НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Бер уңмаған һис уңмай


Бер уңмаған һис уңмайТимер ишек әллә нисәмә йоҙаҡҡа шатырлатып бикләнде. Дыңҡ итеп шуның ябылыуы, асҡыстың дүрт тапҡыр шығырлап боролоуы мейеһенә генә түгел, тәненең һәр бер күҙәнәгенә йән әсеткес итеп бәрелдеме ни! Ишеккә арты менән торған Гөлния ошо тауышты ишетмәҫ өсөн устарын ике ҡолағына ла терәне. Йән­тәслимгә, башын күкрәгенә ты­ғыр­ҙай булып, ҡолаҡтарын ҡаплап күпме торғандыр – ваҡыт тигән нәмә онотолғайны был мәлдә. Бөтә тәне ҡатып, мускулдарының хәле бөтөп, шыҡһыҙ бүлмәнең берҙән-бер карауатына аяҡтарын саҡ ҡыбырлатып барып ултырҙы. “Иий, илаһым, күрер көндәрем бар икән, Аллам... Ий, Хоҙайым! Ни өсөн мине ошо көнгә төшөр­ҙөң һин? Ниндәй гонаһтарым булды һинең алда? Нишләп кенә балаларымды булһа ла уйламаның?! Кем ҡулына ғына ҡалды инде хәҙер улар, етемкәйҙәрем, алтындарым минең!” – тип үкһеп, ҡаты ка­рауатҡа ауҙы.
Ире ҡапыл ғына үлеп китеп, ҡатын бер үҙе өс бала менән торҙо ла ҡалды! 31 йәш кенә ине бит әле... Йәндәй күргән ирем үлде тип, тормош туҡтап тормай, уның тәгәрмәстәре тәгәрәй генә алға. Күрҙе, үҙенең елкәһендә тойҙо Гөлния яңғыҙлыҡтың нимә икәнен: утынын, бесәнен, һаламын йүнлә, малын-ҡошон ашат, кәртә-ҡураны ипкә килтер, өс баланың икәүһен – мәктәпкә, берәүһен баҡсаға илтеп өлгөрт, тамаҡтарына йүнәт, аҡсаһын тап! Көнө буйы эштә, ҡайтып инһә, өйөндә бөтмәҫ-төкәнмәҫ донъя мәшәҡәттәре менән елеп йөрөп арманһыҙ булып арыһа ла, меҫкен ҡатындың төндәре йоҡоһоҙ үтер ине. Киләсәген уйлап, ҡурҡып, үткәндәрен иҫләп, юҡһынып, илап таңдарын аттырыр булды. Күҙгә күренеп ябыҡты, халыҡ әйтмешләй, “сыҡмаған йәне генә” ҡалды Гөлнияның.
Иренең үлгәненә ике йыл булған көндө, эңер мәлендә генә, күстәнәстәрен тотоп, ҡәйнәһе килеп инде. Былай уға һүҙ юҡ – бер генә лә ҡалдырманы киленен дә, балаларын да. Ярҙам кәрәкме-түгелме, һорап тормай: килә лә эшен дә эшләй, тамағын да йүнәтә, ейәндәренең дәресен дә ҡарай. Һүҙ араһында энә йотҡан эт һымаҡ ябығып киткән килененә ҡарап: “Үлгән артынан үлеп булмай, килен. Баштан үткән бит инде. Мына гел үҙемде әрләйем, нишләп кенә анау һоратыу­сылар булғанда тағы ла кейәүгә сыҡманым икән? Балалар үгәй күрмәһен тигән булып, эээээййй... Минекеләр, ни, ҡайның мәрхүм булғанда сәпсим ҙурайғайны бит инде, үҙемә лә 45 тулғайны... Баяғыса, еләктәй мәлемдә... Килен, аңлайһыңмы, ҡайһылай ҙа үкендерә... Үкендерә яңғыҙлыҡ! Ни әйткем килә, һоратыусы булһа – баш тартма, килен, йәме. Балаларыңды яңғыҙ ҙурайтыуы, ай-һаааай”, – тип әйтеп тә алыр ине. Гөлния тәүҙәрәк артыҡ иғтибар бирмәне, олоғай­ған кешенең хәбәре бөтмәҫ, тип ҡолаҡ та һалманы. Әле бына бөгөн дә ҡәйнәһе бер үк балыҡ башын сәйнәй башлағас, аптырап һораны: “Ҡәйнәм, аңлайым. Шул тиклем рәхмәтлемен һиңә! Әлдә һин барһың! Ҡайһылай итеп йәшәр инек һинһеҙ – хатта уйлағым да килмәй, Хоҙайыма рәхмәт уҡыйым көн дә! Тик тота килеп, өс баламды эйәртеп, кемгә барайым? Кемгә кәрәк кеше балалары, ҡәйнәм? Минең ике ятып бер төшөмә ингәне юҡ ир тигән нәмә! Эй, юҡты һөйләйһең дә ул”. Шуны ғына көткәнме ни әбей, еңел генә баҫып, килененең эргәһенә ултыра һалды. “Ә нишләп юҡты һөйләйем ти ул, ә? Хатта барҙы ғына епкә теҙәм, балам. Тағы ла, нисек инде һин өс балаң менән кемгәлер сығып китергә тиһең ул? Шыңғырлап ҡына торған ҡарағай­ҙан өр-яңы өйөңдө, мал-тыуарыңды, донъяңды ташлап, ә, килен? Һуң, берәй бик тә генә яҡшы ир-егетте индереп, никах уҡытып, йәшәйһең үҙ йортоңда!” – тине лә, “Ииии, улым тере булһа икән, килен! Ошо балалар­ҙы, һине шул тиклем дә ситкә ебәргем килмәй бит, балам! Нишләп Хоҙай әҙ ғүмер бирҙе икән балама, аңламайым”, – тип илап та ебәрҙе. Гөлнияға күп кәрәкме – ҡушылып мыршылдай башлағайны, ҡәйнәһе: “Етте! Килен, үпкәләмә миңә, ҡортҡаға, йәме. Ҡыҫыла, тип тә уйлама. Бер әйтәм дә, бүтән ләм-мим! Ана, Ибраһим ҡәйнешеңде күҙ уңында тотам! Әле кисә генә тағы килеп китте үҙе. Оялам, ти һиңә һүҙ ҡушырға. Бер ҙә өйләнмәгән, алимент-фәләне юҡ, белеме, эше бар! Эсмәй. Тағы – үҙебеҙҙеке бит әле!” – тип, бармағын түбәгә ҡарата сөйөп ҡуйҙы хатта. Ибраһим түгел, башҡа ирҙәр тураһында бер ҙә генә уйламаған Гөлния ҡәйнәһенә ҡарап, аптырап, бер һүҙ ҙә өндәшә алмай ултыра бирҙе. Килененең өнһөҙ ултырыуын ҡәйнә кеше үҙенсә аңлап: “Ә һин йәшенә ҡарама! Ул һинең эргәңдә торһа, айырма ла күренмәй, беленмәй. Ул да булдымы сәбәп. Иң мөһиме, ул – һәйбәт кеше, яҡшы ғаиләнән. Ә биш йәшкә кесе булыуы пүстәк!” – һелтәп үк ебәрҙе. Гөлния “Нимә әйтергә тейешмен?” тигән һораулы ҡарашын ҡәйнәһенә төбәне. “Килен, әйҙә иртәгә уларҙы ашҡа саҡырып алайыҡ. Нисек уйлай­һың? Бөгөн һеҙҙә ҡунырмын да, үҙем ярҙам итермен өҫтәлеңде йыйнарға, борсолма”, – тип һөйләнде ҡәйнәһе. Гөлнияның ауыҙынан ни “юҡ”, ни “эйе” сыҡмағас: “Йә, ярай, һуң бит инде, ятайыҡ, булмаһа. Эшкә бит һиңә, балам. Уйла, үлсә, ҡара. Әйткәнемсә, мин башҡаса үҙ киленемде кемгәлер яусылап йөрөмәм”, – тип, Гөлнияның арҡаһынан тупылдатып һөйөп, балаларҙың бүлмәһенә инеп тә китте әбей. Елберләп торған итәге генә күренеп ҡалды.
Көтмәгән хәбәрҙән аптырап ҡалған ҡатын­ҡай ни уйларға ла белмәй, барып урынына ятты. Ибраһим ҡәйнешенең көн дә тиерлек ваҡыт табып килеүе, йорт эштәрендә булышыуы, һәр бер йомошона йүгереп йөрөп ярҙам итеүе, балалар менән ихлас аралашыуының сәбәбе тик Гөлнияла булып сыға түгелме? “Эй, Хоҙайым, тағы ла күҙ ҙә йоммай таң аттырырмын инде ир уйлап”, – тип көлөмһөрәне Гөлния. Тик әллә арыуы, әллә инде башҡа сәбәптәре күп булдымы – күҙҙәренең йомолоуы булды, әүен баҙарына ла сумды.
Балаларының ихлас көлөүенә уянып китте ул. “Аһ, балалар торған инде әллә?”. Сәғәткә күҙ һалыу менән, уҡ кеүек атылып торғанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Халатын эләктерә һалып, йүгереп түрбашҡа сыҡһа... Өләсәләренең хәбәренә көлә-йылмая өс балаһы ла бутҡа ашап ултыра! “Әсәй, хәйерле иртә!” – тип сәләмләне ике улы, ә бәләкәсе, ҡыҙғынаһы, ултырғысынан һикереп төшөп, ҡосағына ынтылды. Балаһын тупылдатып һөйә-һөйә, Гөлния: “Үәт һин уларҙы! Минһеҙ рәхәтләнеп ашап ултыралар, күрегеҙсе? Ниңә уятмай­һығыҙ? Йә инде, былай итеп йоҡлаған да юҡ ине, бына ғәләмәт”, – тип ни аптырарға, ни ҡыуанырға белмәй һөйләнде. “Батырға ла ял кәрәк, килен. Иҙрәп йоҡлап ятҡас, уятып торманыҡ, эйе бит, алтындарым? Өләсәләре булғанда, әсәләре әҙ генә булһа ла йоҡо һимертһен тинек балаларым менән, үәт”, – тип өҫтәлгә саҡырҙы көләкәс әбей. Эшкә йүгерер алдынан Гөлния, төндә булған һөйләшеүҙе киләһе аҙнаға ҡалдырайыҡсы, тине ҡәйнәһенә. “Эйе, дөрөҫ уйлайһың, килен, ашыҡҡан – ашҡа бешкән шул”, – тип ҡеүәтләне ҡәйнәһе лә.
“Бер уңмаһа, уңмай икән шул кеше. Килештереп, етмәһә, халыҡ нимә тигән була? “Унға бар – уңғансы бар”, имеш. Бында тәүгеһен ерләгәндән һуң күпме зарығаһың? Икенсеһен тап иткәндән меңәрләгән уй мейене ҡайната! Риза булырғамы, юҡмы? Тағы ла, үҫеп етеп килгән балаларына кәрәкме, үҙенә терәкме ул ир тигән нәмә? Тәүгеһе, балаларҙың атаһы инде, бигерәк кенә йомшаҡ, ипле, әҙәпле кеше ине, бахырҡайым! Тик ғүмере генә ни өсөндөр үтә лә ҡыҫҡа булды. Ә быныһы? Былай аҙып-туҙып йөрөгән кеше түгел, үҙебеҙҙең ауылдыҡы. Элегерәк эсте, хәҙер – тотмай ҙа! Кешеләр “закодированный” ти ҙә ул... Ғаиләһе, балаһы булмаған ғүмерендә лә. Әлеге лә баяғы, иремде һалдырып алдың, тип ҡапҡаңды килеп туҡмап йөрөүсе юҡ бит инде. Кәүҙәле, төҫ-башы ла нисауа. Тағы ла, мәрхүм иремдең ырыуынан, алыҫ булһа ла ҡәйнеш кеше”, – тигәнерәк тулҡынландырғыс уйҙар Гөл­ния­ның башында нисәнсе көн өйөрмәләй өйрөлә...
Киске ашҡа ҡәйнәһе Ибраһим ҡәйнешен әсәһе менән, ошо уҡ ауылда йәшәгән ҡыҙы менән кейәүен алдырҙы. Гөлнияның эштән килеп инеүенә өҫтәлгә ризыҡтар теҙелгән, ҡәйнәһе йүгереп йөрөп түрбашта өйрөлә, балалар эргәһендә булышып маташа ине. Әсәһен күреү менән, ике малайы ике яҡтан килеп ҡосаҡлап алды. Ҡыҙғынаһы хатта йүгереп килеп сикәһенән үпте: “Әсәй, ә беҙгә ҡунаҡтар килә! Өләсәй күп итеп тәмлекәстәр бешерҙе! Ә беҙ ағайымдар менән өйҙө болартманыҡ, өләсәйгә ярҙам иттек, үәт!” – тине. Өҫтөн алмаштырыуға, Ибраһимдар килеп инде. Арттарынса тигәндәй бикәстәре ишек шаҡыны. Шау-гөр килеп хәл һорашып, ҡунаҡтар төпкә үтте. Гөлния үҙен тәүгә кейәүгә сыҡҡан ҡыҙҙай итеп тойҙо. Ибраһимға хатта ҡарарға баҙнат итмәне. Аҡыллы ҡәйнәһе, килененең хәлен күреп, йәһәт кенә бөтәһен дә өҫтәл артына саҡырҙы. Тәрилкәгә мул ғына итеп бишбармаҡ һалып, әбей һәр береһенә таратып сыҡты. Маҡтай-маҡтай ат итенән, йылтырап торған ҡаҙынан ауыҙ иттеләр. Нисектер Гөлния уларҙың һүҙенә ҡушылып китә алмай аптыранды. Сәй сынаяҡтарын түңкәргәс, ҡәйнәһе һүҙ алды. Тулҡынланғаны йөҙөнә сыҡҡан әбей: “Һый-хөрмәтең өсөн рәхмәт, килен. Бына табынға йыйылыуҙың төп сәбәбен әйтеп китергә лә ваҡыт етте. Ҙур ҡаза булды, минең улым, һинең ирең мәрхүм булғанға өсөнсө йыл китте бына, – тауышы ҡалтырап китте, – тик үлгән артынан үлеп булмай. Бына бер түгел, туптырлап өс бөртөк балаҡайың үҫеп килә. Үҙең мәктәбеңдән ҡайтып инәһең дә, йорт-ҡура эштәренә сумаһың. Шулай бөтмәҫ, хатта бер ҡасан да кәмемәҫ эшкә алданып ғүмер үтә лә китә ул, килен! Баштан үтте бит, шуға ни һөйләгәнемде беләм! Килен, беҙ, бына өҫтәл артында ултыр­ғандар, һине ныҡ хөрмәтләйбеҙ, яратабыҙ. Нисек тырышып йәшәгәнеңде лә күрәбеҙ. Еңел түгел икәнен дә аңлап, ярҙам итеп торабыҙ, балаҡай. Тик берәү ҙә мәңгелек түгел. Мин дә гел генә, нисек кенә теләһәм дә, эргәңдә була алмайым. Ҡартайҙым. Үҙем имен саҡта, ғәйбәтселәрҙең теле сарланмаҫ борон, матур, еләктәй сағыңда ышаныслы кеше менән артабанғы яҙмышыңды бәйләргә, тип кәңәш итәм. Кеше тигәнең бына – үҙебеҙҙең Ибраһим улыбыҙ. Риза булһаң, иртәгә мулла саҡыртып, никахлаштырып ҡуйырбыҙ!” – тине. Өҫтәл артында ултырғандар тын да алмай тыңланы шикелле ҡәйнәһен. Күҙҙәрен күтәреп ҡа­раһа, бөтә ҡараш йәш ҡатынға төбәлгәйне. Гөлния, ныҡ ҡаушап, ултырғысынан торҙо. Ошоно ғына көткәндәй, ҡаршыһында ултырған Ибраһим да ҡалҡынды. Ул да бик ныҡ тулҡынлана ине, күрәһең.
“Еңгәй... Гөлния, мин һине яратам. Балаларҙың һәр береһен тыу­ғандан алып беләм – бер ҡасан да ситләтмәм! Һинһеҙ, балаларһыҙ тормошомдо инде күҙ алдына килтерә алмайым. Миңә кейәүгә сығырға ризаһыңмы?” – тип ҡулдарын уға һуҙҙы. Үҙ ҡулдарын ҡайҙа ҡуйырға белмәй торған ҡатын ихтыярһыҙҙан Ибраһимға ынтылып ҡуйҙы. Егет кеше шуны ғына көткән тиерһең – уң ҡулының сығанаҡ бармағына балдағын кейҙерҙе. Гөлния тертләп китте хатта.


Әлмира ИСХАҠОВА.
Өфө ҡалаһы.

(Дауамы бар).

Сығыу ваҡыты 12-08-2017, 16:00 | Ҡаранылар: 786
|
  • Тау шыуырға яратҡан килен
  • Түҙ, йөрәгем, түҙ, башҡа сара юҡ...
  • Мәҙәктәр
  • Балдай татлы… вазелин
  • Аҡҡан һыуҙар
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Бер уңмаған һис уңмай
  • Иманың юлдаш булһын, Башҡортостан һандуғасы...
  • Кемпинг янындағы быуала
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (28.07.2017)
  • Серҙәремде кемгә һөйләйем?
  • Уҙмыштар юҡ, күрәһең…
  • ЙЫРҒА ӘЙЛӘНГӘН ҒҮМЕР (Хәниә Фәрхи рухына бағышлап)
  • Бала күңеле
  • Уйындан – уймаҡ
  • Йондоҙҙоң батырлығы



  • Радио Юлдаш FM