«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Йондоҙнамә (9-15 сентябрь)



09.09.2019 Йондоҙнамә (9-15 сентябрь)


Ылаҡ (22.12 – 20.01)Осор ҡәҙимгесә килер, моғайын. Бәғзеләргә күп аралашырға, төрлө кеше менән осрашырға тура килер. Улар араһында ышанысһыҙ бәндәләр ҙә булыуы мөмкин. Ундайҙарҙы асыҡларға эске тауышығыҙ ярҙам итер.

һыуғояр (21.01 – 19.02)

Һеҙҙе тыныс көндәр көтә. Бер ниндәй ҙә көрәш, ҡаршылыҡ булмаҫ һымаҡ. Бер аҙ көс-хәл йыйырға мөмкинлек сығыр. Шишәмбеләге ыңғай ваҡиғаларҙан һуң күтәрелгән кәйефегеҙ эшегеҙгә ыңғай йоғонто яһар.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Һәйбәт көндәр. Ҡайһы бер бөтөнләй туҡтап торған эштәрегеҙҙе лә ҡапыл ҡуҙғатып ебәрерһегеҙ кеүек. Шаршамбыла ғына ваҡиғалар һеҙ уйламағанса барыр. Бер аҙ түҙегеҙ. Йомала ниндәйҙер бүләк алыуығыҙ ҙа ихтимал.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Көс-хәлегеҙ артҡанын асыҡ тойорһоғоҙ. Тик уны кәрәкле йүнәлештә файҙаланыуы ауырыраҡ булыр. Күптәрҙе ялҡаулыҡ еңер. Шулай ҙа был арала башҡарған эш­тәрегеҙ яҡшы барыр. Йомала бик урынлы кәңәш ишетерһегеҙ.

Буға (21.04 – 21.05)

Мәшәҡәтле аҙна. Күп мәсьәләне бик тиҙ хәл итергә кәрәк булыр. Йыш ҡына етеҙ эш итерһегеҙ. Йондоҙҙар ярҙам эҙләргә ҡушмай – аҙаҡ бының өсөн күпте һорар­ҙар. Йомала яҡын кешегеҙҙән тәнҡит һүҙҙәре лә ишетерһегеҙ, бәлки.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Аҙна барышында ниндәйҙер күптәнге матди мәсьәләне тулыһынса хәл итер­һегеҙ. Үҙ көсөгөҙгә ышанысығыҙ ҙа мотлаҡ артыр. Кесе йомала яҡын туғандарығыҙ менән аңлашылмаусанлыҡ килеп сығыуы бар.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)

Уй-фекерегеҙ кеше араһында ыңғай баһа алыр. Ләкин ярҙам тәҡдим итергә бер кем дә ашыҡмаҫ, моғайын. Күпселек осраҡта үҙ көсөгөҙгә генә таянырһығыҙ. Киләсәктә ҡайһы бер алыҫ маҡсатығыҙҙан баш тартырға мәжбүр булырһығыҙ.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Бөтә эшегеҙ ҙә һәүетемсә генә барыр. Иң өмөтлө көнөгөҙ – шишәмбе. Бүләк алыуығыҙ ҙа бар. Кесе йомала ниндәйҙер уйламаған мәсьәлә ҡалҡып сығыр. Уны хәл итеүҙе әлегә кисектереп торорға тура килер, сөнки кәңәш эҙләргә мәжбүр булырһығыҙ.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)

Аҙна эшлекле аралашыу өсөн уңышлы. Теләһә кем менән дә уртаҡ тел таба алырһығыҙ, башҡаларға фекерегеҙҙе еңел еткерерһегеҙ. Башҡалар сисә алмаған мәсьәләне анһат ҡына сисерһегеҙ. Аҡса ла килеп торор.

Үлсәү (24.09 – 23.10)

Яңылыҡтар бер аҙ борсолдорор. Күпселек осраҡта үҙаллы эш итерһегеҙ. Ғөмүмән, кеше ярҙамына өмөт итмәгеҙ. Дөйөм хәлегеҙ әллә ни насар түгел. Шулай ҙа күңелегеҙ бигүк тыныс булмаҫ.

Саян (24.10 – 22.11)

Тормошҡа ҡайһы ваҡыт еңелерәк ҡарарһығыҙ кеүек. Ошо арҡала яҡын кешегеҙҙән тәнҡит һүҙҙәре лә ишетерһегеҙ. Был арала ниндәйҙер бәләкәй хата ебәреүҙән һаҡланығыҙ. Уны эш тәрәнгә киткәс кенә аңларһығыҙ.

Уҡсы (23.11 – 21.12)

Аҙнаға ҡорған маҡсатығыҙ күпселек осраҡта аҡланмаҫ. Был – үҙ хәлегеҙҙе, мөмкинлектәрегеҙҙе, яҡындағы кешеләрҙе барлап сығырға һәм етди йомғаҡ яһарға сәбәп булыр. Түҙемлегегеҙ етһә, барыһы ла яйланыр. Тәжрибәгеҙ ҙә етерлек һымаҡ.



Автор: Өмөтбай
Фото: vk.com



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға