«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Президент улының яратҡан төркөмө



07.09.2010 Президент улының яратҡан төркөмө

Рок-музыка һөйөүселәргә «Linkin Park» төркөмө яҡшы таныш. Йәштәрҙең, айырыу­са егеттәрҙең, иң яратып тыңлаған йырҙарын башҡара ул.
Төркөм 1999 йылда барлыҡҡа килә һәм тиҙ арала ҙур по­пулярлыҡ яулай. Ул 60 миллиондан ашыу альбомын һатырға өлгөрә, ике тапҡыр Грэмми наградаһына лайыҡ була. Тәүге альбомдары уҡ төркөмгә ҙур уңыш килтерә, ул 30 миллионлыҡ тираж менән һатылып бөтә һәм «бриллиант альбом» статусын ала. Икенсе альбом да, беренсеһе кеүек үк, уңышҡа өлгәшә һәм альбомдар һатыуҙан килгән аҡсаны төркөм бөтә донъя буйынса хәйриә акциялары ойоштороуға тотона. Һуңғы альбомдары ла 32 илдә тәүге урында тороп, өс тапҡыр «платина альбом» исеменә лайыҡ була.
Гаитиҙа булған ер тетрәүҙән һуң төркөм хәйриә акцияһында «Not Alone» йыры менән ҡатнаша, ҙур булмаған альбомын сығара. Уны бушлай интернеттан алырға була һәм төркөм тыңлаусыларын да фажиғә ҡорбандарына ярҙам итергә саҡыра. Уларҙың «Music For Relief» проекты сиктәрендә башҡарылған эштәре глобаль йылылыҡтың насар һөҙөмтәһен кәметеү өсөн 355000 ағас ултыртырға ярҙам итә. 100000 ағас төркөмдөң аҡсалата ярҙамына ултыртыла.
Төркөмдә алты кеше – Честер Беннингтон, Майк Шинода, Джо Хан, Брэд Дэлсон, Роб Бурдон, Дейв Фаррел сығыш яһай. Әйткәндәй, төркөмдөң исеме лә тәүҙә үк «Linkin Park» булмай. Башта ул – «Xero», һуңынаныраҡ «Hybrid Theory» тип атала. Әммә Британияның «Hybrid» электрон төркөмө улар­ҙы плагиатта ғәйепләй һәм Честер Беннингтон төркөм өсөн яңы исем уйлап таба – «Lincoln Park». Ул Лос-Анджелестағы тап ошо парк аша көн һайын студияға йөрөгән була. Тик интернетта был домен буш булмай сыға. Уны һатып алыу бик ҡиммәт булғанлыҡтан, төркөм үҙенә «Linkin Park» тигән исем ала.
Миллионлаған фанаты булған төркөм ижади эшмәкәрлеген уңышлы дауам итә. Улар айырыуса Японияла популяр, тауыштарына, стилдәренә оҡшатып башҡарырға теләүсе нью-металл төркөмдәр ҙә аҙ түгел унда. Рәсәйҙә лә ҙур танылыу яулаған «Linkin Park». Президентыбыҙ Дмитрий Медве­девтың улы Ильяның да иң яратҡан төркөмө ул. Төрлө мәғәнә һалынған йырҙары – кешенең эске донъяһын асыу, тормоштоң мәғәнәһен эҙләү, әшәке ҡылыҡтар, үҙ-үҙеңде табыу – береһе лә буш һүҙгә ҡоролмаған. Шуға ла бөтә донъяны «Linkin Park» музыкаһы биләп алыуы ғәжәп түгел.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға