НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Надя-Нәзирә



Әсәйҙәре бер көндән дә, аҙна торғас та ҡайтмай. Күпмелер ваҡыт үтеүгә, Янһарыла яртыһы медпункт, яртыһында та­уыш­һыҙ кино күрһәтелгән бер йортҡа килтерәләр етемдәрҙе. Был ваҡыт аслыҡтан Әҡсән үлгән була. Өммиһанмы, Би­биһанмы инәй көн дә бер бөртөк кенә картуф килтереп тора – шул астан үлмәҫкә етә.


Надя-НәзирәПосылканы асып та тормайынса, донъя таҙаларға кереште Зөлхизә. Бала­лары ҡулына эш тейҙермәй, шулай ҙа йышаһы, елләтәһе байтаҡ эше бар. Унан арыу итеп йоҡоһон туйҙырып алыр. Белә инде: посылкаһы артынса уҡ “тып” итеп үҙе лә килеп төшәсәк Төркмәнстандағы Нәзирә апаһы. Шунан көнөң тик вертикаль хәлдә генә үтә – үҙе лә тиктормаҫ, башҡаға ла тынғы бирмәҫ апаһы эшен табып ҡына торор. Һис юғы:
– Зулхиза, бэшэрэнайэк! – тип булһа ла, осаһына ултырғыс төҫө күрһәтмәҫ.
Төштән һуңға буйтым булып, хәл алырға була, диванына тәгәрәне. Торғас та һалма йәйеп ҡырҡып, ҡуҙ самауырын ғына йышып ҡуйһа, ҡалғанын теүәлләгәндәй булды Зөлхизә.
Талсыҡҡан тәненең иҙрәп барыуын тойоп, күҙен йомдо. Теләгәнсә булманы – Нәзирә апаһының һөйләгәндәре, нисәнсе ҡат инде, кино таҫмалары кеүек күҙ алдынан үтте.
...Урындыҡ өҫтөндә аяғын ҡосаҡлап ултырған дүрт йәшлек ҡыҙ күҙ йәштәре аша әсәһенә инәлеп ҡарай:
– Әсәй, китмә! Ташлама беҙҙе.
Ишек тотҡаһына үрелгән әсә башын бормайынса ғына:
– Мин һеҙҙе ҡарай алмайым, – ти ҙә, тышта көтөп торған иптәше янына ашыға. Нәзирә, һулҡылдап илай-илай, урындыҡҡа төкәтеп эшләнгән өҫтәлгә менеп баҫып, ҡыш селләһе биҙәктәр һалған туң тәҙрәне тыны менән иретеп, Янһарының Йөҙәкәй тауына менеп барған әсәһенең артынан оҙаҡ ҡарап ҡала. Урын буйын ҡыҙырып йөрөгән йәш ярымлыҡ Әҡсән генә, бер ни ҙә аңламай, апаһы янына өҫкә менергә була, ынтыла ла ҡолап төшә иҙәнгә.
Һырғалаҡ шыуып йөрөгән өлкән улы Таңатарҙың ҡайтып еткәнен дә көтмәй, ҡыш өҫтөндә бер ризыҡһыҙ һалҡын өйҙә ҡалдыра балаларын Ғәйникамал. Һуғышҡа саҡлы үлеп ҡалған ире Атаулланың тәүге ҡатынынан тыуған улдары Мансур менән Аллаяр һуғышта, Хәсәне, тамаҡ байына, Иҫке Собханғолда кешегә ялланып йөрөгән була был мәле.
Өйҙәге тауышты ишетеп йүгереп килеп ингән Таңатар:
– Илама, һеңлем. Әсәй кире ҡайта бит ул, – тип йыуатҡан була. Ошоғаса үҙ йүнен үҙе күреп йәшәгән Хәсән ҡайтып инеп, алып ҡайт­ҡан бер бөртөк картуфын туғандарына өләшә, үҙе, төкөрөктәрен йотоп, ҡарап ултыра.
– Ашағыҙ, – өлөшөн семтеп ҡабып ҡарай ҙа Нәзирә, тоҙһоҙ булғас, ашай алмай (һәр хәлдә үҙе шулай иҫендә ҡалдырған, юҡһыныу тойғоһон аңламай бәләкәс).
Әсәйҙәре бер көндән дә, аҙна торғас та ҡайтмай. Күпмелер ваҡыт үтеүгә, Янһарыла яртыһы медпункт, яртыһында тауышһыҙ кино күрһәтелгән бер йортҡа килтерәләр етемдәрҙе. Был ваҡыт аслыҡтан Әҡсән үлгән була. Өммиһанмы, Бибиһанмы инәй көн дә бер бөртөк кенә картуф килтереп тора – шул астан үлмәҫкә етә.
Райондан ат менән сана табып килтергәнсе ошонда яталар. Унан үҙе лә үҫмер генә Хәсән ағаһы Мырҙабаевтар: Булат, Йомабикә, Ғәбиҙә, Таңатар, Нәзирәне, уларға ауылдан шыпа етем ҡалған тағы ике баланы ҡушып, аҫтарына бесән түшәп, бөтәһенең өҫтөнә бер юрғанды арҡан менән ат санаһына ҡуша сырмап, Иҙел буйлап Байназар детдомына алып китә. Юрған аҫтында Ғәбиҙә ҡоҫа башлай.
– Ағай, ятып булмай, һаҫыҡ. Юрғанды ас!
– Түҙегеҙ инде. Асһам, кейемегеҙ юҡ бит, башығыҙ өшөй.
Ҡарандарҙан сана аҫтына шаптырлап һыу инә, юрған аҫтындағы ҡоҫҡолоҡ тын алырға бирмәй – ҡараңғыла ошо хәлдә килеп инәләр детдомға.
Байназар балалар йортонда ла хәлдәр шәптән түгел – ҡыҙылса, тиф, ҡысынма. Бында ла аслыҡ. Аяҡташ ятҡан Фәриҙәнең температураһы юғары, йыш ҡына иҫен юғалта. Бөтәһенән бигерәк бет ыҙалата (ни аҙаптыр, Нәзирә бер ҙә бетләмәй). Тау биттәре асылыуға яҡын-тирәлә ҡаҙып алып ашарлыҡ үлән дә ҡалмай.
Бер йәйҙе тәрбиәсе апайҙары 7 – 8 йәшлек өс ҡыҙҙы каникулға Янһарыға алып барып ҡалдырып китә. Нәзирәнең ағаһы менән еңгәһе ҡуна ятып Мәсемдә бесән эшләгән була. Аптыранған ҡыҙҙар береһенең инәһенә инә. Уныһы һалҡын ғына ҡаршы ала: “Бөгөн генә йоҡлағыҙ ҙа, йәшәтә алмам. Ағай-еңгәгеҙ тиҙ ҡайтмаҫ”, – ти. Иртәнсәк бөтәһенә бер телем икмәк биреп, Байназар детдомына туранан юл өйрәтеп, оҙатып ҡала.
Көндәрҙең көҙгә тартым мәлелер – өҫтәрендә йылы кейем булмаған ҡыҙҙар, өшөүҙән, ҡараңғынан ҡурҡыуҙан, ҡысҡырып илаша башлай. Араларынан береһе:
– Мин башҡаса атламайым, – тип ултыра төшкәс, уны һөйрәкләп, таң атыуға Тимер ауылына барып инәләр. Иртәнсәк бер өйҙә сәй эсеп, Нәби ауылы аша Байназарға баралар.
Тырышып уҡый Нәзирә, уҡытыу­сылары ла, тәрбиәселәре лә ярата үҙен. Гел “бишле”гә генә өлгәшкән ҡыҙ алтынсыла уҡып йөрөгәндә бишенсе дәрестә оҙаҡ итеп йоҡлап китә. Ипле итеп әйтеп тә, орошоп та ҡарайҙар – йоҡоһона баш була алмай. Иртән күҙен асҡанда детдом изоляторында ята.
– Мин бында ни эшләп ятам?
– Насар ауырыу менән ауырының. Тарих уҡытыусыһы күтәреп килтереп һалды. – Шәфҡәт туташы Валя укол һалып сығып китә.
Бик ҡайғыра ҡыҙ. Йыш булмаһа ла, өйәнәге ҡуҙғып, иҫен юғалтҡан саҡтар була. “өслө”ләре күренә башлай.
Ауылда паром янында 90 йәшлек бабай менән 86 йәшлек әбей йәшәгән була. Тәрбиәсе Зәлифә апайҙары эшкә сос ҡыҙҙы йыш ҡына ошо йортҡа иҙән йыуырға ебәрә. Донъяларын ялтлатып йыуып, ишек алдарын һепереп ҡайта гел генә Нәзирә.
– Ә-ә-й, ҡыҙым! Үҙең бәләкәй генәһең, ҡайһы тиклем эште атҡарып ташлайһың. Һуң минең балаларым, шул мәктәптә эшләгән уҡытыу­сы киленем бар бит ярҙам итергә, – тип әйтер була бабай. Бер барғанында күҙенә оҙаҡ ҡарап тора ла:
– Бигерәк насар ауырыу эләктергәнһең икән. Ә мин ул рәнйеүҙе бөтөрәм, – тип ҡуя.
– Ысынмы, олатай! Мин шәбәйерменме икән? Ә бөтмәһә...
– Бөтөр, ҡыҙым, бөтөр. Анауы йөрөгән һарыҡтарҙы күрәһеңме, быуаҙ береһе. Шуның игеҙ бәрәсе тыуһа, береһенә күсерәм сиреңде.
Оҙаҡламай бабайҙың игеҙ бәрәстәренең бөҙрәһе үлә. Шул көндән Нәзирә лә шәбәйеп китә.
Ҡыҙҙың ун йыл ғүмере Байназар балалар йортонда үтә. Донъялар бер аҙ арыулана башлағандай – кесе телгә йоҡмалы ҡара икмәк өлөш итеп бирелә башлай. Бала йәнле тәрбиәсе Бәғиҙә апайҙары икмәкте исрафламай ашау өсөн ысул уйлап таба – сепрәккә урап, аҫылмалы лампаның аҫтына элеп, бер аҙ тота бирһәң, семтеп ашағанда бөртөгө лә ыуалмай икән!
Балалар йорто ябыла тигәс, өлкән балаларҙы төрлө урындарға урынлаштырыу башлана. 1954 йылда тәрбиәсе Зарипова апай оҙатыуында бер иш майка, рейтуз, форма кейгән һигеҙ ҡыҙ (Зифа Зиянбаева (Янһары), Мөсәлиә Хафизова (Өфө яғынан), Линария Лотфуллина ла була) Белорет ҡалаһындағы ФЗО-ға баралар. Уҡыуҙар 20 ноябрҙә генә башланыр­ға тейеш – ҡыҙҙарҙы алты айға уҡытыусыларға, табип­тар­ға фатирҙарға бүлеп бирәләр. Нәзирә ире машинист булып эшләгән, ике ҡыҙы итәктә, өсөнсөһө ҡорһаҡта булған ябай башҡорт ғаиләһенә эләгә. Күпмелер ваҡыттан интеллигенция вәкилдәренә фатирға төшөүсе биш ҡыҙ Нәзирә йәшәгән йортҡа “күсеп” бөтә. Ҡара икмәккә сиратҡа хужабикәнең берҙән-бер бөртөк ойоғон, ботинкаһын, өҫ кейемен кейеп, алмашлап баҫалар. Ятыр урын-ер булмағас, ҡаҡ иҙәндә йоҡлап йөрөй­ҙәр. Хужаларҙың өлөшөн ун кешегә ғәҙел бүлешеп ашайҙар.
Ун ай ФЗО-ла уҡығандан һуң , 150 ҡыҙ, 150 егетте Сибай руднигына эшкә ебәрәләр. Барактарҙағы дүртәр кешегә бирелгән бүлмәләрҙе, һәр береһенә тәғәйенләнгән ка­рауат­тарҙы, уларҙағы аҡ йәй­мәләр­ҙе күреп, шаңҡып баҫып тора детдом балаһы.
... Ейәнсуранан хеҙмәттәш егетенә ҡунаҡҡа килгән һалдатты янһарылар өй беренсә йөрөтөп ҡунаҡ итә. Бер шулай, һүҙ эйәрә һүҙ сығып, ул ошо яҡтарҙан бер ҡатындың үҙҙәренең яғында йәшәүе тураһында әйтеп һала. Хәсәндең ҡатыны Маһиямал Нәзирәгә хәбәр һала: белеш әле, һинең әсәйең түгелме икән?
Нәзирә еңгәһе ебәргән адрес буйынса хат яҙып ебәрә Ейәнсураға. Йәш ҡыҙҙың ҡулы менән килгән яуап хатында Ғәйникамал Мырҙабаева исемле кешенең Үрген ауылында йәшәүе тураһында әйтелә. Түҙемһеҙлек менән йәйҙе еткереп, ҡыҙ 1958 йылдың июль айында ауыр сумаҙанын тотоп, Сибайҙан Ейәнсураға юллана. баш­ҡорт Үргененә ун кеше ултырған бортлы машинала иртәнсәк килеп етәләр. Һыбайлы ике малай мал ҡыуалап китеп бара.
– Малайҙар! Был ауылда Мырҙабаева Ғәйникамал тигән ҡатын бармы ул?
Бер һыбайлы, саптырып, ауылға ҡайтып китә, икенсеһе туҡтап тора. Оҙаҡламай ауыл яғынан арбалы бабай килеп (теге малайҙың олатаһын алып килеүе), Нәзирәне ултыртып, ауылға алып килә. Кемгә, ни сәбәптән килеүен һораша, шулай ҙа, башта үҙ өйөнә индереп, сәй эсерә. Инде бер аҙ хәл алғас, Ғәйникамалдың өйөнә илтеп ҡуя.
Һарай, мунса, ихатаһы иркен булған арыу йорт. Тулҡынланып, өй ишеген аса. Өҫтәлдәге сеүәтәгә өймәләм итеп аҡ ҡына ят ризыҡ (ошо йәшенә етеп йомортҡа тигән нәмәне күргәне лә булмаған) өйөлгән. Ҡалын ғына аҡ икмәк телеменә (уныһын да ҡала магазиндарында ғына күргәне бар) ҡуйы ҡаймаҡ яғып, өҫтәл башына ҡунаҡлаған ҡуҙ самауырын боҫратып, Ғәйни­камал күрше мәрйә ҡатыны менән сәй эсеп ултыра.
– Һеҙгә мөмкинме? – һаҡ ҡына һораша ҡыҙ.
– Кер, балам, – Ғәйникамалдың тауышы.
– Кем будешь? – Күрше мәрйә ҡатыны һорай.
– Мин Мырҙабаева Ғәйника­малды эҙләйем. Ул минең әсәйем була (Белоретта уҡып, Сибайҙа эшләп йөрөһә лә, руссаһы самалы һаман – башҡортса ғына әйтә Нәзирә).
– Әйҙә, ултыр, – Ғәйникамал шылып ултыра.
Сумаҙанын ултырта ла, түгелеп илап ебәрә ҡыҙ. Ғәйникамал, өндәшмәй, сәй һемереүен белә.
– Нишләп беҙҙе ташлап киттең, әсәй? Бер ата, бер әсәнән өс бала ҡалдыҡ бит. Әҡсән, яратҡан ғына Әҡсән ҡустым аслыҡтан үлде. Бәпес кенә көйө үлде.
Башҡортсаны яҡшы аңлаған мәрйә илап ебәрә:
– Ой, Ғәйникамал! У тебя вон какие дети! Как ты вытерпела? Как мы не знали об этом? Как ты могла?
Оҙаҡ тыныслана алмай күрше ҡатын менән Нәзирә. Тик әсәһе генә сәй эсеүен дауам итә. Ғүмерендә тәү тапҡыр алдынан ҡалғансы тамағын туйҙыра Нәзирә.
...Ҡошсолоҡ фермаһында эшләп йөрөгән Ғәйникамал Бөрйән яғында балалары тороп ҡалыуын эс сере һыйыр берҙән-бер ышаныслы әхирәтенә генә һөйләгән була. Нәзирәгә яуап хатын да почтальонка булып эшләүсе әхирәтенең ҡыҙы яҙа. Һере ҡатын бүрәнә күтәреп имгәнеп үлеп ҡалған иренә лә балалары хаҡында ләм-мим өндәшмәй.
Ғәйникамалдың ҡыҙы килеүе тураһындағы хәбәр үргендәрҙе шаңҡыта – бөтә ауыл Нәзирәне күрергә килә: уҡытыусылар, колхоз рәйесе, мәктәп директоры – өй тулы халыҡ. Бала-саға, ҡатын-ҡыҙ түгелеп илай, яу юлын үткән беше ирҙәр ҙә күҙ йәштәрен тыя алмай.
Һыйлы ризыҡлы етеш донъяла отпускыһын тыныс ҡына үткәреү насип булмай Нәзирәгә – өс көндән Ғәйникамал өйҙән сығып китә. Почтальон ҡыҙ менән ике көн буйына эргә-тирәне ҡыҙыра әсәһен эҙләп маляр ҡыҙ, халыҡҡа әйтергә оялалар. Әсәһенең әхирәте мал-тыуарын ҡарап, ишегенә бик һалып, үҙҙәрендә йәшәтеп тора. Ауылдан буйтым алыҫ ҡына урынлашҡан ҡошсолоҡ фермаһында аңдып ятып ҡарайҙар – таба алмайҙар ҡошсо Ғәйникамалды. Ҡош-ҡорто ҡараулы, тик үҙе генә күренмәй. Өсөнсө көнгә генә табыла.
– Ҡайҙа йөрөнөң, әсәй? Икенсегә ташланың мине. Мин һеҙҙең ауылды белмәйем бит. Ниңә улайтаһың? – Өндәшмәй әсәһе.
Егерме дүрт көн әсәһе янында тора Нәзирә. Ауыл советы рәйесе председателе:
-Әсәйеңде ташлама. Бына ошо бөтә донъя хужалығы һәм мөлкәте менән һиңә ҡала. Әгәр бында ҡалмаһаң, хөкүмәт ала был ҡаралтыны, – тип аңлатып ҡарай.
Шәхси йорт, донъя малы тигән төшөнсәне ҡайҙан аңлаһын инде детдом балаһы – китә эшләгән еренә. Ейәһе ризығы алыҫтарҙа булғандыр – яҙмыш еле Төркмәнстандың Ашхабадына илтә.
...1969 йылда ире менән йәш ярымлыҡ ҡыҙын Иркутскиға төйнәп оҙатыуы була, Өфөнән ете табиптың ҡултамғаһы менән дәлилләнгән телеграмма килеп төшә: “Әсәйегеҙ ауыр хәлдә, килеп етегеҙ!”. Булған болын иренә тоттороп ебәргән, юл хәрезенә лә аҡса юҡ. Шул мәлдә тағы телеграмма – әсәйегеҙ вафат. Үткен ҡатын үҙе эшләгән ойошма директорына һәм профкомына 1000 һум аҡса һорап ғариза яҙа – 300 һум ғына бирә алалар. Ошо сумманы ауылға күсерә лә, Хәсән һәм Таңатар ағайҙарына телеграмма һуға: әсәйҙе барып ерләшеп ҡайтығыҙ. Бара ағайҙары. Ауыл советы рәйесе һүҙендә тора: Бөрйәнгә Хәсән менән Таңатар ыҡсым бер һандығын ғына тотоп ҡайта.
...Ауылдан сығып китеүенә 25 йыл булғас, октябрь байрамына ҡотлау открыткаһы килеп төшә Бөрйән районының Яңы Собханғол ауылында (рәсми документтарҙа шулай яҙыла) йәшәүсе Хәсән һәм Маһиямал Мырҙабаевтар ғаиләһенә. Йөрәгенән ҡан һауҙырған Йөҙәкәй тауынан үтергә, әсә һөтөн дә имеп туймаған, һөйөп танһығы ҡанмаған Әҡсән ҡустыһының тәпәй баҫҡан өй урынында баҫып торор­ға, үлем тырнағынан йолоп ҡалған Байназар балалар йорто урынында хәтирәләргә бирелеп ултырырға йыл да ҡайта Бөрйәненә Мырҙабаева-Рыкова Надя-Нәзирә. Инде ана-бына туҡһанды ваҡларға ғына тора. Күҙ теймәһен, бөткөһөҙ нур, йылылыҡ ипкене һирпелә үҙенән. Тормоштоң тик матур яҡтарын ғына күрә, яҙмышында гел яҡшы кешеләр генә осрата. Булып үткән хәл-ваҡиғаларға анализ яһамай, бер кемде лә ғәйепләмәй. Бала саҡта үҙе кейә алмаған матур күлдәктәр, сағыу туҡымаларҙан ҙур-ҙур посылкалар һала Хәсән ағаһының ҡыҙҙарына. Артынса “тып” итеп үҙе килеп төшә лә, Төркмәнстанға мәтрүшкәнән, тыуған яҡ еләгенән, башҡорт ризыҡтарынан ғына торған посылка оҙата башлай.
“Әллә ҡайтып төпләнергә”, – тигән килке-килке уйҙары Ашхабадҡа ҡайтҡас та онотола. Бигерәк шәп бит төркмән халҡы. Үҙенең башҡорт, иренең рус милләтенән булыуын да шәйләмәй үтте ғүмере улар араһында. Шулай булмай тағы, “Надя тайза” тип кенә олоҡлай үҙен төркмәндәр.

Миңнур Ҡасимова.
Бөрйән районы.

Сығыу ваҡыты 29-06-2015, 13:07 | Ҡаранылар: 1126
|
  • Уның ғүмере – үҙе бер быуат
  • Кеше тамырҙары менән көслө
  • Туҡал
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • КӨЛӘМӘСТӘР, ЛАҠАПТАР, ӘҘӘМ БАШЫНАН ҮТКӘН ҠЫҘЫҠ ХӘЛДӘР
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM