НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Яҙмыштарҙы, зинһар, боҙмайыҡ

Яҙмыштарҙы, зинһар, боҙмайыҡ


Яҙмыштарҙы, зинһар, боҙмайыҡКабинет ишеге асылып китеүгә башымды күтәр­ҙем. Унан килеп ингән Неллиҙы күреү менән нимәлер булғанын аңланым. Ғәҙәттә, ул атлап түгел, осоп йөрөй. Ишекте асыу менән хәбәрен теҙә башлай: курс старостаһы булараҡ, һәр саҡ ниндәйҙер мәшәҡәттәрҙе хәл итеп йөрөгән була ул. Йомошо араһында хәлдәрҙе һораша, сумкаһынан мотлаҡ бер нисә тәмле кәнфит сығарып алға һала, үҙ һөнәрҙәрен дә рекламаларға онотмай. “Гөлдәриә, кисә бик шәп маска яҙҙыртып алдым, әйҙә, был ялда битеңде таҙартып алайыҡ! Рәсимә, һәр йылдағыса, массаж эшләр ваҡыт етеп килә, давай, минең ваҡыт иркенерәк саҡта йөрөп ал. Флорида Ра­ви­левна, маникюр кәрәкмәйме?”
Был тырыш һәм уңған ҡыҙға ҡарап һоҡланмаған кеше юҡтыр. Тик “бишле” билдәләренә генә уҡып йөрөй, төрлө концертта ла, студенттар сараһында ла ҡатна­шыр­ға өлгөрә, етмәһә, тәжрибә туплау маҡсатында бушлай тиерлек медицина үҙәгендә һөлөк һала. Ғәҙел, урыны менән тура һүҙле ҡыҙҙы курсташтары ике йыл элек үк староста итеп һайланы. Милләте менән әрмән ҡыҙы, атаһы бынан 30 йыл элек Коммунистар партияһы юлламаһы менән Өфөгә эшкә ебәрелгән. Ике йылдан ул бала саҡта уҡ йәрәшелгән ҡыҙға өйләнеп, уны ла Башҡортостанға алып килгән. Нелли әрмән, рус һәм башҡорт телдәрен һыу кеүек “эсә”. Сөнки аралашыу – рус телендә, ә өйҙәренә яҡын булғанлыҡтан, баш ҡаланың башҡорт мәктәбен тамамлаған. Ә өй эсендә аралашыу тик туған телдә генә икән.
– Нелли, нимә булды? Ауы­рыйһыңмы әллә? – күҙҙәре шешенгән ҡыҙҙың илағаны күренеп тора ине, урынымдан тороп, уға ҡаршы атланым. – Өйөңдә барыһы ла һәйбәтме?
– Тәлғәт Әхмәҙиевич менән конфликт булды ла, дәрестән ҡыуып сығарып ебәрҙе.
– Нимә булды һуң?
– Әҙиләне бөтә курс алдында мыҫҡыл иткәйне, түҙеп ултыра алманым, яҡлап сыҡтым.
Физиология фәненән уҡытҡан был уҡытыусыны бөтә университет яҡшы белә. Кенәсел, ваҡсыл булғаны, кешенән һәр ваҡыт әсе көлөргә яратҡаны өсөн унан күптәр ҡурҡа, студенттар күрә алмай. Матур ҡыҙҙарға битараф булмауы тураһында ла күптән һүҙ сыҡты.
– Өндәшмәй генә үткәреп ебәрерлек түгел инеме? Фамилияңды һорап өлгөрмәгәндер бит?
– Һораны шул. Нисек өндәшмәй­һең, Әҙиләне бит бигерәк фәхишә рәтенә индереп ҡуйҙы... – Нелли илай-илай кабинеттан йүгереп сығып китте.

* * *
Аҙаҡтан белеүемсә, Тәлғәт Әхмәҙи улы аудиторияға лекция башланыр алдынан уҡ килеп инә. Китаптарын рәтләгән, лекцияларын барлаған булып ултырып, ул илленән ашыу студентты күҙәтә. Ни өсөн Әҙиләне күҙ йәшенә батырырға булғандыр, билдәһеҙ, шулай ҙа дәрес башланыу менән уны бар курсташтары алдына баҫтырып ҡуя.
– Был ниндәй күлдәк ул? Һин уҡыр­ға килдеңме әллә эротик массаж салонына эшкәме? Әллә мине үҙ түшәгеңә саҡырыу өсөн шулай кейендеңме? Мин баш тартмайым, әйҙә! Бөгөн кис үк барабыҙмы?
Үҙен яҡлап бер һүҙ ҙә әйтә алмаған Әҙиләгә ҡарап, Нелли үҙе лә ғәрләнеү тойғоһо кисерә. Ни өсөн уҡытыусы тап уға бәйләнергә булған һуң ул? Тубығынан бер иле генә өҫтәрәк күлдәге өсөн ундай һүҙгә барып етеү кәрәк инеме? Араларында университет өсөн бөтөнләй ярамаған кейем менән ултырыусы “текә” студенттар ҙа бар бит. Ә Тәлғәт Әхмәҙи улы һаман тыныслана алмай, ҡысҡырыуын дауам итте:
– Һеҙҙең кеүек ярым шәрә ҡыҙҙар арҡаһында ирҙәр яфалана. Йәшереп йөрөр “байлығығыҙ”ҙы бөтә мирға күрһәтеп, ымһындырып йөрөйһөгөҙ. Шуға ла ир заттарының яртыһы – импотент, яртыһы – маньяк! Был университет, ә порнография сеансы түгел!
Бындай мыҫҡыллауҙы Әҙилә нисек күтәргәндер, әммә ҡатын-ҡыҙға ҡарата ихтирам менән тәрбиәләнгән Нелли өндәшмәйенсә ҡала алмай.
– Тәлғәт Әхмәҙиевич, һеҙ бит тәү сиратта педагог, студенттарға белем бирәһегеҙ. Ни өсөн ҡыҙ кешегә бындай мыҫҡыллауҙар яуҙыраһығыҙ? Әҙиләнең кейеме барлыҡ этикет нормаларына тап килә, хатта һеҙ хаҡлы булған осраҡта ла, шелтәгеҙҙе 60 студент алдында түгел, ә үҙенә генә әйтергә тейешһегеҙ!
– Ниндәй адвокат табылған бында?! Берәү этикет нормаларын беләме? Ә бына һинең был аҡ халатың филгә кейҙерелгән ыштан кеүек күренә. Көҙгөгә ҡарағаның бармы? – уҡытыусы асыҡтан-асыҡ Неллиҙың артыҡ кәүҙә ауырлығына төрттөрҙө. – Фамилияң кем?
– Сулакадзева.
– Бына нимә, Сулакадзева, бөгөнгө көндән медицинаға һиңә юл ябыҡ. Бар, ана, хоҡуҡ институтына, адвокат булырһың. Бик булмаһа, этиканы өйрән. Мин бында эшләгән саҡта һин диплом ала алмаясаҡһың! Был һүҙҙәр һиңә лә ҡағыла, – тип, уҫал ҡарашын Әҙиләгә лә төбәй.
– Ә ни өсөн? Бөгөнгө ҡылығым миңә табип булыу өсөн нимәһе менән ҡамасаулай? Мин училищены ҡыҙыл дипломға тамамланым, өс сессия тик “бишле” билдәләренә генә ябылған. Ғилми-ғәмәли конференцияла Йәмилева менән бергә Башҡортостан данын яҡлап, алтын миҙал алып ҡайттыҡ. Әлегә минең белемем буйынса бер генә лә шелтә булғаны юҡ. Ә инде характерыма килгәндә, күрәләтә бер ғәйеп­һеҙ ҡыҙҙы йәберләгәндә өндәшмәйенсә ҡала алмайым.
– Улай бик аҡыллы булғас, бар, был фәнде үҙ аллы өйрән, имтиханды комиссияға тапшырырһың. Беҙҙең кафедрала эҙең булмаһын! Хәҙер үк аудиторияны бушат!
Был ваҡиғанан һуң Нелли өсөн ҡараңғы көндәр башланды. Польшала үтәсәк студенттар симпозиумына алдан ул барырға тейеш булһа ла, төрлө сәбәп табып, икенсе ҡыҙҙы ебәрҙеләр. Курс старос­таһы вазифаһынан да бушатылды. Был ваҡиғаны тыныс юл менән хәл итер өсөн ҡыҙҙың ата-әсәһе лә, төркөм кураторы ла Тәлғәт Әхмәҙи улынан ғәфү үтенеп ҡараны, тик ул йомшарырға уйламаны ла. Алты дәрескә индермәй, аудиториянан ҡыуылғас, ҡыҙ артабан уҡырға йөрөүҙең файҙаһыҙ икәнен аңлап тора ине. Артабан ул эште университет етәкселеге менән хәл итер өсөн кафедра завучынан, дәрескә индермәүҙәренең сәбәбен күрһәтеп, справка яҙыуҙарын һораны. “Конфликтты икәү-ара хәл итегеҙ”, – тип, ул баш тартҡас, Нелли, барлыҡ хәл-ваҡиғаны аңлатып, ректор­ға ғариза яҙа. Уҡытыусы менән етәксе араһында ниндәй һөйләшеү булғандыр – билдәһеҙ, шулай ҙа артабан ул Неллиҙы дәресенән ҡыуып сығармай. Тик өсөнсө курс аҙағында, хәл иткес имтихандар алдынан, Нелли менән Әҙиләнең практик дәрестәр дәфтәре серле рәүештә юҡ була. Ә уларһыҙ рөхсәт ҡағыҙы бирелмәй. Шулай итеп, ике ҡыҙ баланың яҙмышы хәл иткес мәлдә һына яҙа.
Нелли менән әхирәттәрсә ныҡлы аралашмаһаҡ та, уның көслө рухлы ҡыҙ икәнен белә инем. Был осраҡта ла юғалып ҡалманы, тиҙ арала рәсми ҡағыҙҙар йыйып, Һамар медицина институтына күсте. Әҙилә лә, унан күрмәксе, медицина училищеһына ғариза яҙҙы. уҡыу программаһы тап килгәнлектән, ярты йылдан диплом алды. Хәҙер Нелли менән йыш аралашабыҙ. Диплом алғандан һуң ул баш ҡала дауаханаларының береһендә хирург булып эшләп йөрөй. Бизнеста ла уңышлы аҙымдар яһай: матурлыҡ салоны асып ебәрҙе.
Йәш ҡыҙҙың был еңеүе өсөн һаман да ҡыуанып бөтә алмайым, ауыр хәлгә тарыған таныштарыма һәр саҡ ошо тарихты бәйән итәм. Ярай ҙа ул үҙенең аҡылы, белеме менән тормош һынауҙары алдында юғалып ҡалманы. Ә шундай әшәкелек, хаҡһыҙлыҡ арҡаһында күпме яҙмыш селпәрәмә килеп ватыла, күпме йәш кеше был тормошта үҙен юғалта.
Ә Тәлғәт Әхмәҙи улы һаман да университетта эшләүен дауам итә. Яңыраҡ ҡына “зәңгәр экран” аша юғары исемгә лайыҡ булыуы тураһында сюжет күрһәтелде. “Практик медицинаны ташлап, фән юлынан китеүемә ҡайһы саҡта үкенеп тә ҡуям. Шулай ҙа, йыл һайын университетты тамамлап, ҡулдарына диплом алған йөҙҙәрсә йәш белгестең киләсәктә һауыҡтырасаҡ ауырыуҙары тураһында уйлаһам, ғүмерем бушҡа үтмәне, тигән һығымта яһайым”, – тине ул сығышында. Минең хәтеремә иһә Нелли менән Әҙилә төштө. Күпме ҡыҙ бала әсе күҙ йәштәре түкте икән һеҙҙең бушҡа үтмәгән ғүмерегеҙҙә, уҡытыусы?

Гөлдәриә ВӘЛИТОВА.

Сығыу ваҡыты 24-10-2017, 09:00 | Ҡаранылар: 456
|
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • “Яҡшы табип булыу өсөн яҡшы уҡыу мөһим”
  • Ваҡытында тейешле дауа алырға кәрәк
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • «Диплом эше һатыла. ҠИММӘт түгел»
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн ташламалар һәм пособиелар
  • Кешегә исем бүләк итәләр
  • Иҙел бит ул...



  • Радио Юлдаш FM