«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » "Йондоҙло табын" - Рәзидә ӘХМӘТОВА



13.08.2019 "Йондоҙло табын" - Рәзидә ӘХМӘТОВА

Бөгөн “Йәшлек” гәзите уҡыусыларын автор-башҡарыусы, Балтас һандуғасы, “Юлдаш” йыры” конкурсы лауреаты Рәзидә ӘХМӘТОВА ҡунаҡҡа саҡыра.

Еләк-емешле бәлеш
2 йомортҡаға 100 г шәкәр һалып, күпергәнсе туҡырға ла, 120 г иретелгән маргарин ҡушырға. 2 стакан он, 1 бал­ғалаҡ ҡамыр ҡабартҡыс (разрыхлитель) өҫтәп, ҡамыр баҫырға. Уны шыйыҡ ҡамырҙы әҙерләгәнсе һыуытҡысҡа ҡу­йырға кәрәк.
200 г ҡаймаҡҡа 100 г шәкәр, 2 йомортҡа ҡушып туҡырға. Яйлап он ҡуша-ҡуша (ҡуйыртылған һөт ҡуйылығында булырға тейеш) төйөрһөҙ ҡамыр әҙерләргә.
Һыуытҡыстағы ҡамырҙы алып, йәйергә лә майланған табаға һа­лырға. Ситтәре бейегерәк бу­лыр­ға тейеш. Эсенә оҡшаған еләк-емешегеҙҙе һалып (250 – 350 г тирәһе), өҫтөнә шыйыҡ ҡамырҙы ҡойорға. Бәлеш 35 минутта бешеп сыға.

Тауыҡ итенән салат

200 г бешкән тауыҡ итен, 200 г консерваланған ананасты ту­рарға. 70 г ҡаты сырҙы ҡырғыс аша үткәрергә. Уларҙың бөтәһен бергә, майонез, самалап тоҙ, иҙелгән 1 бүлкәт һарымһаҡ һалып, бутарға. Аҙ ғына ананас сиробын ҡушып ебәрергә лә мөмкин.

Ыуалып торған ләүәш
Ҡамыр әҙерләү өсөн 150 г онға 2 ҡалаҡ шәкәр, ярты ҡалаҡ тоҙ, бер ҡап ҡабартҡыс (разрыхлитель) һалып бу­тарға. Уға 100 г май һалып ыуырға. Ҡамыр ҡом кеүек ыуалып торасаҡ.
Был рецепт буйынса, ғәҙәттә, эремсек бәлеше бешерәләр. Ә мин йәй көнө емеш-еләк менән әҙерләйем. Ҡамырҙың яртыһын майланған табаға тигеҙләп һалғас, өҫтөнә аҙ ғына шәкәр менән буталған еләк һибергә. Ҡалған ҡамыр менән өҫтөн ҡаплап тигеҙләргә. Ләүәш 20 – 25 минутта бешеп тә сыға. Шул яҡтан көтмәгәндә ҡунаҡтар килгәндә бешерергә уңайлы.



Автор: Г. Ҡыуатова
Фото: Автор фотоһы



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға