RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Икенсе мөхәббәт

20.01.2018 Икенсе мөхәббәт

Икенсе мөхәббәт
йәки Зәлиә менән Мансурҙың Яңы йыл алды мажаралары

– Ҡатын-ҡыҙҙар ҡыҙыҡ бит ул, – шыршыға гирлянда элеп йөрөгән Мансур* көлөп ҡуйҙы, – ерле юҡтан үҙҙәре әллә нимә уйлап сығарып, үҙҙәрен үҙҙәре ҡыҙҙырып, көйҙөрөп, ҡаңғырып, алйып, һуңынан беҙҙе лә алйытып бөтөрәләр.
– Эйе, шулай икән, ти, – аш бүлмәһенән Зәлиәһе тауыш бирҙе. Ике күҙе бешереп йөрөгән бишбармағында булһа ла, ике ҡолағы беҙҙә икән.
– Шулай-шулай, – Мансур аш бүлмәһе яғына күҙ ҡыҫты, – һуң бына, һине генә алайыҡ, Зәлиә. Былтыр, Яңы йыл алдынан булған хәлде иҫлә әле. Мин бер нисә сәғәткә генә һуңлағанға ла һин минән ваз кисеп, күләгәмде ҡырҡ сүрәткә индереп әрләп бөткәйнең дә баһа.
Һыны ҡатып көлгән Зәлиә, башындағы яулығын һыпырып, түҙмәй яныбыҙға килеп сыға:
– Килешелгән ваҡытҡа килмәгәс, телефоның яуап бирмәгәс, башҡа ниндәй генә уйҙар килмәне шул.
– Ана шуны әйтәм дә һуң, – Мансур гирлянданы ҡабыҙғайны, аллы-гөллө кескәй уттар емелдәп күҙ яуын алды. – Һеҙ ҡаңғырырға яратаһығыҙ шикелле, нервыларығыҙҙы ҡуҙғытып алырға сәбәп кенә кәрәк.
Зәлиә менән Мансурҙың өйләнешкәндәренә бер йыл да булмаған әле – мартта үтте никахтары. Икеһенең дә икенсегә ғаилә ҡороуҙары. Мансурҙың тәүге никахынан балаһы бар, ә Зәлиә, беренсе иренән бала таба алмай йөрөгән ҡатын, ниндәйҙер мөғжизә менән Мансурҙан ауырға ҡалып, ҡыҙ тапты. Бер-береһенә һөйөп ҡарап, аш табыны артында сөкөрләшкән ошо икәүҙең табышыу-ҡауышыу тарихтары миңә лә мәғлүм – үҙҙәре һөйләне.
Зәлиә
– Ун биш йәшемдә Сабир исемле егеткә ғашиҡ булғайным. Училищеға уҡырға инеү менән икенсе курста белем алған егетте күреп, төн йоҡомдо юғалттым. Һөйкөмлөлөгө! Тештәре тип-тигеҙ генә, йылмайғанда күҙҙәре генә түгел, битендәге уймаҡтары ла көлә. Уның янынан үткәндә, йөрәгем күкрәк ситлегенән һикереп сыға яҙа, аяҡтарым бер-береһенә сырмалып эләгә, саҡ абынмайым. Сабирға ҡарарға ла ҡурҡам үҙем, битем ут булып яна. Ләкин ҡарайым да ҡуям бит, хәйер­һеҙ. Бер аҙҙан бөтәһе лә минең уға битараф булмауымды аңғарҙы, төрттөрә, көлә башланылар. Ә ул егеттең йөрөгән ҡыҙы бар, уныһы өсөнсө курста уҡый. Шул ҡыҙ бер көн мине ятаҡ артына саҡырмаһынмы! Үҙ-ара “разборка”ларҙы егеттәр ҙә, ҡыҙҙар ҙа шунда үткәрә. Ҡыҙҙар, шул һине “стрелка”ға саҡыра, тип килеп әйткәс, ҡойолдом да төштөм, шулай ҙа әхирәттәр алдында һыр бирмәҫкә тырыштым, ярар, килермен, тинем. Ә үҙемдең ҡурҡыуҙан тубыҡтар ҡалтырап китте, шыр ебәрҙем. Әллә хәҙер үк ҡасып ауылға ҡайтып китергәме икән, тип дерелдәнем. Бүлмәләш ҡыҙҙар, бер үҙеңде ебәрмәйбеҙ, беҙ ҙә барабыҙ, тиҙәр. Вахта янында тәрбиәсе күреп ҡалды бит беҙҙе (бәхетебеҙҙән, тим, юғиһә эш ни менән барып бөтөр ине – уныһы бер Хоҙайға ғына билдәле). Тәрбиәсе – уҫал мәрйә беҙҙе, ятаҡта йәшәүселәрҙе, бер таҡтаға баҫтыра, унан барыһы ла ҡурҡып тора.
– Төнгә ҡарай ҡайҙа киттегеҙ? – тип гөрһөлдәне тауышы.
Ыҡ-мыҡ килдек.
– Саф һауа һуларға, – тигән булдыҡ.
– А ну марш бүлмәгеҙгә! Саф һауа кәрәк булған икән берәүҙәргә, – тип ҡысҡырып ебәргәйне, өҫкө ҡатҡа елдереп менеп киткәнде һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ.
Беҙҙе тәрбиәсе бүлмәһенә саҡырҙылар. Унда мине “стрелка”ға саҡырған ҡыҙҙар ҙа бар, баштарын эйеп, стена буйындағы ултыр­ғыстарҙа ҡарлуғастар ише теҙелешеп ултыралар ине. Тәрбиәсе беҙҙе бер сәғәт буйына тиерлек “тәрбиәләне”. Атай-әсәйҙәрегеҙҙе саҡыртам, тип тә ҡурҡытты, уҡыуҙан ҡыуылғығыҙ киләме, тип тә йөрәккә ут һалды, әлүктән егеттәр өсөн һуғышып, үҙ абруйығыҙҙы төшөрәһегеҙ, ундайҙарҙы кем ихтирам итһен, һеҙ бында егет баҫтырырға килдегеҙме әллә белем алырғамы, тип тә ҡыҙған табаға баҫтырҙы. Ҡыҫҡаһы, илашып ҡайтып йоҡланыҡ. Эшкәртеү ныҡ тәьҫир иткәндер, һөйкөмлө йылмаяҡ егеткә башҡаса әйләнеп тә ҡараманым, яуапһыҙ һөйөүҙән һыҙланған йөрәкте усҡа йомарлап, башкөлләй уҡыуға сумдым. Сабир шул ҡыҙ менән йөрөп-йөрөп, һуңынан уныһы ауырға ҡалып, өйләнешеп ҡуйҙылар. Ә иң ҡыҙығы шунда: уҡып бөтөп, мине йүнәлтмә менән эшкә ебәргән ерҙә Сабирҙың бер туған ағаһы эшләй ине, һәм ул мине оҡшатып, дуҫлашып киттек. Аҙаҡ яратышып, сәстәрҙе сәскә бәйләнек. Әлбиттә, үҫмер саҡтағы кеүек ярһыу хистәр кисермәнем, нисектер тыныс ҡына һөйҙөм иремде. Ул да мине шулай дөрләмәйенсә генә яратты. Бәхетле йәшәр инек, әгәр ҙә балабыҙ булһа. Ләкин бер нисек тә балаға уҙа алманым. Сәбәп үҙемдә булғас, бала һөйөргә ымһын­ған иремде үҙем айырып ебәрҙем. Һин бәхеткә лайыҡлыһың, тинем. Ул, ысынлап, бәхетле булырға лайыҡлы кеше. Бар зат-зәүерҙе, таныш-белештәрҙе хайран итеп, айырылыштыҡ. Айырылышыу тураһында документ алып ЗАГС-тан сыҡҡас, бер-беребеҙҙе ҡосаҡлап үкһеп иланыҡ... Уның хәҙер ике балаһы бар, ҡатыны менән һәүетемсә генә йәшәп ята. Ҡайһы саҡ осрашҡанда, һаулыҡ һорашып баш ҡағып, миңә мөлдөрәп ҡарап үтә. Туҡтамайым. Аралашҡым килмәй, сөнки бер киҫелгән икмәкте кире йәбештереп булмай, яраларҙы ла ҡуҙғатҡым килмәй. Ышанып арҡа терәрлек, донъя көтөрлөк ир ине ул миңә, ләкин күрәләтә бәхетһеҙ итә алманым үҙен...
Күпме төндәрҙе яңғыҙым үткәргәнмендер, осона сығырлыҡ түгел. Ир-егеттәр осраманы түгел, осраны, ләкин борсағыбыҙ бешмәне. Йөрөмтәл булманым, исемем сыҡманы. Алтын тауҙар вәғәҙә итеп, һеләгәйҙәрен ағыҙып артымдан оҙаҡ йөрөгән берәү минең менән төн уҙғарғас, зым-зыя юғалды, башҡа килмәне лә, шылтыратманы ла, шылтыратыуыма, смс-хәбәрҙәремә яуапламаны. Ныҡ ҡыйын булды. Әйтерһең дә, яңғыҙ булғас та, минең менән шулай уйнарға була. Унан һуң үҙемде бысраҡҡа батҡандай тойҙом. Нишләп мине ошо хәлгә төшөрҙөң, тип, яҙмышыма рәнйеп иланым. Ә Мансур менән эш буйынса таныштым. Тәүге тапҡыр күрешкәндә бер ниндәй ҙә тойғолар уятманы. Киң яурынлы, буйсан ир минән йәшкә бәләкәсерәк булған­ға, ахыры. Бергә эшләгәндә уның йомшаҡ мөғәмәләһен, хәстәрлеген, күҙгә ташланып бармаған иғтибарын тәрбиәлелегенә һылтаным. Мине айырып ҡарауын үҙе лә белдермәҫкә тырышты. Шулай ҙа тартылғанын тойҙом, һирпелеп ҡарауынан күңел тертләп-тертләп китте. Бер көн һөнәри байрамды билдәләргә коллектив менән ял йортона барҙыҡ. Айырым өҫтәлдәр артында ултыр­ҙыҡ, мин бейенем, уйнаным, ә ул бер уйында ла ҡатнашманы, бейергә төшмәне. Етәксе менән бейегәнемде күреп, Мансур бер заман бөтөнләй залдан сығып китте. Артынса эйәрҙем.
– Ҡайҙа киттегеҙ? – тим.
– Мунсаға, – ти, – администратор егет, мунса яҡтырҙығыҙ, берегеҙ ҙә төшмәйме ни, тигәс, барырға булдым.
– Иптәшкә барам, ишекте элмәҫһегеҙ, – шаяртып көлдөм.
– Ярай, көтәм, – киң йылмайып, дәртле баҫып китеп барҙы. Таңға табан барыһы ла иҫерешеп, йырлап-бейеп арып, йоҡларға таралышты. Мин әйберҙәремде алдым да, мунсаға йүгерҙем. Ҡаршыма Мансур осраны:
– Нишләп килмәнегеҙ? Мин һеҙҙе көттөм, – ти.
– Бына китеп барам, моғайын, мунса һыуынмағандыр, – тип, һөйләшеп тә тормай, мунсаға елдерҙем.
– Иптәшкә барам! – тип арттан ҡысҡырғас,
– Килегеҙ һуң! – тип яуапланым. Рәхәт ине миңә. Байрамса кәйеф уның менән шаярыу­ҙан уғата күтәрелде, күңел елкенде. Һәм ул килде... Бына ҡасан ҡупты тойғолар дауылы! Был ир менән ҡатындың араһында булған ябай яҡынлыҡ түгел ине, һөйөү ялҡыны икебеҙҙе ле ялмап алды, шаштырҙы, башты әйләндерҙе. Айыҡ килеш! Икебеҙ ҙә тамсы ла эсмәгәйнек, ә иҫерҙек! Бер-беребеҙҙән иҫер­ҙек. Беренсе ҡушылғандан уҡ ауыр­ға ҡалдым, һөйгәнемдән бала таптым. Шул күктәр тарафынан бүләк ителгән мөғжизә түгелме ни?
Мансур
– Йәш саҡта дуҫым Айрат менән Асия исемле бер һылыуға ғашиҡ булғайныҡ. Асия дуҫымды һайланы. Мин өсөнсө булып ут йотоп йөрөнөм яндарында. Асия бар яҡтан килгән, әммә шул тиклем ҡыҙғансыҡ, үсексән! Айрат урамда берәй ҡыҙ менән һаулыҡ һорашһа ла, кем ул, тип быуынына төшә, төпсөнөп аптыратып бөтөрә. Хатта мине лә Айраттың шымсыһындай күреп, һорауҙар биреп йөҙәтә. Саҡ ҡына нимәнелер оҡшатмаһа, үсегә лә ҡуя, һөйләшмәй, артын ҡуйып, уймаҡ иренен тумһайта. Айрат эй инәлә, эй инәлә, йөҙ һыуын түгеп бөтә. Ләкин сабырлыҡтың да ҡырыйы була икән. Дуҫымдың да түҙемлеге шартлап һынды, буштан бушҡа үсеккән Асияға хәтәр йәне көйөп, уның менән араларын өҙҙө лә, күршеләрендә үҫкән ҡыҙға тәҡдим яһап, шуға өйләнде лә ҡуйҙы. Аңына килгән Асия Айрат артынан йүгереп йөрөп, күҙ йәшенә мансылып ғәфү үтенеп ҡараны ла, дуҫым ыҡҡа килмәне. Эш эшләнгән, артҡа китеш юҡ, тип ҡырт киҫте. Күрше ҡыҙ менән бик матур ғаилә ҡороп, гөрләтеп йәшәп киттеләр. Асияны йыуатып йөрөй торғас, беҙ ҙә өйләнештек. Ләкин минең яҡтан яратыу булыу менән ни, уның яғынан һөйөү булмағас... Ғаилә арбаһы алға тәгәрәмәне. Битарафлығынан, һалҡынлығынан йән өшөнө. Бала тапҡас, бәлки, хәлдәр көйләнер, тип өмөтләнгәйнем дә, булманы. Йәшәй бирә ул минән бөтөнләй ытырғана башланы. Айырым ятып йоҡлайбыҙ, яҡынлыҡ тураһында һүҙ ҙә юҡ. Баланы гел этеп-төрткәс, йүнләп ҡарамағас, ата-әсәһенә алып барҙым. Бер көн асыҡтан-асыҡ, мин һине яратмайым, тигәс, сығып аҫылынырға ғына ҡалды. Шул мәлдә тормошома Зәлиә килеп инде. Атлауҙарынан, һөйләшеүҙәренән ялҡын бәрелеп торған ҡатынды тәү тапҡыр күргәс тә тыным ҡурылды. Ә ул мине күрһә – күрә, күрмәһә – юҡ, эше менән булып тик йөрөй. Аңғармай һаулығымды алмай үтеп китһә, йөрәгем әрнеүҙән һыҙылып китә. Хис-тойғоларға ирек бирмәҫкә тырышып, үҙемде оҙаҡ теҙгенләргә маташтым, ләкин урғылып барған янартау­ҙы тотоп булмағандай, уға булған һөйөүем дә ташты ла торҙо. Байрам кисәһендә башҡаларҙың уның менән бейегәнен, ҡолағына эйелеп шыбырлағандарын күреп, йөрәгем ярыла яҙҙы. Мин генә ҡағылырға тейеш инем уның ҡулдарына, биленә... Шулай өтөлөрмөн тип кем уйлаһын?
Зәлиә ауырға ҡалыуы тураһында хәбәр итеү менән, ҡатыным менән айырылышыу хаҡында һүҙ ҡуҙғаттым. Ҡыуанып риза булыр, тигәйнем, ҡайҙан... Оло ғауға ҡупты. Өйҙә ватмаған һауыт-һаба ҡалманы. Һин бит мине яратмайһың, нишләп улай ҡыланаһың, тиһәм, яратмаһам ни, бының ни ҡыҫылышы бар, беҙ бергә булырға тейеш, ти. Аңламаҫһың ҡатындарҙы... Бер нигә ҡарамаҫтан, Яңы йылды бергә ҡаршыларбыҙ, шыршы менән киләм, көт, тип Зәлиәгә шылтыраттым. Әйбер­ҙәремде йыйып, өйҙән сығып киттем. Ҡатыным артымдан, машинаңда суҡынып, ҡаҙалып ят, тип ҡарғап ҡалды. Бошонманым, сөнки һөйгәнем янына юлланғайным. Юлда шыршы һатып алдым. Инде барып етергә саҡ ҡына ҡалғайны, тәгәрмәс тишелде. Уны алмаштырып йөрөгәндә телефоным төшөп ҡалған (быны аҙаҡ ҡына белдем). Ҡуҙғалдым тигәндә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспектор­ҙары туҡтатып, шыршыға квитанция күрһәтеүемде талап итте, “Шыршы” операцияһы бара, тиҙәр. Ә мин ашығып, квитанция алырға онотҡанмын. Квитанция булмағас, мине бүлеккә алып киттеләр. Зәлиәгә шылтыратып, иҫкәртәйем тиһәм, телефон юҡ. Ә номерын ятламағанмын. Тәүтикшереү бүлегендә аңлатма яҙғансы, такси саҡыртып, таксисты квитанция алып килергә өгөтләп күндереп (мине сығармайҙар бит), уның кеҫә телефонына үҙемде фотоға төшөрөп, һатыу­сыға яҙыу яҙып, квитанция һоратып алғансы, ярты ғүмер үтте, минең сәс ағара яҙҙы. Сөнки һатыусы, әлбиттә, ҡайтып киткән булған. Сәсрәп үлмәйһеңме шунда... Тәүтикшереү бүлегендә эшләгән ҡатын ултыра торғас, мине йәлләне, үҙе һатыусыны эҙләп табышты. Уны килтереп, унан да аңлатма алдылар. Шыршым менән Зәлиәгә килеп етеүемә ул илауҙан шешенеп бөткәйне. Минән ваз да кискәйне, алданы, тип әрләп тә бөткәйне... Ә һуғышҡа барып, юғалһам, нишләрһең, тип шаяртҡайным, ҡото осоп, иҫен юғалтып йығылды ла ҡуйҙы. Минең өсөн бер кем һис ҡасан шулай йән атҡаны булманы. Хәҙер эштә әҙерәк һуңлаһам, “Шыршы” операцияһы” тип иҫкәртәм, йәнәһе лә, юғалтма, һуңлайым, ләкин барыбер ҡайтып етәм...
Бына ошо икәү, дөрөҫөрәге, өсәү – бишектә мышнаған сабый ҙа бар бит – донъяны нурлыраҡ иткәндәй. Бәхеттәре ташып торғанға шулайҙыр.
Баныу ҠАҺАРМАНОВА.
* Бөтә исемдәр үҙгәртелде.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»