НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Яҙмыштарҙы, зинһар, боҙмайыҡ
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // Сегодня, 09:00


Яҙмыштарҙы, зинһар, боҙмайыҡКабинет ишеге асылып китеүгә башымды күтәр­ҙем. Унан килеп ингән Неллиҙы күреү менән нимәлер булғанын аңланым. Ғәҙәттә, ул атлап түгел, осоп йөрөй. Ишекте асыу менән хәбәрен теҙә башлай: курс старостаһы булараҡ, һәр саҡ ниндәйҙер мәшәҡәттәрҙе хәл итеп йөрөгән була ул. Йомошо араһында хәлдәрҙе һораша, сумкаһынан мотлаҡ бер нисә тәмле кәнфит сығарып алға һала, үҙ һөнәрҙәрен дә рекламаларға онотмай. “Гөлдәриә, кисә бик шәп маска яҙҙыртып алдым, әйҙә, был ялда битеңде таҙартып алайыҡ! Рәсимә, һәр йылдағыса, массаж эшләр ваҡыт етеп килә, давай, минең ваҡыт иркенерәк саҡта йөрөп ал. Флорида Ра­ви­левна, маникюр кәрәкмәйме?”...

“Минең дә улым булыр ине...”
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 5-10-2017, 10:50


“Минең дә улым булыр ине...”– Минең дә шундай өлкән улым булыр ине, – тине эске һағыш менән Римма, бер-бер артлы аш бүлмәһенә инеп, уның менән һаулыҡ һорашҡан улдарыбыҙға ҡарап. – Бәлки, ошо ваҡытҡа ейәндәрем дә булыр ине......

Ҡапыл бөкһәң, таяҡ та һына
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 9-09-2017, 09:00


Ҡапыл бөкһәң, таяҡ та һына
Ғәлиә менән Фәнил күптән бер-береһе менән таныш. Уртаҡ дуҫтарының ғаилә байрамында осрашып, интернет селтәрендә аралашыу йылдан ашыу дауам итте. Дуҫлыҡтың яйлап мөхәббәт хистәренә әүерелгәнен үҙҙәре лә һиҙмәй ҡалды. Баш ҡаланан 60 саҡрым ғына алыҫлыҡта ятҡан ауылда көн итеүсе ир һөйгәне янына аҙнаһына бер нисә тапҡыр килеп китергә ваҡыт таба ине. Икеһе лә уңышһыҙ ғаилә тормошонда ауыҙҙары бешкәс, тиҙ арала ҡауышыу тураһында уйламаны....

Бер уңмаған һис уңмай (Тулыһынса. Башы 32-се һанда һәм сайтта)
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 31-08-2017, 11:25


Бер уңмаған һис уңмай (Тулыһынса. Башы 32-се һанда һәм сайтта)Тимер ишек әллә нисәмә йоҙаҡҡа шатырлатып бикләнде. Дыңҡ итеп шуның ябылыуы, асҡыстың дүрт тапҡыр шығырлап боролоуы мейеһенә генә түгел, тәненең һәр бер күҙәнәгенә йән әсеткес итеп бәрелдеме ни! Ишеккә арты менән торған Гөлния ошо тауышты ишетмәҫ өсөн устарын ике ҡолағына ла терәне. Йән­тәслимгә, башын күкрәгенә ты­ғыр­ҙай булып, ҡолаҡтарын ҡаплап күпме торғандыр – ваҡыт тигән нәмә онотолғайны был мәлдә. Бөтә тәне ҡатып, мускулдарының хәле бөтөп, шыҡһыҙ бүлмәнең берҙән-бер карауатына аяҡтарын саҡ ҡыбырлатып барып ултырҙы. “Иий, илаһым, күрер көндәрем бар икән, Аллам... Ий, Хоҙайым! Ни өсөн мине ошо көнгә төшөр­ҙөң һин? Ниндәй гонаһтарым булды һинең алда? Нишләп кенә балаларымды булһа ла уйламаның?! Кем ҡулына ғына ҡалды инде хәҙер улар, етемкәйҙәрем, алтындарым минең!” – тип үкһеп, ҡаты ка­рауатҡа ауҙы....

Һөйөү булдымы был, әллә …
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 29-08-2017, 09:00


Һөйөү булдымы был, әллә …Мәктәпте яҡшы билдәләргә тамамлаһам да, әллә ҡайҙа китеп, теләгән һөнәремә уҡый алманым. Ашнаҡсыға әҙерләүсе курсты үттем дә, 18 йәшемдә ҡалала эшләй башланым. Көн дә атай-әсәйҙе, мал-тыуарҙы ҡарарға ҡайтып йөрөнөм. 19 йәшем тулып үткәс кенә тәүге мөхәббәтемде осраттым. Быға тиклем күпме егет минең менән танышырға теләһә лә бер кем дә оҡшаманы. Ә Илнурға бер ҡараштан ғашиҡ булдым да ҡуйҙым. Әҙерәк кенә осрашып йөрөгәс, ни эшләптер күңелем төшөп, ҡапыл ғына уның менән ташлашырға булдым. Ул аптырап ҡалды, башҡа килмәне. Аҙаҡ онота алмай үкендем. Өҙөлөп, күҙҙәремде талдырғансы киләһе юлдарына ҡарап көттөм, әммә Илнурым килмәне......

Рәнйетмәгеҙ ирҙәрҙе
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 7-08-2017, 10:34


Рәнйетмәгеҙ ирҙәрҙе
Ир рәнйеше ҡаты, тигәндәре дөрөҫтөр. Ололар ҙа, ир баланы рәнйетмәгеҙ, ти торғайны. Бер нисә йыл элек булған хәл иҫкә төшөп, үҙемсә һығымта яһаным.
Шулай матур бер көндө М. тигән кеше килде лә, балдыҙҙың мөлкәтен күсерергә ине, ярҙам кәрәк, йөк машинағыҙҙы биреп тормаҫһығыҙмы, тигәс, мин, әлбиттә, ҡаршы килмәнем, иремде лә ярҙамлашыр­ға сығарып ебәрҙем....

Уҙмыштар юҡ, күрәһең…
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 2-08-2017, 14:22


Уҙмыштар юҡ, күрәһең…
...Ғәйебен йәшереп өйрәнмәгән, ошоғаса бер кемде алдағаны ла булмаған Ләйсән туҡтай алмай, буҫығып иланы ла иланы... Фәтих нисек йыуатырға белмәй, аптырап ҡатып ҡалды.
– Нимә булды, Ләйсән? Берәй яңылыш һүҙ әйттемме әллә? Йә, әйт инде, йәшермә.
– Нисек кенә әйтергә лә белмәйем шул... Һин барыбер аҙаҡ минең кемлегемде беләсәк­һең...
«Эй, иҫәр шул мин. Ниңә генә ҡалырға күндерҙем икән?!» – тип үкенә башланы Фәтих.
Ләйсән, һыу эсеп, әҙерәк ултырғас, яйлап һүҙ башланы....

“Хыялымда мин – атай фамилияһында”
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 26-07-2017, 13:26


“Хыялымда мин – атай фамилияһында”– Мин атайһыҙ үҫкәнем өсөн ғүмер буйы әсәйемде ғәйепләп йәшәнем, – тине Йәмил*, утыҙ өс йәшлек ир, һыу һаҡлағыстың аҡ бүрекле тулҡындарынан күҙен дә алмай. – Һис ҡасан әсәйем менән әллә ни яҡынлыҡ тойманым. Уға мөнәсәбәтемде үтә һалҡын тип кенә түгел, хатта дошмандарса тип атарға булыр ине. Сөнки әсәйемә гелән үпкә призмаһы аша ҡараным. Атайлы малайҙарға ҡарап нисек көнләшеүемде белһәгеҙ! Күр­шелә Мансур йәшәне, ул да атай­һыҙ үҫте, әммә олатаһы бар ине. Олатаһы менән ат һыуларға ла, ҡуянға тоҙаҡ ҡорорға ла бергә йөрөнөләр, сыйырсыҡ ояһын да икәүләп эшләнеләр. Ә мин бер үҙем тағараҡ эшләп аҙап­ландым, эт ояһын йүнәтеп хитландым....

Серҙәремде кемгә һөйләйем?
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 19-07-2017, 10:59


Серҙәремде кемгә  һөйләйем?“Ялҡау, иҫәр, ҡарға кеүек ҡарҡыл­дама...” – көн дә шул һүҙҙәрҙе ишетәм. Балаларым да : “Нимә кәрәк?! Аяҡ аҫтында буталма! Кәрәк икән, үҙең эшлә!” – тип ҡысҡыра.
Эй, бәхет тигәндәре ҡайҙа икән, ҡайҙа йөрөй икән аҙашып? Минең дә бар ине матур, сая, көслө саҡтарым. Яҙмыш булдымы, яңылышмы, үҙем дә аңламайым, бер таныш булмаған кешегә кейәүгә сығырға ризалыҡ бирҙем. Күрәсәк шул булғандыр инде. Эшем дә бар ине, хөрмәтле, билдәле кеше инем, әммә яҙмыш тигәндәре мине Башҡортоста­ныбыҙҙың элек үҙем һис тә ишетмәгән, белмәгән район­ына алып килде. Кешене ризыҡ йөрөтә, тигән булыр ине өләсәйем. Мине лә ризығым тартып алып килгәндер, күрәһең. Яҡшы ғына йәшәп киттек, ниндәй тырыш, уҡымышлы, һәләтле булһам да, башымды баҫып, сабыр итеп иргә лә, ҡәйнәгә лә ярар­ға тырышып йәшәй торғас, ғүмерем үтеп киткәнен һиҙмәгәнмен. Күрше бабайы: “Эй, килен, түҙ инде һин, түҙ! Өйрәнерһең, бына балаларың булыр, улар үҫер, тора-бара ҡәйнәң дә йомшарыр”, – ти торғайны....

Кем ғәйепле? (Дауамы бар)
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 13-07-2017, 10:00


Кем ғәйепле? (Дауамы бар)
Рәйлә менән магазинда эшләй башлағанда танышҡайныҡ. Беҙ­ҙе, бер төркөм йәштәрҙе, Ленин районының сауҙа үҙәгенә алып килделәр ҙә, магазиндарға таратып: «Һеҙ хәҙер ошо магазинда өс йыл, эш урынын алмаштырмай, үҙ аллы эшләргә тейешһегеҙ, йәғни отработка», – тинеләр. Беҙ, ике ҡыҙ, 49-сы магазинға юллама алдыҡ. Бына ошонда таныштыҡ та инде был ҡыҙ менән. Рәйлә – ябыҡ ҡына, алсаҡ ҡала ҡыҙы. Ә беҙ – ауыл ҡыҙҙары. Үҙенең ябайлығы, алсаҡлығы менән йәлеп итте ул. Тәжрибәле апайҙар ҙа гел шул йәш һатыусыны беҙгә, йәштәргә, өлгө итеп ҡуя ине: «Бына, ҡарағыҙ, йәш кенә булһа ла, сауҙа өлкәһендә бик уңышлы эшләп йөрөй. Һатыу серҙәрен бик яҡшы аңлап эш итә, тыңлаусан, аҡсаны дөрөҫ белеп ҡуллана. Ике аҙналыҡ курс тамамлаған тимәҫ­һең». Ә беҙ, бер йыл сауҙа училищеһы тамамлап килһәк тә, уға еткерә алмайбыҙ, йәнәһе....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM