НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Тәнәй килен


Тәнәй килен– Ҡайсың менән бәпәйемдең башын ҡырҡып ҡуйма.
Ҡарт хирургтың ҡаштары сөйөлөп китте, бер сама пациентына текләп тора бирҙе лә, башҡортса белгән һүҙен ысҡындырҙы:
– Ауызынассайым!
Дәғүәнең кемгә ҡағылғанын аңлаған анестезиологтың яуабы ҡыҫҡа булды:
– Доза. Не берет.
Тегенеһе бер кемдең дә ауыҙын асманы. Ҡайҙан ғына белһен башҡорт телен уҡымаған Тәҡлимә ҡуш тартынҡы араһына “ы” ҡуйырға кәрәклеген – ауыҙын асып оҙаҡ ятты. Анестезиолог Рәфҡәт Халиҡович Тәҡлимәгә боролоп, рус телендә һүҙ ҡатты:
– Бәпәйҙәр әсәйҙәрҙең эсендә була. Һин бәләкәйһең.
– Мин дә әсәй булам. Эсем ныҡ ауыртты бит, моғайын, бәпәйем барҙыр.
Был юлы анестезиологтың күҙҙәре упайып китте:
– Һин... кейәүҙәме? 14 кенә.
– Атыу! Ижәбемә өс ай.
...Йоҡлап киткән Тәҡлимә гинеколог апайҙың килгәнен дә белмәне.

* * *
Уның башында бер генә уй – тиҙерәк бәпәйле булырға! Теге юлы һуҡыр эсәген ҡырҡам тип, әллә бәпәйен алып ҡуйҙылар. Эй көттө эсенең ҙурайғанын. Ҡәйнәһе – мәктәптә, ире урманда саҡта йөйө күптән бөтәшкән ҡорһағына мендәр терәп өй буйлап йөрөп ҡараны – килешә үҙенә.
Үҙҙәрендә булһа, нимә бешерәйем, тип ҡаңғырыр ине, бында яраштырырға ризыҡ күп тә, тамаҡҡа әҙерләргә рөхсәт юҡ. Көндө ҡайһылайтып үткәрергә белмәй. Мәктәптә йөрөһә, директор ҡәйнәһенең дәрәжәһе төшә, уҡымай ятҡас, кешенән оят.
Эшһеҙ ултырып ялҡып китте – түрбашҡа барып ураны. Күҙе бушаған картуф биҙрәһенә төштө. Дүңгәләгенән эләктереп, баҙ ҡапҡасын тартып алды ла, иҙән аҫтына төшөп китте. Дыңғырлатып ҡына картуф тултыра башлауға, өҫтә әллә нимәләр даһыр-доһор итеп ҡалды – сүсинкәле быйма кейгән йәтеш кенә бер әбей сумкаһы-ние менән иҙән аҫтына төшөп тә ятты.
– Алла, билем! Минең килеремде белә-күрә ҡапҡасын асыҡ ҡалдырғандар.
Күҙе буйтым ҡараңғыға өйрәнгәс, Тәҡлимәне шәйләне:
– Атаҡ! Килен тигәндәре тәнәй генә лә баһа! Әсәйеңдәр ашағанда иҙән аҫтында ултырҙыңмы?
Ғәрләнде Тәҡлимә. Быныһына тиклем үҙен һанламай. Бүҫкә биҙрә картуфын ҡылысынан һөйрәп менде лә китте. Күҙенең сите менән иҙән аҫтындағының “ах” та “ух” килгәнен ҡарап тора бирҙе лә, сыҙаманы, йыуа башлаған картуфын ташлап, башта сумкаһын, унан әбейҙең үҙен һөйрәп сығарҙы. Һынған-ҡанаған ере күренмәй – бирешмәҫ әле.

* * *
– Тоҙон ыу шикелле һалғандар. – Ярып бешерелгән ҡабыҡлы картуфты ситкә этеп ҡуйҙы ҡәйнәһе.
– Гөбөрнатырға оҡшаманы. – Оло ҡәйнәһенә яңылыҡ түгел ине мыжыҡ килененең холҡо.
“Сеүәтәһе менән бынауы картуфты битенә көпләгәндә таман булыр ине”. Ризыҡ хурлап ултыр­ған ҡәйнәһенә хәтере ҡалған Тәҡлимәнең көнбағыш майына тасылдата манып ашап ултырғаны тамағынан үтмәй ыҙалатты. Шурпылдатып стаканындағы сәйен һемереп ҡуйҙы ла, тороп китте. Арандай өйҙә үҙен ҡайҙа ҡуйырға, күҙен нимәгә терәргә белмәй йонсоно. Ипләп кенә стеналағы радиоалғысты ҡуйып ебәрҙе. Исемен дә белмәгән йырсының яғымлы тауышы күңеленә бер килке тыныслыҡ бирҙе:
Ҡаралы күлдәк ҡаралы,
Туҙғатаһы бар әле.
Һағынғанда ҡарар өсөн
Кәртешкәһе ба....
– Һүндер шул башҡорт похоронкаңды. – Хужабикәнең да­һырлатып светтан һурып алыуына радионың йәне көйҙө: “бар-р” тип ырылдап, һүнеп ҡуйҙы. Уныһына иғтибар итмәне Тәҡлимә – күңелендә йырҙың һүҙҙәрен өйрөлттө: “Күлдәктең туҙғатаһы ҡайһы ере була икән?”
Ҡәйнәһенә үсе бар шул. Беренсегә барғанында “апай” тип бер алдына, бер артына сығып йүгереп йөрөгән бәләкәс ҡыҙҙы яратмаҫ булды уҡытыу­сыһы. Хәреф таный ғына башлағайны, “уҡый алмай” тигән мөһөр һуғып ҡуйҙы.
Бер көн: “Комиссияға барабыҙ, “а” тиһәләр, “б” тиең, аҡты – ҡара, ҡараны аҡ тиең”, – тип, дүрткүҙ апайҙар алдына алып барып ултыртты. Улары ҡағыҙ биреп ҡайтарғайны, дәрестә башҡаса торғоҙоп та йонсоманы: ун һаны эсендә миҫалдар яҙып бирә лә, дүрт дәрес буйы йә ала, йә ҡуша шуларҙы – тикшереп ҡараған кеше юҡ. Беренселә тағы бер йыл ултырып, азбуканы ятлап бөттө – башҡа дәреслектәрҙе класташтарының ҡулында ғына күрҙе. Унан апайҙары тағы бер уҡыуҙы бөтөп, Таштимеровнаға әйләнеп, мәктәп директоры булып китте.
Ун ике йәшенәсә башланғыста ултырған Тәҡлимә дүртенсегә төйөрөм генә матур ҡыҙ булып күсте. Ыратып уҡып китә алмаһа ла, оҡшай ине бында: класс етәксеһе лә башҡортса исеме менән өндәшә үҙенә, “дебил” ҡушаматын да оноттолар. Таштимеровнаның рус теле дәрестәре генә торғаны бер яза, эйелеп, башҡорт телендә “эшкинмәгән” тимәһә, күңеле булмай. Ҡайһы саҡта: “Кейәүгә сығып, донъя көтһәң, бәлки, рәт сығыр ине”, – тип ыҫылдап үтә. Уның һайын уртын сәйнәй ҡыҙсыҡ. Ун дүрте тулыуға мәктәпте ташлап, клубта йөрөгән ҡыҙҙы Таштимеровнаның армиянан ҡайтҡан улы алды ла ҡайтты. Әсәһе әйткәндең киреһен эшләп өйрәнгән улының был ҡылығы хайран итте барыһын да.
Башта үсен алыр өсөн генә килеп ингәйне был йортҡа Тәҡлимә, Насирының сәнскеле эйәге арҡаһынан ҡытыҡлап, йомарланып ҡына ҡуйынына инеп ятмаһа, кис йоҡлай алмаҫ булды ла ҡуйҙы.

* * *
“Ошо гөбөрнатырға үҙемдән төшкәнде үпәс иттереп ултырмаһам, исемем Тәҡлимә булмаһын!” Ҡайһы саҡ кис ятҡас, бармаҡтарын бөгә-бөгә иҫәпләп ята: әсәһенең туғыҙ балаһы бар – атаһы менән туғыҙҙы йоҡлаған, ҡәйнәһенең бер малайы ғына... Ыста! Шуға ла һирәк ҡайталыр әле сайырсы ҡайныһы урмандан.
Апайҙан Таштимеровнаға, унан Гөбөрнатырға әйләнгән ҡәйнәһенә төбәп һүҙ ҡушҡаны ла юҡ. Дәресендә нисек аҫҡа ҡарап ултырһа, бында ла әсир төшкән һымаҡ йөрөй ине. Насирҙың өләсәһе килгәс кенә тын алыуы иркенәйҙе, үҙе лә Тәнәй киленгә әйләнде. Яйлап сәғәтте өйрәтте, унан ҡулъяулығындағы аҡсаны һанатты оло ҡәйнә. Йөн иләгән арала ручка менән ҡалын дәфтәр тоттора ла, көн һайын бер бәйетен яҙҙыра.
– Әрәм итә яҙғандар Тәнәйгенәмде. Ҡыш сыҡҡансы башҡортса уҡырға-яҙырға өйрәнһәң, руссаһын үҙең белерһең. Алдыңа алһаң, булдыра алмаҫ эш булмаҫ. Ана, беҙҙекеләргә берәйһенә хат яҙ тиһәң, башҡортса яҙа белмәйем, русса яҙ, тиһәң, русса уйлай белмәйем, тиҙәр. – Заманында ете класс белеме булған оло ҡәйнәһенә ярап ҡалды мөғәллимлек эше: “Эш хаҡы алғанда кешенән ҡултамға ҡуйҙырған ише булмаҫ әле”.
– Мине кем эшкә алһын инде?
– Улай тимә. Намыҫланып өйрән. Ҡәйнәң эшләгән мәктәптә булыр әле һиңә тигән бер урын.
– Йо-оҡ. Уҡытыусы булмайым. Улар кешенең башына таяҡ менән һуға.
– Ниндәй таяҡ?
– Указка тигән.
Һүҙҙең тәрәнгәрәк киткәнен аңланы зирәк ҡәйнә:
– Кем һиңә уҡытыусы бул тине? Ул таяҡты икенсе маҡсатта ла файҙаланып була.
Шәкерте бер шөғөлдән ялҡып китмәһен тиеүеме – ҡолғаһына тетелгән бер төйгәк йөн бәйләне.
– Ҡул эшен дә белергә кәрәк. Насир ҡайтҡас та, айырым орсоҡ эшләтеп ал. Бигерәк сөс булмаҡсыһың. – Һүҙҙе үҙенсәләп әйтеүенә үсекмәй Тәҡлимә – яратып өндәшә бит ул.
– Махом! – һөрән һалып инеп килгән Насир кәләшен күтәреп өйрөлттө лә, кибеп ятҡан ҡайын ярҡаһын алып, сығып та китте. Өләсәһе йөн сиратып ултырған орсоғон өс кенә сиртеп өлгөрҙө, балта менән юнылған таяҡ ишаратын тотоп килеп инде:
– Өләс! Орғосом эшкинмәй.
– Һеүү! Бупалам урыҫ, бупалам башҡорт. Килендән һөйләшергә өйрәнер инең.

Миңнур ҠАСИМОВА.
Бөрйән районы.

Тәнәй килен
(дауамы).


* * *
Тәҡлимәнең ун биш йәшен үткәрергә йөрөйҙәр. Икәүләшеп һалма йәйеп ҡырҡтылар, йыуаса бешереп алдылар. Аҡса һанап биреп, кәнфит алырға магазинға сығарып ебәрҙе өләсәһе Тәнәй киленен. “Их! Күрһендәр ине уҡытыусылар кәнфит үлсәтеп торғанымды”. Ырғый-һикерә барыуҙан үҙен тыйып килгән Тәҡлимә, мәктәп яғына күҙ һала-һала, алға атланы.
Ике яҡ күршеләрен дә саҡыр­ҙылар – килен сәйен эсерерҙәр. Теҙгенде ысҡындырманы оло ҡәйнә:
– Үҙем башлап әйтәйемдер: ошо йортта ике тапҡыр киленле булып ултырам. Тәнәй киленем! Ҙурайыуың менән! Йортобоҙҙоң ҡото булыр уллы-ҡыҙлы бул. Өлкәнем! Миңә ниндәй килен булдың, үҙеңә лә шундайы насип булһын.
Таштимеровнаның йылдар буйы сервантында һаҡланып, бөгөн генә рөхсәтһеҙ өҫтәлгә ҡунаҡлаған нәҙек билле сынаяғы ҡулынан ысҡынып төшөп китте:
– Был хаслыҡты оҙаҡ уйланыңмы? – Ҡәйнә йомшап ултырғанын онотоп китте – эйелеп, иҙәндәге ярсыҡтарҙы үҙе сүпләй башланы.
– Күңелемдәгеһен әйттем. Тотонолмай саң йыйып ултырған һауыт өсөн ғауға ҡуптарма, ҡашығаяҡ араһындағы кимтелгәне ҡәҙерлерәк. Унан... Ҡыштыр менән көпләнеп, мәңге оса төҫө күрмәгән күпмәләрҙе һөрткәнсе, буҡҡа батып, һыҡраға һаҫыған түшәктәрҙе йыуыу танһығыраҡ.
“Өләсәй булмаһа, күптән башҡалар менән ботон биреп кенә күрешер ине”. Күңеле булды Тәнәй килендең.

* * *
– Ек буйҙарын еткерә йыу! Шыялама майлы йыуғысың менән! Алды-артыңдағы бысраҡты таҙаларға бер ғүмерең дә етмәҫ. – Тәҡлимә ҡәйнәһенең ҡайтып ингәнен дә аңғармай, радиолағы йырҙы иҫе китеп тыңлап тик торған.
– Шул илаҡ йырҙарың менән ялҡыттың. Башыңда саҡ ҡына аҡылың булһа, ҡайтып китер инең күптән. – Таштимеровна шарт ябып инеп китте бүлмәһенә.
– Әүәләһәң, әүлиә булырҙай­ҙы хурлайһың шул. Донъяңа яҡтылыҡ биргәнде күңел күҙең шәйләмәй. Ҡараңғы иҙән аҫтында ла аңғарҙым. Бәлки ошо бала һалыр һуңғы тамсы һыуҙы ауыҙыңа. Сәсе менән ер генә һепермәй инде. – Үҙ бүлмәһе ишегенән башын тыҡҡан оло ҡәйнә беште генә.
“Ҡайтырмын ҡайтмай ҙа. Бәпәй генә алайым әле.” Рәхәтләнеп иреште эстән Тәҡлимә.
– Майғулданып торма, ҡатынҡы бул! Шартлата баҫып көт донъяны – ҡәйнәң һүҙ тейҙерерлек булмаһын. Ошо йортҡа һин дә хужабикә. Биш балам да саҡырып тора үҙенә, мин яҙ сыҡҡансы ғына бындамын. Аръяғы үҙеңә ҡала. – Өлөш сыҡты бәләкәсенә лә.
Ысынлап та, нишләп ҡурҡа һуң әле ул Гөбөрнатырҙан? Икмәк һала, һауған һыйырының һөтөн айырта, йөн иләп ойоҡбаш бәйләй. Утынды ирҙәрҙән таһыллыраҡ яра. Йәй генә етһен әле! Ҡайырып һалып бесән саба башлаһа, ҡәйнәһе түгел Насиры тиң һелтәй алмаҫ салғыһын. Ручканан ауыр нәмә күтәрмәгән Тимер-томоровнаға күрһәтер ине күрмәгәнен. Яңы ҡушамат табыуына һөйөнөп ҡуйҙы.
…Таштимеровна төшкө ашҡа түрбашҡа сыҡҡанда халатының еңен төрөп, ҡулын ике бөйөрөнә таянған Тәҡлимә, аяҡтарын кирә баҫып, аш өҫтәлендә тора ине.
– Алдым таҙа. – Боролоп баҫты. – Артым да таҙа. Бысраҡ булып килмәгәнмен. – Ҡапыл шып туҡтаны. “Әсәһе өләсәһе менән ирешкәндә нимә ти торғайны әле?”.
– Үҙ иремдең донъяһына килгәнмен. Сығып та китермен, улыңды ла алып китермен.
***
Ҙурҙан әҙерләнде район Миңзифа Таштимеровнаны хаҡлы ялға оҙатыу кисәһенә. Химия-биология йүнәлешендәге мәктәп район дауаханаһының клиник-диагностик лабораторияһы менән тығыҙ бәйләнештә эшләү һөҙөмтәһендә республикала билдәлелек алды. Баш табип Рәфҡәт Халиҡович үҙе килде юбилярҙы ҡотларға. Сығыштар рус телендә барһа ла, алып барыусы һуңғы концерт номерын башҡортса иғлан итте. “Юбилярҙың һорауы буйынса” тигәнен аңғарып өлгөрҙө, күңелдәргә үтеп инер моңло тауыш:
Ҡаралы күлдәк ҡаралы,
Туҙһа тағы бар әле, – тип йыр башланы. Йән иҙрәтер моң наҙға сорнаны күңелен. Йылдар дауамында етәксе булып, үҙ телендә һөйләшеүҙән, башҡорт моңон тыңлауҙан мәхрүм булып йәшәгән икән. Танһыҡ тауышлы йырсының ҡайһы филармония артисы булыуын да белмәүенә оялды. Сыҙаманы, ни сәбәптәндер юбилярға барып етмәгән сәскә гөлләмәһен тотоп, мәктәп сәхнәһе артына ашыҡты. Һандал күлдәкле йондоҙ ҡарашлы йырсыны тапмай хитланды. Ул арала бер төркөм ҡунаҡтар уратыуында банкет залына ашыҡҡан юбиляр күренде. Күҙ асып йомғансы, тулҡын үҙен дә эләктереп алды. Шул минутта оҙон мәктәп коридорының ҡаршылағы запас ишеге асылып китте лә, атаһы етәгендәге 5-6 йәштәрҙәге малай зал яңғыратып:
– Өләс! – тип ҡысҡырып, Миңзифа Таштимеровнаға йүгерҙе. Ҡосағындағы сәскәләрҙе янында килгәндәрҙең береһенә тотторған директор:
– Ҡолоҡасымды минемм! – тип кейеме-ние менән ейәнен ҡармап алып, сикәләренән “суп” иттереп үбеп алды. Дәрәжәләре төшөүҙән ҡурҡып, баштарын бормай ғына алға атлаған түрәләрҙең ирен ситендә йәбешеп торған көлөмһөрәүенә иғтибар итмәй, ҡолонсағының өҫ кейемдәрен сисә-сисә, банкет залына бергәләп инеп китте.
– Тәнәкәй! – Ишектән иң аҙаҡҡы булып инергә торған Рәфҡәт Халиҡович яғымлы ир тауышына артҡа боролоп ҡараны. Ҡасанан бирле эҙләгәне баҫҡыс аҫтындағы бүлмә янында ғына торған. Ҡулындағы гөлләмәгә күҙ һалды ла, йырсыға ҡаршы атланы табип. Яғымлы тауышлы ирҙең һынсыл ҡарашынан кем икәнен аңлауҙан йөрәге янһа ла, “йырығыҙ өсөн” тигән һүҙҙәр менән ҡулындағы гөлләмәне йырсыға тотторорға үҙендә көс тапты.
“Башҡорт моңо өсөн. Мине асылыма ҡайтарғанығыҙ өсөн”, – тип әйтергә көсө етмәне, хәҙер килеп банкетҡа инеүҙең ҡыҙығын да тапманы.
Рәфҡәт Халиҡович гардеробтан сыҡҡанда һандал күлдәге өҫтөнә мәктәп логотибы төшөрөлгән махсус халат кейгән йыйыштырыусы ҡатын ҡулындағы таяҡҡа йыуғыс элеп, иҙән һөртә ине. Табиптың профессиональ ғәҙәте күҙ сағылдырыр таҙалыҡты баһалап өлгөрҙө, мәктәп коридорҙарын юбиляр директорҙың микрофондан әйткән талапсан тауышы яңғыратты:
– Рәфҡәт Халиҡович! Беҙ һеҙҙе юғалттыҡ. Тәҡлимә! Ҡунаҡтар тағы йырлауыңды һорай.
Ҡайһы арала яңынан сәхнә йондоҙо ҡиәфәтенә ингән йыйыштырыусы Тәҡлимә менән буласаҡ мәктәп директоры Насир оло ҡунаҡты ике яғынан килеп ҡултыҡлап алдылар.
Миңнур ҠАСИМОВА.
Бөрйән районы.

Сығыу ваҡыты 29-03-2017, 13:00 | Ҡаранылар: 1831
|
  • Түҙ, йөрәгем, түҙ, башҡа сара юҡ...
  • БҮЛӘК
  • Мәҙәктәр
  • Балалар ауыҙынан
  • КӨЛӘМӘСТӘР, ЛАҠАПТАР, ӘҘӘМ БАШЫНАН ҮТКӘН ҠЫҘЫҠ ХӘЛДӘР
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM