«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Тартаһыңмы?



22.11.2013 Тартаһыңмы?

Бала тәмәке тартырға күнекһен өсөн ни бары ике көн етә. Ата-әсәһе даими тартҡан балалар кескәй саҡтан уҡ никотин ҡоло булып үҫә. Рәсәйҙә, башлыса, балалар 12 йәштән тарта башлай, уларҙың 7,5 проценты көн һайын тәмәке көйрәтә. Уҡыусыларҙың өстән бер өлөшө, һирәк булһа ла, тәмәке тартыу менән мауыға. Статистика шуны күрһәтә: малайҙар мәктәптә насар ғәҙәт менән мауыға башламай икән, күпселек осраҡта һуңынан да “ата тәмәкесе”гә әйләнмәй. Улар олоғайғас тарта башлаған хәлдә лә, мең бәлә менән булһа ла, был насар ғәҙәтенән арына. Ә бына ҡатын-ҡыҙҙар һуңыраҡ тарта башлай һәм сигаретҡа үтә лә тиҙ өйрәнә.
Кисә Халыҡ-ара тәмәкенән баш тартыу көнө билдәләнде. Ошо уңайҙан, тәмәке менән дуҫлыҡтарын асыҡларға теләп, бер нисә гәзит уҡыу­сыбыҙға мөрәжәғәт иттек.

Оксана МӨХӘМӘТШИНА, Өфө ҡалаһы, 33 йәш:
– Студент йылдарында тарта башланым. Әле бына 14 йыл тәмәкесе стажым бар. Балаға уҙғас, Хоҙай ярҙам иттеме икән инде, әсәлек инстинкты көслө булдымы – шундуҡ был ғәҙәтемде ташланым. Шулай бәпес менән ике йыл самаһы тартмай йөрөнөм. Ләкин балам тәпәй баҫып китеүе булды – үҙ-үҙемдән дә, баламдан да, ирем һәм башҡа яҡындарымдан да оялып булһа ла, ҡасып, ҡайтанан тарта башланым.
Мине бер кем дә көсләп тарттырмай, әхирәттәрем дә, коллегаларым да тәмәкенән алыҫ тора. Үҙ-үҙемде тыя алмайым. Инде нисәмә тапҡыр сигаретты ташлап ҡараным, ләкин ике көн дә сыҙарлыҡ түгел. Әйткәндәй, ирем, 10 йәшендә тарта башлаған булһа ла, өс йыл элек насар ғәҙәтен ташланы. Һимереп китте, әлбиттә, ләкин ике ай самаһы ашауын ҡыҫҡартты ла, артыҡ килоларын да юҡ итте. Шулай ул ирҙәр – беҙгә ҡарағанда күпкә нығыраҡтар. Ташларға ине миңә лә тәмәкене. Улым үҫеп килә, уңайһыҙ бит.

Инсур ҮТӘБАЕВ, Бөрйән районының Әбделмәмбәт урта мәктәбе директоры:
– Тәмәкене ташлағаныма һигеҙ ай булды. 12 йыл тартҡандан һуң был мәғәнәһеҙ ғәҙәтемдән арына алдым. Аҡсаны, унан да бигерәк һаулыҡты һурыусы бер нәмә инде ул. Мәңге тартмаһам да үкенмәҫ инем. Тәмәке ташлауға балалар менән эшләүсе етәксе булыуым да, тартыусыларҙы “ҡыҫырыҡлаусы” яңы закондар сығыуы ла сәбәпсе булды.
Беҙҙең мәктәп коллективында ла, уҡыусылар араһында ла (Әбделмәмбәт, Килдеғол, Ҡолғана ауылдары уҡыусылары күҙ уңында тотола) тәмәке тартыусылар юҡ.

Руслан НИҒМӘТУЛЛИН, Стәрлетамаҡ ҡалаһы:
– Сигарет мине тонуста тота. Эшем ауыр – мин риэлтор, көнөнә өсәр тапҡыр форс-мажор сығып тора. Тартмайынса нисек сыҙайһың? Клиенттар ҡайһы саҡ шул тиклем сығырымдан сығара, уларҙы һуғып осорор урынға, сығып тартып, тынысланып инәм.
Башҡалар теләмәй икән, тартмаһындар әйҙә. Ниңә мине тәрбиәләргә тырышаларҙыр? Тәмәке төтөнөн бер кемдең дә танауына өрмәйем бит. Минән кемгә зыян килһен?!

Ләйлә МОНАСИПОВА, студент:
– Мин уҡыған төркөмдә ҡыҙҙар ҙа, егеттәр ҙә күп. Шуны асыҡланым: егеттәрҙең күпселеге тәмәке тартмай, ә ҡыҙҙарҙың 80 проценты тиерлек көйрәтә. Был – йәштәр мөхитенең бөгөнгө ысынбарлығы. Ошо хаҡта психолог әсәйем менән һөйләшеп ултырғайным. Уның фекере ошолай – хәҙер ир-егеттәр шул тиклем эгоис­ҡа әйләнде, үҙ-үҙҙәрен сикһеҙ ярата, шуға ла һаулығына ла иғтибар бирә. Ә ҡыҙҙар ябайлашты, гүзәл заттарыбыҙ үҙен юғары ҡуймай башланы. Күңелһеҙ перспектива, шулай бит?
Үҙем тартмайым һәм тартҡан кешеләрҙән алыҫыраҡ торорға тырышам. Ләкин туҡталыштарҙа, урамда был мөмкин түгел. Йәмәғәт урындарында тартыуҙы тыйыусы закон эшләмәй. Тартһындар әйҙә, бик теләһәләр, ләкин ситкәрәк китһендәр. Кешеләргә зыян килтерергә кемдең хаҡы бар? Мин, мәҫәлән, урамда бер кемде лә йонсотмайым бит.

Лилиә СИРАЕВА яҙып алды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға