НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

“Ҡыҙлы кеше бәхетле...”


“Ҡыҙлы кеше бәхетле...”
йәки Килендәр кем затынан һуң?

Ғаиләбеҙҙә туғыҙ бала – алты ҡыҙ һәм өс малай үҫтек. 6-сы класты тамамлағас, Күмертау ҡалаһындағы интернатҡа уҡырға индем, аҙаҡ Башҡорт дәүләт университетының иҡтисад бүлеген тамамланым. Б. райо­нына йүнәлтмә буйынса эшкә барғайным, ғүмерлеккә ошо яҡта төпләндем. Агроном булып эшләүсе Ғәли менән танышып, йыл ярым дуҫлашып йөрөнөк тә, ике районды шаулатып туй үткәрҙек. Уға тиклем өс апайым, бер һеңлем, ике ағайым ғаилә ҡорғайны инде. Тағы ла бер йылдан иң кесе ҡустыбыҙ Әмир өйләнде, ике йылдан һеңлебеҙ Юлиә кейәүгә сыҡты. Барыбыҙ ҙа башлы-күҙле, ике малайҙан тыш башҡалар­ҙың кемеһе – Мәләүез, кемеһе – Күмертау, кемеһе Өфө ҡалаһында төпләнде. Оло ағайыбыҙ диңгеҙҙә йөк судноһында эшләй ине, мәрйәгә өйләнеп, ғүмере буйы сит төбәктә йәшәне. Мин һәм бер апайым кейәүгә сыҡҡан ерҙә ҡалдыҡ.
Йылына бер тапҡыр тыуған йортҡа ҡайтып, 2 – 3 көн ҡунаҡ булабыҙ, йорт төҙөй башлаған ҡустыларыбыҙға, беҙҙән ҡул ярҙамы теймәй, тип хәлебеҙҙән килгәнсә аҡса бирәбеҙ. Ҡайтҡан арала әллә ни иркенләп һөйләшеп тә ултырып булмай, хәлдәрҙе һорашабыҙ ҙа – вәссәләм. Ғаилә ҡороуыма ун йыл үткәс, атайым мәрхүм булды. Мин эшләгән ойошманың баш ҡала учреждениеһы филиалына әйләнгән мәле ине, баш иҡтисадсы булараҡ, һәр ҡағыҙға ҡултамғам кәрәк – 40 көнөнә ҡайта алманым. Көн артынан көн, эш һәм йорт мәшәҡәттәре менән байтаҡ ваҡыт үтте. Тыуған яҡҡа ҡайтып килергә форсат сыҡмай. Бер көн бала табыу йортона йыйынған Юлиә һеңлем эш телефонына илап шылтыратты: “Апай, Илгизә еңгәй әсәйемде туҡмаған. Һеҙ ҡайта алаһығыҙмы?” Был хәбәргә ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәнем. Һеңлемде бер аҙ тынысландырғандан һуң иремдең эшенә юлландым. Өс көн ял алдыҡ та ауылға ҡайтырға булдыҡ.
Атай йорто беҙҙе тыныс ҡаршы алды. Килен йылмайып-көлөп аш һалды, икенсе ағайым менән еңгәйҙе ҡунаҡҡа саҡырҙы. Әсәйем дә бер һүҙ өндәшмәй, һорашырға мин дә ҡыймайым. Ғәли менән аптырап бер-беребеҙгә ҡараштыҡ та, нимәгә ҡайтҡаныбыҙҙы аныҡлап әйтмәнек. Икенсе көндө оҙаҡ йылдар күрмәгән Фәнисә класташымдың хәлен барып белергә булдыҡ. Байтаҡ ҡына һөйләшеп ултырғас, ире Рөстәм һүҙ башланы:
– Йорт-ҡурағыҙ ҙурмы? Хәлле йәшәйһегеҙме?
– Аллаға шөкөр. Икебеҙ ҙә эшләйбеҙ, ике улыбыҙ үҫеп килә. Ҡыҙ бала ла кәрәк, тип торабыҙ. Мал ишле, йорт яңы. Ауырыған ҡәйнәмде лә үҙебеҙгә алып ҡайттыҡ әле.
– Улайһа, Көнһылыу апайҙы үҙегеҙгә алып ҡайта алмайһығыҙ икән... Бәлки, уны башҡа апайҙарың берәр йыл ҡарап торор?
– Ниңә? Бына тигән итеп йәшәп яталар түгелме? Әсәйҙең зарланғаны юҡ...
– Уның зарланғанын ҡасан күргәнең бар? Үтә лә сабыр кеше бит. Атайығыҙ иҫән саҡта улай булманы ул, әммә һуңғы ваҡытта Илгизә киленегеҙ үтә шашып китте бит. Рәсимә менән (уртансы еңгәй) икәүләп әсәйегеҙҙе мыҫҡыл итәләр. Йәнәһе, улар ғүмере буйы йорт та төҙөй алмаған, килендәре килеп кенә яңы йорт күргәндәр. Ҡустың һуңғы арала эсә лә башланы шикелле. Уйлашығыҙ инде...
– Туҡмаған, тип ишетеп ҡайтҡайныҡ. Ул-был һиҙелмәгән кеүек, шул дөрөҫмө икән?
– Үҙебеҙ күрмәнек, ауылда, күршегеҙ Салауат бабай барып ингән, тип һөйләйҙәр.
Ирем менән ҡунаҡтан сыҡтыҡ та, кәңәшләшә-кәңәшләшә өйгә ҡайтып киттек. Ғәлигә рәхмәт, киң күңеллелек күрһәтте. “Өй иркен, бер әбей янына икенсеһе лә һыйыр. Ҡарарға ауыр тимәһәң, әйҙә, иртәгә ҡәйнәмде алып ҡайтайыҡ”, – тине. “Нимәһе ҡыйын булһын, бер-беренә иптәш булышып, хәбәр һөйләшеп ултырырҙар. Туйҙан бирле күрешкәндәре юҡ, яҡындан танышырҙар, – тип шатланып ризалаштым. – Тик әсәй һис тә зарланмай, риза булмаһа?” “Ул саҡта инде ауылдан көсләп алып китеп булмай, ҡалыр”.
Иртәгә юлға тигән көндө йомшаҡ ҡына итеп һүҙ башланым: “Әсәй, кейәүгә сығыуыма 13 йыл. Минең нисек йәшәгәнемде лә күргәнең юҡ. Әллә йәйгә тиклем беҙгә ҡунаҡҡа бараһыңмы? Бесән алдынан алып килер инек әле”. Шуны ғына көткәндәй, әсәйем: “Ярай һуң, бер аҙ йөрөп киләйем, әллә бар ғүмер, әллә юҡ. Ауылдан сығып йөрөгән юҡ күптән”, – тип ыңғайға килде.
Ғүмере булды әсәйемдең. Ҡартлыҡ бәхетенән дә мәхрүм булманы. Бер нисә айға тип киткән әсәйем алты йыл ауылға ҡайтманы. Һәр ҡыҙында берәр йыл йәшәп сыҡты. Килендәре тураһында насар һүҙ әйтмәне, беҙ ҙә һорашманыҡ. Ҡустымдың 35 йәшен ҙурҙан ҡубып үткәрергә булдылар. Бар туғандар менән йыйылышып ҡайттыҡ, ҡунаҡтан һуң әсәйем ауылда ҡалырға теләк белдерҙе. Беҙ ҡаршы килмәнек. Тик ике ай үтеүгә Илгизә килен миңә шылтыратты:
– Әсәгеҙҙе ҡайтып алығыҙ, әбей аҫрар өсөн кейәүгә сыҡманым. Алкаш ҡустығыҙҙы ҡарап ятҡанға рәхмәт әйтегеҙ. Балалар рәхәтләнеп телевизор ҡарай алмай, тауышын ябырға ҡуша. Кисә, бесәйгә ҡоям тип, ярты биҙрә һөттө түкте. Ул ҡайтҡаны бирле Әмир менән талашабыҙ ҙа талашабыҙ. Алты йыл матур йәшәп ҡалдыҡ, улын миңә ҡаршы ҡотортоп, арабыҙҙы боҙҙо!
Ирем шул кисте үк, әсәйеңде барып алыр­ға юлға сығайыҡ, тине. Барып, әсәйемде бөтөнләйгә үҙебеҙгә күсереп алдыҡ. Прописканан төштө, әйберҙәрен алды. Үлемтек әйберҙәрен күрше Салауат олатай­ҙарға индереп ҡуйҙы.
Беҙҙә ул тағы алты йыл йәшәне. Тәүге талаш күсеүенә ике ай үтеү менән башланды. Прописканан төшкәс, пенсияһы ауылға бармаған. Алты йыл буйы әсәйемде ҡарамаһа ла, аҡсаһын тотоноп ятҡан килен был юлы ла шулай булыр тип уйлаған. “Йүнләп аҡса эшләмәгән ҡустығыҙ менән йәшәмәйем! Әсәңә әйт, ҡайтып, улын да алып китһен!”– килен көн һайын шулай туҙынды. Асыуым килеп, һуңғы һөйләшкәндә: “Ярай, юлына аҡса биреп ебәр. Әмир килеп етеү менән аҡсаһын күсерермен”, – тинем. Башҡаса бындай һөйләшеү ҡабатланманы.
Дүрт йыл йәшәүгә әсәйемә, һуғыш ветеранының тол ҡалған ҡатыны булараҡ, торлаҡ алырға сертификат тапшырылды. Беҙ өйләнгән улыбыҙға йорт һалғайныҡ, бәләкәсе Мәскәү вузына уҡырға инде, ҡайҙа йәшәре билдәһеҙ, ул аҡсанан баш тарттыҡ. Әсәйемә кәңәш итеп, ике юл тәҡдим иттем. Иң оло апайымдың алты балаһы бар, һәр береһен уҡытыу өсөн еҙнәм менән байтаҡ көс түкте. Уларҙың яңыраҡ өйләнгән дүртенсе улына торлаҡ алып бирергә йә, сертификатты аҡсаға әйләндереп, туғыҙ балаға теүәл бүлеп бирергә. Алты ҡыҙ йыйылышып кәңәшләштек тә, туйға төшкән аҡсаларын ҡушып, Алик ҡустыбыҙ (апайымдың улы) Мәләүез ҡалаһынан фатир алһын, тип ҡарар иттек.
Был турала белеп ҡалған Илгизә килен менән Рәсимә еңгәй беҙгә ҡаршы ҡара яу асты. Бер аҙҙан уларға Каспийск ҡалаһында йәшәгән Людмила еңгәбеҙ ҙә ҡушылды. Уларҙың талаш-тартышын әсәйгә һиҙҙермәҫкә тырышһаҡ та килеп сыҡманы, килендәре уға сиратлап шылтыратып әйтер һүҙҙәрен еткерҙе. Ҡартайған көнөндә ғүмер иткән йортон күрергә интизар булып ултыр­ған әсәйем уларҙың ғауғаһын ауыр кисерҙе. Көндән-көн йомола барған ғәзиз кешебеҙҙе йәлләп, нисек күңелен табырға белмәй яфаландыҡ. Бер тапҡыр ҙа килендәренә зарланмаған кеше, нисектер асылып китеп, һөйләп алды:
– Әмирҙе һеҙ, бәләкәй бала тип, иркәләгән саҡта, үҙ һүҙле булып үҫә инде, тип ҡайғыра инем. Бигерәк йыуаш булды, бер ҡәтғи ир һүҙе булманы. Ҡатыны әрләгән һайын эскегә бирелде, уның һайын килен мине, улыңды тәрбиәләй белмәйһең, тип битәрләне. Үҙе лә бигерәк яһил булды шул. Бер мәл ҡустың эсеп ҡайтты ла, килен тауыш күтәрҙе. Әмир, аптыратма әле, тип ныҡ ҡына этте лә, карауат­ҡа барып ҡапланды. Иҙәнгә ултыра төшкән Илгизә ултырған еремдән елтерәтеп һөйрәп төшөрҙө лә: “Миңә ҡул күтәрҙе улың. Һин өйрәтмәгән­һең тәртипкә. Әйт, минең алда киленгә һүҙ тейҙермә, тип әйт! Яңы йорттар төҙөп, туҡмалып йәшәтергә уйлай­һыңмы?”– тип мине Әмиргә башым менән төкөтә башланы. Ысҡынайым тип ынтылғайным, аяғым тайып китеп, ултыра төштөм. Бер нисә тапҡыр тибеп өлгөрҙө, күрше Салауат ҡайнаға килеп инде. Ауыртыныуҙан бигерәк, ғәрләнеүҙән иланым. 40 йылдан ашыу атайың менән йәшәп туҡмалмағанды, килендән туҡмалдым. Теге юлы ҡайтҡанымда ла тиҙ оҙатты. Илгизә – ауыл хакимиәте башлығы Филүз менән, ә Рәсимә килен уның шоферы Зөлфәт менән йөрөй икән. Киске эңерҙә, ҡарағат япрағы йыяйым тип, Айғырйөҙгән туғайына төшһәм, дүртәүләшеп ярым ялан­ғас эсеп ултыралар. Өндәшмәй генә үтеп китергә булған да бит, түҙмәй, эргәләренә барҙым. “Ер бит икәнһегеҙ. Мин һеҙҙе һыу һөлөгө кеүек улдарыма алып бирҙем. Һеҙ уларҙы юҡҡа сығарып, кеше ғаиләһен бутап йөрөйһөгөҙ”, – тинем. Иртәгәһенә, Әмир эшкә киткәс, тағы ла ныҡ ҡына әрләштек. Арағыҙ боҙолмаһын, туғандар аралашып йәшәһен тип, берегеҙгә лә был хәлдәрҙе һөйләмәнем. Эй, ете килен төшөргән Хәтипъямал миңә: “Көнһылыу, һин бәхетле, алты ҡыҙың бар”, – ти торғайны. Туғыҙығыҙ ҙа ҡыҙ булһа, ҡайғы күрмәҫ инем, исмаһам. Алтауығыҙҙан ҡәҙер-хөрмәт күреп, йылы һүҙ генә ишетеп йәшәнем. Өс малай өс бәлә булды бит: береһе сит-ят ерҙе үҙ итеп йәшәй. Балалары ни башҡортса белмәй, ни үҙе йыш ҡайта алмай. Икенсеһе күрәләтә уйнаш ҡатынға өйләнде. Әмир Илгизә киленде алып ҡайтҡас та атайыңа, был ҡыҙҙың күҙендә нур юҡ, тип әйттем. Йәне теләгән – йылан ите ашаған, тиҙәр, күңелем тартмаһа ла, берәүһенә бер ҡаршы төшмәнем. Улдарымды ғына бәхетһеҙ иттем шикелле, – тип, әсәйем бик оҙаҡ күҙ йәштәрен түкте.
Хәҙер инде уның вафатына ла өс йыл үтте. Ныҡлап ауырый башлағас, ауылға алып ҡайттыҡ. Янында өс ҡыҙы өлтөрәп торҙоҡ, тырт-мырт килеп йөрөгән киленде лә урынына ҡуйҙыҡ. Һәр хәлдә, әсәйебеҙҙе һуңғы юлға хөрмәтләп, үҙ нигеҙенән оҙаттыҡ. Риза булып яталыр, тим.
Ҡыҙҙарға әсәйҙәре яҡын булалыр, тип уйлай инем. Шулай ҙа яман шеш менән ауырыған ҡәйнәмде һуңғы көндәрендә һыҡранмай ғына ҡараным. Гел һәйбәт кенә лә йәшәмәнек, төрлө саҡ булды. Әммә олоғайған, ауырыған кешене рәнйетергә, битәрләргә намыҫым ҡушмаҫ ине. Хәҙерге йәштәрҙе әрләһәләр ҙә, ике киленем дә, йәш булыу­ҙарына ҡарамаҫтан, беҙ тип өҙөлөп тора. Шулай ҙа ике ҡатлы йортта бер ҡәйнәһенә урын тапмаған Илгизә киленде аңлай алмайым. Тәүҙән ҡәйнә менән бергә йәшәргә теләмәгәс, йорттарын икенсе ергә һалдырһындар ине лә бит...
Ҡыҙҙар тапҡан ҡатын ғына түгел, ихтирамлы, матур күңелле балалар үҫтергән, уларға тиң булырҙай килен-кейәүҙәре булғандар бәхетле була. Әсәйемә ҡул күтәргән ҡатын да бит кемдеңдер ҡыҙы, тик ул балаһынан әсә кешенең дә хөрмәт күреүе икеле...

Юлдашының һөйләгәнен
Гөлдәриә ВӘЛИТОВА яҙып алды.

Сығыу ваҡыты 24-05-2017, 11:00 | Ҡаранылар: 1606
|
  • Береһе - ут, икенсеһе - һыу
  • Нимә булды һуң? (Бер йәш ҡатындың һөйләгәне буйынса)
  • Атаһына ҡарап улын һөй
  • “Кейәүгә йәштән сығырға кәрәк”
  • Күңел яраһы
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM