НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Артыҡ көнсөллөгөм арҡаһында үҙ бәхетемде үҙем емерҙем

Артыҡ көнсөллөгөм арҡаһында үҙ бәхетемде үҙем емерҙем




Мин килеп инеү менән шул әйберҙәрҙе ҡосаҡлап алып сығып, ихаталағы батҡаҡҡа ырғыттым. Ҡыҙыулығым менән ул ҡатынҡай­ҙың үҙенә барып йәбештем. Ул, әлбиттә, бындай хәлде көтмәгәйне, ҡысҡырып иларға тотондо. Бөтә тәне дер ҡалтырап тора. Мин уның һайын ярһыным. Хәйҙәр урынынан ырғып тороп, өҫтәл аша үрелеп, мине эләктереп алды. Ҡулдарымды артҡа шаҡарып тотто ла: “Ғәфү үтен! Хәҙер үк ғәфү үтен!” – тип екер­ҙе. Хәҙер! Бер фәхишәнән ғәфү һорап торормон! Нисек итһәм итеп, Хәйҙәрҙең ҡосағынан ысҡындым да, әйләнеп тороп… иремдең битенә ласҡылдатып төкөрҙөм.


Артыҡ көнсөллөгөм арҡаһында үҙ бәхетемде үҙем емерҙемЯл көнө телефон шылтырай.
– Өйҙәһең икән, – ти теге остағы тауыш. – Сәй эсергә кил. Бәлеш һалғайным.
Эштең бәлештә генә түгеллеген самалап өлгөргән мин, ҡырҡ эшем ҡырылып ятһа ла, киттем. Тауышы үтә бошонҡо күренде танышымдың, юҡҡа ғына саҡырмайҙыр.
– Һәйбәт иттең әле килеп, – тип ҡаршыланы апай. – Эсем бошоп аптырата.
– Көҙ бит.
Ошонан артыҡ һүҙ таба алмаған мине, ул әйҙүкләп аш бүлмәһенә саҡыра. Оло ҡунаҡ көткәндәй итеп мул табын әҙерләгән үҙе. Ашы, бәлеше бешкән. Тәмле еҫтәр танауҙы ҡытыҡлай.
Мин инде, гөл ене ҡағылған кеше, тәҙрә төбөндәге матурлыҡҡа ҡапланам:
– Ботаҡтан үҫәме былар, Рәмзиә апай?
– Оҡшаһа, һауыты менән алыр­һың. Тотош бирәм.
– Кешегә үҙ өйөңдән һауыты менән гөл бирергә ярамай, ти, бит ул.
– Ни ярағанын, ни ярамағанын элегерәк белһәмсе, һеңлекәш…

Мин аптырап ҡалам. Гөл ҡайғыһы китә. Йәһәт кенә табын артына ҡунаҡлайым. Әллә нисек эш бошор­ғос итеп әйтте бит һүҙҙәрен! Бындай сағын әлегәсә күргәнем юҡ ине әле. Ғөмүмән, уны бәхетле ҡатын итеп белә инем. Таныштарым араһында ундайҙар бөтөнләй юҡ, хатта оҡшағаныраҡтарын да табып булмаҫ ине. Үҙ-үҙен тотошо, һөйләшеүе менән бүтәндәрҙән айырылып тора был апай. Донъяһы ла үҙенә генә хас бер нур бөркә. Кейгән кейеме килешле, өҫ-башы һәр саҡ ҡараулы. Тормошо ла бер генә көйгә көйләнеп, үҙ яйына аға. Ул бер ҡасан да бәргеләнмәй, һуғылмай, бер сиктән икенсеһенә ташланмай, үҙе генә белгән урталыҡты тотоп йәшәй. Тотош донъя уның тирәләй әйләнһә лә, ығы-зығыға ҡушылып сәбәләнмәй, тынлыҡта ҡала бирә. Ул хатта ауырығанда ла матур итеп ауырый белә кеүек. Апай ише сабыр, күркәм һәм аҡыллы ҡатындарҙы бөтөнләй осратҡаным юҡ. Нисәмә рәт үҙемә урын тапмай бәргеләнгәнемдә уның бер һүҙе, бер ымы күңелемде имләр булды. Ул дөрөҫ йәшәй һәм тормоштоң бөтә һорауына дөрөҫ яуапты ла нәҡ ул ғына белә тип ышандым. Һәм тағы ла…. Бәхетле ҡатын икәнлегенә ышандым. Ә бөгөн килеп мин уның иң бәхетһеҙ сағына юлыҡтым.

Һауыт-һаба сайырға тотоноуым менән, Рәмзиә апай ипле генә итеп шелтә ташлай:
– Сит кешелә һауыт-һаба ла йыуырға ярамай ул, һеңлекәш.
– Һеҙ сит түгел дә, – үҙем һаман уның кәйефен көйләү өҫтөндәмен. – Ни була икән?
– Әлләсе. Уныһын белмәйем. Шундай тыйыу бар. Хәйер, ундай тыйыуҙар күп инде ул. Ҡасандыр уларҙы бөтөнләй һанға һуҡмай инем, аҙаҡ килеп, ышана ҡуйҙым. Хәҙер иһә үҙемдән “Сабырлығыңды юйма – яңғыҙ ҡалаһың” тигәнен дә өҫтәр инем. Бер иҫәрлек арҡаһында минең ише япа-яңғыҙ тороп ҡалғандар бармы икән ер йөҙөндә? Юҡтыр.
Рәмзиә апай менән төпкө яҡҡа сығып ултырабыҙ. Ул шкафтан бәрхәт тышлы ауыр фотоальбомды һөйрәп сығарып, алдыбыҙға һала. Тәүге биттәге аҡлы-ҡаралы фоторәсемдән беҙгә сибәр ир ҡарай.
– Бына Хәйҙәр ағайың.

Был фото үҙе лә, апай атаған әлеге исем дә миңә бер ни хаҡында ла һөйләмәй әле. Рәмзиә апайҙың яңғыҙ йәшәгәнен беләм. Ире менән йәш саҡтарында уҡ айырылышҡандар. Ошонан артыҡ бер ни ҙә белмәйем. Айырылған­дармы – айырылғандар. Бер улармы ни, ундайҙар етерлек. Тормош бит, төрлө хәл була. Яңғыҙ йәшәүенең сәбәптәрен төпсөнөп ултырғаным булманы, үҙе лә был хаҡта һүҙ ҡуҙғатманы ул. Әле килеп, миңә күңелен асҡыһы килгәнен һиҙеп торам.

– Ирегеҙме, Рәмзиә апай?
– Эйе, – ти ул, – ирем ине. Күптән инде башҡаныҡы. Үҙем сығарып ебәрҙем уны. Һин дә мин йәшәп ятҡан ерҙән.
Әлегә бер ни аңламаһам да, сабыр ғына һүҙ ялғаныуын көтәм.
– Сығып китте лә, шул китеүҙән ҡайтманы.
– Ә һеҙ?
– Мин утыҙ йыл инде яңғыҙ. Бына бөгөндән утыҙ беренсе йыл китә инде.
Уның эс бошоу сәбәбен аңлап ҡалам. Тимәк, ағай утыҙ йыл элек тап ошо көндө сығып киткән була.

– Ошондай уҡ эс бошорғос көҙгө көн ине ул. – Әңгәмәләшем теге фотонан айырылмай ғына һүҙ башлай. – Юҡ, бөгөнгөнән һыуығыраҡ ине. Рашҡы яуа ине бит. Эштән төшкө ашҡа ҡайтһам, Хәйҙәр бер ҡатын менән сәй эсеп ултыра. Бик етди генә итеп һөйләшәләр. Ара-тирә көрһөнөштөрөп тә алалар. Ишек төбөндә – ҡатын-ҡыҙ итеге, элгестә кейеме менән сумкаһы эленгән. Мин килеп инеү менән шул әйберҙәрҙе ҡосаҡлап алып сығып, ихаталағы батҡаҡҡа ырғыттым. Ҡыҙыулығым менән ул ҡатынҡай­ҙың үҙенә барып йәбештем. Ул, әлбиттә, бындай хәлде көтмәгәйне, ҡысҡырып иларға тотондо. Бөтә тәне дер ҡалтырап тора. Мин уның һайын ярһыным. Хәйҙәр урынынан ырғып тороп, өҫтәл аша үрелеп, мине эләктереп алды. Ҡулдарымды артҡа шаҡарып тотто ла: “Ғәфү үтен! Хәҙер үк ғәфү үтен!” – тип екер­ҙе. Хәҙер! Бер фәхишәнән ғәфү һорап торормон! Нисек итһәм итеп, Хәйҙәрҙең ҡосағынан ысҡындым да, әйләнеп тороп… иремдең битенә ласҡылдатып төкөрҙөм.
Ул баҫҡан ерендә ҡатып ҡалды. Бер һүҙ ҙә өндәшмәне.

Теге ҡатын тиҙ генә муйынындағы яулығын сисеп алып Хәйҙәрҙең битен һөртөргә тотондо. Был мине сығырымдан сығарҙы. Өҫтәлдәге һауыт-һабаны иҙәнгә һыпырып төшөргәнсе, уның битенә сәй һибеп өлгөрҙөм.

Улар сығыу яғына ыңғайлағас, газ плитаһы өҫтөндәге ашлы кәстрүлде шул яҡҡа елләнем. Бола өйҙә һеңгәҙәп ултырҙым да, эшкә киттем. Эш бүлмәһендә минең менән йә­нәш ултырған ҡыҙ аптырап ҡаршы алды. “Итәгегеҙгә ниндәй сәс йә­бешкән ул?! Рәмзиә Хәлитовна?” – тигәненә ҡараһам, бер йолҡом сәс йәбешеп тора. Теге ҡатындыҡы.

Кис ҡайтып, өйөмдө йыйыштыр­ҙым да, Хәйҙәрҙе көтә башланым. Ҡайтыр, хәстрүш, ҡайҙа барһын ул? Минән башҡа кемгә кәрәге бар? Тик ул ҡайтманы. Бер, ике көн, бер аҙна, бер ай үтте. Һуңынан ҡайтып, әйберҙәрен йыйҙы ла, хушлашып сығып китте. Мин өндәшмәнем. Асыуы баҫылғас, әйләнеп ҡайтырына ныҡлы ышана инем. Үҙемә лә артыҡ ныҡ ышандым. Йәнәһе, минән дә сибәр, уңған һәм яҡшыраҡтар ер йөҙөндә юҡ!

Ирем шул китеүҙән ҡайтманы. Ғәфү итә алманы ул. Итерлек тә булмағандыр, ғүмер буйы бүтән ҡатындарҙан көнләп йонсоттом. Урамдағы бағана янында баҫып торһа, шул да миңә ҡатын булып күренде. Ирем менән иҫәнләшеп, һөйләшеп киткәндәрҙең барыһы ла минең өсөн фәхишә ине. Сибәр иргә барҙым да, бәпкәһен ҡыҙ­ғанған ҡаҙҙай, ыҫылдап тик йөрөнөм. Үҙемә тоғро икәнен белһәм дә, бүтәнгә китеп ҡуймаһын тип шулай ҡыландым.

Был хәлдән һуң нисәмә тапҡыр ғәфү үтенеп янына барҙым, һүҙе бер булды: “Йөҙөмә төкөрҙөң! Нахаҡҡа рәнйеттең!” Үҙем ғәйепле инем. Иремдең абруйын төшөр­ҙөм, кеше алдында мыҫҡыл иттем бит. Ике йылға яҡын яңғыҙ йәшәне лә, бүтәнгә өйләнде Хәйҙәр. Бына тигән ҡатын алды. Өс балалары булды. Минең бер бөртөк улымды ла ташламанылар, өйҙәренә алып ҡайтып йөрөнөләр. Ирем улы менән гел ситтә осрашты, тупһама аяҡ баҫманы.

Иң үкенеслеһе шул булды: теге саҡта өйөбөҙҙә сәй эсеп ултырған ҡатындың кем икәнен белдем. Хәй­ҙәрҙең ун йыл күрмәгән курсташы булып сыҡты. Ул сирле улын беҙҙең дауаханаға килтергән булған икән. Ирем менән шунда осрашҡандар. Малайҙың үҙен урынлаштырып, кәрәкле ҡағыҙҙар әҙер булғансы, ағайың танышын беҙгә алып ҡайтып торған. Быларҙы миңә улым һөйләне.

Апай бәрхәт тышлы альбомды япты ла, тынып ҡалды. Минең күңелде иһә әллә ниндәй аңлайыш­һыҙ тойғолар биләп алды. Уй­ҙарына бирелеп күпмелер ултыр­ғас, ул яңынан телгә килде: “Бе­ләһеңме, ошо оҙаҡ утыҙ йыл буйы мин битлек кейеп йәшәнем. Илағым килгәндә, ҡысҡырып көлдөм, бәхетле булып күренергә тырыштым. Иремдең алған ҡатыны сабыр, ипле тип һөйләнеләр, мин дә уға оҡшарға тырыштым. Үҙ өҫтөмдә эшләнем. Ярһыулығымды баҫтым. Тулыһынса үҙгәрҙем. Тик кем өсөн? Иҫәрлегем арҡаһында тормошом селпәрәмә килде. Их, үкенәм! Ирем мине ғәфү итмәне, ә теге курсташы ғәфү итә алдымы икән? Уны эҙләп, аяҡтарына йығылғым килде, килеп сыҡманы. Мин унан гәзит аша булһа ла ғәфү үтенгем килә. Беҙҙе лә, үҙен дә таныр ул. Булдыра алһа, берүк кисерһен! Иптәшемде үлеп яраттым бит, бары шул ғына”.
“Бары шул ғына” … Аңлап торам, был һүҙҙәрҙе апай үҙен аҡлау өсөн әйтте. Тик мин уларҙы ҡабул итмәнем. Итә алманым. Көнсөлдәрҙе осратҡаным булды. Уларға ауырыу­ҙарға ҡараған кеүек ҡараным. Үлеп яратҡаным да булды, тик берәүҙең дә йөҙөнән көлөп, күңелен рәнйетмәнем.

Танышым менән хушлашып, ҡайтыр юлға сыҡтым. Көҙгө ямғырҙан һуң ҡарайып ҡалған донъя тағы ла шыҡһыҙыраҡ булып күренде.

Бындай әшәкелек тураһында яҙырға ҡулым бармаҫ, тигәйнем. Яҙҙым. Һәр кемдең хата-яңылыштарға хоҡуғы булғандай, уларҙы төҙәтергә лә хаҡы бар бит.

Әле генә мине оҙатып ҡалған таныш апайға ҡарағанда, бер белмәгән теге ҡатын күңелемә яҡынай­ғайны инде. Ағайҙы ла артыҡ ғорурлыҡта ғәйепләй алмайым. Үтә ғәрсел һәм намыҫлы кешелер, моғайын. Тик көслөләр генә ғәфү итә, көсһөҙҙәр кисерә алмай, тигән һүҙҙәр барлығын беләм. Ни эшләп­тер әлеге осраҡта улар тап килмәгәндәй тойола. Әйтеү генә анһат. Үҙемде лә нахаҡҡа рәнйетеүселәр булды. Мин дә ғәфү итә алманым. Күңел яраһы бик оҙаҡ төҙәлә шул йә бөтөнләй төҙәлмәйенсә ҡала.

Апайҙың көршәге-ние менән тоттороп сығарған гөлөн яҡындағы сүплеккә ултыртып, ары атланым.

Лена ХӘЙРУЛЛИНА.
Мәләүез ҡалаһы.

(Исемдәр үҙгәртеп алынды).

Сығыу ваҡыты 20-11-2015, 11:58 | Ҡаранылар: 1903
|
  • БӘХЕТ БАР УЛ, БАР УЛ БӘХЕТ!
  • Тормош күренештәре
  • Балдай татлы… вазелин
  • Иремдең һөйәркәләре менән ярышып үтте ғүмерем
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM