RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

17.03.2017 Ике ҡыҫтыбый

Ике ҡыҫтыбыйХәйретдин күптән инде яңғыҙ йәшәй. Хәләл ефетенең баҡыйлыҡҡа күскәненә ике тиҫтәгә яҡын йыл уҙҙы. Тәүҙә мәрхүмәнең рухына хыянат итмәйем тип өйләнмәне. Шунан үҙенә яраҡлы кешеһен таба алмай йөҙәне. Бер оҡшағаныраҡ кеше осрағайны ла һымаҡ. Тағы хәүефләнде, йәшең етмешкә еткәндә, ниндәй өйләнеү була ти инде? Улы менән ҡыҙы бар. Уларҙың үҙ тормошо. Үҙҙәренең балалары өйләнешеп бөттө инде. Балалары бар. Хәйретдиндең генә уларҙы күргәне лә юҡ, тиһәң дә була. Онотҡанда бер килеп күренәләр ҙә вәссәләм. Шуға ҡарт бала тауышын онотоп бөткән тиһәң дә хәләл. Дөрөҫ, күрше йортта йәшәүселәрҙең балалары бар. Шулар урамда уйнағанда осраһа, баштарынан һыйпап, кеҫәһендә йөрөгән тәм-томдо биргеләп китә.
Бөгөн Хәйретдин күп кенә итеп ҡыҫтыбый бешерҙе. Яңғыҙ торғас, һәммәһен дә үҙе эшләргә өйрәнде. Табаҡ-һауытын да, керен дә, иҙәнен дә үҙе йыуа, бешерә-төшөрә тигәндәй. Хәйретдин ҡыҫтыбый бешерә, тип тирә-йүнгә һөрәнләгәндәй, май еҫе әллә ҡайҙа таралды, аш бүлмәһендә таба шыжлап торҙо. Күп итеп бешерҙе ҡыҫтыбыйҙы Хәйретдин, мул ғына итеп ҡамыр һатып алғайны, картуфты яҡшылап йыуып, әрсеп айырым кәстрүлдә бешереп, иҙеп ҡуйҙы. Шул таярҙарҙы бөтөргәнсе бешерҙе. Кәрәк саҡта микроволновкала йылытыр ҙа алырмын, балыҡҡа ла алып барырмын, тип уйланы. Бер тотонғанда бешерергә ниәт итте, гел генә ҡыҫтыбый менән була алмайһың бит.
Ашамлыҡты әҙерләп бөтөп, сәйнүктә сәй ҡайнатып, ашарға ултырайым тип кенә тора ине, ишектә ҡыңғырау шылтыраны. Кем йөрөй икән, тигән уй йүгерҙе башынан, минекеләр түгелдер, улар килер булһа, алдан шылтырата торғайны, тип барып асты ишекте. Аптырап та китте. Ҡаршыһында ике бала тора. Береһе ҙурыраҡ, малай, күп тигәндә биш йәш. Янында бөтөнләй кескенә ҡыҙыҡай. Ике йәштән өлкән түгел. Малай үҙе ептәре һәленеп бөткән трико салбар, йоҡа ғына туҡыма күлдәк кейгән. Күлдәгенең һиҙәптәре бөтөнөһө лә эленгән, итәк салбар­ға ҡыҫтырылған. Аяғында сандалый, күрәһең, бәләкәсәйгән, бармаҡ остары тишектән сығып тора. Көн йылы булыуға ҡарамаҫтан, ҡыҙға күлдәк өҫтөнән башы аша сепрәк шәл ябындырып, остарын артҡа шаҡарып бәйләгән. Аяҡтары яланғас.
Ишекте асҡан мыҡты кәүҙәле таҡыялы кешегә ҡарап торҙо ла, малай:
– Һаумыһығыҙ, – тигән булды. – Олатай, һинең әҙерәк кенә икмәгең юҡмы? Бына һылыуым илай ҙа илай, асыҡҡан.
Хәйретдин бер малайға, бер ҡыҙға ҡараны, ни әйтергә лә белмәне, ыҡ-мыҡ итте. Шунан:
– Атай, әсәйегеҙ ҡайҙа һуң һеҙҙең? – тип һорай алды.
Малай ғәйепле кеше кеүек башын эйҙе, ишетелер-ишетелмәҫ:
– Атайым больницала, аяғын һындырып ята. Әсәйем иҫерек, – тине.
– Әйҙә инегеҙ, балалар. – Хәйретдин юл бирҙе.
Тегеләр ишек төбөнә инде лә туҡтаны.
– Әйҙә, үтегеҙ был яҡҡа, – тиһә лә оло кеше, балалар ҡымшанманы. Малай һеңлеһенең ҡулынан тотоп алды, теге китеп бармаһын тиҙер инде.
– Беҙ ошонда ғына торабыҙ, – ти малай.
– Ишек төбөндә торорға ни, бына, әй. – Оло кеше һуҡранғандай итте. Шунда ғына малай ҡарышыуының сәбәбен асты.
– Беҙҙең кейемебеҙ бысраҡ, иҙәнегеҙ бысранмаһын, ошонда ғына торабыҙ.
Хәйретдин дә үҙенекен һөйләне.
– Иҙән бысранһа ни, йыуабыҙ уны. Ике ҡулым да һау, Аллаға шөкөр. – Үҙе былар янына килеп, ҡыҙҙың шәлен систе. Шунда ғына йылы көндө шәл бәйләнеүенең сәбәбен аңланы: күлдәктең өҫ яғы йыртылып бөткәйне. Шуны ҡаплаған инде шәл. Хәйретдин ҡыҙҙы күтәреп алды ла, йыуынғысҡа индереп, битен, ҡулын йыуҙы. Малайға йыуынырға ҡушты. Өсәүләп аш бүлмәһенә инделәр. Өҫтәл өҫтөндәге ҡыҫтыбыйҙарҙы күреп, балаларҙың күҙҙәре бызлап китте, малай төкөрөгөн йотто, әммә ашамлыҡҡа ташланманылар, ипле генә көттөләр. Хәйретдин икеһен дә ултырғысҡа ултыртты, алдарына фарфор тәрилкәләр ҡуйҙы һәм берәр ҡыҫтыбый алып һалды.
– Бисмилла, ашағыҙ, балалар.
Малай ашыҡмай ғына, ҡыҙ ауыҙына тултыра ҡабып ашарға тотондолар. Хәйретдиндең ҡалған ашы бар ине, шуны йылытып ултыртты, үҙе яһаған ҡайнатманы, бал сығарҙы, һөтләп сәй яһаны. Балалар туйғансы ашаны. Быларға һуңынан ашарға йүнәтәйем әле тип, Хәйретдин күрше бүлмәгә сығып әйләнһә, малай менән ҡыҙ ишек төбөндә тора, сығып китергә әҙерләнеп бөткәндәр.
Шул саҡ Хәйретдин малайҙың ал яҡтан күлдәге аҫтында нимәлер тумпайыуына иғтибар итте. Бая ғына күлдәге эсенә һылашып тора ине лә баһа, берәр нәмә сәлдерҙеме икән ни? Ит изгелек, көт яуызлыҡ ошо буламы инде, тип күлдәктең тышынан ипле генә һуҡты Хәйретдин.
– Был нимә?
Малай башын ҡаплап сарылдап ҡысҡырып ебәрҙе:
– Туҡмама, олатай, туҡмама! Атайымдың һуғыуынан былай ҙа башым ауырта! Ике ҡыҫтыбыйҙы өйҙәге һеңлемә тип алғайным. Ул ауырып ята, ул да ас бит.
Хәйретдин баҫҡан урынында ҡатты ла ҡалды, балаларҙың сығып киткәнен дә шәйләмәне. Асыҡ­һағыҙ, килегеҙ, тиергә асҡан ауыҙы ла ябылмай ҡалды.

Ғәлим ХИСАМОВ










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»