НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Серҙәремде кемгә һөйләйем?

Серҙәремде кемгә һөйләйем?


Серҙәремде кемгә  һөйләйем?“Ялҡау, иҫәр, ҡарға кеүек ҡарҡыл­дама...” – көн дә шул һүҙҙәрҙе ишетәм. Балаларым да : “Нимә кәрәк?! Аяҡ аҫтында буталма! Кәрәк икән, үҙең эшлә!” – тип ҡысҡыра.
Эй, бәхет тигәндәре ҡайҙа икән, ҡайҙа йөрөй икән аҙашып? Минең дә бар ине матур, сая, көслө саҡтарым. Яҙмыш булдымы, яңылышмы, үҙем дә аңламайым, бер таныш булмаған кешегә кейәүгә сығырға ризалыҡ бирҙем. Күрәсәк шул булғандыр инде. Эшем дә бар ине, хөрмәтле, билдәле кеше инем, әммә яҙмыш тигәндәре мине Башҡортоста­ныбыҙҙың элек үҙем һис тә ишетмәгән, белмәгән район­ына алып килде. Кешене ризыҡ йөрөтә, тигән булыр ине өләсәйем. Мине лә ризығым тартып алып килгәндер, күрәһең. Яҡшы ғына йәшәп киттек, ниндәй тырыш, уҡымышлы, һәләтле булһам да, башымды баҫып, сабыр итеп иргә лә, ҡәйнәгә лә ярар­ға тырышып йәшәй торғас, ғүмерем үтеп киткәнен һиҙмәгәнмен. Күрше бабайы: “Эй, килен, түҙ инде һин, түҙ! Өйрәнерһең, бына балаларың булыр, улар үҫер, тора-бара ҡәйнәң дә йомшарыр”, – ти торғайны.
Балаларым да тыуҙы, уларҙы үҫтереп кеше иттек, ҡәйнәм дә юҡ инде, ә бәхет бер булмағас булмай икән ул!”
Әллә күңел кәсәләре тулып ташҡан­ғамы, таныш булмаған бер ханым, янымда бер аҙ ултырып торғандан һуң, шулай итеп үткән тормошон һөйләп алып китте.
– Бер көндө юҡтан ғына башым әйләнеп, башым аша ем-ем итеп ток уҙған кеүек булды. Әҙерәк ятып торһам, үтер әле тип, саҡ ҡына ятып торҙом. Хәлем еңеләйгәндәй тойолғас, тороп, бөтмәҫ көндәлек эштәр менән булышырға тотондом. Ауыл ерендә эш бөтәме ни? Үҙ йортобоҙҙа йәшәйбеҙ бит. Балалар ҙурайып сығып китһә лә, мал-тыуар, ҡош-ҡорт, баҡса тотабыҙ. Шунһыҙ ауылда йәшәрмен тимә. Элек, ярай, колхоздар булғанда кешегә эш булды. Малға аҙығы ла ҡайта ине. Хәҙер бит күпме ер буш ята. Колхоздар бөтөрөлдө, малын күптән туҙҙырып, ашап бөттөләр. Беҙ, ата-әсә, һаман да балалар тип йәшәйбеҙ, үҙебеҙҙән артҡанды баҙарға сығарып һатабыҙ, ваҡ-төйәккә ярап ҡуя. Эш араһында баш шаулауын, ауыртыуын тойһаң да, бер йөрөгәс йөрөй­һөң. Әммә хәл бөтөү, башымда әллә нимәләр шыбырлауы көндән-көн йышая башланы. Аптырағас, табиптарға ла барып күрендем, әммә иҫ китерлек сир тапманылар. Тыныслыҡ кәрәк, тынысыраҡ булығыҙ, күберәк үҙегеҙҙе ҡайғыртығыҙ, тип ҡайтарҙылар.
Балалары янында йәшәһә лә, йәшәмәһә лә әсәй тыныс була аламы? Йөрәккәйҙәрен тәмлерәк ашат­ҡыһы, яҡшыраҡ кейендергеһе килеп кенә тора бит. Үҙ алдыма эшләп йөрөй торғас, ҡолағыма нимәлер ишетелә башлағандай булды: кемдәрҙер нимәлер әйтә, бышылдай. Хатта, башыңды элмәккә тыҡ, шунда ҡотолоу юлы, тип тә әйткән кеүек була башланы. Көндән-көн хәлем бөтөп, урында ята башланым, үҙем кибәм, ауыҙға валсыҡ та ризыҡ ҡапҡым килмәй. Эштәремде эшләп йөрөгәндә, өйҙәгеләр ятыуыма һүҙ әйтмәгәйне. Бер аҙҙан тамам хәлем бөтөп, хәлһеҙләнеп, ятып ҡына тора башлағас: “Нимә эшләмәйенсә ятаһың, ата ялҡау!”– тип йыш ҡысҡырҙылар. Ғүмер иткән ирем миңә енгә ҡараған кеүек ҡараны, бер карауатҡа ятып йоҡлау күптән онотолдо. Ҡәҙерләп кенә, ел-ямғыр тейҙермәҫкә тырышып үҫтергән балаларым да хәлемде аңламаған кеүек. Ир ир инде ул, бер туғаның түгел, балаларым да: “Кәрәк булғас, үҙең тор ҙа эшлә, көнө буйы тик ятаһың!”– ти башланы. Эшләргә тырышам да бит, эшләп булмай шул. Һис хәлем юҡ, ятҡым ғына килеп тора, эш күп икәнен үҙем дә беләм дә бит, дарман юҡ. Улар эшләй башлаһа, дөрөҫ эшләмәүҙәрен күреп, әйтеп ебәр­һәм, тағы яратмайҙар. Шунда мәхшәр ҡуба инде. “Эшләй белгәс, тор ҙа эшлә! Рәхәткә күстең! Рәхәткә сыҙай алмайһың! Беҙ сығып китәбеҙ!” – тигән ультиматумдар яңғырап ҡына тора.
Күренмәгән әбей-бабай ҡалманы. Барыһы ла, һиндә сихыр, көслө сихыр, ныҡлап өшкөрөргә кәрәк, тине. Өшкөрөп тә ҡаранылар, ниңәлер килешмәй, әллә ышанып та бөтмәгәнгәме, бер файҙаһы ла юҡ. Көндән-көн хәлем бөтә, һулый барам, сыҡмаған йәнем генә ҡалды.
Ҡолағыма бышылдауҙары, ҡушыуҙары буйынса үлергә лә маташып ҡараным, барыһы ла ҡотолһондар тип, юҡ, үлеп тә булмай икән, ғүмер бөтмәгәс. Бер кемгә лә кәрәгем булмағас, был донъяла йәшәүҙең ни ҡыҙығы? Тауҙай донъя ҡорҙом, өй тулы, һарай тулы – мал, ә тормоштоң бер йәмен күрмәйем. Туранан-тура, сығып кит, тигән кеше лә юҡ. Әммә күреп, һиҙеп йөрөйөм, мин булмаһам, барыһы ла еңел һулап ҡуйыр ине... Иртәгә нимә булырын бер Хоҙай ғына белә. Нигеҙҙе “бисмилла” тип һала башламағанбыҙҙыр инде. Әллә ҡайҙарға сығып юғалғым, “Минең ни ғәйебем бар?” – тип, бар йыһанға ҡысҡырғым килә. Никах уҡығанда, бер-беребеҙгә, ауырлыҡта ла, шатлыҡта ла бергә булырбыҙ, ярҙам итешербеҙ, тигәйнек. Бына ауырый башланым. Ҡайҙа һуң беҙҙең бирешкән вәғәҙәләр? Барыһы ла гәлсәр һауыт кеүек селпәрәмә килдеме ни? Иргә ҡатын таҙа-һау сағында ғына кәрәк, ауырыһаң, ул һинән биҙә, арый, тигән һүҙҙәр раҫ килде. Балалар үҫте, өләсәй булып, түрҙә ейәндәр ҡосаҡлап ултырыу тураһындағы хыялдарымдың барыһы ла юҡҡа сыҡты. Балаларым да миңә хәҙер сит кешегә ҡараған кеүек ҡарай. Дөрөҫ тәрбиә бирә белмәгәнмен, әсәй ҡәҙерен белергә, аңларға өйрәтмәгәнмен. Мал, донъя тип, улар­ҙың үҫеп еткәнен дә һиҙмәй ҡалғанмын. Үҙем хәҙер шул мал хәлендә. Хәлемде һорашыу ҙа, аңларға тырышыу ҙа юҡ. Сырхау әсәй кемгә кәрәк? Ә минең? Йә үлеп булмай, йә ҡалып булмай... Нимә эшләргә, ҡайҙа барыр­ға? Улай тиһәң, таптылар инде бара торған бер ерҙе... Улай-былай бик арып китһәләр, иҫәрҙәр йортоноң инә торған ишектәре шар асыҡ...
Шулай тине лә, бөхтә кейемле, саллана башлаған сәсле ябыҡ ханым, тәрән күлдәй һағышлы күҙҙәренә тулған йәштәрен йота-йота, урынынан ҡуҙғалды. Мин уның һөйләүен тыңлап, бер аҙ юғалып ҡалдым. Күңелдә тыныслыҡ юғалды. Кемдәре генә юҡ был донъяның...
Сир уны аяҡтан йыҡҡан, көрәшергә хәле лә, теләге лә юҡ, алдағы көнгә өмөтө лә һүнгән. Бары ҡурҡыу, өмөтһөҙлөк! Иртәгәһенә нимә булыр? Тауҙай донъя ҡороп, һарай тулы малың булып, шул донъяның бер йәмен күрмәһен, шул йортта уға урын булмаһын әле?
Ул, туҡтауһыҙ бер һүҙҙе ҡабатланы: “Мин үҙем, тик үҙем генә ғәйепле”. Уның ғәйебе нимәлә һуң, сирләп китеүендәме, эшләй алмауындамы, балаларға дөрөҫ тәрбиә бирә белмәүендәме, йә иһә бәхетһеҙ яҙмышындамы?

Гөлиә.

Сығыу ваҡыты 19-07-2017, 10:59 | Ҡаранылар: 835
|
  • Нимә булды һуң? (Бер йәш ҡатындың һөйләгәне буйынса)
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Ураҙа тотаһыңмы?
  • Яҙмышмы, яңылышмы?
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Бер уңмаған һис уңмай
  • Иманың юлдаш булһын, Башҡортостан һандуғасы...
  • Кемпинг янындағы быуала
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (28.07.2017)
  • Серҙәремде кемгә һөйләйем?
  • Уҙмыштар юҡ, күрәһең…
  • ЙЫРҒА ӘЙЛӘНГӘН ҒҮМЕР (Хәниә Фәрхи рухына бағышлап)
  • Бала күңеле
  • Уйындан – уймаҡ
  • Йондоҙҙоң батырлығы



  • Радио Юлдаш FM