RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » 777 номерлы машина һөйөү бүләк итә

24.10.2015 777 номерлы машина һөйөү бүләк итә

йәки Рафаэль Ғәйнуллиндың кәләшле булғаны.

777 номерлы машина  һөйөү бүләк итә Салауат башҡорт дәүләт драма театры бергәләп ижад итеүсе ғаилә парҙарына бай. Шуғалыр ҙа театр иң көслөләр­ҙән һанала.Тормошта ла, сәхнәлә лә ҡулға-ҡул тотоношоп барыусы йәштәрҙең ижады ырамлы, ғаиләһе матур булырына һис кенә лә шик юҡ. Бер-береһен аңлап, ауыр саҡта терәк булып, ижадтан йәм табып йәшәүселәр ижадта ғына түгел, тормошта ла өлгө булырлыҡ.
Күптәргә “Ҡош юлы” проекты аша таныш йырсы-бард, ижадсы Рафаэль Ғәйнуллин ҡатыны Рәмзиә Мәҡсүтова менән тап ошо театр сәхнәһендә яңынан-яңы образдар тыуҙыра, ижад итә. Уларҙың бергәләп уйнағанын Әнғәм Атнабаевтың “Ул ҡайтты”, Ибраһим Абдуллин­дың “Эх, Өфө ҡыҙҙары”, Зиннур Сөләймәновтың “Конец игры”, Нәжиб Асанбаевтың “Ете ҡыҙ” спектаклдәрендә күрергә була. Ә Туфан Миңнуллиндың “Шулай булды шул” драмаһында улар улдары Тимерхан, ҡыҙҙары Хәҙисә менән бергә ҡатнаша. Атанан күргән – уҡ юнған, тигәндәй, балалары ла сәхнәгә тартыла: улдары вокал түңәрәгенә йөрөп, тәүге уңыштары менән һөйөндөрә. Ә Хәҙисәне, балалар баҡсаһының йондоҙсоғо, тип әйтергә була, дүрт кенә йәштә булыуына ҡарамаҫтан, һәр байрамда шиғыр, йыр, бейеү менән сығыш яһарға өлгөрә. Тормошта Рәмзиә – уңған хужабикә, төрлө күлдәк тегергә ярата, айырыуса ҡыҙы өсөн тырыша. Ғаилә башлығы балыҡҡа йөрөргә ярата, йырҙар ижад итә.
Рафаэль менән Рәмзиә икеһе лә ябай, хәҙергесә итеп әйткәндә, крәҫтиән ғаиләһендә тыуып үҫкән. Егет – Күгәрсен районының Яҡшымбәт ауылынан. Рәмзиә – Йылайыр һылыуы, күмәк ғаиләлә иркәләнеп кенә үҫкән берҙән-бер ҡыҙ бала. Танышып, дуҫлашып китеүҙәренә Өфө дәүләт сәнғәт академияһы һәм бер ырым сәбәпсе булған икән.
– Икенсе курстың башы ине, әхирәтем менән урамға сығып барған саҡта Өфө дәүләт сәнғәт институты фойеһында гитарала уйнап, йырлап ултырған егеткә иғтибар итә ҡуйҙым, – тип һөйләй Рәмзиә. – Дим Мәннәндең йырҙарын яратам, шуға күрә гитара тотҡан егеттәргә айырыуса ҡыҙыҡһыныу көслө була торғайны. Моңло тауышы, төҫкә матур булыуынан тыш, ҡарашы, йылмайыуы күңелемә яҡын булып китте. Имтихандарға барған саҡта үҙ-үҙемә бер ырым уйлап тапҡайным, был юлы ла уны һынап ҡарамаҡсы булдым. Әгәр ҙә, дөйөм ятаҡҡа ҡайтып еткәнсе 777 номерлы машина осраһа, ул егет миңә бәхет килтерәсәк, тип яҙмышымды юрап ҡуйҙым.
Ышанаһығыҙмы, юҡмы, 500 метр араны үткәнсе бындай номерлы өс еңел машина осраны. Ул саҡта кейәүгә сығыу тураһында уйҙа ла юҡ, бары тик танышыу, аралашыу, дуҫлашыу хаҡында ғына хыяллана инем. Күп тә үтмәне, уҡытыусылар тәүге курс студенттарын беҙҙең менән таныштырыр өсөн ике төркөмдө берләштереп, дәрес үткәр­ҙе. Ошо көндән һуң танышып, аралашып киттек.
Бәлки, кем белә, 777 номерлы машина осрамаһа, Рәмзиә Ра­фаэлгә бер аҙ шикләнеберәк ҡарар ине. Ни тиһәң дә, ҡатын-ҡыҙ ырымдарға ныҡ ышана бит ул. Йәштәр биш йыл дуҫлашып йөрөгәндән һуң ғаилә ҡорған.
Рәмзиә әйтеүенсә, ошо ваҡыт эсендә егет уның өсөн әллә күпме йыр йырлаған, сәскә йыйған, батырлыҡ эшләгән. Таңғы сәғәт алтыла килеп серенада йырлап тороуын бүлмәләш ҡыҙҙары һаман да иҫләп, көлөшөп ала. Туғыҙынсы ҡатта йәшәгән Рәмзиә бер ни белмәй, ишетмәй йоҡлап ятҡас, йырлап арыған, аптыраған егет ҡыҙға телефондан шылтырата башлай. Ҡыҙ йәбештерелгән тәҙрә аша йырҙың һүҙҙәрен ишетмәгәс, кейенеп, егет янына төшөп китә һәм йәштәр дәрес башланғансы Аксаков исемендәге ял баҡсаһында йырлашып ултыра.
Егет, ҡыҙға тәҡдим яһап, ыңғай яуап алғас та ата-әсәһе менән таныштырыр өсөн ауыл­ға алып ҡайта. Ҡапҡа төбөндә теҙелешеп торған еңгәйҙәрҙе, инәйҙәр­ҙе, күрше-күләнде күреп, улар аптырау­ға ҡала, буласаҡ килен хатта ниңә килгәненә лә үкенә башлай. Буласаҡ ҡәйнәһе уны тәү күрешкәндә үк үҙ ҡыҙылай итеп ҡосаҡлап яратҡас ҡына тыныслана төшә, башҡалар менән дә ихлас күңелдән аралаша башлай.
Рәмзиә егете уҡыуын тамамлағансы ике йыл Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында эшләп өлгөрә, әммә мөхәббәте хаҡына баш ҡаланан баш тартып, декабристар ҡатындарына хас булған ҡыйыулыҡ менән Салауат ҡалаһына юллана.
– Рәмзиәнең Өфөнө ҡалдырып килеүен, ысынлап та, оло батырлыҡҡа тиңләйем. Беҙ уҡырға ингәндә үк үҙебеҙҙең ошо театр өсөн йыйылған махсус курс икәнен белдек, дүрт йыл белем алған осорҙа тығыҙ бәйләнеш тоттоҡ. Уҡыуҙы тамамлағас, курсташтарҙың күбеһе бында килде, дуҫтарса аралашып йәшәүҙе дауам иттек, – тип һөйләне Рафаэль ҡатынының был аҙымы хаҡында. – Салауатҡа килеү минең өсөн оло шатлыҡ булды: атай-әсәйемә яҡын йәшәйбеҙ, ауыл яғына йыш ҡайтырға мөмкинлек булды. Ә Рәмзиә Милли йәштәр театры өсөн әҙерләнгән курста уҡыны, уңышлы ғына эш башлап өлгөрҙө. Әхирәт­тәре, дуҫтары Өфөлә ҡалды, яҡын кешеләре араһынан янында мин генә булдым. Оло ҡалалағы оло мөмкинлектәрҙән баш тартып, минең менән ошо ҡалаға юлланыуы уның өсөн ғаилә ҡиммәттәре тәүге урында тороуын иҫбатланы.
– Ә мин быны ундай ҙур батырлыҡҡа тиңләмәҫ инем. Ғаилә тормошо, балалар, яңынан-яңы ролдәр Өфөнө һағынып, үкенеп ултырырға форсат бирмәй. Сәхнә ярат­ҡан кешегә уның ҙурлығы, ниндәй ҡалала булыуы мөһим түгел, – тип уға ҡаршы төштө Рәмзиә. – Эшкә килеү менән театр етәкселеге дөйөм ятаҡтан бүлмә биреп, торлаҡ проблемаһын хәл итергә ярҙам итте. Түләп тороуға ҡарағанда үҙ мөйөшөң булыу күпкә уңайлыраҡ бит. Ә ирең менән бергә эшләгәндә күпкә еңел. Өйҙәге проблемалар, тиҙ арала хәл ителгәнгәме икән, эшкә эйәреп бармай. Ә бына эш тураһында өйҙә лә йыш һөйләшеп торабыҙ, репетициялар яһайбыҙ. Пьесаны уҡып сыҡҡас та, репетициялар мәлендә лә, премьера үткәс тә фекер алышабыҙ, ҡараштар тап килмәгән осраҡта бәхәсләшәбеҙ ҙә.
Рәмзиә менән Рафаэль бер осор­ҙа икеһе лә театрҙан ситләшеп ала. Тәүге балалары тыуғас, йәш әсә – декрет ялына, ә ғаилә башлығы матди хәлде яҡшыртыу маҡсатында, икенсе һөнәрҙе үҙләштереп, аҡсалыраҡ эшкә күсә. Әммә театр­ҙың тартыу көсө күпкә көслөрәк булып сыға: ике йылдан һуң ғаилә пары ҡабат сәхнәгә ҡайта. Артист һәләте күптәргә бирелә, әммә театр­ҙа, ижади коллективта эшләү өсөн айырым бер талант талап ителә. Киләсәктә улар ижадтан ситләшмәй генә, сәхнәгә яңы ролдәр сығарырға, ижад менән йәшәргә ниәтләй. Рафаэль кинола уйнап ҡа­рарға, ә Рәмзиә сәхнәлә классик образ башҡарырға хыяллана. Улар сәхнәлә бергәләшеп уйнарға яратыуҙарын йәшермәй.
– Тормоштоң һәр этабы үҙ мәлендә үтергә тейеш. Ҡайһы бер өйләнмәгән дуҫтарыма ҡарайым да, йәшәүҙән ниндәй мәғәнә табалар икән, тип аптырауға ҡалам. Улым тыуған саҡта миңә 22 йәш ине. Ауырлыҡтарға йәиһә карьера эш­ләүгә һылтанып, ғаилә ҡороуҙы кисектерергә кәрәкмәй. Яратҡан кеше, һис шикһеҙ, ошо ауырлыҡ­тар­ҙы бергәләп үтергә ризалашасаҡ, – тине Рафаэль хушлашҡан саҡта.
Эш көнө тамамланғас та Рәмзиә өйгә ашыға: балалары, ире өсөн йылы аш әҙерләй­һе бар. Ә балалар баҡсаһына йөрөгән Хәҙисәне атаһы алып ҡайтасаҡ. Кисен тағы ла эшкә: Салауат тамашасылары бөгөн дә уларҙың бергә уйнағанын күреп ҡыуанасаҡ.

Гөлнур ЮЛДАШЕВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»