RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Осраҡлы ялыу йәки хыянатты һиҙеп буламы?

23.09.2016 Осраҡлы ялыу йәки хыянатты һиҙеп буламы?

Осраҡлы ялыу йәки хыянатты һиҙеп буламы?“Миңзәлә Мансуровна, ошо малайҙың әсәһе менән һөйләшеп ҡарағыҙ әле, зинһар. һуғыша, көн дә бер ҡыҙҙы илата. Нишләргә лә белмәйем, әсәһе бик уҫал күренә”, – тип һаҡ ҡына һүҙ башлаған йәш тәрбиәсе ҡыҙҙың һүҙҙәренән уянып киткәндәй булдым. Былай ҙа башым ауыртып, шаңҡып ултыра инем, эшен йүнләп башҡара алмай, мине мәшәҡәтләп тороусы тәрбиәсе йәнемде тағы ла нығыраҡ көйҙөрҙө. Уға нимәлер ҡаты ғына әйттем шикелле, иларҙай булып сығып китте. Аңлайым, тәжрибәһе етмәй, ләкин үҙемде лә тыя алманым – инде нисәмә көн йөрәгем әрней, эш ҡайғыһы юҡ. Балалар баҡсаһында мөдир булып эшләйем, бәләкәстәрҙең шау-шыуы күңелде күтәрергә тейеш кеүек тә, юҡ шул...
Ирем өйгә ике көнгә бер ҡайтып йөрөй башланы. Бер ни ҙә өндәшмәй, һорашып белешермен тимә, командировкаға йыш ебәрәләр, ти ҙә сығып тая. Телефондан шылтыратыу ҙа, йүнләп һөйләшеү ҙә юҡ, өйҙә япа-яңғыҙмын. Берҙән-бер улым – студент, Мәскәү ҡалаһында уҡып йөрөй. Малай малай инде, минең күңелдең китеклеген һиҙмәй ҙә, ахыры. Ярай әле көн һайын шылтыратып, ҡыуандырып тора. Улыма артығын һөйләмәйем, ирем менән икебеҙ араһындағы мәсьә­лә бит, баланың йәнен үртәүҙән кемгә файҙа? Йәшерен-батырыны юҡ, тормош иптәшемдең миңә ҡарата һалҡынлығы бер бөгөн генә түгел. Инде күптән, йылдар дауамында күршеләр кеүек кенә йәшәйбеҙ, ләкин хәҙер арабыҙ бөтөнләй боҙҙай туңды. Туғандар, дуҫтар араһында ғаиләмдең абруйын һаҡлайым тип, йән әрнеүемде эсемдә генә ҡалдырам. Артабан нимә эшләргә – эт белһен.
Күңелһеҙ уйҙарым менән эш көнө бөткәнен көтөп ултыра инем, балалар уйнаған залда ниндәйҙер ҡатындың ярһып ҡысҡырыуын ишетеп, йүгереп сыҡтым. Әһә, теге тәрбиәсе ҡыҙ уҫал малайҙың әсәһе менән үҙе һөйләшеп ҡарарға булған икән. Ҡатын яһил шул, аҡыра ғына, башҡа балалар аптырашып, ҡурҡышып тора хатта. Тәрбиәсе лә иларға етешкән. Барып, дорфа ғына һөйләшә башлауымды һиҙмәй ҙә ҡалдым (ҡыҙып йөрөгән мәл бит):
– Оят түгелме балалар янында тауыш күтәрергә! Сығып һөйләшегеҙ! Улығыҙ, ысынлап та, башҡаларға ныҡ ҡамасаулай, унда агрессия көслө, яуыз. Тиҙ арала психологҡа мөрәжәғәт итергә кәңәш итәбеҙ. Балағыҙҙың характеры формалаша бит, моғайын, яуаплылыҡты һиҙәһегеҙҙер. Ә әлегә һау булығыҙ, – тинем дә кабинетыма кире йүнәлдем. Бәй, теге әсә лә сыҡты ла китте. Аңлағандыр, моғайын, шулай ҙа ауыҙ эсенән нимәлер мығырлай ине.
Көнө буйы тиерлек кешеләр менән әрләшеп, пар сығарып алдым да, аяғым ергә теймәй, йортома ашығам. Туҡта, нишләп ашығам һуң әле? Мине әҙәмгә лә һанамаған, һөйләшмәгән, әҙерләгән ашымды ашап, рәхмәт тә әйтмәй тороп киткән ирҙе күргем килеп тормай ҙа баһа! Әле киске сәғәт ете лә тулмаған, моғайын, барыр урын табырмын. Һеңлемә инеп сығырғамы әллә Наилә әхирәтемәме? Юҡ, береһе, аҡса етмәй, тип илаулаясаҡ, икенсеһе ирен яманлаясаҡ. Косметика һатып ҡаңғырталар икеһе лә, етмәһә. Бер кемдең дә аһ-зарын тыңлағым килеп тормай, етер, күп кәңәш бирҙем. Ә үҙемдең тормошом селпәрәмә килгән, ирем бөгөн булмаһа, иртәгә сығып китәсәк. Улыбыҙ алдында ғына ҡыйын­һына, моғайын, икенсе мәсьәлә лә бар: фатир ике бүлмәле, бүлә башлаһаң, улым минең менән тип иҫәпләгән шарттарҙа уға өлөш әҙ эләгә. Шуны уйлай ул, китер урыны юҡтыр инде, мәлғүн! Йүнле ир булһа, берәй ҡатын йортҡа индерер ине әле, йөрөй шунда. Ә мин? Мин кемгә кәрәк һуң? Уйҙарымды телефон шылтырауы боҙҙо, улым икән:
– Әсәй, беләһеңме, мин эшләп тә йөрөйөм. Бер проектта еңгәйнем, ҙур ғына суммала аҡса бирҙеләр. Шуның яртыһын һиңә ебәр­ҙем. Был бүләк! Әсәй, бүлдермә мине, тыңла: карталағы аҡсаны үҙеңә тотон, сәсеңде ҡырҡтыр, ресторанға барып кил. Өйгә ашамлыҡ алма, аңлайһыңмы? Юҡһа мин башҡаса эшләп тә тормайым. Пока, әсәй, ваҡытым юҡ!
Ошо ҡыҫҡа ғына һөйләшеүҙән һуң ҡапыл башыма барып етте: балаҡайым минең кисерештәрҙе аңлап йөрөгән! Нисек тә булһа күңелемде күтәрергә тырыша бит. Үәт, мин – аҡылһыҙ ҡатын, бәхетһеҙлектең йөҙҙә ярылып ятыуын белмәйемме ни? Тәк, тимерҙе ҡыҙыуында һуғам, сәсте буятырғамы, нимә эшләргә? Уф, кис тә етте… Туҡта, аҡсамды ҡарайым әле, нисә һум икән? Әһә, 40 мең һум күсергән, үҙемдеке лә бар. Ярайһы сумма. Афарин, улым. Әййй, күптәнге хыялды тормош­ҡа ашырайым да ҡуяйым – фитнес-үҙәккә карта алам! Биклеме икән? 24 сәғәт эшләгәндәре бар! Аҡсам ҡалмай ҙа баһа, ярай... Бутҡа ашап та йәшәрмен. Ә ир? Суҡынһын! Аҡсаһын йүнләп күргән дә юҡ, ҡайҙа йөрөй – шунда ашаһын. Шулай ҙа берәй ҡатыны бармы икән әллә? Юҡтыр, ялҡау бит ул, йөрөй инде шунда...
Өйгә ҡайтҡанда күңелем шул тиклем күтәренке ине, сумкала карта ята, их! Иргә әйләнеп ҡарап та торманым, йоҡларға яттым. Иртән эшкә лә биҙәнеп-төҙәнеп барҙым, күңел көр, теге уҫал малайҙы әсәһе бөтөнләй алып килмәгән икән, тәрбиәсе ҡыҙ ҙа йылмайып ҡына йөрөй. Шоколад менән тәмләп кенә төшкө сәй эсеп ултыра инем, район мәғариф бүлегенә саҡырып шылтыраттылар. Нимә булғандыр инде тағы?
Беләһеңме, һеңлем, кәмһенеү шул тиклем ауыр икән... Шундағы кисерештәремде мәңге онота алмаҫмын, моғайын. Үлгем килде. Теге уҫал малай минең иремдең улы булып сыҡты. Документтар тултырғанда нисек иғтибар итмәгәнмендер, ул атайлығын таныған бит. Хәҙер баланың әсәһе, йәғни теге яһил ҡатын, миңә ҡаршы ялыу яҙған. Унда барыһын да теҙгән, имеш, мин шәхси үпкәләрем арҡаһында уларҙың балаһын һыйҙырмайым. Тәрбиәселәрҙе лә ҡаршы ҡотортам, баланың психикаһын ҡаҡшатам, ас тотам, хатта эткеләйем-төрткөләйем икән. Был ҡатын мине эштән бушатыуҙы талап итә, икенсе балалар баҡсаһына күсергә риза түгел – уға беҙҙеке оҡшай. Әгәр тиҙ арала бер сара ла күрелмәһә, прокуратураға барырға йыйына... Ялыуҙы тотоп, шаҡ ҡатып, башҡаларға ҡарайым, улар минән күҙҙәрен йәшерә, йәлләй­ҙәрме әллә? Аңлашыла – былар ялыуға тулыһынса ышанған. Бер һүҙ өндәшә алманым, сығып киттем. Йә, Хоҙай, шулай ҙа була икән. Нисек һиҙмәгәнмен, ә бит бала минең улыма оҡшап та тора.
Өйгә нисек ҡайтып еткәнде хәтерләмәйем. Ирем дә өйҙә. Тәүҙә ҡысҡырҙым, иланым, аҙаҡ, ниһайәт, ултырып аңлаштыҡ. Был ҡатын тәүге мөхәббәте икән, ауылдан саҡырып килтергән, кондуктор итеп эшкә урынлаштырған. Балаһын шулай һуң ғына табып алған, тәүге иренән айырылған. Йәғни ирем йылдар дауамында мине алдап йәшәгән, тәүге мөхәббәтен онотмаған булып сыға. Үҙе икенсерәк аңлата, имеш, ауылда осраҡлы күрешкәндәр, уныһы осраҡлы ауырға ҡалған һәм осраҡлы ғына Өфөгә күсеп килгән дә, ятаҡ бүлмәһен ҡуртымға алып, йәшәй башлаған. Ирем, балаһын барып күреп йөрөһә лә, миңә белдереүҙән ҡырҡа баш тартҡан, ҡатынды ҡурҡытып ҡуйған: әгәр еткерһә, аҡсалата ярҙам итмәйәсәк. Тағы ла шуныһы: иремдең ҡайһы бер туғандары ла был хәлде белә икән, ата-әсәһе мәрхүм булғас, ауылдарына ҡайтмай инем. Бөтәһе лә белгән, күҙҙәремә тура ҡарап, мине алдап йөрөгәндәр.
25 йыл эш стажым бар, икенсе балалар баҡсаһына күсеү ауырға тура килмәне, аңланылар. Артымдан һөйләгәндәрҙер, әлбиттә, ләкин күҙҙәремә ҡарап, бер һүҙ әйтеүсе лә булманы. Баланың кем икәнлеген белмәүемә берәү ҙә ышанманы шикелле. Рәнйемәнем, мине һалып тапарға маташҡан ҡатынды ла аңланым. Ирем менән айырылыштыҡ, ә ул тотто ла тыуған йортона ҡайтып китте. Әхирәтем Наилә мейемде генә серетте: имеш, мин улыма ҡустыһы бар икәнлеген аңлатырға, таныштырырға, ул балаға фатир­ҙан өлөш сығарырға тейеш. Юҡ, был эштәр­ҙең береһен дә эшләмәнем, ирем хәл итһен: бергә йәшәгән саҡта уҡ йәнемде ашай ине, һуңынан уның арҡаһында намыҫым бысранды. Етерлек кәмһендем”.
Инструктор: “Бына ошо ҡатын 46 йәштә, ике айҙа 20 кило ташланы”, – тип һөйләгәс, танышып киткәйнем. Мин генә түгел инде, башҡалар ҙа гел был апай эргәһендә урала. Тик ул аҙ һүҙле, спорт буйынса бер генә йүнле кәңәш тә ишетеп булманы. Бер яҡта йәшәгәс, дуҫлашып киттек шулай ҙа. Сәй менән дә гел һыйлай мине, бер ултырғанда тормош тарихын да һөйләп ташланы. Ә кисә, мин арлы-бирле иткәнсе, апай күҙ уңынан ысҡынды. Тышта көтәлер, тип ҡабаланып сыҡһам, ни күрәм: Миңзәлә апайым ипле генә күренгән бер ағай менән машинаға ултырып, китеп тә барҙы.

Лилиә СИРАЕВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»