«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Телеңде йоторлоҡ



02.08.2013 Телеңде йоторлоҡ

Имбирь, лимон һәм бөтнөк менән боҙло сәй
Телеңде йоторлоҡ1,5 литр эсемлек әҙерләү өсөн 4 пакет сәй, яр­ты лимон, 2 – 3 бөтнөк яп­рағы, башбармаҡ ҙурлығындағы имбирь, шә­кәр кәрәк.
Барыһын да, лимондан баш­ҡа, сәй бе­шереү өсөн һауытҡа һалабыҙ, теләгәнсә шәкәр ҡушабыҙ һәм өҫтөнә 1,5 литр эҫе һыу ҡоябыҙ. Сәй бешкәс, пакеттарҙы алабыҙ һәм лимон өҫтәйбеҙ. Өй температураһына тиклем һыуытҡас, имбирь, бөтнөк һәм лимон цедраһын һөҙөп алабыҙ, эсемлекте һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Эскәндә стаканығыҙға боҙ өҫтәп ебәрһәгеҙ, эҫелә һыуһынды ҡандырыу өсөн бик шәп буласаҡ.

Йәшелсәләрҙән запеканка

4 – 6 картуф, 2 йәш ҡабаҡ, 2 баклажан, 3 – 4 татлы борос, 3 – 5 помидор, 2 – 4 бүлкәт һарымһаҡ, 500 г ҡаймаҡ, тоҙ, ҡара борос.
1. Ҙур булмаған киҫәктәргә телен­гән картуфты тоҙло һыуҙа 5 минут бешереп алабыҙ.
2. Баклажан һәм ҡабаҡты өлөштәргә, боросто һаламлап, поми­дор­ҙы балдаҡлап, һарымһаҡты ваҡлап киҫәбеҙ.
3. Тәрән табаға картуф, ҡабаҡ, баклажан, боросто, тоҙ һибеп, ҡатлап һалабыҙ, өҫтөнә һарымһаҡты һибәбеҙ. Ҡаймаҡ ҡойоп, помидор­ҙы һалабыҙ. Ҡаймаҡ ныҡ ҡуйы булһа, уны һыу менән шыйыҡ­латыр­ға мөмкин.
4. 25 – 30 минутҡа мейескә ҡуябыҙ.

15 минутта һоло пе­чень­е­һы

2 ҙур банан, 1 стакан геркулес ярмаһы, теләк буйынса саҡ ҡына сәтләүек, йөҙөм, шоколад, күрәгә, ҡара емеш алына.
Бананды геркулес менән ҡушып иҙергә. Уның араһына сәтләүек, шоколад, ҡара емеш һ.б. ҡушырға. Табаны майлап, килеп сыҡҡан ҡамыр­ҙы ҡалаҡлап һалып сығырға. Печенье 250 градус ҡыҙыулыҡта 15 минуттан әҙер була. Файҙалы аҙыҡ-түлеккә иғтибар бүлгән кешеләргә сәй янына бына тигән тәм-том.






Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға