НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » “БӘХЕТ – ҺӘР САҠ ҺУҢЛАП КИЛЕР ҠУНАҠ”

“БӘХЕТ – ҺӘР САҠ ҺУҢЛАП КИЛЕР ҠУНАҠ”


“БӘХЕТ – ҺӘР САҠ ҺУҢЛАП КИЛЕР ҠУНАҠ”Бәпесе тыуырға ике ай ғына ҡалып, ауыр ғына йөрөһә лә, Әлиә, иртүк ҡалҡып, ире һәм улы тороуға ҡоймаҡ ҡойоп алырға, матур итеп табын ҡорорға күнеккән. Ошо мәшәҡәттәренән йәм, тәм таба ул. Бәләкәйҙән үк йоҡо мискәһе булһа ла, ире менән улының ҡабалан-ҡарһалан ашауын, балаһының, балалар баҡсаһына бармайым, тип мыжый-мыжый кейенеүен ҙур кинәнес менән күҙәтә. Артыҡ һөйләшергә лә яратмай ул, ғаиләһен шып-шым ғына тиерлек оҙата. Тегеләр сығып киткәс, ҡашығаяҡты ла йыумай, кире ка­рауат­ҡа ауа ла, төшкә тиклем рәхәтләнеп йоҡлай.
Тик бөгөн һуҙылып ятып та өлгөрмәне, телефоны шылтырай башланы. Таң менән кеше аптыратып кем шылтыратһын инде – әхирәте Алина, әлбиттә. Хәлең нисек, тип тә һорап торманы, илай-илай хәбәрен теҙә башланы: ире менән әрләшкән, сөнки теге ярты йыл эсендә бишенсе тапҡыр эшһеҙ тороп ҡалған. “Сыҙа инде”, “көрсөк бит”, “төрлө хәлдәр килеп сығыуы ихтимал”, “тормош бит”, “аңларға тырыш”, “ирең бит” тигән дөйөм һүҙҙәр менән генә йыуата алды уны. Ярты йылда кеше биш тапҡыр эшһеҙ ҡала икән, төп ғәйеп үҙендәлер, тип уйларға нигеҙ бар. Ләкин кеше ғаиләһенә ҡыҫылып булмай, яманлай башлаһалар, ҡатын үҙе үк ирен яҡлашырға тотонасаҡ. Әлиә белә быны, үҙенең дә шул ғүмер буйы йәлсемәгән элекке иренә булған “мөхәббәте” һаҙлығынан сығыуына дүрт йыл ғына бит әле.
Айрат менән университетта уҡығанда, дискотекала танышҡайнылар. Сибәр егет, етмәһә, шул тиклем матур итеп һөйләшә, өрмәгән ергә ултыртмай. Ҡыҫҡаһы, 20 йәшлек ҡыҙҙарҙың хыялында ғына йәшәй торған кеше инде. Әлиә уға бер аҙна үтеүгә башкөллө ғашиҡ булды, егет тә сәскәләр күтәреп, ятаҡ тупһаһын йыш тапаны. Гел ҡуйы ҡыҙғылт төҫтәге раузалар килтерә. 25 йәшлек егет көнкүреш техникаһы һатылған магазинда эшләй, үҙе лә төрлө кешеләрҙең техникаһын, компьютер-фәләнен ремонтлап, яҡшы ғына аҡса ала шикелле. Өйләнешергә булдылар, тик Әлиәнең ауылда фермерлыҡ менән шөғөлләнгән бер туған ағаһы Айратты яратманы ла ҡуйҙы. “Йөрөй шунда һеләгәйен ағыҙып, сәскә менән кәнфиттән башҡа берәй нәмә алырлыҡмы икән? Һеңлем-матурым, башың әйләнгән бит, сабыр ит аҙыраҡ, сыҡмай тор кейәүгә”, – тип берҙән-бер һеңлеһен өгөтләп ҡараны. Мәңге өндәшмәҫ атай ҙа ҡағиҙәһен боҙманы – һөмһөрө ҡойолоп, ләм-мим булды. Әсә генә: “Ҡыҙым өсөн өлтөрәп тора, ауылда йәшәп, ҡатып бөттөгөҙ, ана, миңә лә ҙур гөлләмә килтергән. Ошо атайығыҙ менән ауылда йәшәп, диңгеҙ төҫө күрмәнем, мал ҡарайым да баҡса үҫтерәм“, – тип улының да, иренең дә тетмәһен тетеп, туйға ризалыҡ бирҙе. Шулай итеп, танышыу­ға ярты йыл тигәндә, Әлиә, хыялындағы туй күлдәген кейеп, үлеп ярат­ҡан кешеһенә кейәүгә сыҡты.
Әле бына әхирәте менән һөйләшкәндән һуң йоҡлай алмай уйланып ятҡанда ғына башына барып етте – ә бит туйҙы тулыһынса тиерлек ҡыҙ яғы үткәрҙе. Никахта уҡ шулай һөйләштеләр: ҡыҙ яғында өй ҙур, туй бында ғына үтһен. Эко­номия өсөн киленде төшөрөп тормаҫҡа ла булдылар: йола нимә инде ул, иҫкелек ҡалдығы – ниндәй мендәргә баҫыу, ниндәй бал-май ҡаптырыу… Ағаһы, ҡырҡа ҡаршы булһа ла, һеңлеһенең туйы тип йүгереп йөрөнө. Атай кеше Әлиә ҡағыҙға яҙып-яҙып аңлатҡан бөтә сығымды ла, һаман да шулай, ғәҙәтенсә, артыҡ һүҙһеҙ генә ҡаплап барҙы. Бәхетенән йөрәге ярылырҙай булған Әлиә әсәһенең: “Бәй-бәй, туй бер яҡта ғына булғас, бер-ике еңгәһе алдан килеп, әҙерләшә торһа ла булыр ине, үҙебеҙгә генә ҡыйын да баһа”, – тип аптыранып йөрөүенә иғтибар ҙа бирмәне. Ғашиҡ ине ҡыҙ, бәхетле ине, аҡса тураһында ла, ҡоҙа тейешле кешеләр­ҙең йолаға, әхлаҡҡа һыйып бөтмәҫтәй тойол­ған ғәҙәттәре тураһында ла уйламаны. Туй тиҙ генә үтте лә китте, йәштәр Өфөгә юлланды.
Шунда башланды инде… “Туй” тип йөрөп, баш ҡалала ҡайҙа йәшәйәсәктәре хаҡында ла уйламағандар бит. Романтика теләй бит күңел: фатир эҙләп торманылар, туйға төшкән аҡсаның яртыһына диңгеҙ буйына путевка алдылар. Һәр бер тинде ата-әсәһе менән баҡсала йәшелсә үҫтереп, аға­­һының хужалы­ғында йәй буйы ҡара тир түгеп, ҡымыҙ һатып эшләп алыр­ға күнеккән Әлиә: “Пу­тевканың арзанырағын алайыҡ, ҡайҙа ла шул бер диңгеҙ инде”, – тип әйтеп ҡараны. Ләкин Айрат: “Бер генә йәшәйбеҙ, һөйөклөм”, – тип биш “йондоҙло” ҡиммәтле отелгә алды ла ҡуйҙы. Шәп булды ял, әлбиттә, йәштәр икенсе һулыштары асылғандай булып, матур итеп ял итте. Әлиә генә: “Аэропорттан сыҡҡас, ҡайҙа барырбыҙ икән?” – тип һүҙ башлап ҡарағайны ла, ире был темаға бөтөнләй һүҙ ҡуйыртманы. Аҙағы шулай тамамланып ҡуйҙы: Айрат ялдан һуң, әсәһе ауырып китеү сәбәпле, ауылына йүнәлде, Әлиә туй аҡсаһына ҡуртымға фатир алып, бер аҙналай ауылда ятып килгән ирен ҡолас йәйеп ҡаршы алды. Уныһы тәүге айҙа сәскәләр ташыуҙан туҡтаманы, йәш ҡатын уҡыуын дауам итте.

Һуңғы курс булғас, университетҡа көн дә барырға кәрәкмәй ине, йәш ҡатын ауылда ятты. “Айырылдыңмы әллә?” – тигән һорауға яуап биреүҙән ҡасып, урамға ла һирәк кенә сыға ине. Ә ире, бәпесте юғалтҡанлығын белеп ҡалғас, “Һин сирлеһең” тигән смс-хәбәр генә ебәрҙе лә, башҡаса күренмәне.


Ләкин туй аҡсаһы күпкә барманы, ярты йыл да үтмәне, карта бушаны. Ире: “Ятағың бар бит, шунда тороп тор, мин егеттәр менән йәшәйем – арзаныраҡ була. Һөйөклөм, сыҙа инде, фатир аласаҡмын, аҡса йыям”, – тигәс, Әлиә ятаҡҡа кире ҡайтты. Студент ҡыҙҙар­ҙың да, коменданттың да ғаиләле кешенең ятаҡҡа кире ҡайтыуына һағайыбыраҡ ҡарауын һиҙҙе, ҡыйынһына башланы. Шуға ла, фатирлыҡ аҡса эшләрмен, исмаһам, тип төштән һуң ҙур бер бинаны йыуырға кереште. Тағы бергә йәшәй башланылар. Ире аҡсаһын ҡайҙа иткәндер – белмәй, ләкин сәскә биреүҙәр туҡталды, ул һаман да элеккесә иң матур һәм ҡиммәтле кейем һатып ала, аҡсаны мул туҙҙыра, тик үҙенә генә. Бина йыуып арыған Әлиәнең төнө буйы илап сыҡҡан ваҡыттары ла йышланы. Йыйылған аҡса күренмәне.
Шулай ҙа йәш ҡатынды бәхет урап үтмәне: бәпесе буласағын белгәс, күктең етенсе ҡатында ине. Айрат та шатланды, ләкин ауыр биҙрәләр күтәреп йөрөүсе ҡатынын эшкә ебәрмәү тураһында уйлап та ҡараманы. Әсәһенең генә түҙемлеге шартланы, кейәүенең тетмәһен тетеп әрләне. Тик Айрат: “Элек ҡатындар баҫыуҙа ла тапҡан бала, Әлиә – ауыл ҡыҙы, бер нәмә лә булмаҫ, хәрәкәттә – бәрәкәт. Беҙҙең ғаиләгә ҡыҫылмағыҙ”, – тип кенә яуапланы. Шул саҡ Әлиә, әсәһенә ҡысҡырынған иренә үпкәләп, тәүге тапҡыр үҙе лә ире менән ҡатыраҡ һөйләшеп ҡараны. Тик булмай инде булмағас, эш әсәһенең, ҡыҙын йәлләп, фатирлыҡ аҡсаны ауылдан, иренән йәшереп кенә бирә башлауы менән тамамланды. Ләкин Әлиәнең бәпесе өс айҙа төштө лә ҡуйҙы. Айрат өҙгөләнеп илаған ҡатынын йәлләмәне лә, исмаһам, иркәһең, баланы ла һаҡлай алманың, тип ғауға ҡуптар­ҙы. Табиптар йәш ҡатынға: “Бер генә сирең дә юҡ, балаңды юҡҡа бошоноп, ҡайғырып юғалттың”, – тип аңлатма бирҙе.
Әлиә илай-илай уҡыуын да­уам итте, эшенә кире килде, тағы ауыр­ға ҡалды. Был юлы ире әллә ни ҡыуанманы ла шикелле, өҫтәүенә, төндәрен ҡайҙалыр юғалып йөрөй, бер туҡтауһыҙ витаминдар ашаған, балаһын һаҡларға тырышҡан ҡатынына әйләнеп тә ҡарамай башланы. Йәйге каникул ине, шуға ла Әлиә ата-әсәһенә ауыл­ға ҡайтты. Яратҡан кешеһе менән һөйләшкеһе, уның хәстәрен тойғоһо килә бит – Әлиә телефондан иренә даими шылтыратырға, тыуасаҡ бәпескә ҡарата уйҙары, хыялдары менән бүлешергә теләй, бахырсыҡ. Тик ирен алмаштырып ҡуйҙылармы ни: телефонды алһа – ала, алмаһа – юҡ, кистәрен бөтөнләй һүндереп ҡуя, эш күп, тип зарлана. Әсәһе ҡыҙының өҙгөләнеүҙәрен күрә, шылтыратма, һөйләшмә, балам, бәпесеңде генә ҡайғырт, тип йыуатып ҡарай. Тик Әлиә, йәшлегенә барып, барыбер тыныслана алмай, эсе һыҙлап торһа ла, иренең хәлен беләйем тип, автобусҡа ултыра ла ҡалаға китә. Шунда бармаһа, бәлки, бәпесе иҫән ҡалыр ине. Шунда ғына саҡ йөрөгән ҡатын иренең икенсе бер ҡыҙ менән осрашыуын белә… Теге ҡыҙҙың бер ғәйебе лә юҡ, Айраттың өйләнгән кеше икәнлеген белеп, ысынлап та, аптыраны. Ә инде ир, ғәфү үтенәһе урынға, телефонын бөтөнләй һүндереп, әсәһен дә ҡаршы ҡотортоп, юҡҡа сыҡты. Әлиәне әхирәттәре, әсәһе, еңгәһе нисек кенә йыуатмаһын, ул мөхәббәтен уйлап, илап, һыҡтап, тағы ла бәпесен юғалтты. Үҙенә ҡул һалыр­ға ла уйлап ҡараны – ҡурҡты, “стервалар”ҙың нисек булырға тейешлеген өйрәтеүсе, ирҙе ҡайтанан үҙеңә ҡаратыу серҙәрен сисеүсе уҡымаған китап ҡалманы.
Һуңғы курс булғас, университет­ҡа көн дә барырға кәрәкмәй ине, йәш ҡатын ауылда ятты. “Айырыл­дыңмы әллә?” – тигән һорауға яуап биреүҙән ҡасып, урамға ла һирәк кенә сыға ине. Ә ире, бәпесте юғалтҡанлығын белеп ҡалғас: “Һин сирлеһең” тигән смс-хәбәр генә ебәрҙе лә, башҡаса күренмәне. Әлиә һаман: “Ирем бала булмаған өсөн яратмай, үҙем ғәйепле”, – тип илап сыҡты, уны һағынды, ялбарып шылтыратып ҡараны, үҙенсә, ғаиләһе, мөхәббәте өсөн көрәште. Диплом алды. Тора-бара интернетта элекке класташы менән былай ғына хәбәр һатыша башланылар, тегеһе ялға ҡайтҡанда Әлиәләргә инештереп йөрөй, тыныс ҡына хәбәрҙәре менән ҡыҙҙы саҡ ҡына булһа ла йылмайта, ваҡытын бүлә башланы. Егет төҙөлөштә эшләй, ситтән тороп уҡый, яҡшы ғына машинаһы ла бар. Бер шулай атаһы менән килеп инде лә: “Әлиәне һоратабыҙ”, – тип барыһын да шаҡ ҡатырҙы. Ағаһының шатлан­ғанын күрһәгеҙ! Яралары уңалмаған, әле рәсми рәүештә айырылмаған да йәш ҡатын нишләп Ринатҡа сығыр­ға ҡарар иткәнлеген әле һаман да аңлай алмай. Хоҙай хикмәтелер, моғайын. Судһыҙ-ниһеҙ тиҙ генә иренән айырылды, шау-шыуһыҙ ғына яңы ғаилә ҡорҙо ла ҡуйҙылар. Тик Ринатҡа алдан: “Минең балам булмаҫ, моғайын”, – тип әйтеүҙе кәрәк тип тапты. Тегенеһе бер һүҙ ҙә өндәшмәне.
Никах булыу менән ире Әлиәне үҙе эшләгән фирмаға бухгалтер итеп урынлаштырҙы, бер ваҡытта ла сөсөләнмәне. “Ҡатыным мине яратмай”, – тип эсеп боларманы, йәш ҡатындың күңелен яулау өсөн бер ниндәй романтика менән дә булышманы. Кәңәшләшеп тә тормай, Әлиәне табиптарға алып ба­рып, тикшертте. Йәш ҡатын өйләнешеү менән тиерлек тағы ла ауырға ҡалды. Тик яралар үҙенекен итеп, Әлиә: “Быныһы ла төшөр инде”, – тип бәхетенә ышанырға ашыҡ­маны. Иренең һәр ваҡыт тыныс булыуы, хәстәре йоғонтоһоҙ ҡалманы, әлбиттә – быға тиклем ҡалтыранып иларға ғына торған ҡатын тыныс кешегә әүерелде. Бәпесе тыуғанға тиклем дауаханала ятып та торманы хатта. Айратты һаман да юҡһынды, эстән генә, әлбиттә.
Ә ысын мөхәббәт көтмәгәндә килде – бәпесе ике тамсы һыуҙай Ринатҡа оҡшағайны. Йөрәккәйен ҡосағына алыу менән, иренә шул тиклем рәхмәтле булыуын, үҙенең ниндәй бәхетле ҡатын икәнлеген аңланы. Ринат менән бер йыл йәшәү дауамында бер генә тапҡыр ҙа рәнйемәне ул, бер генә тапҡыр ҙа иренән ауыр һүҙ ишетмәне, үҙе лә ҡыҙып, насар һүҙҙәр әйтмәне. Иренә шылтыратып, ҡайҙалығын тикшереү, фатирға нисек түләрбеҙ икән, тигән уй башына ла инеп сыҡманы. Салют та юҡ, шарҙар ҙа юҡ тормошонда. Тик именлек, тыныслыҡ бар. Ошо ваҡытта ҡатын оло хәҡиҡәтте аңланы – тәүге ире уны балаһы булмаған өсөн яратмаған түгел, ә ир уны яратмаған өсөн сабыйҙары тыуманы. Ҡатын-ҡыҙ өсөн иң ҙур бәхет рәхмәт йөҙөнән яралған мөхәббәттер, тип уйлай хәҙер Әлиә. Романтик китаптар уҡып, фильмдар ҡарап, мөхәббәт өсөн көрәшергә кәрәк, ул ҡайнар һәм сағыу, хис-тойғоло була, тип алданабыҙ. Мөхәббәтте яуламайҙар, ул кешене бәхетле итер булһа, ябай һәм сетерекһеҙ генә ярала. Тыумаған ике сабыйы өсөн дә илауҙан туҡтаны. Сөнки белә – улар ожмахта. Ҡулынан эш килмәгән, гел ауырлыҡтарға ғына тарып торған ирҙәр үҙҙәренең көслө ҡатындарын тапһын, ә ул рәхмәт әйтерлек кешеһен генә яратасаҡ.
Ҡатындың бөгөнгөһө – ҡоймаҡ ҡойоп, тәм-том менән һыйлау, малайының шуҡлыҡтары, ипотеканы тиҙерәк түләп бөтөргә тырышып тир түккән иренең һаулығы өсөн массаж курсы үтеү… Шулай ҙа элекке тормошонан бер яра ҡалды – сәскәләрҙе яратмай, улар урынына тәҙрә төбөн тултырып гөлдәр үҫтерә.

Лилиә СИРАЕВА

Сығыу ваҡыты 25-04-2015, 19:05 | Ҡаранылар: 1385
|
  • Һуңғы осрашыу
  • Тәүәккәл ҡыҙҙар – беҙҙең арала
  • Бәхеткә сарсағанда…
  • Урланған бәхет
  • Көҙгө
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM