«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » «Моңдонъя» яңылыҡтары



07.09.2010 «Моңдонъя» яңылыҡтары

Дуҫлыҡты нығытып
Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы «Алтын көҙҙөң моңдары» тип аталған музыкаль проект әҙерләй. Ике туғандаш халыҡтың дуҫлығын нығытыр өсөн ойошторолған концертта 23, 24 сентябр­ҙә башҡорт һәм татар эстрадаһының иң сағыу «йондоҙ»ҙары сығыш яһаясаҡ.
Филармония тамашасы менән осрашыуға етди әҙерләнә. Музыкаль фестивалдә ҡатнашыу өсөн Фәдис Ғәниев, Әлфиә Юлсурина, Азамат Тимеров, Гөлсөм Бикбулатова, Фәрүәз Урманшин, Зилә һәм Хәсән Усмановтар, Рима Амангилдина һәм тағы әллә күпме билдәле артист саҡырылған.
Тамашасы күңеленә хуш килерлек халыҡ һәм автор йырҙары, туған көй-моңдар яңғыраясаҡ. Йәйге ялдан һуң йыр-моңға һыуһаған күңелдәрҙе күңелле тамаша көтә.

«Беҙгә барыбер» юбилейға йыя

19 cентябрҙә «Өфө уттары»нда танылған «Беҙгә барыбер» башҡорт КВН командаһы юмор яратыусыларҙы үҙенең 5 йыллыҡ юбилейына саҡыра.
Уларҙың үҙенсәлекле юморын һағынған тамашасыларҙы йәиһә уның менән таны­шырға теләгәндәрҙе МС Баш, Сәғиҙулла Байегет, Радик Юлъяҡшин, Раил Өмөтбаев һәм башҡорт эстрадаһының башҡа «йондоҙ»ҙары ҡатнашлығында сағыу кисә көтә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға