НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Асыҡ ауыҙ


Асыҡ ауыҙ
– Их-х, кейәүгә сыҡҡы килә-ә... – тип һуҙҙы Гөлназ, яңы фонтан тирәләй ҡосаҡлашып, етәкләшеп, үбешеп йөрөгән парҙарға көнсөл ҡараш ташлап. – Бынау танау аҫты ла кибеп етмәгән бала-саға ла хатта парлы-парлы, бер мин яңғыҙ ҡартаям.
Шаштыра инде бер аҙ, сөнки Рәсәйҙә яңғыҙ ҡатындар – быуа быуырлыҡ. Мәҫәлән, Түбәнге Новгородта ҡатын-ҡыҙ заты ир-егеткә ҡарағанда 27 (!) процентҡа күберәк. Пермдә, Һамарҙа ла шул уҡ хәл. Ғөмүмән, ҡайһы ғына ҙур ҡаланы алма, барыһында ла яңғыҙлыҡтан зарығыусы гүзәл зат хаттин ашҡан. Ләкин был статистика Гөлназ өсөн бар ни ҙә юҡ ни, башҡаларҙың да һалҡын карауатта мендәр генә ҡосаҡлап ятыуынан уға ни хәжәт? Шуға ла күңелен күрергә теләп, бәлки, Чукоткаға йәки Ямал-Ненец округына барыр­һың, тип шаярттым:
– Унда, әйтәйек, Яңы Уренгойҙа, һаҡал-мыйыҡҡа батҡан ирҙәр ҡатын-ҡыҙ наҙын күрмәй йонсой. Красноярск крайында ла, айырата әйткәндә, Норильскиҙа, һәр ҡатын-ҡыҙ иҫәпле, тимәк, үтә ҡәҙерле. Барһаң, шунда уҡ сат йәбешерҙәр. Ыҡ-мыҡ итергә лә өлгөрмәҫһең, кейәү ҡуйынына сумырһың, унан башланыр йүргәктәр, кәстрүлдәр, ваҡ-төйәк ыҙғыштар – рәхәтләнер­һең ғаилә тормошонан.
– Эйе шул, әллә ҡайҙа китеп бармам инде ир эҙләп, – тип үпкәләгәндәй итә етди Гөлназ. – Ғорурлығым бар ҙа һуң минең.
Гөлназдың ана шул һис ҡайҙа һыймаған ғорурлығын берәй ергә тығып, йәшереп торорға ине ул. Исмаһам, кейәүгә сыҡҡансы ғына булһа ла. Ғорурмын тип, ирһеҙ ҡалһынмы? Ғорурлығынан бигерәк, текәлеге көслө. Һәр кемгә танау буйынан ғына ҡарауы арҡаһында ҡулдарын һелтәй-һелтәй ғүмер юлынан яңғыҙы ғына атлай. Инде “ҡырҡ” тип аталған үргә етеп бара. Ике тиҫтә йыл элек, итәгеңде йыйып йөрө, йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтерәһе булма, мәсхәрәң менән бергә өйҙән ҡыуып сығарырмын, тип янаған әсәһе лә әле килеп, ҡыҙым, бәлки, үҙең өсөн генә булһа ла бала табып алырһың, тип ауыҙ асып ҡарай ҙа, ҡайҙа һуң, Гөлназдың тыңлай торғаны бармы?!
– Ирһеҙ бала табырға мин кем? Һуңғы ятып ҡалған бисәме? Үҙемде сүплектә тапмағанмын! – тип ярһыулана. – Буй тиһәм – буйым, төҫ тиһәм төҫөм бар, Аллаға шөкөр!
Әйткәндәй, Гөлназ бик һөйкөмлө кеше. Егеттәр ҙә уға ҡарамай түгел, ҡарай, әммә ҡыҙҙың талаптары бейеклегенә етмәй ҙә ҡуялар. Мәҫәлән, береһе ҡалаҡҡа һалып ҡына йоторлоҡ сибәр егет ине, ләкин ябай шофер ғына булып эшләгәс, шунда уҡ бракка сыҡты. Икенсеһе, юғары белемле уҡытыу­сы, үтә тыныс булыуы менән ҡыҙға оҡшаманы. Айғыр кеүек сапсып тормағас ни, тип үртәлде:
– Уның янында яңы һауылған һөт тә шунда уҡ әсеп, ойой.
Өсөнсөһө, инженер, йәш тайҙай уҡ үрәпсеп тормаһа ла, һәләк теремек күренгәйне лә, буйы менән Гөлназдың стандартына һыйманы – ҡыҙҙан ике башҡа оҙонораҡ ине.
– Уның менән үбешәм тип, муйын остеохондрозына дусар булайыммы?!
Былары утыҙға тиклем булғандары әле ул. Гөлназ утыҙҙы аша атлағас, буласаҡ кейәүҙәр контингенты ла бермә-бер үҙгәрҙе – пеләшлеләр, ҡорһаҡлылар, мы­жыҡ­тар артты. “Артты” тип, дөйөм кейәү һаны артманы, киреһенсә, кәмене. Ҡайҙа һеҙ, Уралым бөркөттәре, тип зарланған ҡыҙҙың кейәүгә сығыу теләге яңыраҡ тормошҡа аша яҙып-аша яҙып ҡуйҙы ул: уның орбитаһында йәтеш кенә ир заты пәйҙә булды! Эй, уралды, эй, суралды йәш ир Гөлназ тирәләй тренажер залында һәм бер көндө һылыуға ҡулын һәм йөрәген тәҡдим итте. Мин, был күренештең шаһиты, ҡыуанып киттем. Борсаҡ беште былай булғас, туйҙа йөрөйәсәкбеҙ, тип усты усҡа ыуҙым. Иртәрәк шатланғанмын, йәмәғәт... Йөрәге тертләгәйне бит инде Гөлназдың, алам, тип торғандарында, ярай, сығам, тип һикерһен дә төшһөн. Ә беҙҙең ҡыҙ, шунда уҡ ризалыҡ биреү килешмәй, хаҡымды арзанайта, тип, тыртаңлаған (тештәре ҡойолоп, сәстәре ағарып, биле бөгөлмәҫ булып, үтмәҫ тауар­ға әйләнгәнсе шулайтырға уйлайҙыр, хәйерһеҙ):
– Ә нимәң бар?
Егет уны тәҙрә ҡаршыһына килтергән:
– Анау ултырған аҡ машина минеке.
– “Нива”?! – был һүҙҙе нисек итеп әйткәнен күҙ алдына килтерәһегеҙҙер. Эйе, ҡото алынғандай әйткән, әйтерһең дә, уға дүрт тәгәрмәсле “тимер ат”ты түгел, һыны ҡатып, йоҡлап торған ишәкте күрһәткәндәр һәм, ошо малҡайҙа ғүмер буйы йөрөйәсәкһең, тигәндәр.
– Эйе, – тигән шат тауыш менән уны-быны тоймаған йәш ир. Ғорурланып, түшен киргән. Ә Гөлназдың кикреге шиңгән. Юҡ эшен бар итеп, егет эргәһенән тайыу яғын ҡараған.
– Миңә статуслы ир кәрәк, аңлайһыңмы?– тип минең аңһыҙлығым менән көрәште һуңынан. – Утыҙ йәшкәсә ир-егеттең ниндәй ҙә булһа һөнәре, эше, торлағы һәм шәп автомобиле булырға тейеш.
– “Нива” бер ҙә насар машина түгел ул,– тип яҡлаштым һунарсы һәм балыҡсыларҙың яратҡан транспортын. – Айырыуса беҙҙең юлдар өсөн идеаль машина – теләһә ҡайҙан үтә ала.
– Ә “Нива”ның бында ни ҡыҫылышы бар?! – Гөлназдың ике юғары белеме хайран итһә лә, ҡайһы ваҡыт мейеһендә йырып сыҡҡыһыҙ ҡарурман шаулағандай тойола – шырлыҡта фекер ебен юғалтып ҡуя. – Ә-ә, хәйер, бар. Ул утыҙ йәшкәсә шул бер бахыр “Нива”лыҡ ҡына аҡса эшләй алған икән (иғтибар ит, яңғыҙ йәшәп!), һуңынан, ғаилә ҡорғас, балалар ишәйгәс, ул беҙҙе нисек ҡарамаҡсы, ашатып-эсермәксе, кейендермәксе була?
– Икәү бергә эшләп, ғаилә ҡаҙнаһын байытырһығыҙ, – тим. – Моғайын да, уның елкәһенә менеп ултырып, бер үҙен генә эшләтергә йыйынмайһыңдыр?
– Юҡ, әлбиттә, әммә барыбер ул миңә хәҙер оҡшамай, – Гөлназ ҡупшы танауын йыйырып, ситкә борҙо. Күпме әйтәм, улайтма, килешмәй һиңә, етмәһә, йыйырсыҡтар иртә барлыҡҡа килә, тип. Тыңлаһасы...
– Яңы ғына, ул миңә шундай ныҡ оҡшай, мин ғашиҡ булдым, тип һөйөнсө һораған һин түгел инеңме ни? – тип зитына теймәксемен.
– Миңә статуслы ир кәрәк, – тип ҡабатланы.
– Ул статуслыларҙы ҡайҙан барыһына ла еткермәк кәрәк? Оҙон ботло, силикон иренле, бишенсе үлсәмле күкрәкле ҡыҙҙарға етһә лә бик шөкөр.
Гөлназдың кәйефе төшә.
– Уларҙың аҡыл яғы самалы, – тигән була.
– Ә статуслы ирҙәргә аҡыллы бисәләр нимәгә? Маркстың “Капитал”ын анализларғамы? Әллә дискрет математиканан сикке структураларҙы тикшерергәме?
– Юҡ, барыбер ниндәйҙер кимәлдә һөйләшеү, аралашыу кәрәк тә һуң.
– Кәрәк булһа, һине эҙләп килер­ҙәр, борсолма.
– Борсолмай ҙа сарам юҡ, тиҙерәк бала табырға ине, – Гөлназ бармаҡтарын шыҡылдата, был уның бала саҡтан килгән насар ғәҙәте. – Былай ҙа мине акушер-гинекологтар, ҡарт бала табыусы, тиерҙәр инде.
– Башҡа ҡайғың булмаһа, башыңды ҡатырма, – “Клон” сериалында Сан-Кришто­вандағы барҙың хужабикәһе булып, донна Жура ролен башҡарған актриса иҫкә төшә. – “Клон”дан Бразилия актрисаһы Соланж Коутуны хәтерләй­һеңме? “Был һеҙгә шаярыу түгел!” – тип әйтергә яратҡан Жураны? Шул Соланж 54 йәшендә үҙенең 24 йәшлек иренә шалҡандай бала табып бирҙе! Актрисалар Джоди Фостер, Дженнифер Лопес, Николь Кидман, Сальма Хайек, Джулия Робертс һәм башҡалар утыҙ биште-ҡырҡты уҙғас ҡына әсә булыу бәхетен татыны. Һиңәме ҡай­ғырыр­ға? Һиңә ни бары 36 ғына йәш!
– Утыҙ алты ғына, – тип мине үсекләй Гөлназ. – Сит илдә һикһән йәштә бала тапһалар ҙа һис кем аптырамаҫ, ә бында утыҙҙы үттеңме – һин барыһы өсөн дә ҡарт!
– Юҡсы, – әлеге лә баяғы ҡотҡарыу түңәрәге – статистикаға мөрәжәғәт итәм. – Үткән быуаттың алтмышынсы йылдарында бала табыу­сы ҡатындарҙың уртаса йәше 23-кә тиң булһа, етмешенсе йылдарҙа ул 25-кә тиклем күтәрелгән. Ә хәҙерге заманда, Европа социологтары алдамаһа әгәр, юғары белемле ҡатындарҙың 62 проценты ҡырҡ йәштәрҙә генә әсә булырға йөрьәт итә. Айырыуса ҡалала йәшәүсе гүзәл заттар һуңлап татыр­ға ярата был бәхетте. Гөлназ, һин ошо статис­тиканың идеаль күрһәткесе лә ул! Теләһә нимә эшлә, әммә дүрт йылда һин мотлаҡ кейәүгә сығып, бала табырға тейешһең!
– Норильскиға сығып кит, тимәксеһеңме?
– Хет ерҙең сигенә сығып кит! Антарктидаға, мәҫәлән, поляр станцияға! Унда тап һинең вариант: һау-сәләмәт, уҡымышлы, дәртле фән эшмәкәрҙәре!
Гөлназ һыны ҡатып көлә. Күҙенән хатта күҙ йәштәре атылып килеп сыға:
– Бында таба алмаһам, шулай­тырға тура килер, ахыры.
Гөлназ яңғыҙ йәшәһә лә, мин ғаиләле кеше: киске ашты йүнәтәһе, кер йыуаһы бар, шуға хушлашып, ҡайтыу яғына йүнәлдем. Светофорҙа миңә ҡара джиптан бер ир ҡул болғап, сәләм биргәс, аптырап киттем. Ипләберәк ҡараһам (ышанаһығыҙмы-юҡмы!), яңыраҡ Гөлназға кейәүгә сығырға тәҡдим яһаған кеше, “Нива”ның хужаһы! Туҡталышҡа етмәҫ борон ул юл ситендә туҡтаны.
– Ә “Нива”ғыҙҙы ҡайҙа иттегеҙ? – тинем һаулыҡ һорашыр урынға.
– Гаражда тора, – тип утыҙ ике тешен емелдәтте йәш ир, – миндә ике машина ла ул.
– Ә Гөлназ һеҙҙе хәйерселәр иҫәбенә сығарып ҡуйҙы. Ошо дәү иномаркағыҙҙы күрһәтмәй ни...
– Махсус рәүештә күрһәтмәйем, ҡыҙҙар менән танышырға тик “Нива”ла ғына йөрөйөм, – тип һаман ауыҙ йырҙы ул, – юғиһә ҡыҙҙар минең аҡсалы ерҙә эшләгәнемде белеп, етеш йәшәгәнемде күрә лә, сат йәбешә. Аҡса артында үҙемде күрмәйҙәр ҙә. Ә миңә ысын хис-тойғолар кәрәк.
– Гөлназ һәйбәт ҡыҙ ул, донъя көтөрлөк, юҡҡа уны алданығыҙ.
– Мин уны алдаманым, нимәң бар, тип һорағас, анау машина минеке, тип кенә әйттем. Шунда уҡ, внедорожникты мөрхәтһенмәй, танауын сирҙы. Артабан мөнәсәбәттәр­ҙе дауам итергә теләмәне. Ҡыҙҙарға әллә нимә булған ул, барыһына ла фатир, авто, дача һәм ҙур тоҡсай аҡса подавай.
– Инстинкт, – тинем,– балаһын етеш тормошта үҫтерергә теләү инстинкты.
– Шулай икән, – тип ир иренен мыҫҡыллы ҡыйшайтты. – Баланы түгел, тәү сиратта үҙҙәрен хәстәрләйҙәр. Тәүге ҡатыным, фигурамды боҙмайым тип, бөтөнләй бала табыуҙан баш тартты. Айыры­лышырға ғариза яҙғайным, ул минең һаулығымды ҡаҡшатты, тип, минән, етмәһә, үҙенә алимент түләтергә маташты.
– “Тәүге” тинегеҙ, әллә һеҙҙең икенсе, өсөнсө ҡатынығыҙ ҙа булдымы ни? – шаҡ ҡата яҙҙым.
Ул көлөп ебәрҙе:
– Юҡ, әле берәү генә булды, ләкин икенсеһе буласаҡ бит. Бер тапҡыр ауыҙ бешкәс, икенсеһенә өрөп ҡабасаҡмын инде ул. Шулай ҙа ғүмерлек йәр булырҙайын эҙләп табасаҡмын.
“Амин” тинем дә, йәһәтерәк һаубуллашып, Гөлназдың номерын телефондан йыйҙым:
– Гөлназ, Норильскиҙы ла, Антарктиданы ла онот! “Нива”ның хужаһы тренажер залында күренеү менән бөтә талантыңды эшкә егеп, уны үҙеңә арба!
Гөлназ, ул былай, ул тегеләй, тип мыйылдай башлағайны, ярты урам ишетерлек итеп трубкаға ҡысҡырҙым:
– Асыҡ ауыҙ һин, бына кем!
Ауыҙыңа төшкәнде сәйнәп йотам да инде. Уй, аллаҡайым, шундай ҙа асыҡ ауыҙ булмаһа... Бер ҙә, демографияны яҡшыртайым, тимәй.

Б. ШӘРИПОВА.

Сығыу ваҡыты 7-07-2017, 09:00 | Ҡаранылар: 346
|
  • Тәүге үбешеү
  • Мәҙәктәр
  • Мөғжизәгә ышанаһығыҙмы?
  • Башҡорт байыһа…
  • Мәҙәктәр
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Кем ғәйепле? (Дауамы бар)
  • «Иванушки International» төркөмөнөң йырсыһы Олег Яковлев мәрхүм булды
  • Бөрйәндә "Урал батыр" эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең 19-сы республика конкурсы башланды.
  • Гәзитебеҙҙең яңы рубрикаһы - "Аҙна фотоһүрәте"
  • Йондоҙнамә (3 – 9 июль)
  • Асыҡ ауыҙ
  • Уйланырлыҡ урын бар
  • Гормондар хәүефлеме?
  • Ҡул аҫтында ниҙәр бар?
  • Тән ғәриплеге түгел, йән ғәриплеге ҡурҡыныс



  • Радио Юлдаш FM