НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Полина-Ғәйшә


Полина-Ғәйшә
Кешене ризыҡ йөрөтә, тиҙәр. Шулайҙыр, бына мин дә һеңлем менән ҡайҙалыр ер аяғы ер башында ятҡан, тик тарих дәреслектәре буйынса ғына таныш булған мөһабәт пирамидалар илендә булып ҡайттым.
...Ҡыҙыл диңгеҙ буйында урынлаш­ҡан Хургада ҡалаһының дүрт йондоҙло “Рома” отеле беҙҙе хәстәрлекле хужа кеүек ҡаршы алды.
Һау кешегә ун көн нимә инде? Төрлө ергә экскурсияға йөрөү, урындағы халыҡтың тормош-көнкүрешен күҙәтеү, көн һайын эҫе ҡомда ҡыҙыныу, диңгеҙҙә катерҙа йөҙөү, дельфиндарға һоҡланып, ығы-зығы килеү – барыһы ла матур бер төш кеүек онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Шуға ҡарамаҫтан, тыуған яғымды, ауылымды, балаларымды юҡһынып та өлгөрҙөм һәм тиҙҙән үҙ илебеҙгә юлланасағыбыҙҙы тойоу ғына күңелгә тыныслыҡ тойғоһо килтерә ине.
Бына беҙ юлда. Һау бул, бөйөк фирғәүендәр иле!
Ләкин был сәйәхәтемдән иҫемә төшкән һайын күңелемде борсоған, йөрәгемде һыҙлатҡан мәңге сиселмәҫ сер, мәңге бөтмәҫ уй алып ҡайттым.
...Моңһоу йөҙлө, зәңгәр күҙле йәш ҡатынды Ҡыҙыл диңгеҙ буйындағы пляжда осраттым. Пляж ҡала кешеләре һәм туристар өсөн айырым билдәләнеп, диңгеҙгә тиклем сетка менән бүлеп ҡуйылған. Ҡыҙыҡһыныусан балалар, йәштәр ике яҡҡа ла инеп-сығып йөрөй. Туристар яғында халыҡ мыжғып тора. Иғтибар итәм: сетка аръяғында көн һайын ике йәштәр тирәһендәге ҡыҙы менән йәш ҡатын күренә. Ҡатын һыу инмәй, ҡыҙы менән көн үткәрә. Эргәһендәге өҫтәлгә төрлө һут, емеш-еләк ҡуя ла, янындағы кешеләргә лә бик иғтибар бирмәй, күккә ҡарап уйланып тик ята. Ә ҡыҙыҡайҙың бер ҡайғыһы юҡ, йүгерә, көлә-шаяра, уйнай. Көн дә ошо хәл ҡабатлана.
Шулай ҙа бер көн түҙмәнем, диңгеҙ ситенән генә ялан аяҡ һыу кисеп, сетканы урап, яндарына барҙым. Русса һүҙ ҡуштым, иҫәнләшеп, һөйләшеп киттек. “Русса һәйбәт һөйләшәһең, һин ҡайҙан?” – тип һораным. “Мин Украинанан”, – тине ҡатын.
– Иптәшең менән эшкә килдегеҙме? – мин һаман ҡыҙыҡһыныуымды дауам итәм. “Юҡ, иптәшем бындағы, ул – ғәрәп”, – тип яуап бирҙе йәш ҡатын. Ҡыҙыҡһыныуым артты, ләкин артабан һорашырға баҙнат итмәйем. Үҙенең һөйләүен көтәм. Күренеп тора: ҡатын кешеләр менән аралашыуға һыуһаған. Артабан ул, ысынлап та, һорағанымды ла көтмәй, үҙенең яҙмышын бәйән итергә тотондо.
– Мин медицина университетын тамамлаған йылда төркөмдәш дуҫтарыбыҙ менән, туристик юллама алып, Мысырға килдек. Көн һайын автобуста төрлө ергә экскурсияға алып йөрөнөләр. Мин тәүге көндө үк иң алдағы ултыр­ғысҡа ултырҙым. Аһ, белһәм икән был урындың яҙмышымды хәл итәсәген! Автобус йөрөтөүсе, был урындың гидтыҡы икәнлеген әйтеп, мине иҫкәртте. Урынымдан тороп китергә булғайным, гид егет: “Торма, торма, ултыр, мин баҫып барам”, – тигәс, алда ултырып, тирә-яҡты күҙәтеп барырға яратҡас, кире ултырҙым. Егет менән ара-тирә һөйләшеп, аралашып барҙыҡ. Ҡайтҡанда ул миңә урынын тәҡдим итте, үҙе, йәнәшәмдә баҫып, тағы ла һөйләшә-һөйләшә килдек. Мине фотоға төшөрөп алды.
Иртәгәһенә пляжға төшһәм, кисәге егет мине күреп, иҫәнләшеп ҡалды. Уға әллә ни иғтибар итмәнем, үҙемә карауат алып, һөйрәй генә башлағайным, егет йүгереп килеп, карауат­ты уңайлы түбәлек аҫтына ҡуйып, йүгереп китеп тә барҙы. Таҫтамал алырға барайым тиһәм, уны ла үҙе үк алып килде.
– Бөгөн иптәшем урынына бында булам, иртәгә һеҙҙең менән Ҡаһирәгә барам, – тип тағы ла бүтән эштәре менән йүгереп китеп тә барҙы.
Ҡаһирәгә төнгө сәғәт 2-лә ҡуҙғалырға тейеш инек. Беҙ иптәш ҡыҙым менән йыйынып сығырға булғайныҡ, ишектә – ҡыңғырау. Асһам, икебеҙгә ике сәскә бәйләме тотоп, баяғы егет тора! Ул үҙен, Мостафа, тип таныштырҙы ла беҙҙе эйәртеп сығып та китте.
Урыным хәҙер билдәле инде. Мин ултырам, Мостафа янымда баҫып килә. Төрлө һорау бирә, мин уларға яуап бирәм.
Был көн шулай үтеп китте. Беҙҙе башҡаса экскурсияға алып йөрөмәнеләр. Мостафа көн дә беҙҙең янда урала. Иптәштәремде лә танып бөттө.
Үҙем дә аңламай ҡалдым: ҡайһы арала был ғәрәп егете миңә шул тиклем яҡын булып китте? Ҡайһы арала ул оҡшай башланы? Һәр хәрәкәте, һәр һүҙе үҙенә килешеп тора. Мин инде уның тураһында күп нәмә беләм: Мостафа армияға барған, институт тамамлаған, уңышлы ғына эшләп йөрөй. Ауыл малайы, ғаиләләрендә һигеҙ бала, ул иң өлкәне, туғандары өсөн үҙен яуаплы тоя. Шуға ял көндәрендә лә эшләй. Кис клубта кисәләрҙе лә ойоштороусы, үҙе бик матур бейей.
Ҡайтырға дүрт көн ваҡыт ҡалғас, Мостафа, бөтөн иптәштәремде аптыратып, ғәләмәт ҡыйыулыҡ эшләне – ул миңә тәҡдим яһаны!
– Уйла, һиңә өс көн ваҡыт, – тине ул. Ә мин уйланым-уйланым да, үҙем дә аңламайым, риза булдым да ҡуйҙым! Әле лә башым етмәй: нисек риза булдым, нисек бында ҡалдым?
Әсәйемдәргә, бер йыл эшләп ҡайтам, тинем.
Мостафа мине ауылдарына алып ҡайтты. Уларҙың телен аңламайым, улар – мине. Ата-әсәһе риза, сөнки уларҙан ҡалым һораусы юҡ. “Беҙҙең дингә күсәһеңме?” – тигән һорау ғына булды. Ул турала беҙ Мостафа менән аңлашҡайныҡ инде. Өс йылһыҙ миңә илемә ҡайтырға ярамағанын да әйттеләр.
Шулай итеп, ғәрәп килене булып, иптәштәремдән айырылып тороп ҡалдым.
Атайым – уҡытыусы, әсәйем – табип. Мин – уларҙың яңғыҙ ҡыҙҙары. Улар менән телефондан һөйләшеп торабыҙ. “Эшкә төштөм”, – тигән булам. Бер йылдан һуң ғына, ҡыҙым Оля тыуғас, бар ҡыйыулығымды йыйып, әсәйемә кейәүгә сығыуым, ҡыҙым тыуыуы тураһында әйттем. Ул телһеҙ ҡалды. Биргән тәүге һорауы: “Ҡыҙың ниндәй төҫтә?” – булды. “Аҡ йөҙлө, зәңгәр күҙле”, – тигәс, “Аллаға шөкөр”, – тип ҡуйҙы.
Ҡыҙыма дүрт ай тигәндә, әсәйем килеп төштө. Бергәләп ҡәйнәмдәргә барҙыҡ. Ике ҡоҙағый, бер-береһен аңламаһа ла, бүләктәр бирешеп, йылы хистәр менән айырылышты. Әсәйемдең уйы ҡыҙым менән мине алып ҡайтыу ине. Уның ниәтен белгәс, Мостафа миңә шундай итеп ҡараны: уның күҙҙәрендә сикһеҙ һағыш та, өмөт тә сағыла ине. Уға төбәлдем һәм уны ҡалдырып китә алмаҫымды аңланым. Әммә һыр бирмәҫкә тырышып: “Өс йылдан һуң ҡайтам, бәлки, кире килмәҫмен”, – тигәс, әсәйем тынысланып ҡайтып китте. Үҙе Мостафаны оҡшатты.
Быйыл миңә егерме биш йәш тула, икенсегә әсәй булырға йыйынам, бергә йәшәүебеҙгә лә өс йыл була. Әммә хәҙер тыуған илемә юл ябыҡ. Килһә, әсәйем генә килә алыр. Украинамды телевизорҙан ҡарап хайран ҡалам, ундағы хәл-ваҡиғаларға ышана алмайым. Хәҙер унда мин йәшәгән йорт юҡ, урынында – ҡара күмер, емереклектәр... Әсәйемдәр икенсе ҡалаға күсеп киткән.
Мостафа ла хәҙер тыуған илемә ҡайтыуыма ҡырҡа ҡаршы. Китһәң, һин Оля менән китерһең, мин улым менән ҡалырмын, ти. Икеһен дә ебәрһәм, кире килмәй ҡуйырҙар, тип ҡурҡалыр инде. Әле ҡулыма ла алмаған улымды нисек ҡалдырып китермен инде, тип тә бошонам.
Мостафаның кәңәшен тотоп, ҡайтып йөрөмәҫкә лә уйлайым, әммә ҡайһы саҡта түҙә алмаҫтай булып китәм. Хәҙер әсәйем дә бик саҡырмай, юл төшһә, тағы үҙем барып сығырмын, ти.
Ҡайнымдарҙың да Оляны ебәргеләре килмәй. Улар ҡыҙымды бик ярата. Мостафа ла Оля өсөн үлеп тора, уны үҙе йыуындыра, кейендерә.
Оля минең өсөн генә Оля, уның ысын исеме Мәрйәм, ә мин Полинанан Ғәйшәгә әйләндем. Тормошобоҙ иркен, Мостафа аҡсаны күп таба, шулай ҙа фатирыбыҙ юҡ, түләп торабыҙ. Мостафа көнө-төнө эштә, беҙҙең янда бик һирәк була, күп ваҡыт ҡыҙым атаһын күрмәй ҡала, һағына. Көн үтмәй, шуға ошонда киләбеҙ. Ауылға барыр инек, унда минең менән аңлап һөйләшеүсе юҡ. Ҡыҙым ике телде лә аңлай, атаһы менән тик ғәрәпсә һөйләшә, ә минең менән – русса. Тиҙҙән Оля миңә ғәрәпсә өйрәнергә ярҙам итер, тип ҡайһы саҡта үҙемде йыуатам. Күп уйланам, уйланырға ваҡыт етерлек. Хатта ҡайһы мәлдәрҙә, Олямды ла онотоп, уйҙар диңгеҙенә сумам да тертләп китәм. Минең йәнемдең бер киҫәге – Олям бар бит әле бында, тип үҙемде үҙем тынысландырам. Ауылға барыр­ға йыйынһаҡ, Мостафа бүләк иткән ғәрәп ҡыҙҙары кейгән матур ебәк күлдәгемде кейеп барам. Минең шулай кейенеп барыуымды ҡәйнәм дә бик оҡшата. Беҙ барып инһәк, ни биреп, ни ҡуйырға белмәй өтәләнеп китә.
Йыш ҡына атай-әсәйемде уйлайым, уларҙы күҙ ҡараһылай ғына итеп үҫтергән яңғыҙ ҡыҙҙарынан яҙҙырыуыма ҡайғырам. Бала сағымды һағынып, уйланып, күҙ алдарымдан үткәрәм. Атайымдың мине яратып күккә сөйөп алыуы, әсәйемдең наҙлап ҡына көн һайын оҙон сәстәремде үреп, матур таҫмалар бәйләп ҡуйыуы иҫемә төшә. Улар мине киләсәктә балалар табибы итеп күрергә теләй ине. Ә бына нисек килеп сыҡты.
– Һин яңғыҙһың, беҙҙең балаларыбыҙ күп буласаҡ, – ти Мостафа.
Ул миңә ҡарата бик иғтибарлы. Өйҙә сағында бөтә эште лә үҙе башҡарырға тырыша. Ҡайтһа, бүләкһеҙ ҡайтмай – мине алтынға күмде. Тик мин биҙәүестәргә бик ҡыҙыҡмайым. Ике ут араһында йәшәгән кешегә алтын ни ҙә, баҡыр ни.
Ғаиләләрендә иң ҙуры булғас, Мостафа бөтә эште лә белә. Бик тәмле итеп ғәрәп ризыҡтарын әҙерләй. Өйҙә лә бөтә мәсьәләне үҙе хәл итә. Уға ҡайһы ваҡыт, шаяртып: “Һин минең өсөн дә уйлайһың, хатта миңә уйларға ла урын ҡалдыр­майһың”, – тим.
– Шулай кәрәк, һин борсолоп йәшәргә тейеш түгелһең. Минең өсөн иң ҡәҙерле, иң яҡын кеше – һин. Алла бүләге бит һин миңә, – тип яуап бирә.
Мостафа үҙе лә – минең өсөн иң яҡын кеше. Уны ҡалдырып китә алмам кеүек, мин Мостафаһыҙ тормошомдо хатта күҙ алдына ла килтерә алмайым.
Полина бер аҙға тынып ҡалды. Мин уны ауыр уйҙарынан арындырыр өсөн Моста­фаның туғандары тураһында һорашам. Ҡатындың һөйләгәндәренән түбәндәге­ләрҙе аңланым.
Уның өс ҡустыһы бар: Мәжит, Мөхәммәт, Мөждәбә. Ике бәләкәс ҡустыһы уҡый алмаған, сөнки уҡыу түләүле. Малайҙар белем ала алмаһа, армияға ла бармай, эшләргә мәжбүр икән. Өлкән ҡустыһы армияла, ике бәләкәйен Мостафа отелгә официант итеп урынлаштырған. Бер-береһенә ял биреп, алмашлап эшләп йөрөйҙәр. Ғаиләлә барыһы ла бик егәрле, эш яраталар. Аталары ла бик аҡыллы, уңған кеше.
Бында ер алыуы ауыр, шуға ла Мостафаның атаһы малайҙарына өйҙө үҙҙәренекенә өҫтән ялғап, ҡатлап, һәр береһенең өйөнә тыштан инмәле итеп эшләй икән. Бер ул ғына түгел, ер ала алмаған бөтә кешеләр шулай итә, имеш. Өйҙө тыш яҡтан матурлап тормайҙар, йәшәр мөйөш булһа еткән, тип иҫәпләйҙәр. Мал тоталар, ер эштәре менән булалар. Һеңлеләре әсәләре менән өй эсендәге эштәрҙе башҡара.
– Һеҙгә мин бик өйрәнеп киткәйнем, ҡайтып китһәгеҙ, ҡыйын булыр инде. Әсәйем кеүек яҡын күреп өлгөргәйнем. Мостафаға ла һөйләнем һеҙҙең турала. Ул да осрашырға теләгәйне, килеп сыҡманы, иртәгә яңы турис­тарҙы ҡабул итә, килә алмай, – тип ҡуйҙы беҙгә ҡайтырға ике көн ҡалғас Полина. – Үҙем иртәгә тағы килермен, һеҙҙең менән хушлашып ҡалырмын.
Ләкин иртәгә лә, унан һуңғы көндә лә Полина күренмәне. Бәлки, ул дауаханаға улын табырға киткәндер?
– Ҡайҙа ғына йөрөһәң дә, ҡыҙың хаҡына, тыуасаҡ улың хаҡына, Мостафаң хаҡына, ата-әсәң хаҡына иҫән-һау бул инде, – тип уйланым, самолетҡа инеп ултырғас та. – Һиңә мин бер ниндәй кәңәш тә бирә алманым. Хоҙай сабырлыҡтар ғына бирһен инде, Мостафаң менән тиң йәшә, бәхетле бул! – тип доға ҡылдым.
Хуш, Полина-Ғәйшә, хуш, Оля-Мәрйәм! Хуш, Мысыр! Тыуған иленән ситтә зарыҡҡан Полинаға, зинһар, миһырбанлы бул, бөйөҡ пирамидалар иле!

Фатима ҺИБӘТОВА.
Әбйәлил районы,
Рысҡужа ауылы.

Сығыу ваҡыты 17-02-2018, 07:00 | Ҡаранылар: 474
|
  • Һөйөү булдымы был, әллә …
  • Нимә булды һуң? (Бер йәш ҡатындың һөйләгәне буйынса)
  • «Исемең мансур булмаһа…»
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Хоҙайым ярҙам итте!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Ҡолаҡ һал!
  • Ҡорбанлыҡ урлыҡ менән килмәгәнме? Тикшерегеҙ
  • Организм нимә хаҡында иҫкәртә?
  • Һуңлап килгән аҡыл
  • Таңым нуры инең
  • Тәүге һөйөү шундай ҡыҫҡа булды
  • «Уҡыусың рәхмәтле булһын»
  • «Салауат Юлаев» - «Локомотив»! Кем-кемде?
  • Күп балалы бәхет
  • Тормош үҙе йәшәргә өйрәтә



  • Радио Юлдаш FM