«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…



30.08.2019 Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Ҡул сәғәтенең теүәл йөрөүен теләһәгеҙ икән, ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәгеҙ.
Механизмына ҡағылышлы ҡағиҙәләр:
– сәғәттәрҙе һыуыҡ урында ҡалдырмағыҙ,
– мунса, сауна кеүек дымлылыҡ юғары булған эҫе урынға сәғәт менән инмәгеҙ,
– юғары электромагнит нурланыш сығанағы булған ерҙә сәғәтегеҙҙе ҡалдырмағыҙ,
– календары булған сәғәттә киске 10-дан төнгө 2-гә тиклемге арауыҡта датаны үҙгәртмәгеҙ. Был ваҡытта календарь механизмы асыла, уны ватып ҡуйыуығыҙ бар.
Датаны үҙгәртергә теләһәгеҙ, сәғәт уҡтарын циферблаттың түбән өлөшөнә күсерегеҙ.
– сәғәтте даими эшләтеп ебәрергә онотмағыҙ. Оҙаҡ эшләмәй ятһа, механизмдың майы ҡуйыра, һуңынан ватыла.
– механик сәғәттәрҙе бер үк ваҡытта бороғоҙ.
– Әүҙем рәүештә спорт менән шөғөлләнһәгеҙ, сәғәттәрҙең спорт моделдәренә өҫтөнлөк бирегеҙ.
Быялаһы
– быяла сыйыла торған урындарға, мәҫәлән, биҙәүестәр ятҡан урынға сәғәтегеҙҙе һалмағыҙ.
– сатнаған быяланы ваҡытында алмаштырығыҙ. Күҙгә эленмәҫ ярсыҡтары сәғәттең механизмына зыян килтереүе ихтимал.
Ҡайышы
– Тиренән эшләнгән ҡайыш һыуланмаһын, һуңынан туҙып өҙөлөүе лә мөмкин.
– спорт менән шөғөлләнһәгеҙ, тимер йәки керамик браслетлы, каучук, силикон ҡайышлы сәғәттәр тағығыҙ.



Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: pixabay.com



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға