RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Тиҙерәк үлһәм ине…”

25.04.2017 “Тиҙерәк үлһәм ине…”

“Тиҙерәк үлһәм ине…” Күршеләге фатир оҙаҡ ҡына буш торҙо. Ишетеп белеүебеҙсә, хужаһы – йәш кенә ҡыҙ сит илдә йәшәй. Аҡсаға мохтажлығы юҡтыр инде – фатирын ҡуртымға ла бирмәй. Беҙ ни, тар күңелле ҡала кешеләре, халыҡ ни тиклем аҙыраҡ булһа – шул тиклем яҡшыраҡ, тип күрше ҡыҙҙы бер тапҡыр ҙа күрмәүебеҙгә бик ризабыҙ. Тыныс ҡына йәшәп ятҡанда, ул ишекте килеп ҡаҡты, сәйгә саҡырҙы. Нимә һөйләргә йыйына икән, тип аптырап ҡына килеп индем фатирына. Унда бөхтәлек, артыҡ бер ни ҙә юҡ, ләкин йәштәрсә матур итеп йыһазландырыл­ған. Германияла йәшәй икән Алина, 28 йәшен тултырған. Унда ғаилә ҡороу өсөн документтар йыйырға ҡайтҡан. Ипле генә һөйләшә, шундуҡ күңелгә ятты. Ләкин артабан уның һөйләгәндәре мине аптырата төштө:
– Һеҙгә бер үтенесем буласаҡ. Был фатир­ға атайым килеп йәшәй башлай, уға күҙ-ҡолаҡ булып тора алмаҫһығыҙмы икән? Атайыма 60 йәш кенә әле, ләкин бер аяғы аҡһай шикелле. Ҡайһы саҡ, һыҙланып, урамға ла сыға алмай, тип ишеттем…
– Кемдән ишеттең? “Атайым” тиһең түгелме һуң?
– Мин уны хәтерләмәйем, әсәйем менән дүрт йәшемдә үк айырылышҡандар. Аҙаҡ күрешмәнек. Икенсе ғаиләһе менән йәшәне ул.
– Атайыңды был йортта йәшәтергә әсәйең ризамы?
– Әсәйем, миңә 18 тулғас, яман шештән үлеп ҡуйҙы… Өфөлә бер ни ҙә тотмағас, университетты тамамлау менән Германияға киттем дә, ҡайтманым.
Минең ҡыҙыҡһыныу даръя кеүек ташты бит инде, ике сәғәт буйы һөйләшеп ултырғанбыҙ ҙа ҡуйғанбыҙ. Алина ихлас аралаша, әммә тормошон нисек аңлатырға белмәй, дөрөҫ һүҙҙәр таба алмай төҫлө. Баҡтиһәң, ҡыҙҙың атаһы әлеге ваҡытта ҡарттар йортонда икән. Нишләп унда барып эләккәнлеген Алина йүнләп кенә белмәй. Алыҫ бер туғаны, интернет аша табып, ҡыҙҙы ныҡ итеп әрләп хат яҙған. Атаһын ҡарарға ҡушҡан. Күршемдең атаһына булған хистәрен бер ҙә генә аңларлыҡ түгел, йәлләгәне һиҙелә. Ләкин нәфрәт йәки атайға булған һөйөү кеүек сағыу хистәр тураһында әйтеп булмай. Хәҙер Алина атаһын ҡарттар йортонан алып, үҙ йортона күсерергә ҡарар иткән. Ләкин уны ҡарау өсөн бында ҡайтырға риза түгел. Миңә ай һайын аҡса ебәреп, атаһына саҡ ҡына булһа ла күҙ-ҡолаҡ булыуымды үтенә. Минең турала мәғлүмәтте яҡшы туплаған үҙе, ышаныслы кеше тип һығымта яһаған.
Һәр көн осрай торған ваҡиға түгел бит. Үтенесен кире ҡаҡманым, әлбиттә. Ныҡ ҡарт кеше булһа, баш тартырға тура килер ине, ә инде 60 йәшлек кеше үҙен-үҙе тәрбиәләй ала бит. Һөйләшеүҙән һуң ике көн үтеүгә, Алина атаһын фатирына алып ҡайтты. Минең менән таныштырҙы ла, бер сәғәт тә үтмәне: “Самолетҡа һуңлайым”, – тип сығып та китте. Уның күҙҙәрендәге тәрән бер әрнеү шул тиклем күңелгә инеп ҡалды, хушлашҡанда иламай саҡ сыҙаным. Йүнләп танымаған да кешеләрҙең яҙмышы өсөн илап ултырыуымды әйт инде…
Шулай итеп, күршебеҙҙә төҫө-ҡиәфәте менән мөләйем генә бер ағай йәшәй башланы. Ара-тирә осрашҡанда һаулыҡ һорашып ҡына үтәбеҙ, исемен дә белгән юҡ. Алина ла әйтмәгәйне шул. Ул, нисектер, ғәйепле кеше кеүек, башын эйеп йөрөй. Бәлә һалғаны юҡ, ысынлап та, мин уйлағанса – үҙен-үҙе ҡарарлыҡ хәлдә. Ләкин мин уны шундуҡ яратманым, балаһын ташлап киткән бер мөртәт кеүек күрҙем дә ҡуйҙым. Бер-ике тапҡыр уға ҡунаҡтар ҙа килгәне күренде. Алина ла интернет аша һорашып тора, сәләм тапшыра. Скайп аша һөйләшергә атаһын саҡырғаны юҡ. Тәҡдим итһәм, матур ғына итеп һүҙҙе икенсегә бора ла ҡуя. Бер көн күршегә “Тиҙ ярҙам” машинаһы килгәне күренде. Мин сыҙай алманым, хәлен белешеп сығырға булдым. Аяғы ныҡ һыҙлай икән. Ысынлап та, йүнһеҙ ҙә ул был әҙәм – ҡыҙҙың гөл кеүек фатирын туҙыратып бөтөргән, тәмәке еҫе аңҡып тора. Асыуым йөҙгә сыҡҡандыр инде, күрше лә аңлап ҡалды:
– Ярай, һеңлем, мин вагончиктарҙа йәшәп, ошондай тормош­ҡа өйрәнеп бөткәнмен инде. Күпме ғүмерем ҡалған тиһең, рәхәтләнеп ҡыҙымдың йортонда йәшәп алайым, тимен.
– Э-э-э, шулай инде… Беҙгә инеп, сәй эсеп сығығыҙ.
– Юҡ, әйҙә, үҙеңде сәй менән һыйлайым. Ҡыҙым һөйләгәндер инде беҙҙең тормошто, бер ултырып алайыҡ.
– Юҡ, артыҡ бер ни ҙә белмәйем. Ләкин һорамай ҙа сыҙарлыҡ түгел – ысынлап та, ҡарттар йортона барып эләктегеҙме ул? Һуң, һеҙ бит әле йәш, үҙегеҙҙе ҡарарлыҡһығыҙ. Ҡыҙыҡһынғанға ғәфү итегеҙ инде, зинһар.
– Хаталандым, һеңлем. Ләкин хәҙер бик һуң, үкереп ятып илаған саҡтарым да була. Тыңла әле һин мине, аңларһың. Ҡыҙыма ла аңлатырһың… Утыҙымды тултырғас, университетта уҡып йөрөгән Әлиә исемле ҡыҙ менән танышып, яратышып, ғаилә ҡорҙоҡ. Алинаның әсәһе була инде. Шәп ине кәләшем, уҫаллығы ла бар. Кәрәкле кешеләр менән һөйләшеп, мине сит яҡтарға эшкә ебәрергә ҡарар иткән. Шатланып риза булдым. Аҡсаһы шәп сыға ине, алтын йыуҙыҡ. Ике ай – өйҙә, ике ай ситтә йөрөйөм. Кәләш тә эшләй, баланы ла ялындырып ҡына, өс йыл самаһы үткәс кенә тапты. Машина алдыҡ, үҙебеҙҙең йортто булдырырға тырыша башланыҡ. Шулай матур ғына йәшәп ятҡанда, шашып киткәнменме икән – магазинда эшләүсе бер ҡатын менән танышып алдым. Шул тиклем сибәр ине ул, хәйер, әле лә төҫ ташламаған. Магазин йәшәгән урыныма яҡын ғына, йыш ҡына шунда ураланам. Ҡатыным бала менән мәшғүл, мин ике ай ял иткән ваҡытта Фәнисә тирәһендә ваҡыт үткәрәм. Ул да миңә иғтибар итә, “блат” буйынса тегенеһен-быныһын да һатып ебәрә. Гел йылмая, гел көлә. Ә ҡатыным уҫал ғына, тип әйттем бит инде, мине ыжғыртып йә ауыл­ға бесән эшләргә юллай, “китап уҡы” тип тә йәнде ашап ала. Хәҙер аңлайым – арығандыр ҙа инде ул, Алинабыҙ тыныс­һыҙ ғына ине. Етмәһә, зыялы ҡатын ине, ә мин – ғүмер буйы ирҙәр араһында эшләгән бер ауыл егете. Әллә шуға ла аңлаша алманыҡ… Белмәйем. Әллә үҙемде аҡларға тырышып, уны яманлайым. Белмәйем…
Ҡыҫҡаһы, йыл самаһы үткәс, вахтанан ҡатынымды түгел, ә Фәнисәне һағынып ҡайта башланым. Баламды ла уйламаным. Атайлыҡ тойғоһо ҡатын кешегә булған мөхәббәттән көслөрәкме икән ни? Ысын әйтәм: ҡыҙым ҡайғыһы юҡ ине миндә. Фәнисә – тол ҡатын, бер улы, бер ҡыҙы бар. Иренән шәп кенә фатир ҙа ҡалған, шунда гөрләтеп йәшәп яталар. Шунда ҡунып та ҡалғыланым. Ҡатыныма төрлөсә алдашам, ул ышана. Фәнисәнең балалары бигерәк илгәҙәк, уларға ла эҫенеп киттем, бүләктәр ташыйым. Ғашиҡ булдым, ныҡ яраттым. Шулай ике арала йөрөй торғас, ҡатыным ниҙер һиҙемләй башланы. Бер көн ҙур ғауға ҡуптарҙы. Ә мин тоттом да айырылышырға ғариза яҙҙым. Алинаға алимент түләрмен, тип уйланым. Бүлешер әллә ни донъябыҙ ҙа юҡ ине, ҡатыныма эштән бирелгән урындан сығып киттем дә, вәссәләм. Фәнисәм шатланып ҡаршы алды. Әлиәнең, карауатҡа ҡапланып, бер һүҙ ҙә өндәшмәй ятып ҡалғанын хәтерләйем.
Ҡыҙымды йыш күреп торормон тип уйлай инем. Ләкин улай булмай икән шул. Балам янына барған һайын Фәнисәм үпкәләй, илай, ҡатының менән күрешәһең, тип ғауға ҡуптара. Ә минең уны үпкәләткем килмәй. Етмәһә, ситтә эшләйем, ике ғаилә араһында йөрөргә ваҡыт та етмәй. Ҡыҙым да тәүҙә танымағандай тора, китә башлаһам, үкһеп илай. Ә Әлиә минең менән ҡәтғи рәүештә һөйләшмәй.
Ысын әйтәм – айырылғандан һуң тауышын ишетмәнем тиерлек. Баланы, кейендереп, миңә тапшыра ла, боролоп инеп тә китә. Бер заман Фәнисә: “Баланың психикаһын боҙа­һың, бер тапҡыр ҙа күрешмәһәң, яҡшыраҡ буласаҡ. Үҫкәс, аңлай ул!” – тип тыҡый башланы. Шул тиклем яҡшылап һең­дер­ҙе быны. Аңрамын, эйе бит? Баламды күрергә бармай башлағас, атай-әсәйем мине аҡылға ултыртып ҡараны, ләкин бер кемде лә тыңламаным. Тора-бара быға улар ҙа күнде, башҡа ейәндәренә әүрәнеләр. Ә Әлиә оҙаҡ уйлай торғандар­ҙан түгел, ҡыҙымды алып, әллә ҡайҙа күсте лә китте. Алдамайым, мин быға шатландым ғына. Икегә ярылырҙай булыу йонсотҡайны. Алимент өсөн иҫәп асҡайныҡ, ара-тирә шунда аҡса һалғыланым. Иҫкә төшкәндә, тип әйтәйек…
Фәнисәнең илгәҙәк балалары үҫкән һайын минән ситләшә барҙы, “атай” тип тә әйтмәнеләр. Яңы ҡатыным уртаҡ бала табырға теләмәне. Бөтә булған тырышлығымды һалып, күңелдәрен күрергә теләйем, аҡсаны емереп алам. Аяҡтарым да шул алтын йыуғанда бөттө, һаулыҡ та ҡаҡшаны. Ләкин кеше балаһы һиңә булмай икән шул, барыбер ҙә мине яратманылар. Гел аталарын һағынырҙар ине. Бер һүҙ әйтерлек түгел, ҡатын да уларҙы яҡлаша. Аҙыраҡ үҫеп алғас, малайы: “Йүнле кеше булһаң, балаңды ташламаҫ инең!” – тип тә екерҙе. Ялтлап торған Фәнисәм дә: “Балаларым менән уртаҡ тел таба алмайһың”, – тип әрләшә башланы, ялҡынлы мөхәббәттән елдәр иҫкәйне инде.
Үҙ баламды уйламаным түгел, гел уйланым. Ләкин аралар өҙөлдө, эҙләп табыу әллә ни ҙур проблема түгел, ләкин эргәһенә барырға ояла инем. Йөҙөмә төкөрөр кеүек тойолдо. Ә улар ошо Өфөнән бер ергә лә китмәгән булып сыҡты. Балам әсәһен юғалтҡан ваҡытта ла эргәһендә була алманым, бер ни ҙә белмәй инем шул. Әҙәм аҡтығы мин… Әҙәм аҡтығы…
Ҡарттар йортона эләгеүем ошолай килеп сыҡты: Фәнисәнең йортонда йәшәнек. Шул арала улына ла фатир алыштыҡ, ҡыҙына ҙурҙан ҡубып туй үткәрҙек. Үҙ мөйөшөмдө булдырыу тураһында уйламаным да, ғаиләм бар, тип һанай инем. Ә ҡатын заты ҡыҙыҡ икән ул – өлкәнәйгәс, ирҙәрҙе бар тип тә белмәй. Фәнисә менән арабыҙ шул тиклем насарайҙы, ҡыҙыма күсәм, ти башланы. Ейәне тыуҙы, кейәүе лә саҡырып тора. Ҡаланан ситтә ҙур йорт алып, шунда күсенергә план ҡора былар. Беҙ йәшәгән йортто ла һаталар. Мин дә шунда күсәм, тип уйлап йөрөй инем. Тик Фәнисәнең пландары башҡасараҡ булып сыҡты. Айырылыштыҡ, мин урамда ҡалдым. Бер минут эсендә. Бөтә һаулығымды биреп ҡараған балалар менән ҡатын мине урамға сығарып ырғытты. Ят ярлыҡамай шул. Фәнисә: “Минән йәшереп йыйған аҡсаң юҡ тип алдашма, ауылдан берәй йорт ал”, – тип кенә ҡуйҙы. Мең бәлә менән ҡарттар йортона урынлаштым, башҡа барыр ерем юҡ ине. Туғандарға барғы килмәне, һәр кемдең үҙ донъяһы. Берәҙәк мин. Ҡыҙыма бер туғаныбыҙ хат яҙған. Балаҡайым мине алырға килгәндә таныманы ла хатта. Ә мин таныным, әсәйемә оҡшаған. Әлиәнең ҡәберенә барырға ине. Ҡасандыр ташлап киткән балам менән ҡатынымдың тупһаһына килеп йығылдым. Тик улар юҡ инде: береһе теге донъяла, икенсеһе сит илдә. Тиҙерәк үлһәм ярар ине, тип кенә теләйем. Балама ла йөк булғым килмәй. Ләкин теге донъяға юлланыр алдынан ҡыҙымдан ғәфү үтенгем килә. Оялам, һүҙ таба алмайым. Ҡарттар йорто ҡурҡытмай мине, балама яҡыныраҡ булғым килә. Йылына бер булһа ла ҡайтыр, моғайын. Ул мине саҡ ҡына булһа ла яратамы икән, һин нисек уйлайһың, һеңлем?
Яңы күршемдең был һорауына яуап бирә алманым. Тамаҡҡа төйөр килеп тығылды ла ҡуйҙы. Үкенес бөгөп һалған меҫкен был ағайға ауыр һүҙ әйтке килмәне. Ауырыу атаһын ташлап, сит яҡта үҙ тормошон ҡорған ҡыҙ балаға ла “ҡайт” тип әйтерлек сәбәп юҡ кеүек…

Лилиә СИРАЕВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»