һәр балаһы, өләсәйемә ауырлыҡ төшөрмәй, үҙ тормошо менән бик матур йәшәп ята. Өләсәйем сирләп киткәс, йышыраҡ ҡайтырға тырышабыҙ. Ул беҙҙе һағынып көтөп ала. Бөгөн дә, Сабина ҡыҙым менән килеп ингәс, Сабинаның тауышы ҡолаҡҡа ишетелде шул көнө буйы, күрергә булған икән, тип һөйөнөп ҡаршыланы. Уның шулай шатлыҡтан яҡтырған йөҙөн күреп, үҙебеҙ икеләтә ҡыуанабыҙ. Ул беҙгә эш ҡушҡанда, эшләүең минең өсөн булһа, өйрәнеүең үҙең өсөн, тип әйтә торғайны. Оло әһәмиәткә эйә шул һүҙе бик ҡәҙерле хәҙер. Ул үҙе ғүмере буйы hауынсы булып эшләгән, эшһеҙ бер көн тормаған, шуға ла балаларын да, беҙҙе лә бәләкәй­ҙән хеҙмәткә күнектерергә тырышты. Тормош бик күп һынағас, өләсәйем бик үк йомшаҡ холоҡло булманы, ә шулай ҙа уны уҫал, тип әйтмәҫ инем, сөнки күңеле тулы изгелек уның.
Миңлегөл Сәйет ҡыҙының һөйөүгә, иғтибарға сорналған бөгөнгө йәшәйеше – рәхимһеҙ күренгән яҙмыштың, әйтерһең дә, ахырғы бер изге йылмайыуы, күргән-кисергәндәрҙән һынмай, кеше булып ҡалыуы, өлөшөнә яҙғанын сабыр ҡабул ҡылып, тырышып йәшәгәне өсөн күктәгеләр тарафынан оло бер бүләк. Лайыҡ ул шул бәхеткә.

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.

Сығыу ваҡыты 2-05-2018, 07:30 | Ҡаранылар: 329
|
  • "Беҙ үҙебеҙ Бөрйәндән!"
  • Уның ғүмере – үҙе бер быуат
  • Сая ла, һәүәҫкәр ҙә, зирәк тә, һылыу ҙа
  • Туҡал
  • Күңел яраһы
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Ҡолаҡ һал!
  • Организм нимә хаҡында иҫкәртә?
  • Монафиҡ (Хикәйә)
  • Тыуған ауылына рәхмәтле йырсы
  • Оҙаҡ йәшәүҙең туғыҙ сере
  • Үткәндәргә илаулап, бөгөнгөһөн юғалта күрмәгеҙ
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.08.2018)
  • Вниманию зарегестрированнх кандидатов, избирательных объединений, на выборах депутатов Государственного Собрания – Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (20.07.2018)
  • Ҡартлыҡ бәхеттәре кемгә насип?



  • Радио Юлдаш FM