«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Яғаңды биш тотоп йәшә!



17.01.2014 Яғаңды биш тотоп йәшә!

(«Арыным был тормоштан», «Йәшлек», №12, 20 сентябрь, 2013 йыл)
Эскесе иренән һәм донъя мәшәҡәттәренән арыған Венераның ха­тына яуап яҙырға булдым.
Мин дә һинең кеүек ауыл ҡатыны, әле хаҡлы ялдамын. Шуға уйларға ла, йоҡларға ла ваҡыт күп (шаярыу, әлбиттә). Йәш саҡта, бигерәк тә балалар үҫтергәндә, эш күп булды. Ир колхоз эшенән бушаманы. 30 – 40 һум хеҙмәт хаҡы өсөн көн-төн йөрөнө. Үҙем дә өйҙә ултырманым, эшләп тә өлгөрә инем. Өс ҡыҙыбыҙ тиҙ генә ҡул араһына инде. Эштән ҡайтам да шәл бәйләргә ултырам. Айына берәүҙе һатһам, бик риза була торғайным. Һәр хәлдә, кешенән аҡса һорап йөрөлмәне. Ҡыҙҙар ҙа эшләп, йорт эштәрендә беҙгә ярҙамлашып үҫте. Һин башҡарған эштәр беҙҙә лә булды, саҡ өлгөрә инем. Әммә, хәҙер уйлауымса, тормошомдоң иң бәхетле мәлдәре булған икән улар. Тотоп һөйөп ебәрергә балалар эргәлә ине. Хәҙер, ҡош балалары кеүек, төрлөһө төрлө яҡҡа осто, һағынһаң да юҡ. Элек ата-бабаларыбыҙҙы Себергә һөргөнгә ҡыуғандар, ә хәҙер балаларыбыҙ унда эш эҙләп китә. Имен-һау йөрөһөндәр инде, тип күп уйланып, йөрәккә көс төшә.
Бабай эргәлә йүгереп йөрөй ҙә ул, элек үҙәккә үткәргәндәре иҫтән сыҡмай. Эштән ҡайтыуға эскән була, балаларҙы ҡарайһыңмы, иргә ярайһыңмы – икегә ярылырҙай була инем. Әле йәшһең, һеңлем, күп түҙергә кәрәк буласаҡ. Һин яҙғандар сүп кенә бит ул! Шулай ҙа үҙеңә ял бирергә өйрәнергә кәрәк, Венера. Иң тәүҙә балаларыңды эшкә өйрәт. Нишләп бер үҙең йөкмәйһең барыһын да?! Ауылда йәшәгәнеңә шөкөр итеп, ололар әйтмешләй, «яғаңды биш тотоп» йәшә. 2 – 3 эштә эшләп, ҡалала йәшәй алыр инеңме? Мин белгәндәрҙең күбеһе өйҙәренә йоҡларға ғына ҡайта. Үҙенең «ояһы» булһа әле, йә ятаҡта, йә ҡуртымға алынған бүлмәлә көн күрә. Ә беҙ – ирекле кеше, үҙ йортобоҙ, саф һауабыҙ. Аҙбар тулы мал, ҡош-ҡорт. Көҙ һайын ҡаҙ өмәләре, һуғым һуйыу күңелле мәшәҡәт бит ул. Аллаға шөкөр, былтырғы йыл да уңышлы булды.
Һеңлем, китап, гәзит, журнал уҡы. Ял да булыр, зиһенең дә яҡшырыр. «Шоңҡар» журналында бик матур йәһүд мәҡәлен уҡығайным: «Йәшлектәге белем – ҡартлыҡтағы аҡыл». Ниндәй хаҡ һүҙҙәр.

Зөһрә апайың.
Баймаҡ районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға