«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » «Көҙҙәремдә килгән бәхетем»



10.04.2012 «Көҙҙәремдә килгән бәхетем»

«Көҙҙәремдә килгән бәхетем»
Эскесе ир менән ярты ғүмерен заяға үткәргән ҡатын олоғайған көнөндә үҙен ихтирам иткән тормош юлдашын осрата
Минән йыш ҡына: «Мәҡәләләреңдең геройҙарын ҡайҙан табаһың?» − тип һорайҙар.
Улар үҙҙәре табыла.
Тамара апай менән дә көтмәгәндә таныштым.
Салауат ҡалаһынан килеүсе автобустан төшөп ҡалдым да, ҡайтыу яғына ыңғайланым. Шул саҡ үҙемә кемдеңдер өндәшкәнен ишетеп, туҡтап ҡалдым. Ауыр сумкаһын һөйрәп, саҡ атлап килеүсе оло йәштәрҙәге апай дауаханаға юл өйрәтеүемде үтенде. Үҙем бөтөнләй икенсе яҡта йәшәһәм дә, оло кешене йәлләп, уның ауыр сумкаһын күтәреп алдым да, дауаханаға оҙата уҡ киттем.
Һүҙ артынан һүҙ сығып, был алсаҡ апай менән танышып алдыҡ. Уның беҙҙең ҡалаға тәүгә килеүе икән. ҡала дауаханаһына тормош иптәше янына китеп барыуы.
Кешеләрҙе магнит кеүек үҙҙәренә тартып, ылыҡтырып торғандар була. Ундайҙар менән уртаҡ тел табыуы ла еңел, саҡ ҡына аралашыу менән әңгәмәсеңдең күңел торошон тойомлап алаһың. Тамара апай менән дә шулай булды. Уның матур, яҡты күңелле, изге уйлы кеше икәнен шундуҡ шәйләнем.
Апайҙы яйлап ҡала менән таныштырып, автовокзалдан дауаханаға илтеүсе юлды өйрәтеп, ашыҡмай ғына атлаған арала, әңгәмәсем миңә, беренсе күргән кешеһенә, күңел йомғағын һүтергә ашыҡты.
Тамара апай − Бөрйән ҡыҙы. Баш ҡалала юғары уҡыу йортон тамамлағас, уны юллама буйынса Ғафури районы мәктәптәренең береһенә эшкә ебәрәләр. Шунда ул буласаҡ тормош юлдашын осрата.
Киләсәккә тик изге уйҙар, яҡты өмөттәр менән ҡараған уҡытыусының иптәше «йәшел йылан» менән дуҫ кеше булып сыға.
Көнө-төнө шешә ҡосаҡлап йөрөгән кеше менән йәшәһә лә, матур итеп донъя көтөргә, балалар үҫтерергә хыяллана ҡатын.
Иренә ике малай таба. Бәлки, балалар тыуғас, эсеүен ташлар, тигән өмөттәре генә аҡланмай ҡала.
Ғүмере буйы бармағын бармаҡҡа һуҡмай, эсеп, кәйеф-сафа ҡороп ҡына көн иткән ир, эскелек һаҙлығынан сыға алмай, көндәрҙән бер көндө үҙ-үҙенә ҡул һала.
Донъя мәшәҡәттәре, ике бала менән Тамара апай яңғыҙы тороп ҡала. Ире үлеп, ике ай үтеүгә әсәһе сирләп түшәккә йығыла.
Ошолар тураһында һөйләгәндә, апайҙың тауышы ҡалтырап-ҡалтырап ҡуя ине.
− Иңдәремә төшкән бөтә ҡыйынлыҡтарҙы яңғыҙым күтәргәндә, тештәремде ҡыҫып, түҙергә тырыша инем. ҡапыл ғына көсөм бөтөп, һынып ҡуйыуҙан ҡурҡтым, − ти ул был хаҡта.
ҡасан да булһа бөтә ҡыйынлыҡтарҙың үтеренә, әсәһенең аяҡҡа баҫырына, улдарының үҫеп, үҙенә ҙур таяныс булырына ышанып, өмөт менән алға атлай ҡатын.
Ғәзиз әсәһен, ысынлап та, тәрбиәләп, аяҡҡа баҫтыра. Ҙур өмөттәр бағлап, күҙ ҡараһылай һаҡлап, иркәләп кенә үҫтергән улдары ғына, әсәгә оло таяныс булыр урынға, уның мәңгелек йөрәк яраһына әйләнә.
Үҫеп ир булып еткәс, уларҙың икеһе лә эскегә һабыша. Ошонан башлана ла инде Тамара апай өсөн «ҡара көндәр».
− Атайҙары эсеп ҡайтып, тауышланып, балалар менән өйҙән ҡыуып сығарған саҡтарҙа, ике баламды ҡосағыма алып, һарай, мунса баштарында төн үткәргән саҡтар булды. Шул мәлдәрҙә улдарыма эскелектең ниндәй әшәкелек икәнен аңлатырға тырыштым, атайҙарының насар юлын ҡабатламаһын өсөн барыһын да эшләргә ынтылып йәшәнем.
Әле булһа, төндәрен уянып китеп, башымда әйләнгән уйҙарымды туплай алмай, үҙ һорауҙарыма яуап таба алмайынса ыҙаланам. Уҡытыусы башым менән шундай йүнһеҙ балалар үҫтергәнем өсөн кеше алдында ғәрләнәм. ҡайһы ерҙә яңылышлыҡ ебәрҙем икән, тип бар ғүмеремде күҙ алдынан үткәрәм.
Яңғыҙлыҡтан арып, артабан йәшәүгә көсө бөтә башлағас, Тамара апай үҙ янына әсәһен күсереп алып ҡайта.
Тик эскесе улдары уларға тыныс ҡына йәшәргә бирмәй, ай һайын ауылға ҡайтып, тауыш сығарып, пенсия аҡсаларын талап алып китергә ғәҙәтләнеп ала. Етмәһә, өйҙәге әйберҙәрен сығарып һата йәки араҡыға алмаштыра башлай­ҙар.
– Артабан да былай йәшәү мөмкин түгел ине. Әсәйем менән ултырып кәңәшләштек тә, Бөрйәнгә, тыуған ауылыма күсеп китергә булдыҡ, – тип һүҙен дауам итә апай. − Юл буйы илап ҡайттым. Мине, йәп-йәш, сибәр генә ҡыҙсыҡты, ҡосаҡ йәйеп ҡаршы алып, ярты ғүмеремде шул яҡтарҙа уҙғарып, бар йөрәгемде биреп, изгелегемде өләшеп тә, миңә саҡ ҡына ла бәхет бирә алмаған Ғафури еренә үпкә белдереп һыҡтаным.
Ауылда уларҙы ярты емерек атай йорто ҡаршы ала. Күптән ир ҡулы теймәгән донъя бөтөнләй етем, ҡотһоҙ була.
− Үҙемдең күңелем дә ошо донъя кеүек ярты-йорто ине, ҡулға бер эш бармай, Ғафуриҙа тороп ҡалған бөртөкләп йыйған үҙ донъям, күршеләрем, ауылдаштар, эшләгән мәктәбем һәм тағы ла ике улым төштәремә инә торғайны, − ти Тамара апай, ул ауыр саҡтарҙы тағы ла бер тапҡыр йөрәге аша үткәреп.
Эйе, бала ниндәй генә йүнһеҙ булһа ла, әсә кеше өсөн ул барыбер ғәзиз кеше булып ҡала шул. Йөрәк аҫтында йөрөтөп, мең ғазап кисереп тапҡан сабыйына бер әсә лә насарлыҡ теләмәй.
Был апай ҙа, «йәшел йылан» тоҙағына эләккән улдарын унан тартып сығарыр өсөн ни генә эшләмәй, бар булған ысулдарҙы ла ҡулланып ҡарай, дауаханаларға, халыҡ табиптарына йөрөтә. Тик һөҙөмтә булмай.
Кешенең үҙендә ихтыяр көсө, теләк булмаһа, көсләшеп кенә ниндәйҙер һөҙөмтәгә өлгәшеү бик ауырҙыр ул. Артабан йәшәргә, донъя көтөргә кәрәклеген аңлаған ҡатын яйлап атаһынан ҡалған донъяны рәтләргә тотона.
Ваҡыт уҙа тора. Бөтмөр, уңған апайҙың тырышлығы менән иҫке генә, ярты емерек донъя бөтөнләй икенсе төҫ ала, тик йөрәк яралары ғына уңалырға ашыҡмай.
− Үҙ ауылымда, тыуған нигеҙемдә, ауылдаштарым араһында көн итһәм дә, ни өсөндөр бында барыһы ла ят булып тойолдо, үҙ-үҙемә урын таба алмай йонсоном, күңелемдәге бушлыҡты тултыра алмай ыҙаландым. Ваҡыты-ваҡыты менән йөрәгем өҙөлөп, ҡайҙалыр төшөп киткәндәй тойола торғайны. Бик оҙаҡ ваҡыт үҙем Бөрйәндә, ә күңелем Ғафуриҙа йәшәне, − ти ул, шул йылдарҙы иҫенә төшөрөп.
Был тормош үтә лә рәхимһеҙ, аяуһыҙ кеүек тойолһа ла, сабыр, итәғәтле, изге йәнле бәндәләренә барыбер иртәме-һуңмы бәхет ҡапҡаларын асырға тейештер ул.
Һынауҙарҙан, алдына сығып торған ауырлыҡтарҙан, донъя йөгөн яңғыҙ һөйрәүҙән арыған Тамара апайға ла, һуңлап булһа ла, инде ғүмер көҙө еткәс, бәхеттең татлы тәмен тәмләп ҡарарға насип була. Яҙмыш уны үҙе кеүек яңғыҙ ҡалған Урал ағай менән осраштыра.
− Ағайыңды Хоҙай Тәғәлә тарафынан ебәрелгән бүләк тип ҡабул иттем. Йәшләй генә тормош иптәшен юғалтып, өс балаһын яңғыҙы ҡарап үҫтергән иргә ҡарап һоҡланмаҫлыҡ та түгел ине шул.
Ул мине үҙ йортона алып ҡайтҡанда, матур көҙ айы ине. Шуға ла ул, минең өсөн көҙҙәремдә килгән бәхетем, тим. Уның донъяһына барып инеү менән үҙемде ожмахҡа эләккәндәй тойҙом. Өйҙәге тәртипте, бөхтәлекте күреп, бындай иҫ киткес матур йортта оҙаҡ ун ете йыл буйы яңғыҙ ир йәшәгәнлегенә ышанмай торҙом хатта. Тик иң аптыратҡаны, һоҡландырғаны уның балалары булды. Шул тиклем аҡыллы, итәғәтле, уңған улдарына ҡарап, үҙемдең балаларым өсөн ғәрләндем.
Үҙемдекеләрҙән күрмәгән ҡәҙер-хөрмәтте Уралдың уландарынан күрҙем, йылы һүҙҙәренән, апай ҙа апай тип өҙөлөп тороуҙарынан күҙҙәремә йәш төйөлә ине.
ҡаланан беҙҙең янға ҡайтыуҙарын һағынып, түҙемһеҙләнеп, тәмле аштарымды бешереп көткәндә, күңелем менән үҙемдең ике улымды ла көттөм. Ишек асылып китер ҙә, улар килеп инер, тип хыялланған булдым. Был хыялы тормошҡа аша апайҙың. Тик ике әзмәүерҙәй ир әсәй кешенең хәлен белергә түгел, ә аҡсаһын талап китер өсөн ҡайтҡан булып сыға. Етмәһә, улар Урал ағайҙы туҡмап китә.
Ғүмеренең ошо ҡыйын, аяныс мәлдәре тураһында бәйән иткәндә, әңгәмәсемдең тауышы нисектер ҡалтырап киткәндәй була, аҙыраҡ өнһөҙ тороп ала ла, һүҙен артабан дауам итә үҙе.
− Был хәлдән һуң, ауырып, түшәккә йығылдым. Ағайыңдың күҙенә ҡарарлыҡ көсөм юҡ ине. Оятымдан, ғәрлегемдән нимә эшләргә белмәнем. Был донъяла бер көн дә, бер минут та торғом килмәне.
Был хәлдән һуң Урал бик оҙаҡ уйланып йөрөнө, тик улдарым тураһында ла, минең турала ла бер насар һүҙ әйтмәне. Ауырып ятҡан сағымда донъяны ла көттө, минең йортомдо ла ташламай, күҙ-ҡолаҡ булды, хатта унда йәшәгән әсәйемде лә бөтөнләйгә үҙебеҙгә күсереп алып ҡайтты.
Уның бик күп уйланғанын күреп, ниндәй уйҙар менән йөрөй икән, тип аптырабыраҡ ҡуя торғайным. Ә ул бер көндө ҡайтып инде лә, мине мәсеткә алып китте.
− Балаларҙы шайтан тырнағынан тик Хоҙайҙың ярҙамы менән генә тартып аласаҡбыҙ, Тамара, − тине ул. − Алланың ҡөҙрәте киң, уға һыйынайыҡ, бына күрерһең, улдарың дөрөҫ юлға баҫасаҡ. Бары тик бар йөрәгең менән ышанырға кәрәк. Доғалар уҡы, Аллаһы Тәғәлә әсәй кешенең һүҙҙәрен, ялбарыу­ҙарын мотлаҡ ишетәсәк.
− Бына шулай итеп, Урал мине етәкләп тигәндәй иман йортона алып килде. Беҙҙең өсөн мәсеттән дә изге урын юҡ хәҙер, үҙ йортобоҙ кеүек яҡын ул беҙгә.
Мөғжизә юҡ, тиһегеҙме? Барҙыр. Сөнки Тамара апайҙың улдары, ысынлап та, хәмерҙән баш тартып, дөрөҫ юлға баҫа. Бик насар ҡылыҡтары, күрһәткән яуызлыҡтары өсөн ғәфү үтенеп, тәүбә итеп, матур донъя ҡороп, йәшәп китәләр. Бөгөн улар икеһе лә ғаиләле. Ике ғаиләнең балалары күптән туғанлашып бөткән инде.
Сабыр итә белгәндәргә бәхет мотлаҡ килер, тигән һүҙҙәр бар. Был һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөнә тағы ла бер ышанып ҡуйҙым.
Әңгәмәсе апайым хәтирәләр йомғағын һүткән арала, дауаханаға килеп тә еткәнбеҙ.
− Бына ағайың ғына сирләберәк тора әле, − тине Тамара апай, – балалар һеҙҙең дауаханаға килтереп һалып китте үҙен. Шуның өсөн генә күңелем болоҡһоп тора, барыһы ла яҡшы булһын ине, тип теләйем.
Был алсаҡ апай менән хушлашып, юлымды дауам иттем. Күңел ниндәйҙер әйтеп аңлатып булмаҫлыҡ кисерештәр менән тулғайны.
Был яҙмыш тигәнең нисек кенә һынамай әҙәм балаһын. Ҙур хыялдар менән янып, күктең етенсе ҡатында йөҙгәндә, ул һине ергә һеңгәҙәтә һуға, йә, киреһенсә, тормошоңда бер ниндәй өмөткә урын ҡалмағанда, алдыңда өмөт-хыял, бәхет ҡапҡаларын аса.
Әңгәмәсемдең ғүмер юлына байҡау яһағанда, изге китабыбыҙ ҡөрьәндә яҙылған: «Бала биреп һынармын», − тигән һүҙҙәр иҫкә төштө. Был һәр әҙәм балаһы өлөшөнә төшкән иң изге лә, яуаплы ла, ауыр ҙа һынауҙыр.
Ошондай яҙмыш һынауы аша үткәндәргә тырышлыҡ һәм оло сабырлыҡ теләйем.

Лена ХӘЙРУЛЛИНА.
Мәләүез ҡалаһы.

(Мәҡәлә геройҙарының исемдәре үҙгәртеп алынды).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға