НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Ҡапыл бөкһәң, таяҡ та һына

Ҡапыл бөкһәң, таяҡ та һына


Ҡапыл бөкһәң, таяҡ та һына
Ғәлиә менән Фәнил күптән бер-береһе менән таныш. Уртаҡ дуҫтарының ғаилә байрамында осрашып, интернет селтәрендә аралашыу йылдан ашыу дауам итте. Дуҫлыҡтың яйлап мөхәббәт хистәренә әүерелгәнен үҙҙәре лә һиҙмәй ҡалды. Баш ҡаланан 60 саҡрым ғына алыҫлыҡта ятҡан ауылда көн итеүсе ир һөйгәне янына аҙнаһына бер нисә тапҡыр килеп китергә ваҡыт таба ине. Икеһе лә уңышһыҙ ғаилә тормошонда ауыҙҙары бешкәс, тиҙ арала ҡауышыу тураһында уйламаны.
Фәнил оҙаҡ йылдар етәксе урындарҙа эшләгән, донъяһын нығытҡан. Ҡатыны менән ике ҡыҙ үҫтереп, һин дә мин йәшәп ятҡан саҡта аралары боҙолған. Юҡ та, ҡапыл түгел, ҡатыны быға йылдар дауамында әҙерләнгән булған. Иң яҡын дуҫы менән йәшертен генә алты йыл йөрөгәндәр, хатта ҡайһы бер сәләмдәр раҫлауынса, кесе ҡыҙын да унан тапҡан. Айырылышыу мәшәҡәте ваҡытында ике ҡатлы йорттарын залогҡа һалып, ҙур суммалы кредит алғаны ла билдәле булды. Ҡыҫҡаһы, берҙән-бер көндө Фәнил ғаиләһеҙ ҙә, мөлкәтһеҙ ҙә тороп ҡалды. Ҡайғыһынан туҡтамай эскән ир эшенән дә статья буйынса, ҙур ғауға менән бушатылды. Уға ярым ташландыҡ хәлдәге тыуған йортона ҡайтып йығылыу­ҙан башҡа юл юҡ ине. Ике йыл туҡтамай эскән ир бер көн дауахана палатаһында уянып китә. Урам уртаһында иҫһеҙ ятҡан саҡта «Тиҙ ярҙам» машинаһы алып килгән икән. Табиптар уға тағы ла ярты сәғәткә һуңлаһа, мәңгегә инвалид булып ҡалыр инең, тине. Гел иҫерек йөрөгән ирҙең урамда ятыуына тәүҙә бер кем дә иғтибар итмәй, тәне тартыша башлағанын күргәс кенә кемдер кеҫә телефонынан дауаханаға шылтырата. Ауырыу кемгә нисектер, ә Фәнилгә ыңғай тәьҫир итә: ул эсеүен ташлап, үҙендә яңы тормош башларға көс таба.
Ә Ғәлиә япа-яңғыҙы ике балаһын аяҡҡа баҫтырып килә. Баш бирмәҫ, үҙ һүҙле ире Даян бынан һигеҙ йыл элек, ғаиләһен муйындан бурысҡа батырып, вафат булды. Баҙарҙа ит алған саҡта үҙенең алданыуын белгәс, ул иртәгәһен дә шунда барып дөрөҫлөктө яҡламаҡсы була. Ҡатыны күпме генә инәлмәһен, ир уны тыңламай. Ирҙәр араһындағы бәхәс һуғышҡа әйләнә һәм Даян еңешә алмайынса, алыпһатарҙың затлы машинаһына бензин һибеп ут төртә. Аҙаҡ суд, зыян күреүсегә ҙур күләмдә аҡса түләргә, тигән ҡарар сығарғас, ир үҙ-үҙенә ҡул һала. Ғәлиә иренең бурысын түләр өсөн (юғиһә балалары менән фатирһыҙ ҡалыуы бар) уҡытыусылыҡты ташлап, эш хаҡы ҙур булған сауҙа ойошмаһына эшкә урынлаша. Дүрт йыл буйы көндө төнгә ялғап, артыҡ бер генә әйбер ҙә алмайынса, һәр тинде һанап йәшәгәндән һуң, ҡатын саҡ бурыстан ҡотола. Хәҙер ҙә артыҡ еңелдән түгел: улы – мәктәптә, ҡыҙы Башҡорт дәүләт университетында белем ала. Уларҙы кейендереү, уҡыу кәрәк-яраҡтары алыу өсөн байтаҡ аҡса кәрәк. Коммуналь хеҙмәттәр ҙә күп кенә йыйыла. Ә ауыл яғында йәшәгән туғандары булмағас, ит-һөт ризыҡтары, йәшелсә-емеш алыу ҙа ҡиммәткә төшә. Һуңғы арала ҡыҙы менән төнгө сменаға килеп, сауҙа йортонда иҙән йыуырға ла урынлашты. Хеҙмәт хаҡы ҙур, етмәһә, һаҡлау ваҡыты үтеп барған ризыҡтарҙы арзан хаҡҡа алырға мөмкинлек бар. Шулай осон-осҡа ялғап йәшәргә тырышып ятҡан көндәре.
Фәнил менән осраша башлағас, Ғәлиә үҙен оҙаҡ йылдарҙан һуң ҡабат ҡатын-ҡыҙ итеп тойҙо. Сәсен һуңғы мода буйынса ҡырҡтырып, прическа эшләне, урамға сығыр алдынан ирендәрен буяп, үҙен тәртипкә килтерер булып китте. Кейем-һалып алғанда ла арзанлығына түгел, ә кәүҙәһенә килешлеһен, йөҙөн асырлыҡ матур төҫтәгеһен һайланы. Аҡылын юйып ғашиҡ булмаһа ла, иңдәрендә ҡанат үҫеүен тойҙо. Осрашҡанда, телефондан аралашҡанда үҙенең кемгәлер кәрәклеген тойоу, наҙлы һүҙҙәр ишетеү, татлы төндәр – быларҙың барыһы ла уны бәхетле итте. Хыялында ул күптән һөйгәне менән бер йортта көн итеүен күҙалланы. Ҡышҡыһын ҡалала йәшәһәләр, йәйгелеккә ауылға ҡайтып баҡса үҫтерерҙәр, күп итеп ҡош-ҡорт аҫрар­ға ла булыр ине. Бәлки, Фәнилдең күңелен баҫыр өсөн бәпәй ҙә табыр. Хәҙер бит медицина көслө: ҡайһы бер ҡатындар 50-гә етеп килгәндә лә бала таба, ә уға әле 45 тә тулмаған. Парлы булһаң, йәшәүҙәре лә күңелле, донъя көтөүе лә еңел бит ул. Яндырай холоҡло булһа ла, Даян эшкә шәп ине: ғаиләһен бер ваҡытта ла мохтажлыҡта йәшәтмәне. Үлеме генә мәғәнәһеҙ һәм үкенесле булды.
Иртә уңмаған кис уңмай, тигәндәй, Ғәлиәгә ир бәхете татыу яҙманы. Мөнәсәбәттәр һәйбәт кенә барған саҡта, Фәнил тормошон бөтөнләй икенсе юлға борҙо. Ислам институтында уҡып йөрөгән ағаһы менән бер нисә тапҡыр мәсеткә барғандан һуң ул дин юлына баҫыр булды һәм йәне-тәне менән иманға бирелде. Бер яҡтан уйлаһаң, был бик изге ғәмәл, дөрөҫ юл. Харам ризыҡтан, боҙоҡ эштәрҙән алыҫ булып, һәр эште доға менән башлап, көнөнә биш намаҙ уҡыу һис тә яҙыҡ түгел. Тик ул “Донъя, тип – динде, дин, тип донъяғыҙҙы онотмағыҙ”тигән аҡылды онотто. Үҙен фанат дәрәжәһенә еткереп, тәүлек әйләнәһенә дин тәғлимәттәрен өйрәнергә, мосолман ҡанундары буйынса йәшәргә тотондо. Ҡапыл бөкһәң таяҡ та һына, тигән кеүек, Фәнилдең бер сиктән икенсе сиккә һикереүе бер яҡтан көлкө лә, икенсе яҡтан ҡыҙғаныс та күренде. Быға тиклем йәшәлгән ғүмеренең һәр яҙығын барлап, төшөнкөлөккә бирелеүҙәр, элекке хәҙистәрҙең бөгөнгө көндә үтәлмәүен күреп ярһыуҙар, һәр ризыҡтың хәләл булмауына шикләнеүҙәр – быларҙың барыһы ла эҙһеҙ үтмәне.
Ғәлиә өсөн иң ауыры һөйгәненең эргәһендәге кешеләрҙән дә ислам ҡанундары буйынса йәшәүен талап итеү булғандыр. Элекке һағынып осрашыуҙар аҡыл һатыуға, телефондан һандуғастарҙай һайрашыу оло бәхәскә әүерелде. Иң тәүҙә Фәнил ҡатынын мәсеткә уҡырға йөрөргә, намаҙға баҫырға, яулыҡ ябынырға өгөт­ләне.
– Миңә бит ике баланы уҡытыу өсөн тәүлектең 16 сәғәтен эштә үткәрергә кәрәк. Ике ай ялһыҙ эшләп йөрөйөм. Ҡайһы арала ғына уҡып өлгөрәйем һуң? Икенсенән, доғаларҙы белмәйенсә намаҙ уҡып булмай бит. Ярты йыл ваҡыт бир, яйлап өйрәнермен, – Ғәлиә тыныс ҡына иргә үҙ фекерен еткерҙе. – Ә яулыҡ ябыныуға килгәндә, мин быға бөтөнләй әҙер түгелмен. Был йәшәйеште бөтөнләй икенсе юлдан алып китеү тигән һүҙ.
Фәнил үпкәләп ҡайтып китте. Икенсе килгәндә инде ул ҡатындың хәмер һатылған сауҙа йортонда эшләүенән ризаһыҙлыҡ белдереп, икенсе эшкә – йә мосолман кейеме һатылған магазинға, йә хәләл кафеға, бик булмаһа ҡабат мәктәптә уҡытыр­ға күсеүен талап итте. Унда эш хаҡының түбән булыуын әйткәс, Ғәлиә менән тағы бәхәскә инде: “Булғанына шөкөр итеп йәшәй белергә кәрәк. Өсөгөҙгә өс бүлмәле фатир, ашарығыҙға бар, кейер кейемегеҙ ҙә етерлек. Байлыҡ артынан ҡыуырға ярамай, теге донъя тураһында ла уйларға кәрәк!” – тип яуапланы ул. Ә Ғәлиәнең байлыҡ арттырыр өсөн түгел, ә осон осҡа ялғап көн итмәҫ өсөн көнө-төнө эшләүен аңларға теләмәне.
Бәхәстәр күп булды. Ғәлиә күп осраҡта уларҙы көлкөгә һабыштырҙы, өндәшмәй генә үткәреп тә ебәрҙе. Үҙ фекерен яҡлағанды Фәнил яратмай ине. Элек төрлө сараларға бергәләп йөрөһәләр, хәҙер ир шайтан туйы, тип концерттарға, театр­ҙарға йөрөүҙән баш тартты. Эскелек булған ҡунаҡтарға үҙе лә барманы, ҡатынға ла рөхсәт бирмәне. Әхирәттәре төрттөрөп алырға ла күп һораманы: “Ә ниңә ул һиңә улай мөрәжәғәт итә? Ул һиңә кем, иреңме? Тәүҙә өйләнһен, аҙаҡ үҙ тәртибен урынлаштырыр!”
Матур мөнәсәбәттә тәүге ҡытыршылыҡтар барлыҡҡа килде. Мең һорауына бер яуап таба алмай ғазапланған ир уҡырға, өйрәнергә тотондо. Наҙан бала юғары уҡыу йортона барып инеп, белемде ҡайҙан ала башларға белмәгән кеүек, ул да тиҫтәләгән китап араһында аҙашты. Белгәнегеҙҙе кешегә өйрәтегеҙ, тигән һүҙҙәргә таянып, ауылда ла, юлда ла, табындарҙа ла дингә әйҙәй башланы. Уны һүҙҙән туҡтатҡандар ҙа, бәхәскә ингәндәр ҙә, тыңлағандар ҙа (күп осраҡта әҙәп һаҡлап) осраны. Ғәлиә һөйгәне өсөн уңайһыҙланып, кеше араһына сығыуҙан туҡтаны.
Араларын өҙөүгә Фәнилдең Ғәлиә бешергән ашынан баш тартыуы сәбәпсе булды. Ҡатын үҙе эшләгән сауҙа үҙәгенән арзан хаҡҡа һыйыр ите һатып алғайны, һөйгәне киләм тигәс ҡыҙы менән манты бешер­ҙе. Тик телеңде йоторлоҡ ризыҡты ир ауыҙ итергә теләмәне:
– Һыйыр итенән бешерелгән ризыҡ хәләл тигәнде аңлатмай. Барлыҡ шарттарҙы үтәп салғанда, эшкәрткәндә генә ит хәләл булып һанала. Магазиндан кафырҙар эшкәрткән итте алма! – тип әйтеүе булды, быға тиклем түҙеп килгән ҡатын сығырынан сыҡты.
– Ул ит минең хәләл көсөм менән эшләнгән аҡсаға һатып алынды. Хеҙмәттең ояты ла, гонаһы ла юҡ. Кешенекен урламайым, үҙем аҙып-туҙып йөрөмәйем. Өс йыл буйы минең бешергән ризыҡты ашап, никахһыҙ ҡосаҡлап ятып йөрөнөң дә, хәҙер изге булып киттеңме? Ә ни өсөн өйләнеп, мине бар мәшәҡәтемдән азат итмәйһең? Балаларымды уҡытырға аҡса тап, хәләл ризыҡтарҙы үҙең һатып ал, мине аҫра. Көнө-төнө сапмаһам, мин дә доғалар ятлап, динде өйрәнеп өйҙә ултырырмын. Аллаһы Тәғәләнең барлығына ышанам, уға табынам, ул биргән көс менән был тормоштоң һынауҙарын да үтеп киләм, мең шөкөр. Әммә белер белмәҫ көйө минең тормошом менән етәкселек итеп, йәшәргә өйрәтеп йөрөмә! – Ғәлиә күҙ йәштәренә быуылып, йоҡо бүлмәһенә инеп бикләнде.
Бер аҙ илап, күңелен бушатып сығыуға Фәнил ҡайтып киткәйне. Таҫтамалдарын, теш щеткаһын, кейемдәрен алыуға ҡарағанда, бөтөнләйгә, ҡабат килмәҫкә, тип киткәнгә оҡшай. Артыҡ бошонманы ҡатын, һуңғы аралағы хәлдәргә ҡарап, мөнәсәбәттәрҙең ошолай тамамланырын һиҙә ине ул. Тимәк, мәле тап бөгөнгө көн булған. Мантыны йылытты ла, өс тәрилкәгә бүлеп һалды. Көс тупларға кәрәк, иртәгә таң менән эшкә бараһы бар.
– Улым, ҡыҙым! Әйҙәгеҙ табынға!

Гөлдәриә ВӘЛИТОВА.


Сығыу ваҡыты 9-09-2017, 09:00 | Ҡаранылар: 790
|
  • Мәскәү модаһы беҙгә лә еттеме?
  • Атаһына ҡарап улын һөй
  • Тапҡан ризығығыҙ хәләл булһын!
  • Ҡабатланмаҫ яҙмыштар
  • Ураҙа тотаһыңмы?
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Имен хеҙмәт итеп ҡайт, Илгиз!
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!



  • Радио Юлдаш FM