RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Текләп ҡараһаң да, айыра алмаҫһың

14.11.2014 Текләп ҡараһаң да, айыра алмаҫһың

Текләп ҡараһаң да, айыра алмаҫһыңШундай һан билдәле: донъяла йылына 600 миллиард һумға торош иткән ялған тауар етештерелә. Кем иҫәпләп сығарғандыр? Бөтә нәмәнең дә күсермәһе бар икән – ноутбуктың, телефондың, запас частарҙың, хушбуйҙың, хатта минераль һыу менән шоколадтың да. Донъяла бренд тип аталған киң таралған тауарҙы етештереүселәр уның ялған күсермәләре менән көрәшеп бер була. Һатып алыусы бит артыҡ һайланып тормай, аҡсаһы булһа, әйбер оҡшаһа, һата ла ала. Уның ысынмы, ялғанмы икәнен ҡарап торамы ни?! Магазинға гел генә белгес эйәртеп, лупа тотоп йөрөп булмай ҙа инде. Замана баҙарын бер ваҡыт “күсермә тауар”ҙан таҙартып бөтөп булырмы? Бына шул һорау борсой.
Нимәһе ҡатмарлы – уларҙы айырыуы ла ҡыйын була башлаған. Тағы шуныһы йәнде көйҙөрә: Рәсәй баҙары “күсермә тауар” менән тулған. Шун­дайҙар арҡаһында беҙҙең иҡтисад өсөн матди юғалтыу өс миллиард долларға етә, имеш.
Күсермәләрҙе эшләүҙә айы­рыу­са Ҡытай оҫтарҙы. Властар ни генә ҡылмаһын, бында, кем әйтмешләй, “бейей-бейей оҫ­тара” тигән кеүек, брендтың күсермәһен ике һыу тамсыһылай оҡшатып эшләүселәр та­рал­ғандан-тарала. Нимәгә генә тотонмайҙар! Хатта ки “ялған кеше” лә табыла бында.

Белгестәр әйтә…

Ялған тауарҙарҙан ҡотола алмаҫты белгәс, эксперттар уны бер нисә төргә бүлгән: сифатһыҙ, сифатлы һәм юғары сифатлы. Сифатһыҙы әштер-өштөр эшләнгән, арзанға һатыла. Ҡытайҙан, Вьетнамдан килә. Юғары сифатлы “күсермәләр”ҙе иһә айырым бер төркөм – ныҡ шәп белгестәр генә асыҡлай ала, имеш. Бындай тауарҙы хатта байҙар ҙа һатып ала. Европаның үҙенән килә ти шундайҙар. Нимәһе аптырата: яҡшы продукция етештереүсе компаниялар, ялған тауар сығарыуҙы туҡтата алмаҫын белгәс, үҙҙәре үк “күсермәләр” баҙарын етәкләргә булған. Эйе, брендтар үҙ “ватан”ында ғына түгел, ә арзан эшсе көсөн файҙаланып, көньяҡ-көнсығыш Азияла ла сығарыла. Хәҙер ҡайҙа ысыны, ҡайҙа ялғаны етештерелгәнен дә аңламаҫһың.

Иң таралған ялған
тауарҙар

Электроника әлеге исемлектә иң алда тора. Бында һүҙ өр-яңы техника хаҡында, әлбиттә – планшет, смартфон, айфон, плеерҙар. Ысы­нын-күсермәһен бик күптәр айыра ла алмай, айырырға теләмәй ҙә. Шуға ла бындай тауар уңайлы хаҡҡа интернет-магазиндарҙа ла еңел һатыла.
Һатып алған итек йә туфлийығыҙҙа аяҡ кейеме етештереүсе билдәле бренд фирмалары яҙыуы булыу ул әле ысынлап та шул фирманыҡы тигәнде аңлатмай. Бары тик бер нисә тапҡыр кейеп ҡарап ҡына белә аласаҡһығыҙ. Унда ла һәр кешегә бындай “һәләт” бирелмәй, ниңәлер өйкәйсе, тип йонсоһа ла, кейеүен дауам итеүселәр ҙә табыла.
Ялған дарыу эшләргә, моғайын, иң тәүҙә өйрәнгәндәрҙер. Әле былай ҙа үҙебеҙҙә етештерелгән йә сит илдеке тип айырып ҡарап алған булабыҙ, ә уларҙың ҡайһыһы ысын, ҡайһыһы ялған икәнен уйлап та бирмәйбеҙ. Беҙҙеңсә, ҡиммәтерәге тиҙерәк тәьҫир итә, шәбәйтә, йәнәһе. Ии-и, шул хәтлем дә бер ҡатлыбыҙ бит. Дарыу урынына бер ниндәй ҙә йоғонтоһо булмаған нәмә (ҡатырылған он, мәҫәлән) генә һатылһа ярай, күп осраҡта сәләмәтлеккә зыян итеүсе ҡушылмалар өҫтәлә. Ялған препараттар араһында ниңәлер ирҙәргә тәғәйенләнгәне алдынғылыҡта тора, ти. “Виагра” шул иҫәптә. Бахыр, дәрт-ҡеүәт өҫтәүсе дарыу эстем, тип яҙғы әтәс кеүек ҡуҡырайған ир-аттың кикереге, һөҙөмтә оҙаҡ көттөргәс, тиҙ шиңәлер инде.
Контрафакт дискылар ҙа (CD, DVD) сауҙа нөктәләренән тиҙ генә юҡҡа сығырға ашыҡмай. Көрәштең ни, көрәшмәнең ни, тип ҡул һелтәй һатыусылары ла. Иң мөһиме – алыу­сы табыла бит.
Иң тәүге бишәү исемлегендә өҫ кейеме лә бар. Төп нөсхәнән ялғанды туҡыманың сифаты, нисек етте шулай беселеүе, йыш ҡына ептәренең һәлберәп тороуы “һатһа” ла, хаҡы арҡаһында тиҙ тарала. Шул инде, беҙгә арзаны ҡулайыраҡ.
Ялған хушбуйҙар ҙа күп. Күп­мелер ваҡыт үтеү менән улар­ҙың еҫе үҙгәрә. “Текә” сәғәттәрҙең кү­сер­мәләре еңелерәк була, сөнки арзан материалдар күп ҡушыла. Тәмәке, компьютер комплекттары, уйынсыҡтар – быларҙың да ысыны, ялғаны бар. Нимәгә-нимәгә, ә уйын­сыҡтарға аҡса йәлләргә ярамай. Сөнки, арзан тигән булып, ял­тырауыҡлы берәй тәтәй алһағыҙ, уның балағыҙ һаулығына зыян итеүе лә мөмкин.

Ни сыҡһа,
Ҡытайҙан сыға...

Аҡ йөҙлө, һары сәсле булһағыҙ һәм арлы-бирле ял итергәме шунда Ҡытайға барып сыҡһағыҙ, бында һеҙгә “шәп эш” тәҡдим итеүҙәре бар. Европа йөҙлөләрҙе … прокатҡа алып торалар икән. Урында был эш “Галстуклы аҡ егет” тип атала. Ҡытайҙың ҡайһы бер компаниялары шундай хәйләгә бара: “аҡ кеше” ваҡытлыса шул компанияла хеҙмәткәр йә уның партнеры булып торор­ға тейеш. Шуның менән компания абруй, билдәлелек яулай ала. Йәнәһе, ул сит ил бизнесмены менән эшләй ала икән, тимәк, аҡсаһы күп һәм ситтә лә бәйләнеше көслө. Актерҙар, моделдәр, ғөмүмән, ябай ғына “аҡ кеше”ләр ҙә шулай итеп аҡса эшләп ала, ти. Бында ҡытай телен белмәү ҡамасауламай.
Әйткәндәй, тап ошо Ҡытайҙа ялған экспонаттар музейы ла бар. Ундағы 40 мең ҡомартҡының 80-е генә ысын. Тарихтың һәр бер осорондағы артефакттарҙы күрергә теләһәгеҙ, шунда бараһығыҙ инде. Шаҡ ҡатырлыҡ! Хатта XVII быуатта хакимлыҡ иткән Цин династияһы вазаһында замана йәнһүрәттәре геройҙары төшөрөлгән, имеш. Ә барыһы ла вазаның боронғолоғона ышана.
Әле бында музей “бумы” – йылына әллә 400-ләп музей асыла икән.

Гуанчжоуҙа ул
күсермәләр
баҙары-ы-ы!

Григорий Потемкин блогынан алынды был баҙар хаҡындағы яҙма. Ул – беҙҙең яҡташ, Урал егете, Екатеринбургтан Ҡытайға күскән.
Гуанчжоу – Ҡытайҙың көньяҡ-көнсығышындағы мегаполис. Уны “Азияның сәнәғәт йөрәге” тип йө­рө­тәләр. Был ҡалала бөтә нәмә һатыла һәм һатып алына, шулай уҡ етештерелә лә. Ниңә шулай тиҙәр, беләһегеҙме? Сөнки тап ошо Гуан­чжоуҙа донъялағы иң ҙур ялған тауарҙар баҙары урынлашҡан. Ундай ғәләмәт баҙарҙы һеҙҙең күргәнегеҙ юҡ!
Күҙ алдына килтерегеҙ әле: Италияның Милан ҡалаһында билдәле бер дизайнер яңы ғына тегелеп бөткән кейем коллекцияһын күрһәтә. По­диум сағыулыҡтан балҡый, дизайнерға баш әйләнгес уңыш вәғәҙәләйҙәр, тамашасылар шундай матурлыҡтан шаҡ ҡатып, гөр килә. Шул ваҡыт тамашаны шым ғына бер төркөм күҙәтә. Ҡытай белгестәре улар. Ныҡ ентекле ҡарайҙар, фотоға төшөрәләр, яҙып алалар. Һәм... барыһынан да алда ошо коллекция өлгөләрен ҡулға төшөрөргә өлгөрәләр. Бер-ике көндән Милан – Гуанчжоу рейсына шул өлгөләрҙе бик һаҡлыҡ менән генә төрөп һалып, тейәп алып ҡайтып та китәләр. Икенсе көнөнә был өлгөләр кейем бесеүселәр ҡулына барып етә. Бер нисә көндән әлеге дизайнер күлдәгенә иш кенә тауар ҙа табыла, тегеүселәр эш тә башлай. Тағы өс-дүрт көн һәм, ышанаһығыҙмы, юҡмы, беренсе партия әҙер, күлдәктәр йөк машиналарына тейәлеп, фабриканан тейешле урынға “сығып” та китә. Тейешле урын ти­гәне, әлбиттә, Гуанчжоу баҙары. Был кейемдәр келәттә сәпсим ят­май тиерлек. Уны шундуҡ Рәсәй, Ис­пания, АҠШ, Украина, Чехия, Финляндия, Берләшкән Ғәрәп Әмир­лектәре эшҡыуарҙары һатып алып ҡайтып китә. Бөтә “текә” брендтар шундай юл үтә. Нимә кейеп йөрөгәнегеҙҙе белдегеҙме инде, йәмәғәт?! Бында ҡытайҙарҙы әрләргә кәрәкмәй. Улар кеше нимәне алырға ынтыла, шуны ғына эш­ләй. Ҡытайҙар – бик аҡыллы һәм эш­һөйәр халыҡ. Улар шундай: кәрәк­һә, баҫып эшләй, баҫырға урын булмаһа, ятып та. Беҙҙә иһә көнө буйы тиерлек тик ултырып, шуның өсөн аҡса алып, етмәһә, әҙ түләйҙәр, тип мыжыусылар быуа быуырлыҡ.
Гуанчжоу баҙары “Өс ат” тип атала. 8 – 12 ҡатлы әллә нисәмә сауҙа үҙәгенән ғибәрәт ул. Уларҙың һәр береһендә йөҙәрләгән күмәртәләп һатыу нөктәһе урынлашҡан. Сауҙагәрҙәргә йөгөн кәрәкле ергә алып барыу өсөн дә бөтә уңайлыҡтар булдырылған – баҙарға яҡын урамдарҙа махсус офистар эшләй. Уларҙа тауарҙы Ер шарының теләһә ҡайһы мөйөшөнә илтергә булышлыҡ итеүселәр һеҙгә итәғәтле йылмайып хеҙмәт күрһәтә. Йөк самолетҡа тейәлһенме? Рәхим ит. Бәлки, поезға йә карапҡалыр? Уныһын да булдыралар. Шуныһы бик шәп – бындай офистарҙың күбеһендә рус телле хеҙмәткәрҙәр бар.
Сауҙа йортонда этикетка, голограмма, лейбл етештереүселәр ҙә эшләй. Улар өсөн мөмкин булмаған нәмә юҡ! Тиҙ генә теләһә ҡайһы фирманың билдәһен эшләп тә бирәләр. Хет ҡағыҙҙан, хет тимер­ҙән, тигәндәй. Дольче Габбана (Dolce & Gabbana), Макс Мара (Max Mara), Версачи (Versace), Саваж (SAVAGE) – йәнең теләгәнен һайла! Тап ошонан беҙгә көн һайын әллә нисәмә тиҫтәләп контейнер килә лә, “ысын” тауарҙар менән ҡушылып, бер рәттән элиталы бутиктарға эленә.
Бында кейем “күсермәләре” генә түгел, ә сәғәттәр, телефондар баҙары ла лыҡа тулы. Нимәгә беҙгә Европа? Уның сифатлы тауарының күсермәһе булғанда?!

һандар һәм факттар

Рәсәйҙә тәүге ялған медицина препараты 1997 йылда һатыл­ған, тигән мәғлүмәт бар. Ул плазма алмаштырыусы матдә булған. Йәнә ике йылдан “фальшивка” дарыуҙар һаны 15 төргә еткән. 2003 йылда иһә проблема ҙур масштаблы милли хәүеф тип нарыҡланған. Һуңғы биш йылда теркәлгән ялған препараттар партияһы күләме 11 тапҡырға үҫкән.

Ялған һөт барлығын беләһегеҙме әле? Оҙаҡ һаҡлана торған һөт тураһындағы “әкиәт”те лә ишеткәнһегеҙҙер? Ауыл балалары яҡшы белә – унда кисәге һөттө эсмәйҙәр, мотлаҡ әсегән була. Ә супермаркеттарҙа иһә халыҡҡа йәтеш ҡапта нисәмә көн ултырһа ла әсемәй торған һөт һаталар. Шуға иғтибар итегеҙ – тергеҙелгән (восстановленное) һәм яраҡлаштырылған (нормализованное) һөт бар. Тәүгеһе киптерелгән йә ҡуйыртылған һөттән эшләнә. Регламентҡа ярашлы, уны һөт тип түгел, һөт эсемлеге тип атарға тейештәр. Икенсеһе – ҡуйылығы нормаға килтерелгән һөт. Ҡайһы бер “аҡыллы баш” етештереүселәр һөткә крахмал, аҡбур, сода ла ҡушырға оялмай. Бындай эсемлектең төбөнә ҡалдыҡ ултыра, әсеһә, ни ҡатыҡ булмай, ни кефир тигәндәй, түгергә генә ҡала.
Иң киң таралған ялған банкнота – 100 доллар. Шулай уҡ 50 евроны ла баҫалар.

Сочи олимпиадаһы символикаһын һатыу тирәләй шау-шыу ҡуба биреп ҡуйған. Уйындарҙың ойоштороу комитеты 2010 йылда уҡ Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт менән бергә 72 мең берәмек ялған продукцияны юҡ иткән. “Күсермә”ләр (башлыса өҫ һәм аяҡ кейеме) эшләү менән илдең 79 төбәге, Ҡытай, Төркиә, Ҡаҙағстан шөғөлләнгән.

Швейцарияның “Эмменталь” (“Emmentaler”) тигән сыры бик тәмле икән. Уның “күсермәһе” юҡ тип уйлайһығыҙмы? Яңылыша­һығыҙ. “Оҫталар” бындай ниғмәттең ялғанынан килем алмай ҡалмаҫ. Был сырҙы донъяның күп илендә эшләйҙәр. Тик боронғо рецептар менән бер генә ерҙә – Швейцарияның Берн кантонында ғына етештерелә ул. Ризыҡ өсөн яҙғы йә йәйге һөт кәрәк, сырҙың әҙер булыуы – өлгөрөүе иһә 15 айға һуҙылыуы мөмкин. Ҙур-ҙур тишектәре була, тәме тиҙ боҙолмай. Башҡа ерҙә ғәҙәти һөттән ике айҙа ла ҡайнатып өлгөртәләр. Шунан “Эмменталь” тип һаталар, беҙ ашайбыҙ. Ысын булмаһа ни, уның ҡарауы, исеме ни тора!










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»