«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Гүзәл булайым тиһәң, “Актриса” матурлыҡ студияһына бар!



09.09.2019 Гүзәл булайым тиһәң, “Актриса” матурлыҡ студияһына бар!

Өфө ҡатын-ҡыҙҙары араһында “Актриса” матурлыҡ студияһы көндән-көн популярлыҡ яулай. Бында Күгәрсен районының Мораҡ ауылы ҡыҙҙары, бер туған Гөлназ Мөхәмәтйәрова, Гөлфиә Кайсарова һәм Гөлфирә Вәлитова оҫталығы менән генә түгел, ә яғымлылығы менән дә арбай. Улар һәр кемдең имиджына тура килтереп, үҙенсәлекле макияж һәм прическа эшләү һәләтенә эйә. Бынан тыш, керпек “үҫтереү”, ҡашты буятыу һәм матурлатыу, маникюр эшләтеү мөмкинлеге бар. Хеҙмәт өсөн хаҡтар ҙа уртаса.

Студияға килеүселәр араһында төрлө клиент бар. Оҫталар туй йәки никахҡа әҙерләнгән кәләштәр, ҡунаҡҡа ашыҡҡан ханымдар, фотоға төшөргә йәки сығыш яһарға йыйыныу­сылар һәм башҡаларға ыҡсым ғына образ тыуҙыра йәки танымаҫлыҡ итеп үҙгәртә лә ала. Сөнки визажист-стилист ҡыҙҙар ысын гүзәллекте тоя, һәр кемдең зауығына яраҡлы ысулдарҙы белә.

Гөлназ Өфө дәүләт сәнғәт академияһының театр бүлеген тамамлаған. Бала саҡтан сәнғәт тип хыялланған ҡыҙ студент йылдарында әхирәттәрен, таныштарын буяндырыу менән мауығып китә. Матур йөҙ, прическа ла – сихри сәнғәт донъяһының айырылғыһыҙ бер өлөшө. Һәр саҡ камиллыҡҡа, гүзәллеккә ынтылған Гөлназ тирә-йүндәгеләрҙе матурлап оло ҡәнәғәтләнеү таба. Диплом алғас, ул үҙенең киләсәген ошо йүнәлештә генә күрә. Тора-бара төрлө оҫталыҡ дәресе аша үтә, бихисап визажист курсын тамамлай. Үҙе артынан игеҙәк һеңлеләрен дә әйҙәй, илһам­ландыра. Тәүҙә саҡырыу буйынса клиенттарҙы биҙәндерә, тәжрибә туплай торғас, ҡыҙҙар 2015 йылда үҙҙәренең матурлыҡ студияһын асып ебәрә һәм уны “Актриса” тип атай. Әйткәндәй, Гөлфиә менән Гөлфирә лә Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамлаған.
– Салоныбыҙға килгән ҡыҙҙар артабан үҙҙәрен актриса кеүек хис итеп, ҡанатланып сығып китә, – ти улар. – Беҙгә мода өлкәһендә һәр саҡ алдынғы булырға кәрәк, сөнки заман стандарт итеп алған матурлыҡ өлгөләре тиҙ алмашынып тора.

Бынан тыш, салонда уҡыуҙар ҙа ойошторола. Йәғни визажист, имиджмейкер һөнәренә өйрәнергә теләүселәр өсөн түләүле дәрестәр уҙғарыла.

Нимә ул матурлыҡ, тигән һорауға һәр кемдең яуабы төрлөсә. Берәүҙәр, матурлыҡ – ул сәләмәтлек, тип билдәләй, икенселәр – күңел торошо, өсөнсөләр – әҙәп, тиергә мөмкин. Нисек кенә булмаһын, ҡатын-ҡыҙ өсөн матур булыу үтә мөһим. Үҙен тәрбиәһеҙ, йәмһеҙ итеп тойған ҡатын-ҡыҙға эске донъяһы менән гармонияла йәшәүе ауыр. Үҙеңдең матур, ҡупшы икәнлегеңде тойоу иһә кәйефте күтәрә. Ә кәйефе яҡшы саҡта кешенең уйҙары ла изге була, унан ыңғай энергия бөркөлә. Психологтар билдәләүенсә, матурлыҡ салондарына йыш йөрөгән гүзәл зат үҙ-үҙенә ышанған, тәүәккәл була, хатта бер нисә эште бер юлы башҡарырға һәләтле. Ысынлап та шулаймы икән? Быны мин дә һынап ҡарарға булдым һәм Гөлфиә Кайсароваға йөҙөмдө ышанып тапшырҙым. Һөҙөмтә хеҙмәттәштәремә бик ныҡ оҡшаны. Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ, оҫтаның эшен һеҙҙең хөкөмгә лә тәҡдим итәбеҙ.



Автор: Л. Хәлитова
Фото: vk.com



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға