RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Яман атҡа менгәнсе, йәйәү йөрө талғансы, Яман ҡатын алғансы, буйҙаҡ йөрө ҡанғансы

14.02.2017 Яман атҡа менгәнсе, йәйәү йөрө талғансы, Яман ҡатын алғансы, буйҙаҡ йөрө ҡанғансы

Яман атҡа менгәнсе, йәйәү йөрө талғансы, Яман ҡатын алғансы, буйҙаҡ йөрө ҡанғансы
Бассейнға килеү менән гардероб янындағы тәпәш эскәмйәлә тумһайып ултырған ҡыҙ күҙгә ташланды. Кескәй ҡулдарын түшенә балаларса ҡаушырып, ирендәрен турһайтып, етен ҡаштарын емереп, иҙәнгә төбәлгән 4 – 5 йәштәр тирәһендәге бала ҡаршыһына сүкәйгән ир иңбашына спорт сумкаһын аҫҡайны, ҡулына пакет услап тотҡан. Күмәкләп тауышланып килеп ингәс, ир беҙгә йәһәт кенә ҡараш ташланы ла, турайып баҫты:
– Әйҙә инде, ҡыҙым, таусыҡтан шыуырға барырбыҙ, – ҡыҙыҡайҙың арҡаһынан һөйөргә иткәйне, нәзәкәтле зат ҡаты ғына итеп итек үксәләрен бейетте лә, өҙә һуҡты:
– Юҡ! Минең һыу төшкөм килә!
– Йөҙөп туйманығыҙмы әллә? – холҡон күрһәтеп көйәҙләнгән ҡыҙ һәм малайҙарҙы бында йыш осратырға тура килә, шуға ла артыҡ аптырамай ғына һүҙ ҡуштым. Ир кеше, аҡланғандай йылмайып, ҡулдарын йәйҙе:
– Ҡайҙан... Инә алманыҡ. Күптән, бассейнға килтерәм, тип вәғәҙә иткәйнем, бөгөн килһәк, ҡыҙҙың бер үҙен ҡатын-ҡыҙҙар кейенеп-сисенеү бүлмәһенә индерә алмайбыҙ, тиҙәр. Адми­нистратор төшкө ялға киткән, бер сәғәттән генә килә, ә контролер, кеше балаһы өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөмә ала алмайым, тип ҡыҙымды сайындырып кейендерешеүҙән баш тартты.
Иренен бәлшәйтеүҙән туҡтаған бала күҙҙәрен иҙәндән алмаһа ла, беҙҙең һөйләшеүгә ҡолаҡ һалғандай тойолдо.
– Ҡыҙығыҙҙы ышанып тапшыр­һағыҙ, мин индерәйем, – тигәйнем, ирҙең йөҙө яҡтырҙы:
– Ҡыйын булмаһа инде!
– Һис бер ҡыйынлығы юҡ, – ҡыҙға усымды һондом, – әйҙә, өҫ кейемеңде атайыңа сисеп бир ҙә, киттек бассейнға.
Ҡыҙсыҡ эскәмйәнән күтәрелһә лә, ышанырғамы-юҡмы был бәхеткә, тигәндәй, шикләнеп, бер миңә, ят кешегә, бер атаһына күҙ йөрөтөп, сисенергә, миңә ҡулын бирергә ашыҡмай тора бирҙе. Атаһы, ҡыҙҙың курткаһын сискәс, уны минең яҡҡа ипләп кенә этәрҙе:
– Бар, бар, ҡурҡма. Мин хәҙер кейемдәрҙе гардеробҡа ғына тапшырайым да...
Ҡыҙыҡайҙы етәкләп алдым. Китә биргәйнек, атаһы бер һикереүҙә беҙҙе ҡыуып етте:
– Әйберҙәрен бирергә онота яҙғанмын, – пакетты миңә тотторҙо ла, уңайһыҙланды, – мин шулай хәтерһеҙ ул, шампунын да алырға иҫтән сыҡҡан.
– Үҙемдекен бирермен, – тип тынысландырҙым ирҙе. Рәхмәтле йылмайҙы. Бала артына ҡарай-ҡарай коридор буйлап атлағанда, атаһы уға ҡул болғап тороп ҡалды. Биш йылға айырылышалармы ни!
– Хәҙер етеҙ генә сисенеп йыуынабыҙ ҙа, купальниктарҙы кейеп, бассейнға сығабыҙ. Беҙ сығыуға атайың унда буласаҡ! – ятһынған баланы хәбәр менән албырғатып, кейенеп-сисенеү бүлмәһендә, душта тиҙерәк ҡыймылдарға тырыштым, уны һис тә зарыҡтырғым килмәне. – Купальнигың ҡалай матур! Тәпешкәләрең дә йәтеш кенә, ҡурсаҡтыҡы кеүек! Үҙең бигерәк шәп, үҙ аллы икәнһең!
Яй ғына мыштырлаһа ла, йәшенә ташлама яһап, һалпы яғына һалам ҡыҫтырҙым. Минең тел телгә йоҡманы, ә ул ләм-мим өндәшмәне, “эйе” йә “юҡ” тигәнде баш һелкеүе менән генә аңғартты. Әш-көш килеп, ниһайәт, иркен, яҡты, геүләп торған бассейн залына сыҡтыҡ. Аҡ һәм зәңгәр төҫтәр хакимлыҡ иткән бассейн залына етәкләшеп аяҡ баҫыуыбыҙ булды, ҡыҙсыҡ ҡурҡыу ҡатыш һоҡланыуҙан шып туҡтаны ла ҡуйҙы. Һаҡ ҡына бер-ике аҙым эшләгәс иһә атаһын күреп ҡалды ла, ҡулын усымдан һыпыра тартып, алға ынтылды:
– Атай!
– Бында йүгерергә ярамай! – тип саҡ үҙен тотоп өлгөрҙөм. Ул арала атаһы ла килеп етте, ҡыҙын күтәреп алды, миңә һораулы ҡараны:
– Ҡаңғыртманымы?
– Юҡсы! – ҡыҙҙың тәпешкәһенә шаяртып сирттем, – бындай сынъяһау тәпешкә кейгән ҡыҙҙар ҡаңғыртҡыс буламы ни? Пока! Аҙаҡ мин һине алып сығырмын.
Беҙ улдарым менән өлкәндәр бассейнына сумдыҡ, улар бәләкәстәргә тәғәйенләнгән һай бассейнға йүнәлде. Балалар менән ярышып, уҙышмаҡтан тегеләй-былай йөҙгәндән һуң бассейндың бортына йәбешеп тынды рәтләргә самалағанда ҡыҙҙың атаһы янға килеп сүкәйҙе:
– Һыу һыуыҡмы?
– Ғәҙәттәгесә кеүек, – тим. – Нишләп ҡыҙығыҙҙы яңғыҙ ҡалдырҙығыҙ?
– Мин бер минутҡа ғына, ул әле башҡа балалар менән уйнай.
– Әйткәндәй, нишләп ҡатынығыҙҙы эйәртмәнегеҙ? Ҡыҙ баланы бассейнға әсәһе йөрөтһә, уңайлыраҡ бит.
– Эй-й, – ҡулын һелтәгән ир бәләкәй бассейн яғына яртылаш боролоп, ҡыҙын ҡарашы менән эҙләп тапты ла, тынысланды, – һөйләһәң – һүҙ... Бына һеҙ нисек уйлайһығыҙ, “иртә уңмаған кис уңмаҫ, кис уңмаған һис уңмаҫ” тиеүҙәре хаҡмы икән әллә? Кешенең бәхете бер булмаһа, шулай уҡ булмаймы икән?
Бассейнға ял итергә килеп, ярым шәрә килеш, етмәһә, былай ҙа түңәрәк йөҙөмдө йомро батмустай, танауымды елле картуфтай итеп күрһәткән тығыҙ резина баш кейемендә шундай етди фәлсәфә ҡорор­ға әҙер инемме ни мин? Әлбиттә, юҡ. “Тартай теленән таба: тормош иптәше тураһында һорарға телем ҡысый инеме? Хәҙер хәрәкәтһеҙлектән өшөп тор инде һалҡын һыуҙа!” – эстән генә башымды йоҙроҡ менән тызып, иргә йылмайҙым:
– Ошоғаса бер кем дә бассейнда ундай һорау менән башын ҡатырмағандыр ул. Шулай ҙа, беренсенән, мәҡәлдең мәғәнәһен бәхет-бәхетһеҙлек менән бәйләмәй, уның минең ише ялҡауҙарға ҡағылышлы икәненә инаныуымды әйтә алам.
– Нисек инде? – ир, ҡыҙыҡһыныуын йәшермәй, бассейндың бортына йәтешләп ултырып уҡ алды.
– “Иртә торған – уңған” булғас, тимәк, “иртә уңмаған” иртә тормаған тигәнде аңлата. Төшкәсә йоҡлап ятҡан әҙәмдең ҡасан уңғаны бар? – минең һүҙҙәргә икәүләп көлдөк.
– Ә, икенсенән?
– Икенсенән, бәхетле булырғамы уға әллә юҡмы – быны һәр кем үҙе хәл итә.
– Ә, әйтәйек, ҡатының эскесе булһа, нисек бәхетле булырға?
– Белмәйем, уны психологтарҙан һорағыҙ. Минме кәңәш бирерлек кеше? Үҙемдең аҡылым үҙемә етһә лә бик шөкөр...
– Ә шулай ҙа?
– Алкоголизм – ысын сир ул. Ә сирҙе дауалайҙар, – сыр-сыу килеп уйнаған бәләкәстәр яғына ымланым, – ошо бала хаҡына ғаиләне һаҡларға, ҡатынығыҙҙы һаҙлыҡтан ҡотҡарырға кәрәктер.
– Ә ул ҡотолорға теләмәһә?
– Белгестәргә, шул уҡ психологтарға ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә, – резина “мәсхәрә”не ҡолаҡтарымаса тартҡыслап, күҙлекте маңлайҙан күҙгә төшөрҙөм. – Ғәфү итегеҙ, әммә мин тик тороп өшөнөм.
Ир борттан торҙо:
– Һеҙ мине ғәфү итегеҙ, башығыҙҙы ҡатырам, – бәләкәй бассейн яғына күҙ атты, – кисә ҡыҙым, атай, әйҙә, әсәйҙе алмаштырайыҡ, тине.
Уны ниңә миңә әйтә инде? Һыуҙан, йөҙөүҙән, балаларым менән уҙышыуҙан алған рәхәтлек тойғоһо томандай таралды. Кемдеңдер эргәңдә уттарҙа яныуын белә-күрә, артабан ниндәй йөрәк менән ләззәт алаһың. Бер генә йөҙөп әйләндем дә, улдарымды, сыҡтым, тип иҫкәртеп, ир янына үҙем барҙым.
– Ә ниңә ҡыҙығыҙ улай тине? Ҡатынығыҙға ҡаршы үҙегеҙ ҡотортмайһығыҙҙыр ул? – уратып-суратып тормай, өҙөлгән әңгәмәне шул килеш дауам иттем.
– Мин шулай йүнһеҙ кешегә оҡшағанмынмы?! – тауышында үпкә ноталары. – Белгегеҙ килһә, ғаиләм өсөн өҙөлөп торам, ҡыҙым менән ҡатынымды ҡарар өсөн ат урынына егелеп эшләйем мин. Нулдән башлап донъяны ҡорҙом. Тағы кемдең утыҙ йәшендә үҙ эше, өс бүлмәле фатиры, иномаркаһы бар? Ата-әсә ярҙамы менән түгел, хәләл көсө менән тапҡан? Ундайҙар һирәк. Ә мин булдырҙым. Сөнки бәләкәй сағымда аслыҡты ла, ялан­ғаслыҡты ла татығас, балаларыма ундай әсе тормоштоң елен тейҙермәйәсәкмен, тип үҙ-үҙемә һүҙ бирҙем дә, һүҙемде тоттом.
– Кеше көлдөрмәгеҙ! Йәшегеҙгә ҡарағанда, совет осоронда йәшәгән­һегеҙ, ә ул заманда кемдең ас йөрөгәне бар?
– Минең! – йәш ир ҡыҙҙы. – Аҙналар буйы икмәк ашамағаным булды, ит тураһында әйтеп тә тормайым.
– Атай-әсәйегеҙ эт ялҡауҙары инеме әллә? – барыбер ышанмайым, алдайҙыр һымаҡ.
– Атайым алкоголик ине, ә әсәйем – инвалид, – әңгәмәсем нисек тиҙ ҡыҙһа, шулай уҡ йәһәт һүрелде, тауышы шым ғына сыҡты, – мин тыуғанда ул да эскегә әүәҫләнгәйне. Икәүләп эстеләр. Туғыҙ йәшемдә тәүге тапҡыр ауыл көтөүен көтөргә эшкә сыҡтым.
– Көтөүсе булыпмы? – ышанмай, уға секерәйеп бағам. – Кем туғыҙ йәшлек балаға ауыл көтөүен ышанып тапшырһын?
– Көтөүсе ярҙамсыһы булып. Еҙнәм мине эшкә алды.
– Тимәк, апайың булған. Ул ни эшләп һине ас йөрөтөп ҡуйҙы һуң? – миңә ирек кенә бир, кешене һорау­ҙар менән тамам биҙрәтәм ул.
– Уның үҙенең биш бала, еҙнә лә һараныраҡ, тар күңеллерәк ине. Көтөү көткәндә йәлләмәне, мал артынан йүгертте лә йүгертте. Аҡсанан да аҙ өлөш сығарҙы. Мәктәпкә салбар менән күлдәккә саҡ етерлек. Уҡыу кәрәк-ярағын, кроссовкаларҙы апай унан йәшереп кенә алып бирә торғайны. Уйлап ултырам да ҡайһы саҡ, еҙнә мине ҡалай һөйһөнмәгән, тип ҡуям: апайымдар бит күрше ауылда йәшәне, йәй буйы көтөү көттөрөп, үҙеңдә йәшәткәс, ҡышҡылыҡҡа ла йәшәргә ҡалдыр ҙа ҡуй, биш бала араһына берәү нисек тә һыйыр инем. Ә ул мине августың 31-е, кисен, көтөүҙе алып ҡайтҡас ҡына, ауылыма ҡайтарып ебәрә. Апайым миңә артыҡ нәмә һалып ҡуймаһын тип, беҙҙән күҙ ҙә яҙлыҡтырмай. Ирен алдап, әүрәтеп, юхалап, апайым саҡ-соҡ тоҡсайыма кәрәк-яраҡты тығып өлгөрә. Минән бер йәшкә бәләкәсерәк өлкән улдарының велосипеды бар, минең күҙ шуға ҡыҙыға, елдереп ҡайтырға ине шунда, тип хыялланам. Ләкин еҙнәм бер тапҡыр ҙа, йәйәү интекмә, велосипедҡа атланып ҡайт, тимәне... Ауылдар араһы ике генә саҡрым, әммә бәләкәй саҡта ул ара ла һыу буйындай оҙон күренә ине. Ун йыл буйына йәйҙәрен көтөү көтөп, ун һигеҙ йәштә армияға хеҙмәт итергә киттем. Бармаҫҡа ла була ине, әсәйем ғәрип булғас, ҡалдырырҙар ине, әммә мин үҙем ғәрлектән армияға ҡасып тигәндәй киттем.
– Ниндәй ғәрлектән? – һуйлайып баҫып тороуҙы килештермәй, ул­тыр­ғыстарға ымланым. – Әйҙәгеҙ, ултырайыҡ.

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.
(Дауамы бар).


Аҙағы

Ул ҡаршылашмай ултырҙы ла, һүҙен артабан ялғаны:
– Бәләкәйерәк саҡта, көтөү көтөп ҡайтҡас та, урамдыҡылар менән уйнарға сығам. Ҡараңғы төшкәнсе ҡыуышмаҡ, йәшенмәк уйнайбыҙ, – ир, нимәнелер иҫләп, йылмайҙы. – Үҫә килә, уйындар ҙа өлкәнәйҙе, серлерәккә әйләнде. Бер ваҡыт “свиданка” уйнай башланыҡ. Уйнағанығыҙ бармы?
– Юҡ, – тим. Ул, ҡыҙын да онотоп, ихласлап аңлатырға керешә:
– Бер яҡҡа – ҡыҙҙар, икенсе яҡҡа беҙ, егеттәр, торабыҙ ҙа, шешә әйләндерәбеҙ. Шешәнең остары кемгә ҡарап туҡтай, шулар бураның аръяғына икәү бергә барып, бер аҙ баҫып торорға тейеш. Әллә ни ҙә түгел: берәй ҡыҙ менән тура килһәң, икәүең бураның ике яғынан айырым барып, урта тирәлә бер-береңдән алыҫтараҡ тораһың да, кире киләһең. Егеттәр менән хихылдашҡан булып, мәрәкәләшеп, бөйөргә төртөшәбеҙ, йәнәһе лә, булдырҙыҡ... Апайым­дарҙың күршеһендә өс ҡыҙ үҫә ине, уртансыһы, Йәмилә*, минең йәштәш. Бер кисте шешә Йәмилә менән мине “һайланы”. Ғәҙәт буйынса, бура артына икебеҙ ике яҡтан барып, мин – бер мөйөштә, ул икенсеһендә туҡтаныҡ. Шул уҡ мәлдә ул шым ғына, ой, тине. Ишетһәм дә өндәшмәй тора бирәм. Йәмилә үпкәләгән тауыш менән ҡысҡырыбыраҡ, ой-ой-ой, аяғым, аяғым, тип һыҡтағандай иткәс, нимә булды, тип янына һәлмәк кенә атлап килдем. Йәмилә балтырын ыуып, кесерткәндән сағылдым, тип илам­һыраны. Бөтә ул, ышҡыма, тим. Бөтмәй, тип еңмешләнә: “Бына ҡара, нисек тире күберсеп килеп сыҡты!”. Ҡулымды алды ла, аяғын һыйпатты! Икебеҙ ҙә эйелгәйнек, тыны битемә бәрелде. Баш әйләнеп, саҡ йығылып китмәнем, малай. Бура артынан иптәштәр янына уҡтай атылып килеп сыҡтым, әйтер­һең дә, мине Йәмилә баҫтыра. Ә ул юрый һылтыҡлап килде лә, мин кесерткәндән сағылдым, әйҙә, күрше, ҡайттыҡ, тип, мине ҡултыҡлап алды. Ни тере, ни үле киләм янында. Сатанлаған булып, ул миңә аҙым һайын нығыраҡ һыйына. Беләгем ҡыҙҙың тығыҙ тәненә ышҡылған һайын беште. Шуғаса ҡыҙҙарҙы ике ятып бер төшөмә индергәнем юҡ ине (ҡыҙҙар ҡайғыһымы йәшәргә тырышып ятҡаныңда?), ә Йәмилә мине күптән оҡшатып йөрөгән, имеш. Ҡапҡалары төбөндә шул серен миңә асты ла, йүгереп инеп китте. Уйға һалды ҡыҙый...
– Атай! Атай! Миңә тупты бәр! – ҡыҙы сырылдап уны бүлдерҙе. Ир тороп, ситкә осҡан тупты кире бассейнға елгәрҙе лә, ҡабаттан ултырҙы:
– Йөрөп киттек, ҡыҫҡаһы. Дүрт йыл дуҫлаштыҡ. Тәүге ҡосаҡлашыу, тәүге үбешеү, тәүге бүләктәр – барыһы ла Йәмилә менән бәйле. Көҙгө ямғырҙарға, ҡышҡы сатнама һыуыҡтарға, яҙғы батҡаҡҡа ҡарамай уның менән күрешергә бара торғайным. Йәмилә күрекһеҙ тормошомдо йәмләне. Алсаҡ, илгәҙәк ҡыҙ менән бергә булған минуттар – ғүмеремдең иң татлы мәле. Беҙҙең менән бер ваҡыттараҡ дуҫлаша башлаған башҡа парҙар асыуланышып, үпкәләшеп ташлашып бөттө, ә беҙ татыу йөрөнөк. Апайым уға “килен” тип өндәшһә, китә Йәмилә балҡып! Бер көндө көтөүҙә еҙнәмә, әллә өйләнергә инде, тип һүҙ башланым. Ул, үҙең ҡара, тип бурылданы. Бер ҙә, юҡ, тип өҙә һуҡманы бит, тип һөйөндөм. Апайым менән еҙнәмде Йәмиләнең ата-әсәһенә һөйләшергә ебәрергә ниәт ҡора торғас, бер аҙҙан ысынлап өйләнергә йыйындым. Уйҙарымды Йәмилә менән бүлештем. Риза ине. Иртән әсәйемә әйтермен, тине. Икенсе көндө таң менән күршеләр­ҙә янъял ҡупты. Еҙнәм менән көтөүгә йыйынып урамға сыҡҡайныҡ, Йәмиләнең әсәһе күҙенән уттар сәсеп, ялбырап, сәсрәп юлыбыҙҙы ҡыйҙы: “Һин, – тип һуҡ бармағы менән минең түшкә төртөп ебәрҙе, – алкаш балаһы, нимә уйлай­һың, әллә Йәмиләне һиңә тоттороп ҡуйырҙар, тиһеңме?! Эскеселәрҙең эт б...на ҡатҡан өйөнә гөлдәй ҡыҙымды килен итеп төшөрөргә ризалыҡ бирерҙәр тинеңме? Бына һиңә – Йәмилә!” Елле ҡуҡышты танауыма терәне. Йәмиләләр яғына ҡарарға көсөм етмәне. Ғәрлектән ер тишегенә инеп китер­ҙәй баҫып торҙом-тор­ҙом да, һис бер ни күрмәй, ишетмәй алға атланым. Көтөү көтөргә барманым. Ауы­лыма ҡайтып, ке­йемде алмаштыр­ҙым да, юл ыңғайы машинаға ултырып, район үҙәгенә хәр­би комиссариат­ҡа йүнәлдем. Мине бөгөн үк армияға алығыҙ, тип тура хәрби комиссарға индем. Ул минең менән ярты сәғәттәй һөйләшеп ултырҙы. Бер аҙнанан мине армияға алып киттеләр. Атай-әсәйгә юлға сығыр алдынан ғына әйттем. Эсеп байрам итергә сәбәп булмаһын, тинем үҙемсә.
– Шундай алама тормошта йәшәргә мәжбүр иткән, һөйгәнең менән ҡауышырға форсат ҡалдырмаған атай-әсәйегеҙгә рәнйенегеҙме? – шаҡ ҡатып ултырып, саҡ телгә килдем.
– Юҡсы! Ни эшләп мин уларға рәнйейем, ти? Киреһенсә, рәхмәтлемен. Улар миңә ғүмер бүләк иткән. Уларҙың йәшәү рәүешенән биҙгәнгә күрә, бөтөнләй эсмәйем дә, тартмайым да. Холҡом да сыныҡҡан. Ҡайһы бер ауылдаш егеттәргә ҡарайым да, хайран ҡалам: һәйбәт ғаиләлә үҫкән балалар бит улар, ә ни һөнәрҙәре юҡ, ни эшләргә рәттәре самалы. Миңә эш һорап киләләр, әммә уларҙы алмайым. Сөнки миңә ышаныслы кешеләр кәрәк. Йылдар буйы миндә эшләрлек ир-егеттәр.
– Ниндәй өлкәлә эшләйһегеҙ һуң?
– Төҙөлөштә. Армиянан һуң өйгә ҡайтмай, хеҙмәттәш егеткә эйәреп, уның тыуған ҡалаһы Чебоксарға барҙым да, шунда эшкә урынлашып, ситтән тороп төҙөлөш факультетына уҡырға индем. Ныҡыш бит ул мин. Тәүге йыл белем етеңкерәмәгәс, үтә ауыр булды, әммә барыбер теләгәнемә ирештем.
– Ә Йәмилә? Ул тиклем ныҡыш булғас, әллә Йәмиләгә өйләнеп, ул эскегә мауыҡтымы?
– Әсәһе миңә ҡуҡыш күрһәткәндән алып, армияға киткәнсе ҡасып-боҫоп Йәмиләне ҡарауылланым, тик тап итә алманым. Ҡайҙалыр алыҫҡа ҡунаҡҡа ебәргәндәрен һуңынан ишеттем. Апайыма, Йәмиләне күрһәң, зинһар, адресымды бир, тип үтендем, ныҡ хат көттөм. Яҙманы. Бәлки, әсәһенән ҡурҡып яҙмағандыр. Былай арыу ғына һымаҡ ине лә ул әсәһе. Минең менән дә яҡшы ғына һөйләшә торғайны. Шуға ла уның мине, ата-әсәмде кәмһетеп әрләүе минең өсөн көтөлмәгән хәл булды. Ни эшләп шулайтҡанын һаманғаса аңламайым.
– Мин дә ҡыҙымды эскән кешеләр­ҙең балаһына кейәүгә бирмәҫ инем, – тим, – үкенескә күрә, алма ағасынан алыҫ төшмәй. Алкоголиктарҙың балалары ла, ғәҙәттә, ата-әсә юлын ҡыуа. Йәмиләнең дә әсәһе балаһын бәләнән ҡурсаларға маташҡан.
– Ләкин шулай кешенең йөҙөн бөтә мир алдында йыртып түгел дә инде...
– Эйе, быныһы артыҡ булған, – көрһөндөм. – Ҡайһы бер ҡатындар­ҙың асыуҙан аңы томалана ла, ауыҙы ни әйткәнен ҡолағы ишетмәй. Бәлки, һуңынан үҙе лә үкенгәндер, оҙон телен ҡырҡырҙай булғандыр.
– Әллә инде... Мине мәңге һөйөргә вәғәҙә иткән ҡыҙы, Йәмилә, ун туғыҙ йәшендә кейәүгә сығып, гөрләтеп донъя көтөп йәшәп ята.
– Һеҙҙең балалыҡ мөхәббәте тойғолар мәктәбе генә булған, шуны аңлайһығыҙҙыр? Шуға Йәмиләнең, өлкәнәйгәс, икенсе кешегә ғашиҡ булыуында бер криминал да юҡ.
– Һеҙ уҡытыусымы әллә? – бассейндан сыҡҡан ҡыҙын ҡосағына алған ир миңә көлөмһөрәп ҡараны.
– Юҡ, – тинем.
– Һеҙ – тәрбиәсе! – ир үҙенең зирәклегенә ҡыуанды. – Әйтәм, ҡыҙым менән тиҙ генә уртаҡ тел таптығыҙ.
Яуапламай, көлдөм дә ҡуйҙым. Сығырға ваҡыт еткәйне. Өшөгән, әммә бәхетле ҡыҙсыҡ менән етәкләшеп, душта сайындыҡ та, саунаға индек. Эләүкәгә урынлашыу менән ҡыҙыҡай бер тында:
– Мин тағы ла киләм! – тине.
– Әлбиттә, кил! Тик әсәйеңде лә алып кил, матур ҡыҙыҡай, йәме.
– Ярай, – тип шатланып башын һелкетте бала. – Ул кисә мине балалар баҡсаһына иртәлеккә алып барырға онотоп, көнө буйы йоҡлап тик ятты. Атайым эштән ҡайтҡас, ирештеләр ҙә, атайым икмәккә сығып киткәс, әсәйем уның вис-вис кенә күлдәк-салбарҙарын ҡайсы менән ҡырҡып иҙәнгә ырғытты. Ә беҙ Кузя менән карауат аҫтында йәшеренеп яттыҡ.
– Кузя кем әле ул?
Кузяны ла белмәйһеңме ни, тигәндәй, бала миңә күҙҙәрен шарҙай итеп ҡараны:
– Минең ҡуяным да һуң!
– Йорт ҡуянымы?
– Әллә-ә, – ул аптыраны, иңбаштарын йыйырҙы. – Мин Кузяны балалар баҡсаһына ла йөрөтәм. Әсәйем мине килеп алырға онотһа, беҙ атайымды уның менән бергә көтәбеҙ. Кузя ҡайһы ваҡыт көтөп ялҡа ла, илай.
– Иламаһын, – тамаҡҡа төйөр тығылды. Ҡыҙҙың шапочкаһын сисеп, сәстәрен туҙғыттым. – Кузя бер үҙе түгел бит, һин бар. Исемең кем һинең?
– Йәмилә.
– Йәмилә? Исемең дә, үҙең дә бик матур! Йәмиләкәй, Кузяға әйт, мин бар бит, илама, тип.
– Ярай, – аңғармай ҙа ҡалдым, кескәй Йәмилә усымды ике ҡуллап эләктерҙе лә, бармаҡтарымдан үпте лә алды, һәм күҙҙәремә ҡарап, киң йылмайҙы. Наҙлы балаҡайҙы сәстәренән үбеп, тупылдатып һөйөп, сәсен фен менән киптереп, кейендерешеп, атаһына сығарып тотторҙом:
– Ҡыҙығыҙ Йәмилә генә түгел, ә тотош хазина! Бәхетле булығыҙ!
– Тырышырбыҙ, – тине атай кеше. – Шулай бит, ҡыҙым?
Кескәй Йәмиләнең маңлай сәсе өлпөлдәне.
– Алма ағасынан алыҫ төшмәй, тигәйнегеҙ, һеҙ хаҡлы бит ул, – әйтер һүҙен әйтеп бөтөргә ашыҡты йәш ир. – Буй етмәгәнгә башҡа үрелмәм, үҙ тиңем, ишем, тип, минең кеүек үк проблемалы ғаиләлә үҫкән ҡыҙға өйләнгәйнем. Ләкин ул ата-әсәһенең яман ҡылығынан фәһем алмаған булып сыҡты.
– Үкенес... – тағы өҫтәп ни әйтәһең? – Кеше яҡшылыҡ менән яманлыҡты айырмай икән, аң уға нимәгә бирелгәндер, аңламайым.
Йөрәгемдә урын алған кескәй Йәмиләне ҡыҫып-ҡыҫып ҡосаҡлағас:
– Быныһы – һиңә, ә быныһы – Кузяға, – тип ике битенән алмаш-тилмәш үбеп, шәп-шәп атлап ҡайтып киттек. Ул атаһы менән гардероб янындағы эскәмйәлә аяҡ кейемен кейеп ултырып ҡалды. Бер ҙә ҡайтырға ашыҡмайҙар ине.

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.

(*Исемдәр үҙгәртелгән).










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»