RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Урланған бала саҡ (тулыһынса)

25.11.2016 Урланған бала саҡ (тулыһынса)

Урланған бала саҡ (тулыһынса)Автобус «Кәртәле» тауын артыл­ғас, үҙәндә ҡайындар араһында төрлө төҫкә сыбарланып, шаҡмаҡ­ланып ятҡан Байталлы ауылы күренде. Ошо күренештән иң алда ҡыҙҙары Әлсинә менән Әлфиәне ҡосаҡлап килгән Гөлсинәнең, ниндәйҙер ҡазалы урынға яҡынлаған кеүек, йөрәге дарҫлап тибә башланы. Ҡасандыр ошо ауылда кисергән ғазаплы бала саҡ көндәре күҙ алдынан гүйә кино таҫмаһылай йүгерешеп үтте.
Гөлсинәләр Байталлыға күсеп килгәндә уға ни бары ун өс йәш тулғайны. Дөрөҫөн әйткәндә, күсеп тә түгел, атаһы менән әсәһе бер туҡтауһыҙ эскәнгә Ҡаҙағстандың бер ауылынан ҡыуылғайнылар. «Алтын башаҡ» колхозында был ғаиләне яҡшы ҡабул иттеләр: бәләкәй генә булһа ла бер бүлмәле өй бирҙеләр, атайҙарын – балта оҫ­таһы, әсәләрен ашханаға йы­йыштырыусы итеп эшкә алдылар. Камил менән Әнисәгә, ҡыуанышып, кешеләр ыңғайына донъя көтөп, балалар тәрбиәләп йәшәргә генә ҡалғайны. Ләкин тәүге эш хаҡы алыу­ҙан һуң ғаиләлә тағы ла эске-һуғыш, ғауғалар башланды. Өй­ҙәре, көн дә байрам, көн дә туй тигәндәй, Байталлылағы бөтә эскеселәрҙең «төйәге»нә әйләнде. Быны ғаиләләге биш бала – Гөлсинә, Фәрит, Көнһылыу, Фәнис һәм Миңһылыу ауыр кисерҙе. Шулай ҙа быға күнегеп бөткән иң өлкәндәре – Гөлсинә ҡустыһы Фәрит менән, күршеләрҙең баҡсаларына төшөп, биҙрәләп бәрәңге ташыны, еләк-емеш һатып көн күрергә өйрәнде. Ауылдағылар ҙа күр­шеләр­ҙе, әллә балаларын йәлләпме, бурлыҡта ғәйепләп, уларҙы ҡыйырһытманы. Гөлсинә менән Фәриттең тапҡаны ата-әсәнең тамағын туйҙырыуға ла етте. Өҫтәлдәге традицион ризыҡ – ҡаты-ҡото икмәк ҡыйырҙары, бәрәңге һәм ҡайһы саҡта байталлыларҙың йомарт тауыҡтарының йомортҡалары булды. Ә башҡаларын Моратовтарҙың балалары күптән онотҡайны инде. Ата менән әсә үҙ тамағын ғына ҡайғыртты, улар­ҙың уйында нисек араҡы, одеколон, лосьон, быяла таҙартыу өсөн шыйыҡса табыу ине. Төн урталарында әшнәләре менән урамдан кәзә-һарыҡ һөйрәп индереп, өй эсендә үк һуйырҙар ине. Ҡош-ҡортон да ҡалдырманылар. Ләкин был «табыш»тар балаларҙың тамаҡтарын туйҙырыу, өҫтәрен бөтәйтеү өсөн түгел, күрше ауылдарҙа, баҙар­ҙа араҡыға алмаштырыла ине. Бер ваҡыт ихатала күмелгән эсәк-ҡарындарҙы Гөлсинә ҡаҙып алып, таҙартҡылап, бешереп ҡарағайны. Ләкин ите лә, һурпаһы ла әсе булды. Балаларҙың бөтәһе лә ҡоҫошоп ауырышҡас, бүтән бының менән булышманы.
Ауылда Моратовтарға өгөт-нәсихәт уҡыусылар ҙа булманы түгел. Участка инспекторы ла, мәктәп уҡытыусылары ла һөйләшеп ҡараны, ауыл советына ла саҡыртылдылар, ләкин файҙаһы булманы.
Ҡыш етеү менән балаларға бигерәк тә ыҙаланырға тура килде. Өҫ-баштарында иҫке-моҫҡо кейем, ашауҙары ла таҡы-тоҡо булды. Хатта мейескә яғырлыҡ утын да юҡ ине. Гөлсинәнең мәктәптән ҡайтыуын бәләкәстәр түҙемһеҙлек ме­нән көтөп алыр булды. Апайҙары, мәктәп ин­тернатында һауыт-һа­ба, иҙән йыуышып, ик­мәк киҫәктәре, бәрәңге, ҡайһы саҡта ит һөйәктәре алып ҡайта. Ул ҡайтҡас, өйҙә булған бар байлыҡ – йәмшәйеп бөткән ҡомғанда сәй ҡайнатып, шуларҙы ҡушып тамаҡ ялғап, йыртылып бөткән тун аҫтында, бер-береһенә һыйынышып, бик ҡәнәғәт кенә, Гөлсинәнең әкиәттәрен тыңлап йоҡоға талыр­ҙар ине.
Шундай ваҡыттарҙың береһендә өйгә, тәмле йоҡоларҙы бүлеп, икәү килеп инде. Береһе – милиция кейемендәге ағай үҙен, Мансуров Ансар, балалар милиционерымын, тип таныштырҙы. Ә икенсеһе Гөлсинәнең класс етәксеһе Фәнүзә Ишбирҙе ҡыҙы ине. Улар балалар менән бик яғымлы ғына һөйләшеп ултырҙы. Сығыр саҡта милиционер ағай, тағы ла килергә һүҙ биреп, Гөлсинәгә бер «унлыҡ» һуҙҙы. Ҡыуанысынан түбәһе күккә тейгән ҡыҙ бала таҡмаҡлап бейеп тә алды. «Тимәк, бер аҙналай беҙ ас булмаясаҡбыҙ. Иртәгә әсәй менән атай үҙҙәренең көндәге кәсептәре – эске эҙләп сығып китеүҙәренә, ашхананан тәмле генә еҫле, кәбеҫтә һәм кишер менән бешерелгән, 15-әр тинлек бөйөрөктәрҙән һәр беребеҙгә өсәрҙе алып ҡайтып һыйланасаҡбыҙ. Тәк, бөтәһе ике һум егерме биш тинлек була. Унан үҙемә егерме дана буйлы һәм шаҡмаҡлы дәфтәр алам, ә ҡалғаны инде артабан тамаҡ туйҙырырға ҡала…» – тип хыялланып йоҡоға киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды.
Төндә «ҡунаҡтар» эйәртеп ҡайтып, улар менән иҫерешеп олоған атаһы менән әсәһенең ҡырағай ауаздарына уянманы Гөлсинә. Төшөндә ул, өҫтәлдә тауҙай булып ятҡан иң арзан, ләкин шундай тәмле итеп бешерелгән бөйөрөктәр менән был донъяла иң ҡәҙерлеләрен – һеңлеләрен һәм ҡустыларын һыйлай ине. Бында уҡытыусыһы Фәнүзә апай менән милиционер Ансар ағай ҙа бар ине. Улар бөтәһе лә бөйөрөктө маҡтап ашай, рәхмәт уҡый икән.
Ләкин тәмле төшкә ысын өндө тиңләп булмай шул. Гөлсинә йоҡонан уянғанда тәмәке төтөнө томанлаған өйҙә ата менән әсә, алдарына шешә, консерва банкаһын ҡуйып, күңелле генә «баш төҙәтә» ине. Әнисә, йоҡонан иренеп, күҙҙәрен ыуғылап ултырған ҡыҙын ҡосаҡлап, арҡаһынан һөйөп алды:
– Вәт, минең ҡыҙым маладис! Ҡара әле, атаһы, Гөлсинәбеҙ ҙә эшкингән бит, ә? Беҙҙең иртәнсәк башыбыҙ ауыртыуын ҡайҙан белгән, тиһең? Ун тәңкә аҡса әҙерләп тә ҡуйған. Бына хәҙер һеҙҙең һаулыҡты, бәхетегеҙҙе теләп, бер ҡыуанышып байрам итеп алайыҡ әле, – тип, таҡмаҡлап бейеп алды.
Махоркалы тәмәкеһен быҫҡытып ултырған ата:
– Дауай, күп лығырлама! Тиҙерәк стакандарҙы тултыр, баш төҙәлеп бөтмәгән әле. Гөлсинә ҡыҙым, бар, кейен дә, мәктәбеңә дуй! Беҙҙең турала кем генә һорашһа ла, эсмәй­ҙәр, тиген. Ҡара уны, әгәр ошаҡ­лаш­һаң! Кәрешкәлә батырып үлтерермен! – тип янау менән сикләнде.
Бындай хәлдәргә күнегеп бөткән ҡыҙ бала, тетелеп бөткән, ямаулы курткаһын кейеп, алама ғына портфелен ҡулына алып, мәктәбенә йүгерҙе. Уға, төштә күргәненсә, бәләкәстәренә бөйөрөктәр аша­тыр­ға тура килмәһә лә, балалар артабан аслыҡҡа дусар ителмәне. Класс етәксеһе Фәнүзә апай ҙа, бәлиғ булмағандар инспекцияһының участка инспекторы Ансар ағай ҙа һәр ваҡыт килеп торҙо, мөмкин булғанса уларҙың хәлен еңеләйтергә тырышты. Балаларға ауыл советынан, мәктәптән матди ярҙам – өҫ-баштарына кейем, уҡыу кәрәк-яраҡтары алып бирҙеләр. Гөлсинәне Фәнүзә апаһы ауыл магазинына үҙе алып барҙы ла, кейемдәр эленеп торған залға индергәс:
– Йә, Гөлсинә һеңлем! Үҙеңә оҡшаған куртка менән күлдәкте һайлап ал әле, – тине. Шулай итеп, кескәйҙәр­ҙең ҡараңғы көндәренә кинәт яҡтылыҡ килде. Улар көнөнә бер тапҡыр булһа ла мәктәп ашханаһында тамаҡ туйҙырҙы. Ата менән әсә өйҙә шағараҡ ҡороп, ғауғалашыу­ҙарын туҡтатып, ҡайҙалыр икенсе урында эсте. Тик, үкенескә күрә, был ҡыуаныс оҙаҡҡа барманы. Уҡыу бөткәс, Фәнүзә апай, кейәүгә сығып, сит районға күсеп китте, ә Ансар ағайҙы ҡайҙалыр уҡырға ебәрҙеләр. Өҫтәүенә, каникул башланғас, мәктәп ашханаһы ла ябылды. Шулай итеп, үҙ ихтыярына ҡуйылған балалар элекке «кәсеп»тәренә тотонорға мәжбүр булды. Ғаиләлә иң өлкәне Гөл­синәгә, үҙе лә һиҙмәҫтән, йәшенә хас булмаған хурлыҡлы «кәсеп»кә аяҡ баҫырға тура килде. Бер көндө урамда унынсы класта уҡыған Асфан велосипедына ул­тыртып, йөрөтөп киләм тип, Кәрешкә йылғаһы буйына алып төштө. Бер аҙ алып йөрөткәс, әйҙә, муйыл ашайыҡ тип, һаҙлыҡҡа алып инде… Оятһыҙ теләген бойом­ға ашырғас, Асфан йәшел үләндә буҫлығып илаған ҡыҙҙың өҫтөнә «унлыҡ» ырғытты ла:
– Артабан үҙең ҡайтырһың… Кешегә һөйләнеп йөрөмә, юғиһә муйыныңды борормон. Илама, тор! Өҫтөңдө ҡаҡ! Ошо арала тағы ла ун һум бирермен, тик берәүгә лә һөйләмә, – тип, үҙ алдына ниндәйҙер көй көйләп, велосипеды янына йүнәлде. Бер нисә көн үткәс, муйыл тирергә тип йылға буйына төшкән Гөлсинә менән Фәнисте Асфандың иптәштәре Ришат, Сабир тотоп алды. Улар иң башта Фәнисте: «Һин велосипедтың асҡыстарын ур­лаған­һың», – тип бәйләнеп, туҡмап ҡайтарҙы.
Был юлы һуҡмаҡ буйлап үкһей-үкһей илап ҡайтып килгән Гөлси­нәнең силәгендә утыҙ һум аҡса ята ине. Беҙ ҡапсыҡта ятмай, тигәндәй, был хәл Байталлы үҫмерҙәре ара­һында йәшен тиҙлегендәй таралды, Гөлсинәгә «ун тәңкә» тигән хурлыҡлы ҡушамат тағылды. Хәҙер инде үҙен ир-егеткә һанаған һәр бер үҫмер ишараты, кеҫәһендә унлыҡты ҡыштырлатып, «ун тәң­кә»не аулағыраҡ урындарҙа һағаланы. Гөлсинә Асфандар менән бул­ған хәлде әсәһенә ҡайтып һөйләгәйне лә тик таяныс тапманы. Әнисә ҡыҙын ихатаға һөйрәп сығарып көйәнтә менән ҡанға батырғансы туҡманы ла: «Дөмөк, кәнтәй эт!» – тип аяҡтарынан түбәгә аҫып сығып китте. Ситтә йәшенеп күҙәткән Фәрит ҡустыһы уны төшөрөп алды. Был хәлдән һуң ҡыҙ бала аҙналай сығып йөрөй алманы.
Август айының бер төнөндә әсә бер иҫерек ир менән төнө буйы эсеп, олошоп сыҡты. Таңға ҡарай, барыһына ла күнегеп бөткән балалар йоҡола саҡта, Әнисә шыбырлап ҡына Гөлсинәне уятты.
– Бар, ана, ағайың артынан ишекте бикләп ҡал. Минең нишләптер аяҡтарым ауырта, – тип ҡыҙын соланға сығарып ебәрҙе. Ишек келәһе шылт итеп эленеп тә өлгөрмәне, ҡараң­ғыла кемдеңдер көслө ҡулдары Гөлсинәнең ауыҙын ҡаплап, бысраҡ иҙәнгә йыҡты. Иҫенә килгәндә ҡыҙ өйҙән төшкән яҡтыла ҡулдарын бөйөрөнә таянып торған ҡара шәүләнең әсәһе икәнен таныны. Әнисә күп уйлап та торманы, балаһының сәстәренән матҡып алды ла:
– Тор, нимә ҡарап һуҙылып ятаһың, инәң …….! Инеп ят, «ун тәң­кә»! Үҙ хаҡыңды белдерермен мин һиңә! – тип, уны типкеләй-типкеләй өйгә индереп ырғытты. Гөлсинә иртәнсәк уянғанда, һеңлеләре, ҡустылары урамға уйнарға сығып киткәйне инде. Ҡайҙалыр китергә йыйынған әсә:
– Уяндыңмы, дөмөккөр нәмә! Кисәге өсөн үпкәләмә… Лутсы, минең алда аҡса эшлә, әллә ҡайҙа унарлыҡ «баҫып» йөрөгәнсе. Илле тәңкә һора, исмаһам! Бына кәнфит алып аша «хәләл» аҡсаңа. Егерме һумы һиңә, йөҙө – миңә. Ҡара уны, балаларҙы ҡара! Мин иртәнән һуң ҡайтырмын, – тип, ишекте шаҡылдата ябып сығып китте.
Ә төштән һуң һис көтмәгәндә, ҡояш кеүек балҡып, Ансар ағай килеп инде.
– Шунан, гавриктар (яратҡан һүҙе шул ине уның)! Нисек йәшәп ятаһығыҙ? Ауырымайһығыҙмы? – тип, бер-бер артлы һорауҙар бирергә тотондо. Уның менән байтаҡ ҡына һөйләшеп ултыра торғас, баланың күңеле ирей төштө, исмаһам, артабан ғазаптарыбыҙ кәмер, тигән өмөт уянды.
Ләкин эскелек менән тамам аҡылынан яҙған әсә барыбер үҙ холҡон ташламаны. Ире төрмәлә булғас, йыш ҡына ирҙәр алып ҡайтып ҡуныр булды. Шул арала Гөлсинәһен ике тапҡыр «һатып» та өлгөрҙө. Ахыр сиктә, уның баш-баштаҡлығына суд, әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итеп, сик ҡуйҙы. Күп тә үтмәй, амнистияға эләгеп ҡайтҡан ата ла үҙ теләге менән балаларынан баш тартты. «Алып китегеҙ балалар йортона! Минең уларҙы аҫрарға хәлемдән килмәй», – тине ул.
Суд булған көндө кискә табан Ансар ағай балаларҙы ашханаға алып китте. Улар ашханаға ингәс, ситтәге өҫтәлдә ҙур тәрилкәнән билмән ашап ултырған аталарын күреп, тамшанып ҡуйҙылар. Уны күреп ҡалған Ансар ағай ҡыҙарып-бүртенеп китте. Бер аҙҙан ул билмәнен һоғоноп ултырған ата янында ине. Улар ни һөйләшкәндер, Гөлсинә хәҙер иҫләмәй. Балалар Ансар ағайҙың аталарының битенә тәрилкәне ҡаплап, елкәһенән һөйрәп сығарып ебәргәнен күрҙе.


Урланған бала саҡ (аҙағы)

Уларҙы ашатып алғас, Ансар ағай һаман күңелен өйкәгән һүҙҙәрҙе әйтергә булды.
– Шунан, гавриктар! Туйҙығыҙ­мы? Мин һеҙҙе өс көндән Өфөгә алып китәм, яңы урында йәшәрһегеҙ. Өҫтөгөҙ һәр саҡ бөтөн, таҙа, тамаҡтарығыҙ туҡ, янығыҙҙа үҙегеҙ кеүек аҡыллы ғына иптәштәрегеҙ булыр. Тик бына һеҙҙең менән атайығыҙ, әсәйегеҙ ҙә булмаясаҡ… Бик һағынһағыҙ, улар килеп-китеп йөрөрҙәр, әлбиттә. Мин дә килеп торормон… – тип аңлатты. Тыңлап ултырыусылар үҙҙәренең тиҙ арала балалар йорттарына таратыласаҡтарын уйламай ҙа ине. Кескәйҙәрҙең бар хыялы: ни булһа ла, ҡайҙа алып барһалар ҙа, тик ас, яланғас ҡына булмаһындар һәм өшөмәһендәр.
24 сентябрь… Ул көн Гөлсинәнең бөгөнгөләй хәтерендә. Төшкә табан өй алдына килеп туҡтаған микроавтобустан Ансар ағай, ауыл советы рәйесе һәм ике ир килеп төштө. Балалар янында ултырған ата, улар­ҙы күреп ҡалып, ҡаршыларына балта тотоп сыҡты.
– Килмәгеҙ! Балаларымды бирмәйем, яҡын килһәгеҙ – сабып үлтерәм! – тип аҡырына башланы. Ансар ағай уның балтаһын тартып алып, үҙен мал аҙбарына бикләп ҡуйҙы. Шул арала балалар ҙа ҡысҡырышып илаша башланы, аталарының янауынан ҡурҡыпмы, өйҙән сыҡмай тартҡылашты. Гөлсинә ишек яңағына йәбешеп ҡысҡырып иларға тотондо һәм үҙен өгөтләгән милиционерҙың терһәген айыра тешләп алды.
Байталлынан байтаҡ ер киткәс кенә балалар илауҙарынан баҫылды. Ансар ағай өгөтләп маташманы, терһәгендәге яраһын марля менән урап бәйләне лә тәрән уйға сумды. Уға балаларҙы шул уҡ көндө Өфөгә алып барып еткерергә насип булманы, юлда бер поселоктың ашханаһына индереп: «Бер туйғансы ашатайым», – тип уларҙы саҡ харап итмәне. Ас балаларҙы туйғансы ашатырға ярамағанын Ансар уйламаған. Улар эстәре ауыртыуына сыҙамай башлағас, юлда дауаханаға туҡтанылар.
Иң йөрәкте өшөттөргәне бала­лар­ҙы бер-береһенән айырыу булды. Ансар ағай министрлыҡта күпме генә тырышып ҡарамаһын, балаларҙың, Фәрит менән Фәнис­тән башҡаларын, төрлө урынға билдәләнеләр. Иң тәүҙә Черниковкаға өс йәшлек Миңһылыуҙы алып барҙылар. Ике ҡатлы йорт алдына килеп туҡтағас, Ансар ағай:
– Йәгеҙ, гавриктар, бәләкәсегеҙ менән хушлашығыҙ. Тик илата күрмәгеҙ, – тип ауыр көрһөндө лә шофер менән тәмәке тартырға сыҡты.
Бер ҡулында «әтәс» кәнфите имеп, икенсе ҡулы менән хушлаш­ҡан Миңһылыу Ансар ағай менән ишеккә инеп юғалғас ҡына автобус­тағылар ҡысҡырышып илаша башланы. Йылмайып, үҙе лә аңламай ҡулын болғаған иң бәләкәс һеңлеһе Гөлсинәнең әле лә бөгөнгөләй күҙ алдынан китмәй. Шул хушлашыуы мәңгелеккә булған икән, бахырҡай­ҙың. Ике ай үткәс, сабый, был яҡты донъяла һис рәхәтлек күрмәй, ҡаты үпкә сиренән мәңгелеккә күҙен йомған.
Хушлашыу сираты Гөлсинәгә иң аҙаҡтан килеп етте. Ансар ағай тулҡынлана-тулҡынлана кәңәштәрен биреп, килеп торасағын әйтеп: «Аҡыллы бул, һеңлем!» – тип, Гөлсинәнең арҡаһынан дөпөлдәтеп һөйҙө лә, күҙҙәренә килеп тығылған йәштәренән үҙе оялып, баҫҡыстан йүгереп төшөп китте.
Ваҡыт үтә торҙо. Гөлсинә лә был йортҡа бик тиҙ өйрәнеп алды. Уҡыуҙа ла, йәмәғәт эштәрендә лә тик алдынғылар рәтендә булырға тырышты. Ансар ағай ҙа һүҙендә торҙо. Командировкаға, уҡыуына килгән һайын хәлде белеште, ҡалаға ла алып сығып йөрөткөләне.
Тик бына тиктормаҫ ҡустыһы Фәрит кенә, икенсе йылы тиҫтерҙәре менән Ағиҙелгә һыу инергә ҡасып китеп, кире әйләнеп ҡайтманы. Урта белем алғас, тырыш ҡыҙ кеселәренә ярҙам итеү ниәте менән аяҡ кейеме тегеү фабрикаһына өйрәнсек булып урынлашты. Тырышҡан – ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, тип бушҡа әйтмәгәндәр. Хәҙер ул цех начальнигы, уға, Гөлсинә Камил ҡыҙы, тип кенә өндәшәләр. Ире лә бынамын тигән кеше – инженер, баш ҡаланың мотор­ҙар эшләү заводында эшләй. Үҙен бәхетле тип һанай Гөлсинә. Тик бына алыҫ бала сағы ғына һаман йөрәген өйкәй, уйламайым тиһәң дә, уға кире алып ҡайта…
Автобус ауылда ике ҡатлы «Универмаг» тип яҙылған бина алдына туҡтаны. Туҡталышта мыҡты кәүҙәле, ҡара мыйыҡлы, матур ғына кейенгән, ҡулындағы сәскә шәлкемен болғай-болғай Ансар ағай йылмайып көтөп тора. Гөлсинә, бер-бер артлы ҡыҙҙарын күтәреп төшөрөшкән ҡаршы алыусының муйынына аҫылынып, илап ебәргәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Ансар ағай, бер аҙ торғас:
– Эй, һеңлекәш. Ике тапҡыр әсәй булғанһың бит инде. Һаман шул балауыҙ һығыуыңды ташламайһың. Йә инде, әйҙә, еңгәң көтә-көтә көтөк булғандыр инде, – тип, Әлсинә менән Әлфиәне ике ҡулына күтәреп алды.
Туйғансы һөйләшеп, Гөлсөм еңгәйҙең сәйен эсеп алғас, Гөлсинә, бер аҙ уңайһыҙланып ултыра торғас, үҙҙәренең элекке йәшәгән өйҙәрен күреп килергә теләге булыуын әйтте. Балалар, арып килгәнгәме, йоҡлай ине. Еңгәй аяғы имгәнгән булғанлыҡтан өйҙә ҡалды.
Гөлсинә иң башта ағаһы менән үҙе уҡыған мәктәпкә йүнәлде. Киң коридорға ингәс, улай-былай ҡысҡырышып йүгерешкән балалар­ға ҡарап, бер килке уйланып торҙо, унан үҙ класына инеп, партаһынан урын алды. Күҙе алдына иҫке-моҫҡо кейем кейгән, аслыҡтан эсе бүре кеүек олоһа ла, тырышып-тырмашып уҡыған ҡыҙ килеп баҫты. Тәнәфестә тиҫтерҙәре: «Әйҙә, диуана, тышҡа сығып уйнайыҡ!» – тип саҡырһа ла, сыҡманы. Улар күрмәгәндә генә портфеленән ҡатҡан икмәк киҫәген алып, йәшереп генә кимерә ине. «Диуана» ҡушаматы уға өҫтөндә алам-һолам булғаны өсөн тағылды. Гөлсинә быға һис үпкәләмәй ине. Ниңә үпкәләргә ти, ысыны шул булғас, тип уйланы ул. Мәктәптә яратып өлгөргән уҡытыусылары осраһа ла, ул үҙен танытманы, уңайһыҙланды.
Гөлсинәләр элек йәшәгән өй, иҫке булһа ла, урынында ине. Түбәһе емерелеп, бер яҡҡа ҡыйшая төшкән, тирә-яғын әрем баҫҡан өйгә яҡынлашҡан һайын, унда ҡусты-һеңлеләренең сырылдашҡан тауыштары ҡолағына салынғандай булды. Гөлсинә, уйылып бөткән тупһа аша атлап инеп, иҙән уртаһында туҡталып ҡалды. Әле ишетелгән тауыштар ҙа асығыраҡ яңғырағандай тойолдо. Фәриттең: «Апай, мин Сәрби инәй­ҙәрҙең кетәгенән дүрт йомортҡа сәлдерҙем. Өсәүһен ҡалдырҙым, һиҙеп ҡуймаһындар, тип. Әйҙә, тиҙ генә бешерәйек. Мин асыҡтым», – тигәне. Фәнистең: «Апай, апай! Ас әле, өшөнөм… Атай мине өҫтәлдән тоҙло балыҡ урлаған өсөн бикләне», – тип иҙән аҫтынан ҡысҡырғаны. Көнһылыуҙың икмәк бүлешкәндә, бер туҡтауһыҙ: «Гөлсинә апай, мин бит бәләкәй. Шуға миңә ҙур әпәкәй бир», – тип тылҡығаны, ә имгәкләп йөрөгән меҫкен Миңһылыуҙың: «Мәмәй, мәмәй», – тип һамаҡлауҙары күңел төптәрендә яңғырап, йөрәген һыҙлатты. Уларҙың барыһын да иҫләп, ишек яңағына һөйкәлеп үкһегән Гөлсинәгә Ансар ағаһы ҡамасауламаны, ситтә генә түмәр өҫтөндә сигаретын көйрәтә бирҙе.
Өйҙә уларҙы Ансар ағай­ҙың бар туғандары көтә ине. Уйын-көлкө төн уртаһы еткәнсе дауам итте. Ҡунаҡтар туйғансы йырлашты, бейене. Гөлсинә ла юғалып ҡалманы, балалар йортонда алған бар һөнәрен күрһәтеп, бөтәһен дә хайран ҡалдыр­ҙы. Шундай ҡәнәғәт булып ҡалған, тамам арыған Байталлы ҡунағы йоҡоға киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды.
Иртәгәһенә, Ансар ағай менән Гөлсөм еңгәй күпме генә өгөтләмәһен, Гөлсинә ҡайтырға булды. Өй хужаһы үпкәләй-үпкәләй ҡунаҡтарын оҙатырға сыҡты. Автобусҡа иртәрәк булғас, баҙарға инеп сығырға булдылар. Ҡапҡаны үткәс тә Ансар ағай, кемделер күреп ҡалғандай, туҡталып:
– Гөлсинә һеңлем! Ана… Ни, унда әсәйең ултыра. Әйҙә, янына барайыҡ, танырмы икән һине? – тип өндәште.
Емерек йәшник өҫтөндә иҫке кейемдә, йөҙө ҡарайып шешенгән ҡатын-ҡыҙ ишараты алдына килеп баҫҡан был икәүгә күтәрелеп ҡараны ла Ансарҙы таныны:
– Һа, мент поганый, һин тереме әле. Нисауа, күп ҡалманы һиңә! Уйнаш ҡатаһы, ищеү әҙәмдән оялмай йәш бисә эйәртеп алған­һың. Мөслимәңде күреп ошаҡлаһам, п…ц будет һиңә, – тип, башҡалар ишетһен өсөндөр, бөтә баҙар яңғыратып төкөрөк сәсеп ҡысҡыра башланы.
– Аллаға шөкөр, балаларым килеп тора, эшкингәндәр. Гөлсинәм Силәбелә – табип, Иршат – военный майор, Көнһылыу – уҡытыусы, Фәнис Ленинградта уҡый. Ул килеп, һине инвалид иткәнсе туҡмайым, ти. Так что пи…ц һиңә, мент поганый!
Ансар ағай милицияла эшләгән сағында ундай һүҙҙәргә күнегеп бөткән, өндәшмәй тыңланы. Гөлсинә, үҙе лә һиҙмәҫтән, уны ҡултыҡлап алып, «әсәһе»нең артабан ниҙер аҡырып һөйләгәнен тыңламаны ла, ишетмәне лә.
– Их, әсәкәйем… Элек, исмаһам, ҡарарлыҡ йөҙөң бар ине, ә хәҙер… шүрәле лә һинән матурыраҡтыр әле. Этлектәрең күп булһа ла, белһәң ине һине нисек һағынғанымды. Бигерәк тә үҙем әсәй булғас… Балаларымды һиңә күрһәткем, һинән һөйҙөрткөм килде. Ә һин бына ниндәй икәнһең. Хатта балаларыңдың исемдәрен дә бутай­һың. Алдашаһың… Мин бит табип түгел! Араҡы бөтөнләй аҡылыңды юйған икән… – тип әсенде ул.
Ансар ағай менән Гөлсинә күпме торғандыр, ҡайҙандыр айнығып бөтмәгән, йөҙөн һаҡал-мыйыҡ баҫҡан ир ишараты янға килеп баҫты. Ул бәшмәк һатыусы Әнисәгә ҡаты ғына төртөп алды ла:
– Йә, хайуан, һатаһыңмы-юҡмы? Сәүек эт кеүек бөтә баҙарға өрәһең. Нимә, тере мент күргәнең юҡмы әллә? Йәһәт бул, баш ярылып килә, – тип ҡысҡырынды.
Гөлсинә был хәшәрәтте шунда уҡ таныны ла тертләп китте. Ҡасандыр уны соланда көсләп, әсәһенә аҡса ҡалдырған ир ине ул.
Байтаҡ китә биргәс, Гөлсинә тауышҡа әйләнеп ҡараны, теге ир уның әсәһен шарылдатып типкеләй ине. Ләкин уның күңелендә йәлләү тойғоһо уянманы.
Туҡталышта ҡыҙыл «Икарус» көтә ине. Гөлсинә, балаларын индереп ултыртҡас, Ансар ағай янына сыҡты. Ғәҙәттәгесә, хушлашҡанда әйтелә торған теләктәр, һүҙҙәр әйтелеп бөттө. Сигнал тауышы яңғырағас, пассажирҙар үҙ урындарына ашыҡты. Салонға иң һуңғы булып инеп барған Гөлсинә, ниҙер әйтергә онотҡандай, әйләнеп ҡараны ла йүгереп килеп, Ансар ағайҙың муйынына аҫылынды.
– Ағай… Ағайҡайым минең… Ҡәҙерлебеҙ… Бер генәбеҙ… Мең рәхмәт инде һиңә! Упҡындан тартып алдың бит һин беҙҙе! Бар бәхетебеҙ өсөн мәңге бурыслыбыҙ һиңә, – тип, автобустың сигнал тауышына ла иғтибар итмәй, буҫлығып илап ебәрҙе. Пассажирҙар, оҙата килеүселәр, үтеп барыусы­лар­ҙың ҡайһылары, был Ансарҙы туғаны ҡайһылай ярата икән тип, икенселәре, бынау ҡарт ишәк ниндәй һыу һөлөгө кеүек ҡатын менән көпә-көндөҙ ҡосаҡлашып тора тип, хайран ҡалдылар.
Ләкин ошо зифа буйлы сибәр ҡатындың ун дүрт йыл элек Байталлыла иҫке-моҫҡо кейемдәргә төрөнгән ҡусты-һеңлеләрен етәкләп йөрөгән, мәңге ас, кәмһетелгән һәм йәберләтелгән ҡыҙ бала – «диуана», «ун тәңкә» Гөлсинә икәне, уның үҙҙәренең өмөтһөҙ бала сағы ҡараңғылығынан яҡты тормош юлына баҫтырған Ансар ағаһы менән хушлашыуы уларҙың береһенең дә башына инмәй ине.

Мансур БАГАУВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»