RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Бирҙе донъя кәрәкте»

07.11.2014 «Бирҙе донъя кәрәкте»

(Хәтирәләрҙән өҙөк)
Ябыҡ вагондарҙа оҙон-оҙон юлдарҙы үтеп, Себер иленә аяҡ баҫтыҡ.
Беренсе төшкән урыныбыҙ ваҡытлыса туҡтау булып сыҡты. Кемдәр генә юҡ бында. Беҙгә шалмандар «фышы» атамаһы биргән. Йәнәһе, беҙ – ил һатыусылар, ә улар – бурҙар, урлап, кеше елкәһен кимереүселәр.
– Исмаһам, урлайһың да, теләгәнсә йәшәп, тормош рәхәтен күрәһең, мәгәр илде һатмайбыҙ, – тип маҡтаналар.
Уларға эш харам.
– Беҙҙең өсөн эшләүселәр күп ул... Хеҙмәт лагерында ла беҙҙе эш көтмәй... – Уй-фекерҙәре шундай.
Беҙгә бындай теория ят һәм ҡырағай. Үҙ-ара хәлдән килгәнсә эшләп көн күреү тураһында фекерләшәбеҙ. Һәр көн иртән юлдаштарыбыҙҙы оҙатабыҙ. Тора-бара күпләп айырылыша башланыҡ. Мин оҙатылған яҡта яҡташтарым аҙ булды. Ун бишләп ерҙәш бергәләп, сит кешеләр менән белмәгән яҡтар­ға китеп барабыҙ. Арабыҙҙа хәрби кейемдә матурлығына ла, тыйнаҡлығына ла хайран ҡалырлыҡ бер ҡатын бар. Ул үҙен Серафима Ивановна тип таныштырҙы. Был күркәм ҡатын да беҙҙең көндә икән. Серафима – аҙыҡ-түлек бүлеүҙә бригадир. Ул, миңә ҡарап:
– Аяғыңа сабата кейергә кәрәк. Көн һыуыҡ, өшөрһөң, – тине.
Ләкин мин сабата кейеүҙән баш тарттым. Ҡурҡтым, сабата бауҙары бәйләй белмәйем бит. Беҙҙең яҡ халыҡтары, ниндәй йәмһеҙ нәмә булһа, сабатаға сағыштырып көлә торғайны.
Яҡташым Хөршиҙә:
– Беҙ һинең өсөн борсолабыҙ, юл алыҫ булһа, нисек барып етерһең икән? Беҙ бирешмәбеҙ, ә һин...
– Һеҙ атлаған кеүек атлармын, юҡҡа ҡайғырма, – тинем Хөршиҙәгә.
Тәүге көндә, үҙ яйыбыҙға ғына атлап барһаҡ та, 40 саҡрым самаһы ер үткәнбеҙ. Юлсыларға режим юҡ. Кемдәр генә юҡ беҙҙең арала. Танышаһың, һөйләшәһең. Көн һалҡын, мәгәр Себер һауаһының сафлығы үҙе аҙыҡ тәнгә. Юлдар киң, юл буйынса теҙелеп үҫкән ҡарағайҙар, шыршы, кедр ағастары, ҡарап туйырлыҡ түгел. Беҙҙең Уралда ла эт үткеһеҙ ҡараңғы урмандар, һуҙылып үҫкән шыршы-ҡарағайҙар ер ҡаплап тора, ләкин Себер урманына тиң була алмай икән. Себер ауылдары берәр генә урам, мәгәр ауыл буйлап барғанда, осһоҙ-ҡырыйһыҙ кеүек. Беҙҙе ауыл халҡы, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙары һаулашып:
– Ҡайҙа бараһығыҙ, эшкәме? – тип һорашып ҡалалар.
һәр бер өйҙөң ҡапҡа төбөндә эт ултыра. Улар өрмәй, үҙҙәре шундай матурҙар. Себер эттәренең матурлығы башҡа ерҙә һирәк осрай торған хәл ул.
Бер ауылды уҙғанда һарғылт доха (эсе-тышы тире тун) кейгән ҡатындың:
– Ауылда магазин, их, аҡса булһа, махорка алыр инем, – тигән һүҙен ишетеп ҡалдым.
Камерала ултырғанда, өйҙән ҡышҡы кейемдәремде алдырғайным. Пальто еңендә ике һум аҡса булған икән, күрәһең, тикшермәгәндәр.
– Минең дә тәмәке тартҡым килә, әйҙә тырыштыр, мә... – тип теге аҡсаны бирҙем ҡатынға. Ул юл ситендә ҡарап торған үҫмер малай­ға аҡсаны һондо:
– Күпме бирһәләр ҙә, махорка алып килтер, – тине.
Малай ҙа тыңлаусан булып сыҡты, магазинға ҡарай йүгерҙе. Беҙ ауыл осондағы тауға үрләгәндә, бер нисә гәзиткә төрөлгән бик күп махорканы тапшырҙы, һатыусы ла, күрәһең, юлсыларҙың хәлен белгәндер. Тәмәке генә етмәй, ҡағыҙы ла, шырпыһы ла кәрәк. Беҙгә тәмәке лә, гәзиттәр ҙә көтөлмәгән бүләк булды. Бер йыл уҙып киткән, гәзит битен күргән юҡ. Гәзиттәрҙең ситтәрен генә йыртып алдыҡ. Урынға барып еткәс, ентекләп уҡырға һөйләштек. Ул арала хәрби кейемдәге Серафима Ивановна:
– Мин дә һеҙҙең табышты уртаҡлашам, – тине лә, тәмәке төрә башланы.
Ошо юлда барыусылар бөтәһе лә бер лагерға билдәләнгән икән. һарғылт доха кейгән ҡатын, үҙен таныштырып:
– Мин – эстон ҡыҙы Лидия Бауман. Эстон Коммунистар партияһы гәзите редакцияһы (ул саҡта унда гәзит йәшерен сыға ине) хеҙмәткәре булам, – тине.
– Лидия, – тинем мин уға, – беҙҙең милләтебеҙ айырым булһа ла, бер туған икәнбеҙ, мин дә редакция хеҙмәткәре.
Әллә нисек сәйерһендек, бер минутҡа телһеҙ кеүек булып ҡалдыҡ.
Лидия бик аңлы ҡатын, русса яҡшы һөйләшә, тик ҡайһы һүҙҙәрҙә генә эстон акценты һиҙелеп ҡала. Кәүҙәгә мыҡты, аҡ йөҙлө, зәңгәр күҙле. Беҙ уның менән айырыл­ғыһыҙ әхирәттәр булып киттек.
Мәҙе төшөүгә урман эсендәге барактарға урынлашып, тамаҡ туйҙырып, йоҡларға яттыҡ. Яҡ­тылыҡ насар, кескәй генә шәмдәр яна. Гәзиттәрҙе уҡый алманыҡ. Һаман да бер хәрефкә лә теймәй, тәмәке тартыуға гәзиттәрҙең ситтәрен файҙаландыҡ.
Иртәнге аш ваҡытында көр тауыш менән һөйләшеүсе юҡ. Тик Хөршиҙә генә шуны шыбырланы:
– Һинең турала ҡайғыра инем, үҙем юлсыларҙың артында килдем. Кем белә, алда күпме юл үтергә барҙыр әле, әбейҙәр әйтмәксе, «тәңре ярҙам бирһен...»
Беҙҙе бер кем дә ҡабаландырмай. Тормош көтә торған төп ергә барып етеү мотлаҡ булғас, мыҙылып атлауҙан ни файҙа? Начальник­тарыбыҙ ҙа бергәләп атлай, улар­ҙың да аяҡтары арый, тала торғандыр.
Себер тәбиғәте килделе-киттеле икән. Бер ҡараһаң, күҙҙе сағылдырырлыҡ асыҡ, күк йөҙө зәңгәр, тирә-яғың ылыҫлы йәшел урман. Бер ҡараһаң, күҙ асмаҫлыҡ ҡар бураны уйнай, көн уртаһында ла ҡараңғы төн кеүек. Әммә лагерь тормошо ҡаршы алғанда, көндәр аяҙлығы кешегә күңел күтәренкелеге бирҙе.
Барактар йыуан ҡарағай бүрәнәләрҙән ҡәҙимгесә яндап һалынған. Ҡарағай-ҡарағастың еҫе һибелеп ҡуйғанмы ни!
Карантин ваҡыты байтаҡ. Беҙ хәл алдыҡ. Кейем-һалым бирелде. Урман эшен, техникаһын өйрәттеләр. Урман ҡырҡыуҙа кеше башына план байтаҡ. Начальниктар, план тулмаһа, ашау яғы мөшкөл буласағын аңлатты.
Егерме көн – ай самаһы эшләп ташланыҡ. Мәгәр план тулмай ҙа ҡуя. Мөшкөл ашау көнөнә ҡалдыҡ. Ҡыш урталары, Себерҙең ыжғырып торған ҡышы ла беҙгә ауыр йоғонто яһай. Эш түҙмәҫлек түгел, ҡалын ҡарға күмелеп ятҡан бүрәнәләрҙе трактор менән һөйрәтеп алып китеү өсөн юл асабыҙ.
Икмәкте «штраф» тигән үлсәү менән иртәнсәк алаһы өлөштө кистән бирәләр, беҙ уны кистән ашайбыҙ ҙа ҡуябыҙ.
Бер көн десятнигыбыҙ беҙҙе йыйып:
– Ҡарап торам да, мәжрәй башлауығыҙҙы һиҙәм. Әгәр ҙә һеҙ мине начальниктарға ошаҡлап яза бир­ҙер­һәгеҙ, ул – һеҙҙең эш. Мәгәр бөгөн, план 75 процентҡа етте, тип ялған отчет бирәм. 75 процент тигән һүҙ һеҙгә ашау нормаһы артты тигән һүҙ.
Кем был яҡшылыҡҡа ҡаршы килһен. План тулыу ул тамаҡ туйыу­ға бәйләнгән. Беҙҙең план тулмау­ҙың ялҡаулыҡ менән һис бәйләнеше юҡ.
Десятнигыбыҙ Сергей – коммунист, Мәскәү заводтарының бере­һендә етәксе булған.
Бер-ике көндән һуң бригадирыбыҙ Серафима Ивановна икмәк өләшкәндә һәр беребеҙгә бишәр йөҙ грамм икмәк бирҙе. Иртәнге ашта беҙгә бутҡа ла биреләсәк, тип иғлан итте. Тимәк, көн дә бутҡа ашау хоҡуғына ирешеп торасаҡбыҙ.
Егерме көн самаһы эшләнек. Февраль айы. Ҡояш та йылыһын өҫтәй.
Көндәрҙең береһендә Сергейы­быҙ тағы ла беҙҙең хәлде белеште. Ул ҡулындағы ҡағыҙына ҡарап:
– Хәҙер ҡурҡыу көндәрем үтте, һеҙҙең план үтәлеше 90 проценттан артып бара, – тине.
Был иғлан беҙҙе бик тә тулҡынландырҙы. План тулмағас, алдап ашау йөрәкте өйкәп тора ине. Ленинградтың Герцен исемендәге институтында уҡыу бүлеге мөдире булған Нина Исаковна яуап телмәре һөйләп ташланы:
– Бригада исеменән, Сережа, һиңә рәхмәт әйтәм. Беҙ эшкә күнегә барабыҙ. Килер бер көн, беҙҙең пландар 150 процентҡа етер!
– Мотлаҡ шулай буласаҡ!.. – тигән тауышыбыҙ берҙәм яңғыраны.
Март – апрель айҙарында урман эшенә булған һәләтебеҙ көндән-көн арта барҙы. Хәҙер беҙ икмәкте кистән ашау ғәҙәтен ташланыҡ. Икмәкте эш өҫтөнә лә алып барабыҙ. Тирә-яҡта усаҡтар лаулап яна. Көрөшкәләрҙә ҡар һыуын ҡайнатып сәй эсәбеҙ.
Көс тә бар, ҡар ҙа йомшара төшкән. Йыуан бүрәнәләрҙең аҫты, тирә-яғы йәшел үлән, ҡайһы берҙәренең тирәһендә ҡып-ҡыҙыл булып көртмәле ята. Көртмәленең тәме бер ҙә боҙолмаған. Сәйгә һалып эсәбеҙ. Себер бит ул. Ҡырыҫ та, йәшәү өсөн йомарт та. Лаулап янған усаҡтан да хуш еҫ аңҡый. Ҡарағай бысып төшөрәһең дә, йыйылып ятҡан һыуын эсеп, тәнгә сихәт табаһың.
Ҡайҙа ғына, ниндәй генә тормош булмаһын, кешенең йәшәү сығанағы – эш. Мәгәр тормош шарты килешһеҙ булһа, кеше мәжрәп ҡалыусан була икән. Әлеге йәшәү өсөн көрәштә тағы ла кеше ярҙамы кәрәк. Беҙҙе мәжрәү тормоштан десятник коммунист Сергей тартып алды. Ни әйтәһең оло йөрәкле иргә? Күңел түренән рәхмәт белдерәһең.
Яҙҙың бер яҡты көнөндә, эш өҫтөндә, нарядчик вазифаһын үтәүсе Иван Трофимович ун минутлыҡ йыйылыш уҙғарҙы. Ул беҙҙе маҡтаны:
– һеҙҙең бригада лагерь буйынса ҡатын-ҡыҙҙар бригадалары ара­һында өсөнсө урынды ала. Һеҙ тырышаһығыҙ. Ошолай барғанда, беренсе урынды яуларға күп ваҡыт кәрәк булмаҫ – Иван Трофимович башына шлем кейгән. Был уның иректә хәрби урында эшләүен күрһәтә. Ул көлөмһөрәп һөйләй. – Һеҙ хәҙер ҡайһы бер ирҙәр бригадаларын артта ҡалдырҙығыҙ. Бирешмәгеҙ, һау булығыҙ, – тине лә икенсе урында эшләүселәр янына атланы.
Бригадирыбыҙ Серафима Иван Трофимовичтың Мәскәү хәрби гарнизонында яуаплы эш башҡарыуын аңлатты. Кем белә, бәлки ул да, лагерь нарядчигы булараҡ, беҙгә рәхим ҡулын һуҙыусылар менән бергәләп эш күргәндер. Кеше яҙмышын хәл итеүгә аҡылын да, таһылын да йәлләмәүсе был рәхимле нарядчик менән осрашыу күңелдә тәрән тәьҫир ҡалдырҙы.
Ошо осрашыуҙан һуң һәр саҡ Иван Трофимовичты күргем килә торғайны. Уны алыҫтан булһа ла күҙәтеүсән булдым. Ниндәй ҙә булһа һылтау табып, һөйләшергә уңай ҡарайым. Мәгәр сәбәп юҡ. Кейем-һалым бар, план үтәлеше һәйбәт булғас, тамаҡ та бик ас түгел.
Күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшә алмаһам да, Иван Трофимовичтың икенсе кеше менән һөйләшеүен үҙ ҡолағым менән ишеттем, үҙ күҙем менән күреү бәхетенә ирештем.
Бөтә бригада эшселәренә ял көнө бирелә. Ул ял көндәрен хәтерләһәм, хәҙерге замандағы фестивалдәрҙе, талантлы егет һәм ҡыҙ­ҙар­ҙы күҙ уңына ҡуям. Ҡайһы ғына төркөмгә ҡарама, мауыҡтырғыс сығышҡа осрайһың. Ҡаҙаҡтар атаҡлы йырсы-думбырасы (аҡһаҡал) етәкселегендә үләң әйтә. Сиғандар үҙҙәренең табор тормошоноң моңон яңғырата. Бер төркөм матурлығы, бейергә оҫталығы менән дан тотҡан Зосяның сығышына төбәлгән. Кавказ егеттәре, ҡулдарына ағас бысаҡ тотоп, Шамил бейеүен башҡара. Үзбәк-тажиктар ниңәлер әкрен тауыш менән, йөҙҙәренә күңел­һеҙлек билдәһе сығарып, шыңшып ҡына йырлай...
Беҙ һәүәҫкәрҙәр – һәр бер күренештән йәм-тәм табып йөрөүселәрбеҙ.
Ошондай хозур көн уртаһында беҙҙең баракта йәшәүсе ҡатындар­ҙы мунсаға саҡырҙылар. График буйынса мотлаҡ ваҡытында барыр­ға кәрәк!
Беҙҙе һәр саҡ мунса мөдире – көпшә һаҡаллы бабай ҡаршы ала.
Мунсабыҙ Себерҙең йыуан ҡарағай-ҡарағас бүрәнәләренән эшләнгән. Күҙ күреме етмәҫ оло һарайға оҡшап китә. Тышҡы-эске кейемдәрҙе һалыу бүлмәһе бар. Таҡта торбаларҙан эҫе, һыуыҡ һыу сылтырап ағып тора. Тышҡы кейемдәр һалыу бүлмәһендә көлтә һаҡаллы бабай ултыра, уның өҫтәлендә һауыт-һаба күренә. Мунса яғыусы егет оло сәйнүк тултырып сәй ҡайнатып бирә.
Мин ишеккә ҡарай атлағанда:
– Мунсанан сыҡҡас, берәр кө­рөшкә сәй эсербеҙ, картуф та бешерәм, – тине бабай.
– Рәхмәт,– тип яуапланым. Бөтәбеҙ ҙә был оло кешегә «бабай» тип мөрәжәғәт итәбеҙ. Ҡайһы бер йәш рус егеттәре «дедушка» тип өндәшә.
һаҡаллы бабайҙың «берәр кө­рөшкә сәй эсербеҙ» тигәндә ап-аҡ тештәре ялтырай.
Күмәкләп мунса инеү күңелле ул. Берәүҙәр сәс йыуыуға иғтибар бирә. Ҡайһылары ах та ух килеп сабына. Мәтрүшкә ҡушып бәйләнгән миндектән хуш еҫ аңҡый.
Мунса инеп сыҡһам, миңә әҙерләнгән көрөшкәнең боҫо бөркөп ултыра. Бабай, ай-вайға ҡуймайынса, сәй өҫтәле эргәһенә ултырырға ҡушты. Ошолай ихлас күңел менән әйтелгән һүҙгә нисек наҙланып тораһың. Өҫтәлдә бер-ике шаҡмаҡ шәкәр, бер тәгәс картуф, сохарый киҫәктәре бар. Икәүләп көрөшкәләге сәйҙе алып өлгөрмәнек, лагер­ҙың баш нарядсыһы Иван Тро­фимович килеп инде.
– Яҡташ-ерҙәш ҡарт, һаумы, – тип һүҙ ҡушты, беҙҙең бергәләп сәй эсеүгә тәнҡит сырайын күрһәтмәне. Үҙ-ара аяуһыҙ яҡын булып һөйләштеләр. Яҡташ-ерҙәш бер ҙә юҡҡа ғына түгелдер, күрәһең.
Иван Трофимович ҡабаланмай ғына тоҙ һибеп, бер-ике картуф ашаны.

Хөснә ЮЛДЫБАЕВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»