НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Яугирҙар исеме мәңгеләштерелде

Яугирҙар исеме мәңгеләштерелде


Яугирҙар исеме мәңгеләштерелдеДәһшәтле һуғыш йылдарында ул-ҡыҙҙарын яуға, Ватаныбыҙҙы һаҡларға оҙатмаған бер генә ауыл да булмағандыр. Ишембай районының Хажы һәм Аҙнай ауылдарынан Бөйөк Ватан һуғышында 162 кеше ҡатнаша. Уларҙың 71-е яу яланында ятып ҡала. Тыуған яҡтарына әйләнеп ҡатҡандарының да береһе лә иҫән түгел инде. Ләкин ауылдаштары уларҙы онотмай. Элек был хаҡта Аҙнай клубы эргәһендәге һәм Хажы ауылы уртаһында торған обелисктар хәтерләтһә, быйыл берҙәм көс менән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар иҫтәлегенә уларҙың исемен мәңгеләштергән мәрмәр плиталар ҡуйылды.
Һәйкәл булдырыуға һәр кем ҡулынан килгәнсә ярҙам итә. Кемдер аҡса тапшыра – был эштә ауылдан ситтә йәшәүселәр ҙә, ауыл хакимиәте лә ҡатнаша, ҡайһылар төҙөлөш материалдары килтерә. Аҙнайҙарға изге эште атҡарып сығыуҙа ауылдаштары, Башҡор­тостан Республикаһының ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары Азамат Хәсәнов ҙур ярҙам күрһәтә.
– Бәләкәй генә ауылыбыҙ менән ауыл советы ярҙамында ошондай ҙур эште атҡарып сыҡтыҡ. Исемлекте төҙөүсе яҡташыбыҙ Марат Абдуллинға, хажыларҙың һәммәһенә рәхмәтлемен. Тарихты белеп, ата-бабалар рухын хөрмәтләп йәшәгәндә генә халыҡтың киләсәге өмөтлө бит, – ти Хажы ауылының ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы Зилә Фәизова.
Мәңгелек хәтер буласаҡ мәрмәр плиталарҙы асыу тантанаһына Хажы һәм Аҙнай ауылдарының олоһо ла, кесеһе лә йыйылды, ҡасандыр сығып китеп, хәҙер ситтә йәшәүселәр ҙә ҡайтты. Яугир ауылдаштарыбыҙ иҫтәлегенә хөрмәт йөҙөнән ҡунаҡтар, муниципаль район хакимиәте белгестәре, Һайран һәм Этҡол ауыл хакимиәте башлыҡтары ла килгәйне. Тыл һәм хеҙмәт ветерандары байрам түрендә булды. Хажыларға Әнүәр Ниғмәтуллин етәкселегендә “Һәләүек” өлгөлө балалар халыҡ инструменттары ансамбле матур сығыштарын бүләк итһә, Аҙнайҙа ла ҙур концерт программаһы әҙерләнгәйне. Милли мәҙәниәттәр үҙәге артистарының, Кинйә Әхмәҙиевтың, Этҡол мәктәбе уҡыусыларының, һәүәҫкәр ауылдаштары сығыштарын ауыл халҡы ҙур ихласлыҡ менән ҡабул итте.

Гөлназ ХАЛИҠОВА.
Ишембай районы.
Автор фотоһы.

Сығыу ваҡыты 15-05-2015, 11:55 | Ҡаранылар: 432
|
  • Хажыла дәртле йәше, ҡарты ла
  • Уйна, гармун, уйна өҙҙөрөп!
  • Ҡарағайлы итәгендә ҡан ҡәрҙәштәр ҡор йыйҙы
  • Яугирҙар иҫтәлегенә һәйкәл буласаҡ
  • Һуғыш ветерандары – ололары, йәштәре…
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM