«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Баҫыуҙар юҡҡа сыҡты



02.08.2013 Баҫыуҙар юҡҡа сыҡты

Баҫыуҙар юҡҡа сыҡтыҮкенескә күрә, быйыл да тәбиғәт инде өлгөрөп еткән уңышты юҡҡа сығарҙы – боҙло ямғыр Бүздәк районы хужалыҡтарына әллә күпме зыян килтерҙе.
Хәҙер Бүздәктәге хужалыҡтарға ҡараһаң, илағы килә – борсаҡ, сөгөлдөр, бойҙай, көнбағыш баҫыуҙары ҡап-ҡара булып ята. Диаметры өс сантиметрға тиклем еткән борсаҡ яуғанлыҡтан, бөтә уңыш юғалған тиерлек. Хәҙер был культураларҙың ҡалдыҡтарын малға ашатырға ғына ҡала. Урындағы фермерҙар һәм башҡа хужалыҡ етәкселәре әйтеүенсә, борсаҡ өс көн яумай торһа ла, уңыш йыйып алыныр ине. Боҙ яуасағын алдан хәбәр иткәндәр-итеүен, ләкин гектар-гектар майҙанды нимә менән ҡаплайһың инде.
Борсаҡ биш минут ҡына яуған хәлдә лә бик күп баҫыуҙы юҡҡа сығара. Ә Бүздәк районында боҙ ямғыры 40 минут буйы яуған. Зыян күргән хужалыҡтарҙың береһенең генә страховкаһы бар. Ҡалғандары Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығынан ниндәй ҙә булһа ярҙам алырға өмөт итеп, документтар йыя. Матди зыянды һанамағандар әле, шулай ҙа һүҙҙең 10 ғына түгел, 100 миллион һум тураһында барасағы аңлашыла.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға