НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Үҙ кешеләр


Үҙ кешеләр
Үҙ кешеләр
йәки "Киленемдең иремде төрлөсә ымһындырып үҙенә ҡаратыуын мин күрмәй, тыныс ҡына йәшәп тик ятҡанмын"

– Апай! Мин ғашиҡ булдым! – Марат* ишек төбөнән үк ҡыуанысы менән уртаҡлашырға ашыҡты.
– Һөйөнсөгә – уң ҡолағың! – Мәҙинә көлөмһөрәне. – Кем һуң инде ул башыңды әйләндергән ҡыҙ?
– Ул шундай һылыу, апай, ҡараған һайын ҡарағы килә, бер ҙә ҡарап туйырлыҡ түгел... Исеме ниндәй матур уның – Сабина... Тик йөрөгән егете бар, - ҡустыһының тауышында төшөнкөлөк һиҙелде.
– Булһа ни, үҙеңә ҡаратып ал, – Мәҙинә ҡустыһын йәлләне, иңбашынан һөйҙө. – Ә ҡарамай икән, тимәк, ул иҫәркәй. Һинең кеүек егеттәр аҙым һайын осрап тормай. Һы, Сабина, тиһең инде...
...Ошо һөйләшеүҙе Мәҙинә бер ҡасан да иҫенән сығармай. Ҡустыһының һөйөүҙән иҫереп йөрөүен үтә ҡыҙыҡ күргәйне. Ул үҙенең шулай аҡылдан яҙыр сиккә етеп ғашиҡ булыуын хәтерләмәй, һөйөүе тыныс аҡҡан йылға һымаҡ инде тормошона: беренсе синыфҡа уҡырға барған көндө ҡараҡай малай барыһын да этеп-төртөп янына килеп баҫты, гөлләмәһен баҡса текмәһенә ҡыҫтырҙы ла, Мәҙинәне етәкләп алды. Ун беренсе синыф уҡыусыһы уларҙы айырып, икеһен ике яҡтан етәкләп, мәктәпкә индерергә тейеш ине, малай унан усын һелкетә тартып алып, ҡыҙҙы икенсе яғынан барып яңынан етәкләне. Барыһы ла шунан мәрәкә табып, көлдө. Әммә етди малаҡайҙың иҫе китмәне, ҡыҙҙың бармаҡтарын тағы нығыраҡ сытырлатып ҡыҫты ғына. Өйҙә генә үҫеп, ят мөхиттә юғалыбыраҡ ҡалған Мәҙинә шулай итеп, артыҡ ҡыбырларға ла ҡурҡып, Сабир исемле буласаҡ иренең етәгендә белем усағына аяҡ баҫты. Бер парта артында ултырып уҡынылар, һигеҙенсенән һуң бер һөнәрселек училищеһына документтарын тапшырҙылар. Штукатур-маляр Мәҙинә менән ташсы Сабирҙың өйләнешеүе бер кемде лә аптыратманы. Әгәр ҙә улар ирешеп, үпкәләшеп, юлдары айырылһа, шунда булыр ине шаҡ ҡатырғыс хәл, ә былай ете йәштән үк “йенихинеүестә” булып йөрөгән икәүҙең сәсен сәскә бәйләүе йәйен – ямғыр, ҡышын ҡар яуыуы кеүек тәбиғи ваҡиға ине. Һөйөү ялҡындарында дөрләп янмаһа ла, Мәҙинә Сабирҙы үҙенсә ныҡ ярата ла. Ире шабашҡаға сығып китһә, юҡһынып, тамағына аш бармай, күҙенә йоҡо эленмәй, уның яҡынлығына сарсап бөтә. Ҡыҙғаныуҙың нимә икәнен дә белмәй, сөнки Сабирға, уның тоғролоғона үҙенә ышанған һымаҡ ышана. Сит итәктәргә ымһына торған ғәҙәте булһа, электән булыр ине, ә ул Мәҙинәнән башҡа бер кемде лә күрмәй, ғаиләм, ҡатыным, балаларым, тип ихлас йәшәп тик ята. Марат та, еҙнәһе ише, шулай ғүмерендә берәүҙе генә ярата торған кеше, ҡыҙҙар менән артыҡ сыуалманы, һәм ғашиҡ булғас, башын юғалта яҙҙы. Сабинаны егетенән баҫып алыр өсөн аҡсаһын да, ваҡытын да, үҙен дә йәлләмәне. Бурысҡа батһа батты, һуғышһа һуғышты, ләкин Сабинаны үҙенә ҡаратты. Һөйгәнен таныштырырға килтергәс, иң кәмендә “фәлән ауылдың миссы”н күрергә ашҡынған Мәҙинә менән Сабир аптырашта ҡалды: Мараттың ауыҙ һыуын ҡоротоп, “һылыу ҙа һылыу” тигәне, ҡыҫҡа аяҡлы, йыуантыҡ, буялған һарғылт сәсле ябай бер ҡыҙ ине. Ярай, уның ҡарауы тештәре тигеҙ, тип үҙ-ара көлөштө һуңынан ир менән ҡатын.
Марат эште оҙаҡҡа һуҙмай, тиҙ генә Сабинаны ЗАГС-ҡа алып барып, мөнәсәбәттәрен законлаштырҙы. Йәш ғаилә ҡуртымға торлаҡ табып, һәүетемсә йәшәп китте. Мәҙинә, ҡустыһының килен ҡурайына бейеүен өнәп еткермәһә лә, үҙенә оҡшайҙыр, беҙгә ни татыу йәшәһәләр, шул етә, тине. Ә Марат ысын-ысындан бәхетле ине, рәхәтләнеп егелде донъя йөгөн тартырға. Балалары тыуғас, Сабинаға шәшке тун алып кейҙерҙе, ҡолаҡтарына алтын һырға таҡты. Икенсе сабыйы өсөн йәш атай ҡатынына зөбәржәт ҡашлы балдаҡ бүләк итте.
Мараттың шәплелеген белгәнгә, Мәҙинәгә бер көн, ҡустың фатир алғандыр инде, тиһәм, ҡайҙан, тип ҡулын һелтәне:
– Марат ике-өс эштә эшләй, тик килен аҡса тота белмәй, ваҡ-төйәккә әрәм итеп, тапҡанын юҡҡа сығарып тик тора, тәүге иғәнәлек тә йыя алмай. Әйткәйнем, аҡсағыҙҙы миңә бирегеҙ, үҙем йыйып тотайым, тип, килен алдында яманатлы булып ҡалдым. Эй, үҙҙәре беләләрҙер, ҡыҫылмайым тормоштарына, бәләкәй бала-саға түгелдәр.
Ярһып сапҡан аттай йәшәгән Мараттың кинәт йөрәге туҡтап үлеүе тураһындағы хәбәр барыһын да шаңҡытты. Ғүмерҙә ангинанан башҡа бер ауырыу менән дә ауырымаған, йөрәге ауыртыуға һис ҡасан зарланмаған, дауахана ишегенең ҡайһы яҡҡа асылғанын белмәгән йәш ирҙең ялға ата-әсә йортона ҡайтып, төн уртаһында әсәһен уятып, әллә ниңә миңә тын алыуы ҡыйын, тип кенә әйтеп, шунда уҡ гөрһөлдәп иҙәнгә ауып йән биреүе ҡурҡыныс төш кеүек кенә булып ҡалды. Мәҙинәнең ҡайғыһы сикһеҙ ине. Уны, әйтерһең дә, яҙмыш еле ергә һеңгәҙәтә һуҡҡайны. Тормошон саҡ ялғап, аңҡы-тиңке йәшәп китте. Яратҡан улдарының йәшләй генә гүргә инеп ятыуынан һығылып төшкән ата-әсәһенең унан башҡа терәлер кешеһе ҡалмағанын аңлап, үҙенә бирешергә, ҡайғы һаҙлығына башкөлләй батырға юл ҡуйманы. Ауырлы ла ине, тыуасаҡ балаһын хәстәрләне. Ҡайғы томаны таралып, бер аҙ күҙҙәре асылғас, Мараттың тол ҡалған ҡатынына, ярты етем балаларына ике яҡлап ярҙам итергә тотондолар. Килен, тип өҙөлөп төштөләр. Мәҙинә, бер үҙеңә ике бала менән сит тупһала йәшәүе ауыр булыр, тип, Сабиналарҙы үҙҙәренә үк күсереп алдырҙы: “Беҙҙең йортто үҙ өйөңдәй күр!” Килен кеше инәлтмәне, ҡыуанып улар ғаиләһенә ҡушылды, иркен йәшәне.
– Хатта үтә иркен йәшәй, – тип Мәҙинә осрашҡанда күҙҙәрен асалаҡ-йомалаҡ итте. – Бер кис йоҡларға ятҡас, Сабир минән, һин ҡасандан селтәр эске кейем кейә башланың, нишләп миңә күрһәтмәйһең, тип һорай. Юҡсы, һинән йәшереп әйбер алғаным бармы, тим. Ә ваннала кемдең эске кейеме эленгән һуң, тигәс, түҙмәй, барып ҡараным. Күҙ яуын алырлыҡ гүзәл трусик, лифчиктарҙың тотош батареяһын күргәс, үҙемдең ябай кизе-мамыҡтан эске кейемем өсөн оялып ҡуйҙым. Килендеке, тип, ирем янына барып ятҡайным, әйҙ, һиңә лә шундайҙы алайыҡ, тисе. Аҡса әрәм итеп ни.... Килендең, ғөмүмән, әҙәп яғы самалыраҡ. Эске кейемен теләһә ҡайҙа бәрә, ваннанан таҫтамалға ғына уранып сыға ла, бот ялтыратып, оҙаҡ кейенмәй йөрөй. Сабирҙың йәне көйә, тыйыр инең, тип миңә бәйләнә. Күрше ҡатын, киленегеҙ йәш, айырым сыҡһын, ти, әллә ысынлап шулайтырға. Ата-әсәйем менән кәңәшләшергә лә...
Мәҙинәнең ата-әсәһе, бер йылға алдан ҡуртым хаҡын түләп, килендәрен фатирға күсереште. Килен үҙен яңғыҙ тоймаһын, тигән изге бәндә Мәҙинә, Сабинаны бер байрамдан да ситтә ҡалдырмай, һаман үҙҙәренә тартты. Килен дә уларҙан айырыла алмай йонсоно, тартынып, уңайһыҙланманы, аҙым һайын тигәндәй ярҙамға мохтажлығын белдерҙе: йә аш бүлмәһендә краны тыпылдап аҡты, йә сәғәт элергә стенала сөйө булмай сыҡты, йә розеткаһы эшләмәне... Гел бергә лә бара алманылар, кескәй бала менән декретта ултырһа ла, Мәҙинәгә йышыраҡ Сабирҙың бер үҙен ебәрергә тура килде: “Бар, ярҙам ит, сит кеше түгел бит”.
– Киленегеҙ – йәш, балалары бәләкәй саҡта кейәүгә сығып ҡалһын ине, – тинем Мәҙинә менән бер һөйләшкәндә. – Ғүмер буйы яңғыҙ йәшәй алмаҫ.
– Беҙ ҙә ата-әсәй менән уға, кейәүгә сыҡһаң, Мараттың рухы рәнйемәҫ, берәйһе менән таныш, тигәйнек, ул, минең йөрөгән кешем бар, тип яуапланы.
– Йөрөгән кешеһе булғас, ниңә гел дә Сабирҙы йомошлай һуң?
– Әллә инде, – эскерһеҙ Мәҙинәнең башына ундай һорау инеп тә сыҡмаған, ахыры. – Үҙ кешеләр бит беҙ, шуғалыр.
Йөҙөнән йылмайыу өҙөлмәгән, аяҙ көн кеүек кенә холоҡло Мәҙинәне бер иртәлә осратып, танымай торҙом: ҡараштары һүнгән, күҙ төптәре ҡарайған, йонсоған ҡиәфәтле...
– Сабир өйҙән китте, – тауышы ла бик тоноҡ яңғыраны.
- Нисек инде “китте”, ҡайҙа китте? – Сабирҙың китеүе башҡа һыйманы.
Мәҙинә ҡалтыранған ҡулдарын кеҫәһенә йәшерҙе, йылмайырға маташты:
– Әллә, һөйәркәһенә, ахыры. Сыҡты ла китте.
– Күр ҙә тор, кире ҡайта ул. Һинең кеүек ҡатындарҙы ирҙәр ташламай! – Сабир һинән китә торған әҙәм түгел, уны сихырлағандарҙыр ҙа, ваҡытлыса алйығандыр, тип өҫтәгем килде, ләкин Мәҙинә туҡтатты:
– Шымтанлап әйберҙәрен алдан йыйған, бөгөн, айырылышыуға ғаризаны үҙем яҙам, милекте килешеп бүлешәйек, тип шылтыратты.
– Улай булғас, Мәҙинә, китеп кенә барһын – дүрт яғы ҡибла! Ҡартласыңдың күҙен баҡтырып, бына тигән шәп йәш егеткә кейәүгә бирәбеҙ һине!
– Ниндәй “кейәү”... Ир затына әйләнеп тә ҡарамам бынан ары.
Яңы ғына эшкә сыҡҡайны, ял һорап, ике көн өйҙә ятып, илап эсен бушатҡас, Мәҙинә үҙен ҡулға алды: сәсханаға барып, оҙон толомдарын ҡырҡып бәрҙе, сәсен ҡуйы ерәнгә буяны, күҙлеген йәшел төҫтәге линзаларға алмаштырҙы. Уны дүрткел итеп күрһәткән ҡалын һәм оҙон синтепон курткаһын, ҡыҫҡа ҡуңыслы уггиһын, сәйер башлығын сисеп, билле күн плащ, бейек үксәле итек, беретка алып кейгәйне, һәләк ҡупшы ханымға әйләнде лә ҡуйҙы.
– Бөтә булған аҡсаны тотондом, – тип йылмайҙы. – Ҡара көнгә, тип йыйғайныҡ... Гел үҙемдән аҡсаны йәлләп йәшәнем: матур кейем алып кеймәнем, ҡиммәтле биҙәүестәргә ҡыҙыҡманым, хатта һиптереп сығырлыҡ хушбыйым да юҡ, бер бахыр ҡара ҡәләм менән осһоҙ иннек кенә ята көҙгө алдында. Ҡуй инде, үҙемде үҙем ҡәҙерләмәгәс, ир алдында ҡайҙан ҡәҙерем булһын?! Хәҙер милекте бүлешеү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйырға барам, Сабир менән тағы бер ҡат һөйләшеп ҡарайым, бәлки аңына килер...
Бер-ике сәғәт үттеме-юҡмы, ул шылтыратты:
– Беләһеңме Сабир кемгә киткән?– ярһығайны, саҡ ҡысҡырмай трубкаға. – Киленгә бит!
– Аңламаным... Ниндәй киленгә... Сабинағамы?
– Эйе... – Мәҙинә иларға иткәндәй тойолдо. – Килешеүгә ҡул ҡуйырға нотариусҡа барғас, сиратҡа баҫтыҡ. Сабир минән күҙен дә алмай, тултырып ҡарай. Мине бөлөнөп, илап килер, тип уйлағайны, шикелле. Тапанып торҙо-торҙо ла, асыуланып: “Нишләп кемгә китеүемде һорамайһың?” – ти. Эстән янһам да, битараф ҡына тауыш менән, ә миңә барыбер, тинем. Оторо ҡарайып: “Мин Сабина менән йәшәйем”, – тигәйне, саҡ стена буйлап шыуып төшмәнем. Күҙ алдарым ҡараңғыланып, стенаға йәбештем: “Яңғыҙ ҡатын-ҡыҙ менән донъя тулған, нишләп тап уны һайланың? Теләһә кемгә китер инең, тик уға түгел”, – тип саҡ телемде әйләндереп әйтә алдым. Нотариусҡа саҡырғайнылар, иҫерек кеүек сайҡалып, килешеүҙе уҡый ҙа алмай, йәһәтерәк ҡул ҡуйҙым да, такси яллап, ҡайттым. Нишләп ул Сабинаға әүрәгән, ә? Хәҙер ата-әсәйемә был турала нисек әйтергә? Ә һин беләһеңме, мин бит, балалар хаҡына кире ҡайт, әгәр ҙә берәй ғәйебем булһа, әйт, төҙәлермен, үҙгәрермен, тип, Сабир алдында теҙләнеп торорға ла риза инем. Сабина менән йәшәүен әйткәс, әлдә йөҙ һыуымды түкмәгәнмен, тип йыуандым.
Шаңҡытҡыс хәбәрҙе ишетеп, Мәҙинәнең ата-әсәһе тәгәрәп ауырып китә. Кем бындай хаяһыҙлыҡты, икеләтә хыянатты көтһөн? Ата-әсәйемә бер-бер хәл булып ҡуймаһын, тип ҡурҡҡан Мәҙинәгә тағы ла илар урынға көлөргә, төшөнкөлөктө өмөткә алыштырырға тура килә. “Әсәй, беҙ һинең яҡлы, теләһәң, атай менән башҡаса һөйләшмәйбеҙ ҙә”, – тигән балаларына, эште олоға ебәрмәгеҙ, бер нигә ҡарамаҫтан ул һеҙгә атай булып ҡала бит, тип яуаплаған ҡатынға һәйкәл ҡуйырлыҡ. Ошонан һуң ике-өс ай ҙа үтмәне (ҡупҡан хис-тойғолар урынына ултырып бөтмәгәйне әле), башҡаса килмәйем, тип өйөнән сығып киткән Сабир Мәҙинәгә, килергә мөмкинме, һөйләшергә ине, тип шылтыратты. Һин миңә әйтә торған һүҙеңде әйттең, мине онот, тип Мәҙинә трубканы һүндерә... Хәтере ҡалып, тәүҙә ныҡ торһа ла, тора-бара йомшарҙы, Сабиры менән осрашты. Һинһеҙ, балаларһыҙ йәшәй алмайым, кире ҡайтырға рөхсәт ит, тип инәлгән ирен йәлләп, балалар хаҡына кисерҙе. Нишләп айырылышырға уйлағанын Сабир аңлата ла алманы: “Әллә нимә булды ул, әйтерһең дә, икенсе кеше минең менән идара итте, башым бөтөнләй эшләмәгән һымаҡ ине... Әллә нисек әүрәтте бит, аң томаланды”.
– Сабина беҙҙә йәшәгәндә иремдең йүнсел, яҡшы холоҡло икәнен күреп, үҙенә ҡаратмаҡсы булғандыр, – тип көйөүҙәре менән уртаҡлашты Мәҙинә. – Йәш, дәртле ҡатын иремде төрлөсә ымһындырған, ә мин, һуҡыр, бер нәмә лә күрмәй, тыныс ҡына йәшәп тик ятҡанмын. Сабирҙы килен сихырлаған ул, ысын әйтәм. Ғүмерҙә бер ҡатынды күҙенә элмәгән Сабир тиктән-тиккә миңә хыянат итә торған кеше түгел. Диван артында, ишек баштарында әллә нисә энә таптым. Уларҙы мин ҡаҙаманым, балаларҙың унда буйы етмәй, шул Сабинаның ғына эше.
Ирен кисерһә лә, Мәҙинә, бында бар нәмә һинең хыянатты иҫләтеп торасаҡ, Сабина менән бер ерҙә ҡала алмайым, йәшәү урынын алыштырайыҡ, тигәс, ире һис бер һүҙһеҙ ниәтен күтәреп алды. Бар нәмәләрен тиҙ арала уңайлы ғына һатып, күсеп киттеләр. Хәҙер икенсе ҡалала гөрләтеп йәшәйҙәр: Сабир эшкә төшкән, Мәҙинә өйҙә ултыра, үҙемде ҡарайым, тип көлә. Шундай матур кешеләрҙе йыш күреү, яҡындан аралашыу бәхетенән мәхрүм иткән килендәренең күләгәһен хәтергә төшкән һайын әрләп алам: “Ҡайнағаңдан башҡа һиңә ир бөткәйнеме ни?! Хәҙер һинең арҡала нисек үҙ кешеләргә ышанырға?”
Баныу ҠАҺАРМАНОВА.

* Исемдәр үҙгәртеп алынды.

Сығыу ваҡыты 18-03-2016, 14:06 | Ҡаранылар: 1584
|
  • Нимә булды һуң? (Бер йәш ҡатындың һөйләгәне буйынса)
  • Мәҙинә
  • Мөхәббәтме әллә иҫәпме?
  • Күңел яраһы
  • Кеҫә телефонына − мәҙхиә
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM