НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Йылыға йылан да эйәләшә, тиҙәр

Йылыға йылан да эйәләшә, тиҙәр


Йылыға йылан да  эйәләшә,  тиҙәр
йәки Әхирәтеңдең бәхетен урлап, бәхетле булмаҫһың

– Ҡатын-ҡыҙ араһындағы дуҫлыҡҡа ышанмайым.
Бына һиңә иҫке ауыҙҙан яңы һүҙ. Донъя яңылыҡтарын барлап, тегеһенең-быныһының “һөйәктәрен йы­уып”, майлы ҡоймаҡ менән сөкөрләшә-сөкөрләшә сәй эсеп ултырғанда, Нилә әхирәтемдең кинәт шундай хәбәр ярып һалыуынан күҙ алдым ҡараңғыланғандай булды. Эсемдә нимәлер өҙөлгәндәй тойолдо. Ниләне күптән белһәм дә, ныҡлап өс йыл элек аралаша башланыҡ. Эскерһеҙ, алсаҡ ҡатын. Һәр фекерен төплө уйлап, дәлилдәр килтереп һөйләргә ярата. Ике юғары белемле, белмәгән әйбере юҡ. Китаптарҙы күп уҡый. Берәй хәбәр һөйләй башлаһа, сәғәттәр буйы ауыҙыңды асып тыңлайһың. Унан йәшерен серем юҡ, шатлығын да, проблемаларымды ла тәү сиратта әхирәтем менән бүлешәм. Бөгөн килеп яҡын күргән кешемдең күҙен дә йоммай “тулк­һыҙ” хәбәр һөйләп ултырыуына йәнем көйҙө. Мин уны әхирәткә һанап йөрөгән булам бит әле. Ауыҙыма тыңҡыслап тултырған тәмле ҡоймаҡты төйөлә-төйөлә саҡ сәйнәп йотоп ебәргәс, аптыраулы ҡарашымды уға төбәйем. Ситтән ҡарағанда ҡиәфәтем шул тиклем ирмәк күренгәндер инде, Нилә “пырх” итеп көлөп ебәрҙе, хатта уртлаған сәйе сәсрәп китте.
– Үпкәләмә, был һүҙҙәр һиңә ҡағылмай. Үҙеңде шул тиклем ҡурҡыттым шикелле, ҡыҫыҡ күҙҙәрең ҙурайып, күҙлегең бер күтәрелеп, бер төштө хатта. Әхирәт итеп түгел, һеңлемдәй яҡынһың. Ә бына, ниңә Ниләнең әхирәттәре юҡ икән, тип берәй ваҡыт уйланғаның булманымы? Әсәйемдән, апайымдан башҡа өйөмә килеүсе юҡ, ҡунаҡҡа ла йөрөмәйем. Эшкә барам, эштән ҡайтам. Коллегаларым менән дә эш буйынса ғына һөйләшәбеҙ. Баш­тан-аяҡ ғаилә мәшәҡәттәре менән генә йәшәйем. Балаларҙы, ирҙе тәрбиәләү менән мәшғүлмен. Аралашҡан ҡатындар күп, әммә улар менән асылып һөйләшә алмайым. Нилә, ниңә беҙҙе өйөңә ҡунаҡҡа саҡырмайһың, тиҙәр. Ваҡытым юҡ, тип һылтау табырға тырышам. Улар ҙа хәҙер аңланы шикелле үҙҙәренән ситләшеүемде. Ошо холҡомдо психик проблема тип һанайым, ә барыһы ла бынан 30 йыл элек булған ваҡиғаға бәйле. Береһенә лә һөйләгәнем юҡ, сер һандығымды бөгөн һиңә асам. Ҡурҡыныс хәл ысынында, – тигәс, ҡурҡып киттем. Баштан мең төрлө уй үтте. Был миңә берәй үлем осрағын бәйән итергә йыйыналыр, моғайын, тип ҡолаҡтарымды ҡарпайтып, ултыр­ғысҡа йәйелеп ултырып, тыңларға әҙер икәнемде белдерҙем.
– Ғаиләбеҙ менән оҙаҡ йылдар ситтә йәшәнек. Атайым заводта – инженер, әсәйем балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Миңә ете йәш, икенсе класта уҡыйым. Ул заманда ғаиләләр менән дуҫлашып, бер-береңә ҡунаҡҡа йөрөшөү, байрамдар уҙғарыу йолаға әйләнгәйне. Әсәйемдең коллективында ҡатын-ҡыҙҙар күп, барыһы ла йәштәр. Үҙҙәренә 35 – 38 йәш, ҡандарының уйнап торған сағы. Беҙҙең фатир ҙур, иркен. Шуға ла, берәй байрам еттеме, коллегалары ирҙәрен, балаларын эйәртеп, тып итеп килеп етә торғайны. Атайым да өндәшмәне, улар менән ихлас ҡунаҡ булды. Әсәйемдең Рәүфә исемле коллегаһы бар ине. Ап-аҡ йөҙлө, һомғол буйлы. Шул апайҙы ҡурсаҡҡа оҡшатам, һылыулығына иҫем китә. Ет­мәһә, телгә лә үткер, шаян. Анекдот һөйләй башлаһа, барыһын да ауыҙына ҡаратып ултыртып ҡуя. Теле-телгә йоҡмай, ҡунаҡтарҙың күҙҙәренән йәш сығарғансы көлдөрә. Ире Вәкил менән ике балалары бар. Уныһы ла баһадир кәүҙәле, йөҙгә сибәр, эшкә лә оҫта. Ғаилә татыу, тырышып донъя көтәләр. Ситтән ҡарағанда идеаль пар инде. Балалары ла, атай-әсәй, тип өҙөлөп тора. Рәүфә апайҙың яҡын әхирәте – Вәлимә, ул да әсәйемдәр ме­нән бергә балалар баҡсаһында эш­ләй. Ҡотһоҙ ғына ҡатын, бәләкәй буй­лы, табаҡ битле. Һимеҙлеге кәүҙәһен тағы ла килбәтһеҙ күрһәтә. Рәүфә апай менән ныҡ дуҫтар, бер телем икмәкте бүлешеп, бер-береһе өсөн утҡа-һыуға инергә әҙерҙәр. Әсәйемдең атайыма: “Рәүфә менән Вәлимәнең дуҫлығына иҫем китә, бер туғандар ҙа шулай аралашмаҫ. Рәүфәһе бигерәк инде, Вәлимәнең ауыҙына инеп бара. Керен дә йыуыша, балаларын ҡараша, аш-һыу әҙерләшә. Ҡайһы ваҡыт ҡуна барырға ла өлгөрә. Өйөндә толҡа тапмайҙыр инде, ире эсә, эшләмәй”, – тип һөйләгәне хәтеремдә уйылып ҡалған. Рәүфә апай­ҙың, ысынлап та тормошо алға барманы, ире көнө-төнө эсте. Ара-тирә “шабашка”ға йөрөһә лә, ғаиләһенә бер тин аҡса бирмәне. Тапҡанын шешәләш дуҫтары менән бүлеште. Шулай ҙа ҡатынына, балаларына бер ваҡытта ла ҡул күтәрмәне. Иҫереп ҡайта ла урындыҡҡа йығыла, таңға тиклем үлек һымаҡ йоҡлай.
Тормош үҙ ыңғайына дауам итте. Был ике ғаилә менән байрам мәлдәрендә генә тап булышабыҙ. Бер көн шулай 8 Мартҡа барыһы ла беҙҙең өйгә йыйылды. Рәүфә апай менән Вәлимә апай ҙа ирҙәрен эйәртеп килде. Беҙгә ололар эргәһенә сығыр­ға ҡушмайҙар. Әсәйем ҡаты тора, бүлмәбеҙҙә өҫтәл әҙерләп бирә лә, ҡунаҡтар таралғансы шунда ул­ты­рыр­ға ҡуша. Атай-әсәйҙәренә эйәреп килгән балалар менән ҡунаҡ бөткәнсе бүлмәбеҙҙә мәж киләбеҙ. Был юлы ла байрам күңелле башланды. Балалар араһында иң бәләкәйе – мин. Апайым тиҫтерҙәре менән лото һуға, мине, башың бәләкәс әле, тип яҡын юлатмайҙар. Шулар­ға иҫем дә китмәй, кәрәгегеҙ бар ине, тигән булам. Миңә стена ар­тындағы өлкәндәр ҡунағы тынғылыҡ бирмәй. Ишек ярығынан ғына күҙемде лә алмай тегеләрҙе күҙәтәм. Бала саҡтың йүләрлеге, их, ҡасан улар кеүек ҙурайып, һый-хөрмәт тулы өҫтәл артында ҡуҡырайып ултырам инде, тип хыялланам. Вә­лимә апай, һәр ваҡыттағыса, байрамдың йөҙөк ҡашы. Иҙән уртаһына йәйелеп ултырып анекдот һөйләй, эргә-тирәһендә теҙелешкән ирҙәр, ҡатындар уның һәр һүҙен мәрәкә күреп хихылдаша. Әсәйем менән атайым да шулар араһында. Күҙем менән Рәүфә апайҙы эҙләйем, ул ниңәлер күренмәй. Шул ваҡыт апайым аш-һыу бүлмәһенән һут килтереүемде һораны. “Аҡыллым, һыу­һаныҡ, зинһар өсөн, тыңла. Әсәй һине әрләмәй, беҙҙең өлкәндәр яғына сыҡҡаныбыҙҙы күрһә, тетмәбеҙҙе тетәсәк”, – тип ныҡ инәлгәс, сысҡан һаҡлығы менән түргә үттем. Араҡы эсеп, ҡыҙмаса булған ҡунаҡтарҙың миндә ҡайғыһы ла юҡ, күңел асыуҙарын дауам иттеләр. Аш-һыу бүлмәһенә етәрәк, беҙҙең тағы бер бәләкәй бүлмәбеҙ бар. Эргәһенән үтеп барһам, унда кемдер бар икәне ҡолаҡҡа салынды. Асыҡ ишектән ғәжәйеп күренешкә тап булдым. Рәүфә апай Вәлимә апайҙың ире Риф менән ҡосаҡлашып-үбешәләр. Рәүфә апайҙың күлдәк иҙеүе ысҡын­ған, боттары яланғас. Риф ағай ҡорбанына ташланған йыртҡысҡа оҡ­шаған, сәсе оймалашҡан, битенән шыбыр тир аға. Икеһе лә шул тиклем шашынғандар, хатта уларға оҙаҡ тексәйеп торғанымды ла һиҙмәнеләр. Был хәл минең тыныслығымды алды. Нимә тиһәң дә, икенсе класс балаһымын. Танауға еҫ инә башлаған, мәктәптә өлкән класс егеттәренең тиҫтер ҡыҙҙарҙың сәстәренән тартып, мөйөшкә ҡыҫып ирендәренән һурып үпкәндәрен күрә-белеп йөрөйбөҙ. Рәүфә апай менән Риф ағайҙың да дуҫтарса ҡосаҡлашмағаны көн кеүек асыҡ. Ләкин нисек улай һуң, икеһенең дә ғаиләһе, балалары бар бит, тигән уй тынғы бирмәй. Икенсе көнө иртәнге ашҡа ултырыу менән был хәлде әсәйемә һөйләнем. “Мин кисә Рәүфә апай менән Риф ағайҙың үбешкәнен күрҙем. Хәҙер Риф ағай уны кәләш итеп аласаҡмы, Вәлимә апай нимә эшләр икән?” – тип хәбәремде теҙәм. Әсәйем минең һөйләгәндәремә иғтибар ҙа бирмәне. Етмәһә, юҡты һөйләп, иҫәрһеп ул­тырма, тип ҙур ҡалаҡ менән маңлайға тондорҙо. Әсәйемдең ҡыланышына йәнем көйҙө, бер аҙ үпкәләп тә йөрөнөм. Был хәлде онотҡандай булдым, әммә күпмелер ваҡыттан һуң ошоға ҡағылышлы тағы бер ваҡиға килеп сыҡты.
Көтмәгәндә Вәлимә апайҙың аяғы һынып, дауаханаға эләкте. Өйҙә – ҡарауһыҙ ике бала, ире. Рәүфә апай, әлбиттә, яҡын әхирәтен ярҙамһыҙ ҡалдырмай. Ғаилә тотҡаһын шундуҡ үҙенең ҡулына ала. Көн-төн тимәй уларҙан ҡайтмай, ашарға бешерә, балаларҙы ҡарай. Ауыл халҡы уның шундай изге күңелле ҡатын булыуына һоҡланып бөтә алманы. Ике донъяны ла ҡарарға өлгөрә, Вәлимә әхирәтенән уңды, бер туғандармы ни, тип телдәрен шартлаттылар.
Вәлимә апай ике ай самаһы дауаханала ятты. Бер көн әсәйем ҡайтты ла, шәп-шәп итеп әйберҙәрен йыя башланы, Вәлимәне сығаралар, коллегалар менән барып ҡаршы алырға һөйләштек, тип йәһәтләп сығып китте. Әсәйем ул көндө кисләтеп кенә ҡайтты. Үҙен танырлыҡ түгел. Күп илауҙан йөҙө шешенеп бөткән. Атайым менән оҙаҡ һөйләшеп ултыр­ҙылар, уларҙың хәбәренән шуны аңланым.
Әсәйем коллегалары менән дауаханаға барып, Вәлимә апайҙы сығар­ғандарын көткәндәр. Вәлимә апай улар эргәһенә төшөп, әйбер­ҙәрен ҡалдырған. Бер уколым ҡал­ды, шуны ғына алам да, тип ҡабат өҫкө ҡатҡа менгән. Әсәйемдәр оҙаҡ ултырған, бер ваҡыт табиптар тегеләй-былай йүгерешә башлаған. Шул мәл табиптарҙың береһе яндарына килеп, кемде көткәндәрен һораш­ҡан. Былар исем-фамилияһын ата­ғандар. Вәлимәне көтәбеҙ, тип әйтеүҙәре булған, табиптың йөҙө ҡара янған. Әхирәтегеҙ әле генә вафат булды, һуңғы системаны күтәрә алмаған, сәбәптәре асыҡлана, тигән хәбәрҙе еткергәндәр. Ҡа­тындар иҫтәрен йыя алмай, шаңҡып ултырып ҡалғандар. Бер нисә сәғәт элек һап-һау, үҙ аяҡтарында эргәләренә төшөп, көтөгөҙ, хәҙер сығам, тигән әхирәттәренең үлеменә бер нисек тә ышанмайҙар. Һуңынан һөйләүҙәренсә, Вәлимә апай процедура кабинетында система ала ла үҙе ятҡан палатаға инә. Бүлмәлә ятҡан ҡатындарға, ҡыҙҙар, ниңәлер уколдан һуң кинәт хәлем бөттө, тыным быуыла, шәфҡәт туташын саҡырығыҙ әле, тип үтенә. Ләкин ярҙам күрһәтеп өлгөрмәйҙәр, шундуҡ йән бирә.
Вәлимә апайҙы тәрбиәләп, һуңғы юлға оҙаттылар. Ана шул тик тормаған телем бар бит минең. Бер көн шулай ашарға ултырғас, әсәйемдән, Вәлимә апай үлде, Риф ағай хәҙер Рәүфә апайҙы мотлаҡ өйөнә кәләш итеп алып ҡайтыр инде, тип һорарға булдым. Уныһы китте туҙып, ошо бала ҡасан туҙға яҙмаған хәбәрен һөйләүҙән туҡтар инде, кешеләрҙә ҡайғы, ә һин әкиәт һатаһың, тип тетмәмде тетә башланы. Арт һыныма сыбыҡ менән эләгер ине, бүлмәмә бикләнеп саҡ ҡотолоп ҡалдым. Шулай ҙа һуңынан хәл-ваҡиғалар­ҙың нисек боролош алырын ситтән генә күҙәтеп барҙым. Минең әйткәндәрем дөрөҫкә сыҡты, күп тә үтмәне, бар халыҡты хайран ҡалдырып, Риф ағай Рәүфә апайҙы өйөнә кәләш итеп алып ҡайтты. Һис бер нәмә булмағандай йәшәнеләр ҙә киттеләр, әммә улар араһындағы “ялҡынлы” мөхәббәт оҙаҡҡа барманы. Вәлимә апайҙың ике балаһы үгәй әсәләрен ҡабул итмәне. Ир ҙә емештең тыйыл­ғанда ғына татлы булғанын аңланы, күрәһең, һөйәркәһе менән борсаҡтары бешмәй башланы. Улар араһында нимә булғандыр – билдәһеҙ, әммә күп тә үтмәй, Риф ағай эскегә һалышты. Ҡатынының вафатынан һуң йыл да үтмәне, аҫылынып үлеп ҡуйҙы. Ике балаһын апалары тәрбиәгә алды. Рәүфә апайға балаларын алып, өйөнә ҡайтыуҙан башҡа сара ҡалманы. Башы эскенән сыҡмаған ире лә һүҙ әйтмәне, ары-бире һуғылып йөрөй торғас, ҡайҙалыр йәшәгән алыҫ туғандарына сығып китте. Рәүфә апай ике балаһы менән япа-яңғыҙы тороп ҡалды. Был хәлдәргә күп ваҡыт үтте, балалары үҫеп буй еткерҙе. Үҙенең дә сәстәренә сал ҡунып, ғүмер көҙө ишек ҡаҡты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡартлыҡ көндәренә шатланып, ҡәҙерле әсәй, өләсәй исемен алып хөрмәт ҡаҙанырға яҙманы уға. Балалары тормошта үҙ юлын таба алманы, насар юлға баҫты. Ғаилә ҡорһалар ҙа, йәшәүҙәренең рәте-сираты булманы. Ахырҙа, айырылышып, нисек етте шулай йәшәйҙәр. Ейән-ейәнсәрҙәре лә тормоштан уңманы, ауыр яҙмышҡа дусарҙар. Ҡылған эштәреңә ҡасандыр килеп Хоҙай Тәғәлә ҡаршыһында яуап бирергә кәрәклеген онотабыҙ шул. Әхирәтенең бәхетен урлап, Рәүфә апай үҙен, ғаиләһен яҡты киләсәктән мәхрүм итеүен аңланымы икән? Вәлимә апай ҡуйынына йылан эйәләштергәнен дә белмәй, яҡты донъя менән хушлашты. Ә бер уйлап ҡараһаң, уның үлеме лә көтмәгәндә һәм серле шарттарҙа булды. Кешеләр ауыҙынан, Вәлимәнең үлемендә Рәүфәнең дә ҡыҫылышы бар, тигән имеш-мимештәр ҙә ишетелде. Дуҫ-иштәре, туған-тыумасаһы араһында дауаханала ҙур ғына урын биләгән кешеләр бар ине. Кем белһен инде, үлемдең сәбәптәрен аныҡлап, тикшереп төпсөнөп йөрөүсе булманы. Был сетерекле хәл ғүмер буйы күңелемде өйкәй, полицияла таныштарым булһа, шул көндө табиптарҙан, шәфҡәт туташтарынан кем дежурҙа торған, системаны кем ҡуйған, барлыҡ документты ҡалҡытып ҡарарға ине. Рәүфә апай менән осрашырға насип итһә, бәлки, һорар ҙа инем. Үлем түшәгенә ята ҡалһа, ярлыҡау һорап, бәлки, үҙе лә һөйләр, тип уйлайым. Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә, тиҙәр. Берәй ҡасан сер ҡапсығы асылып, дөрөҫлөктөң өҫкә ҡалҡып сығыуына һаман ышанам. Шулай, әхирәт. Ошо хәл арҡаһында ҡатын-ҡыҙ араһындағы дуҫлыҡҡа шикләнеп ҡарайым. Ҡуйыныма йылан эйәләштереп ҡуймайым.

Әлиә ДАУЫТОВА.

Сығыу ваҡыты 25-02-2018, 06:30 | Ҡаранылар: 779
|
  • Селпәрәмә килгән яҙмыштар йәки Намыҫһыҙлыҡ хаҡы
  • «Исемең мансур булмаһа…»
  • Балдай татлы… вазелин
  • Мәҙәктәр
  • Юғалтыу һағышы һаман йөрәкте өйкәй
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Мүк өҫтөндә бөрлөгән (Хикәйә)
  • Дилүзә БАЙСУРИНА
  • «Шундай матур, шундай йылы Уйлап сығарған донъям…»
  • Балаларығыҙ хаҡына үҙегеҙҙә ҡайғығыҙҙы еңерлек көс табығыҙ
  • 10 июнь – Ҡәҙер кисе
  • Билдәле актер Азамат Хәлилов вафат булды
  • Тырыштар уңышҡа өлгәште
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (8.06.2018)
  • Бала ҡуйындағы йыланға әйләнмәһен
  • Рәзиләгә кейәү эҙләү



  • Радио Юлдаш FM