НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » “Һәр ниғмәт, бәрәкәт эйәһенең үҙ көнләшеүсеһе бар”

“Һәр ниғмәт, бәрәкәт эйәһенең үҙ көнләшеүсеһе бар”


“Һәр ниғмәт, бәрәкәт эйәһенең үҙ көнләшеүсеһе бар”йәки Күҙ тейеүҙең хаҡ нәмә икәнен үҙ елкәмдә татығаным

“Балаҡайымды ҡулһыҙ ҡалдырма инде, Аллам, зинһар! Һауығыу бир инде, Хоҙайым!” – әсәйемдең ҡулдарымды бер туҡтауһыҙ һыйпап, һәрмәп, эргәмдә шыбырлап ултырыуы ҡолағыма салынды. Тик йоҡонан айный алмай, оҙаҡ ҡына аҙапланып яттым. Бер нисә көн элек һул усымда бәләкәс кенә төйөр барлыҡҡа килде. Һыйыр һауғанға ышҡылып, уртаға ярылды ла, эренләй башланы. Беләҙек һөйәге тирәһенә сабыртма сыҡты. Иң ҡыҙығы – уң ҡулымдан да әҫпе йүгерҙе. Фельдшер кәңәше буйынса, Вишневский майы һөртөп ҡараныҡ, эренде һурҙырыр өсөн яраға алоэ япрағы бәйләнек – хәл яҡшырманы. Бөгөн, түңгәктәй ҡабарып шешкән ҡулдарымды күреп, әсәйемдең ҡото осто – таң һыҙылғанын да көтмәй, ҡала дауаханаһына елдерә инек.

Таңғы сәғәт дүрттә ҡабул итеү бүлмәһе ишектәрен саҡ астыра алдыҡ. “Сәғәт етелә килегеҙ”, – тип күҙҙәрен тырнап ҡаршы алған хеҙмәткәрҙең беҙҙе бороп ебәреү теләге инәйемдең яҙғы ташҡын булып дөрөп килеп инеүе менән юҡҡа сыҡты.
Эренле хирургияла урындар булманы. Таҙа хирургия бүлегенә һалдылар. Был осраҡлы хәл түгел – яҙмыш бүләге икәненә һуңынан ғына төшөндөм.
Яраларҙы бәйләү бүлмәһендә ялтырап ятҡан хирургия ҡоралдарын күреп, үҙемде триллерҙағы ҡорбандай тойҙом, аҡ халатлы апай­ҙың ҙур ҡайсы алып, миңә табан ыңғайлауын шәйләгәс, йөрәгем табаныма төштө:
– Ә ауыртмаҫмы?
– Әллә инде, әллә инде, ҡарарбыҙ… – был һүҙҙәр иҫемде юйҙы.
Нишатырҙың зәһәр еҫен һиҙеп, һушымды йыйғанда, шәфҡәт туташы, йылмайып, бот сапты:
– Үәт, ҡыҙҙар, шаяртырға ла ярамай. Клиникала беренсе тапҡырмы ни?
– Эйе. Тәүгә.
– Нисәнсе класта уҡыйһың?
– Унынсыла.
– Ҡунаҡҡа барып һыйыр һауҙыңмы әллә ауыл ҡыҙымы? Ҡурҡма, ауыртмаҫ, – ҡайсы менән яраны ҡатҡан тиренән таҙартты.
– Ауылдан. Көн дә һауам.
– Мммм, шәптекәй икәнһең. Маладис. Нисәүҙе?
– Дүрт һәүкәш беҙҙә. Минән һыйыр еҫе киләме әллә?
– Юҡсы. Был һинең ней… һыйыр сәсәгенә оҡшаған. Ҡулда яра булһа, “һә” тигәнсе йоға. Мин үҙем ауылға әхирәтемә барып, ҡыҙыҡ күреп, имсәк тартып ҡарарға булдым да, эләктереп ҡайттым. Борсолма, тиҙ төҙәлерһең.
Ҡытыршыланған ҡулдарҙы ацетилсалицил майы менән һылап, бинт менән урап, өмөтләндереп, ҡатын мине палатаға оҙатты.
Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өмөттәр аҡланманы. Сәғәт һа­йын һалынған уколдарҙың фәтүәһе бөтөнләй булманы. Шештән бармаҡтарым бөгөлөү һәләтен юғалтты. Са­быртма артабан таралыуын белде. Хәҙер инде иңбашымаса шырауланған кеҫәртке тиреһе менән ҡапландым. “Артабан шулай барһа, оҙаҡламай тотош тәнем ағасҡа әйләнәсәк”, – был уйҙан тәнем эҫеле-һыуыҡлы булып китә.
Ап-аҡ стеналы палата. Тәҙрә төбөндә бушлыҡ – гөл үҫтереү бында тыйыла. Тәҙрә быялаһы ҡалын пленка менән көпләнгән – бер ни күренмәй. Дарыу тирткән тамыҙғысҡа текәлеп ятҡанда, моңло тауыштың ят лөғәттә ниҙер һуҙып көйләүен тыңларға әүәҫләндем. Ауылыбыҙҙа мәсет булмағанлыҡтан, был яғымлы яңғыраштың аҙан икәнлеген белмәй инем әле. Алла йорто эргәлә генә шул – юл аша ғына урынлашҡан.
Дауаханалағы ун етенсе көнөмдө ҡаршы алып, сираттағы һөҙөмтәһеҙ иртәнге процедураларҙан һуң тамам төшөнкөлөккә бирелгән башымды эйеп, коридор буйлап китеп барғанда, кемдеңдер йомшаҡ ҡына ҡағылыуына туҡтап, күҙемде күтәрҙем. Аҡ яулыҡ ябынған өлкән йәштәге апайҙың йөҙөндә нур балҡый. Бығаса уны осратҡаным юҡ ине, күрәһең, яңы ғына дауаханаға ингән.
–Туғанҡайым, һылыуҡай, ни булды? Сырхап киттеңме? – ул бинт­ҡа төрөлгән “бүкәндәр”емә ымланы.
– Эйе, аллергия, тиҙәр, – ҡул ишаратынан оялып, уны һырт­ҡараҡ йәшерергә маташам.
– Ииии, туғаным, ниндәй аллергия булһын?! Күҙ тейгән һиңә. Шул ғына. Кискә табан палатама кил, йәме. Бөгөн – шәмбе. Барыһы ла ҡайтышып бөтәсәк. Өшкөрөрмөн, иншалла. Үҙең менән бер сынаяҡ һыу, әҙерәк тоҙ ал.
“Был әбекәйҙәр бөтә сирҙең башын күҙегеүҙән күрә”, – тип үҙ алдыма көлөмһөрәһәм дә, яңы таныштың тәҡдимен кире ҡаҡмаҫҡа ҡарар иттем. “Сихәтләнмәҫмен инде, ҡайҙан. Зыяны ла булмаҫ, моғайын”, – тип уйланым.
Мәрзиә апай, ысынлап та, палатаһында бер үҙе генә ине. Мине ултырғысҡа ултыртып, үҙе бер-ике аҙым алыҫ баҫты ла, Ҡөрьән сүрәләрен уҡый башланы: “Әғүүҙү билләәәһи минәш-шайтаанир-ражиим. Бисмилләәһир-рахмәәәнир-рахиим…”. Талғын тауышҡа күҙ үҙенән-үҙе йомолдо. Мин сикһеҙ рәхәтлек даръяһына сумдым…
– Күҙ тейеү ул тиклем үк ҡаты булмаған. Ләкин бер аҙ тәтегән бары… – Мәрзиә апайҙың тауышына һиҫкәнеп уяндым. – Берәйһе ҡулыңды маҡтағандыр, – тип дауам итте ул фекерен.
Эйе шул, ҡапыл хәтеремә “йылт” итеп килеп төштө: бәйләмем менән булышып ултырғанда, йомош йомошлап, бер ауылдашыбыҙ инде. “Ҡайһылай тигеҙ бәйләйһең, бик матур килеп сыға”, – тип эшемә һоҡланды ул. Өләсәйем элек-электән был әбейҙе өнәп етмәне, ҡарсыҡтың күҙе ҡаты, тип гел һуҡранды. Ә бит фәҡәт ул килгәндең икенсе көнөнә үк сырхап киттем…
Мәрзиә апайға рәхмәт әйтеп, палатама ҡайттым, өшкөртөлгән һыуҙы бисмиллә әйтеп күтәреп эстем дә, йоҡларға яттым. Ә иртә-ә-ә-н… Ни ғәләмәт был? Шеш ҡайт­ҡан. Сейәләй ҡыҙарған сабыртманың эҙе лә ҡалмаған. Бәхетемдән ултырып иланым.
Дүшәмбелә килгән дауалаусы табиптың ғәжәпләнеүе хаттин ашты. Мөғжизәле һауығыуҙың серен белергә теләп, оҙаҡ хитлашты, һорашып йөҙәтте:
– Б-ә-ә-әй, был ни ғиллә? Ике көн элек һинең менән нимә эшләргә белмәй, баш ваттым. Мөмкин булмаған хәл! Нимә ашаның? Ниндәй дарыу эстең? Аңлатып бир әле, зинһар!
Табиптарҙың доға көсөнә ышанмауы билдәле бит инде, мыҫҡыл ителеүҙән тартынып, дөрөҫөн әйтмәнем, белмәмешкә һалыштым.
Шул уҡ көндө мине өйгә ҡайтар­ҙылар. Мәрзиә апайға тағы бер ҡат рәхмәтемде белдерәйем тип, йүгереп барҙым, тик палатаһында ҡотҡарыусымды тапманым. Про­цедура алырға сыҡҡандыр.
Яман, ҡаты күҙле кешеләр тура­һында халыҡ араһында күп риүәйәт бар. Динебеҙҙә лә күҙегеүҙең ысын­барлыҡта урын алғаны иҫбатлана. “Ниәтләнгән эшегеҙ уңышлы тамамланһын өсөн, уны сер итеп тотоғоҙ, сөнки, хаҡтыр ки, һәр ниғмәт, бәрәкәт эйәһенең (үҙ) көнләшеүсеһе бар”, – тип киҫәткән Мө­хәм­мәт ғәләйһис-сәләм. Күҙ тейеү – хаҡ нәмә, тигән хәҙис бар тағы ла. Эйе шул, был һүҙҙәрҙең раҫ икәнен тиҫтә йыл элек үҙ елкәмдә татыным.

Альбина ҒӘЛИЕВА.
Учалы ҡалаһы.

Сығыу ваҡыты 11-04-2016, 12:02 | Ҡаранылар: 630
|
  • Мәҙәктәр
  • Әгәр ҙә ваҡытында табиптарға күренһәм…
  • Әсә улын дүрт тиҫтәгә яҡын йыл үткәндән һуң ғына таба
  • Өй эйәһенең ҡотомдо алғаны
  • Балдай татлы… вазелин
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Тәҙрә төбөндә үҫкән дарыу



  • Радио Юлдаш FM